Әкиәт жанры хаҡында бер нисә һүҙ


Әкиәт – халыҡ ижадының киң таралған жанры. Ҡобайырҙар, хикәйәттәр, легендалар, йырҙар һәм башҡа жанрҙағы әҫәрҙәр менән бергә әкиәттәр башҡорт халыҡ ижадының бай мираҫын тәшкил итә. Башҡа жанрҙарҙағы кеүек үк, әкиәттәрҙә лә халыҡтың үткән замандарҙағы тормош-көнкүреш үҙенсәлектәре, көрәше, матур киләсәккә ынтылыштары, ҡанатлы хыялдары сағылған. Шуға ла донъяла әкиәтһеҙ халыҡ булмағандай, әкиәт ишетмәй үҫкән кеше лә юҡ. Ололар ҙа, кеселәр ҙэ әкиәт тыңларға әүәҫ. Билдәле булыуынса, күп кенә күренекле яҙыусыларҙың, сәнғәт эшмәкәрҙәренең бала саҡта әкиәт тыңлауҙары уларҙың ижади һәләтлектәрен асырға булышҡан, нәфис һүҙҙең тәмен татырға өйрәткән.

Әкиәттәр телдән-телгә, быуындан-быуынға күсә килеү процесендә камиллашып, юғары художестволы әҫәрҙәргә, халыҡтың, Ғ. Туҡай һүҙҙәре менән әйткәндә, "гәүһәр вә яҡуттары"на әүерелгәндәр. Ауыҙ-тел ижадында халыҡтың быуаттар буйы формалашҡан поэтик традициялары, тасуири саралары һәм художестволы тәжрибәһе тупланған. Шул иҫәптән әкиәттәр халыҡтың донъяны поэтик күрә һәм баһалай белеүҙең үҙаллы бер художестволы формаһы булып үҫкән.

Әкиәт – халыҡ ижадының иң боронғо жанрҙарының береһе. Әкиәттәрҙә йыш ҡына бер үк сюжеттә тәүтормош общинаҡоролошо кешеләре әсән хас булган мифологик ҡараштарҙың сатҡыларын да, унан һуң килгән ижтимағи формацияларҙың күренештәрен дә, хәҙерге көндөң деталдәрен дә осратып була. Әкиәттәр быуаттар буйы үҙгәрә килгәндәр. һәр заман борондан килгән жанр традицияларын файҙаланып, яңы сюжеттәр тыуҙырған, элеккеләрен байытҡан, яңы тарихи шарттарға яраҡлаштырған. Телдөн-телгә, быуындан-быуынға күсә килә, әкиәттәргә яңынан-яңы мәғәнә өҫтәлгән.

Фольклорҙың бер генә жанры ла үҙгәрешһеҙ йәшәй алмай. Ләкин әкиәттәр нығыраҡ үҙгәреүсән. Улар, ҡобайыр, легенда һәм башҡа жанрҙарға ҡарағанда, иркенерәк вариантлаша, бер сюжет икенсеһе менән ҡушылып (контаминация), оҡшаш әкиәттәр тыуа. Бер үк әкиәттең бер нисә йәки иҫәпһеҙ күп варианттарҙа йөрөүе, шулай уҡ бер үк сюжеттең төрлө халыҡта төрлөсә милли ерлек алыуы йәки төрлө төбәктәрҙә төрлө үҙенсәлектәргә эйә булыуы жанрҙың ошо үҙгәреүсәнлегенән килә.

Шул уҡ ваҡытта, әкиәт жанрының бөтә тарихи дәүерҙәр өсөн дә уртаҡ булған, заман ағышына еңел генә бирелмәй торған һыҙаттары бар. Шуларҙың береһе һәм иң мөһиме – әкиәттәрҙең фантастикаға, уйҙырмаға, булмағанды һөйләүгә ҡоролоуы. Легендаларҙан, тарихи йырҙарҙан айырмалы рәүештә, әкиәттәрҙең нигеҙендә тормошта булып үткәп конкрет ваҡиға йәки тарихи факт түгел, ә уйлап сығарылған хәл-ваҡиғалар ята. Легенда йәки тарихи йырҙарҙа, шулай уҡ бәйеттәрҙә һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙың ҡасан һәм нисек булып үтеүҙә-рен, уларҙа күрһәтелгән шәхестәрҙең кемдәр икәнлеген, тормошта ҡайһылай йәшәүҙәрен, нәмәләр эшләүҙәрен тикшереп белергә мөмкин. Әйтәйек, 1812 йылғы Ватан һуғышы, рус-япон һуғышы хаҡында бик күп тарихи йырҙар, легендалар һәм бәйеттәр бар. Салауат Юлаев, Емельян Пугачев, Ҡаһым түрә кеүек халыҡ батырҙарының тарихи эштәрен данлап, халыҡ бик күп йыр һәм легендалар ижад иткән. Ирекһеҙҙән тыуған йортон ташлап, урмандарҙа, тау-таш араларында ҡасып йөрөргә мәжбүр булған йәки, власкә ҡаршы төшкән өсөн һөргөнгә оҙатылып, һуңынан улар хаҡында билдәле йырҙар сығарылған Буранбай, Бейеш, Ғәҙебәк Насир, Шаһи Бараков, Хажеғәли һ. б. – барыһы ла тарихи шәхестәр, үҙҙәренең билдәле эш-тәре менән халыҡ күңелендә һаҡланып ҡалған кешеләр. Әкиәттәрҙә иһә, Октябрь революцияһынан һуң В. И. Ленин тураһында ижад ителгән әкиәттәрҙе иҫәпкә алмағанда, ундай тарихи дөрөҫлөктө, ҡасандыр ысынлап та йәшәгән конкрет кешеләрҙе табып булмай. Әйтәйек, Аҡъял батыр, Ҡамыр батыр, Әбйәлил, Аҡмырҙа һ. б. беҙгә ни тиклем генә көслө тәьҫир итмәһендәр, уларҙың тормошта кем булыуҙарын, ҡайһы замандарҙа йәшәүҙәрен һәм ниндәй эштәр эшләүҙәрен билдәләү мөмкин түгел. Улар шул исемдәге әкиәттәргә художестволыфантазия емеше, йәғни халыҡтың хыялында төҫмөрләнгән ғәҙәттән тыш батырҙар рәүешендә килеп ингәндәр. Әкиәттәрҙәге алтмыш ҡолас ала бейә лә, үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш иргәйел ҡарт та, осоусы балаҫтар менән ҡанатлы толпарҙар ҙа, батырҙарҙы бер урындан икенсе урынға йәшен тиҙлеге менән күсереп ҡуйыусы уҡтар ҙа – барыһы ла уйлап сығарылған, халыҡтың хыялында тыуып, әкиәттәргә күскән.

Әкиәттәрҙең үҙҙәренә генә хас төҙөлөш формаһы һәм поэтик үҙенсәлектәре бар. Әйтәйек, уларҙың традицион геройҙары, шулай уҡ традицион башланышы һәм тамамланышы бар. Ваҡыт һәм урын төшөнсәләре әкиәттәрҙә шулай уҡ реаль йөкмәткегә әйә түгелдәр. Ваҡиғалар ғәҙәттә мөғжизәле батшалыҡта, ете диңгеҙ аръяғында йәки Ҡафтау артында, ер аҫтында йәки һыу аҫтында, аждаһалар, ен-пәрейҙәр донъяһында, тағы әллә ҡайҙарҙа, әллә ҡайҙарҙа бара; «кәзә команда, өйрәк үрәтник, күркә дисәтник, бүреләр бағауыл, ҡарғалар ҡарауыл булып торғанда, һайыҫҡандар һанат, турғайҙар һалдат, әтәстәр әфисәр, тауыҡтар тылмас булып хеҙмәт иткәндә, арыҫландар ат, йыландар ҡамсы, төлкөләр яусы булып йөрөгән» саҡтар күрһәтелә. Былары ла шулай уҡ халыҡ фантазияһының бер емеше булып тыуғандар һәм әкиәттәргә килеп ингәндәр.

Әкиәттәрҙә персонаждар ғәҙәттә бер-береһенә ҡапма-ҡаршы булған ике төркөмгә бүленәләр. Сюжет үҫтерелеше, изгелек менән яуызлыҡ көрәшенә ҡоролоп, әкиәт ыңғай геройҙың төрлө-төрлө ҡаршылыҡтарҙы үткәндән һуң, яуыз көстәрҙе барыбер еңеп сығыуын, мотлаҡ рәүештә үҙ маҡсатына ирешеүен күҙ алдына баҫтыра, изгелектең яуызлыҡтан өҫтөн сығыуын күрһәтә.

Фантастик уйҙырма, әлбиттә, бер әкиәттәргә генә хас түгел, ул фольклорҙың күп жанрҙарында урын ала. Ләкин фантастик уйҙырма үҙенең йөкмәткеһе, бигерәк тә идея-эстетик функцияһы төрлө жанрҙа төрлөсә. Әйтәйек, легенда, ҡобайыр һәм хикәйәттәрҙә ул, башлыса, геройҙарҙы идеаллаштырып һүрәтләүҙең бер ысулы булып тора. Фантастик элементтәр уларҙа ни тиклем генә күп булмаһын, фактик нигеҙҙе юҡҡа сығара алмайҙар. Батырҙар тураһындағы ҡобайырҙарҙа, хикәйәттәрҙә һәм легендаларҙа географик урындарҙың, шулай уҡ ырыу, шәхес исемдәренең һаҡланыуы геройлыҡ идеалдарын кәүҙәлән дергән батырҙарҙы халыҡтың үҙ ерлегенән айырмаҫҡа тыры шыуын раҫлай.

Әкиәттәрҙә иһә ғәҙәти күренештәр ҙә, ысынбарлыҡта бул мағанса үҙгәртелеп, тылсымлаштырып күрһәтеләләр. Шуға күра лә күп кенә фольклорсылар (мәҫәлән, К.С. Аксаков А.Н. Никифоров, Э.В. Померанцева) әкиәтте күңел асыу маҡсатында аңлы рәүештә уйҙырмаға тәғәйенләнгән тылсымлы йөкмәткеле һәм көнкүреш характерендәге прозаик әҫәр тип йөрөтәләр.

Әлбиттә, хәҙерге ваҡытта, халыҡтың быуаттар буйы өмөт иткәнен тормошҡа ашырыу дәүерендә, иң ҡьйыу хыялдарҙы уҙып китеп, күпкә артта ҡалдырған кибернетика һәм атом заманында, кеше айға аяҡ баҫҡан, йондоҙҙарға уҡталған осорҙа, балаҫҡа йәки уҡҡа ултырып осоп йөрөүҙәргә, күл төбөндәге йәки ер аҫтындағы батшалыҡтарға, урманды – урманға, тауҙы – тауға һуғып йөрөүсе әкиәт батырҙарына, төрлө дейеү, аждаһа, шүрәлеләргә һәм мәскәй әбейҙәргә, үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш иргәйел ҡарттарға бер кем дә ышанмай. Әммә тәүтормош кешеһе быларға ышанған, аждаһа, дейеү кеүек мифик заттарҙы ла ысын, реаль көс тип күҙ алдына кил-лтергән. Бының, әлбиттә, тарихи сәбәптәре бар.

Билдәле булыуынса, кеше аңында мифологик ҡараштарҙың тыуыуы өсөн кешенең әле көсһөҙлөгө, тәбиғәт көстәренә буйһоноп йәшәүе һәм уларҙы еңергә тырышыуы төп шарт булған. Боронғо кеше үҙен уратып алған донъяны аңларга тырышҡан. Ләкин, аң кимәле түбән булғанлыҡтан, тәбиғәт көстәренең серҙәрен төшөнә лә, уларҙы аңлата ла алмайынса, төрлө мифик заттар образында күҙ алдына баҫтырған. Ваҡыттар үтеп, аңы үҫә, үҙе камилләшә барған һайын, боронғо кеше үҙе аллалаштырып, баш эйеп йәшәгән теге яуыз заттарға ҡаршы сыға башлаған. Ләкин тәбиғәттең аҫау көстәрен реаль рәүештә еңеп сығырға көсө лә, мөмкинлеге лә булмағанлыҡтан, боронғо кешенең хыялында уларҙан да ғәйрәтлерәк батырҙар төҫмөрләнгән. Ул батырҙар, кешегә һыу бирмәҫ аждаһаларҙы, ирекле йәшәргә юл ҡуймаҫ яуыз батшаларҙы еңеп, халыҡтың өмөт һәм теләктәрен хыялда ғына булһа ла ғәмәлгә ашырғандар, шуның менән ҡыуандырғандар, яҡты тормошҡа дәртләндергәндәр. Шул рәүештә тыуып, әкиәттәргә килеп ингән, фантастик уйҙырмала тарихи дәүерҙең төп йөкмәткеһе, конфликте сағылыш алған. Тәүтормош кешеһенең ҡараштары фантастик уйҙырманың йөкмәткеһен дә, характерен дә, үҙенсәлеген дә билдәләгән.

Заманалар уҙыу менән кеше аңы ла үҫкән, камилләшкән. Тәбиғәт серҙәренә ул нығыраҡ төшөнә барған. Боронғо кешенең тәбиғәт менән йәмғиәт хаҡындағы мифик ҡараштары әкренләп реаль төшөнсәләргә урын биргәндәр. Әлбиттә, бындай алмашыныу, донъяға мифик ҡараштарҙың үҙгәреүе биктиҙ, хатта бер быуат эсэндә генә лә булмаган, ә күп быуаттарға һуҙылган оҙайлы һәм бик ҡатмарлы тарихи процесс төҫөн ал ған. Был процесс кешелек йәмғиәтенең үҫеш формацияларына бәйләнгән.

Синфи йәмғиәт тыуып, социаль иҙеү көсәйгән шарттарҙа кеше тормоштағы ҡаршылыҡтарҙы хәл итә алмайынса, һаман фантастик уйҙырмаларға мөрәжәғәт итә. Халыҡ инде синфи иҙеүҙе, социаль тигеҙһеҙлекте инкар итә, үҙ теләгенә һәм өмөт тәренә ярашлы рәүештә яңы бер фантастик донъя ҡора. Тәбиғәттең серле көстәрен кәүҙәләндергән төшөнсәләргә лә хәҙер яңы мәғәнә һалына. Боронғо кешенең донъяға ҡарашын сағылдырған мифик образдар төрлө социаль күренештәргә, синфи мөнәсәбәттәргә күсерелеп йөрөтөлә башлай. Аждаһа, дейеү кеүек мифик заттар яуыз батшаларҙы, хандарҙы кәүҙәләндерә.

Шулай итеп, яңы социаль-тарихи шарттарҙа мифик образдар, элекке мәғәнәләрен юғалтып, яңы йөкмәткегә эйә булалар, поэтик шартлылыҡ төҫөн алалар. Фантастика художестволы уйҙырма рәүешендә ҡулланыла башлай. Бер осраҡта ул тормош күренештәрен күтәренке яһап, идеаллаштырып күрһәтеүгә хеҙмәт итһә, икенсе осраҡта, киреһенсә, сатирик фашлау, көлөү өсөн файҙаланыла. Донъяны фантастик сағылдырыуҙа, хикәйә итеүгә ҡарағанда, эстетик баһалау моменте көсәйә. һабаҡ биреү, тәжрибә туплау һәм фәһем сығарыу әкиәт фантастикаһының айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелә. Халыҡтың тормош тәжрибәһен, эстетик һәм әхлаҡи һығымталарын һәр кемгә аңлайышлы формала киң, тәрән дөйөмләштереп, әкиәттәр йәш быуынды тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһының мөһим сараһына әйләнә.

Шулай итеп, хеҙмәтсән халыҡ массаларының социаль-политик хәлендәге мотлаҡ хәл ителергә тейеш булып та, уҙған тарихи шарттарҙа хәл ителмәгән һәм хәл ителеүе мөмкин дә булмаған актуаль, тормошсан конфликттәрҙең, коллизияларҙың фантастик уйҙырма характерен алыуҙары әкиәт жанрының үҙенсәлеген билдәләүсе төп һыҙат булып тора. Беҙҙең заман совет фольклорсылары әкиәттәрҙең тәбиғәтен ентекләп өйрәнеү һөҙөмтәһендә тап ошондай һығымтаға киләләр. Ләкин был – әкиәт жанрының ысынбарлыҡтан бөтөнләйгә айы-рылыуы тигән һүҙ түгел, әлбиттә. Фольклорҙың башҡа жанр ҙарындағы кеүек үк, әкиәттәрҙә лә реаль ысынбарлыҡ сағыла. Тик ул тормошто фантастика закондары буйынса кәүҙәләндерә, ә фантастика закондары, үҙ сиратында, тормош закондарына ярашлы итеп төҙөлә. Был фантастикала реаль ысынбарлыҡ үҫенең икенсе төрлө, тышҡы яҡтан үҙенә оҡшамаған сағылышын ала. Проф. Н.К. Дмитриев һүҙҙәре менән әйткәндә, «әкиәт һәм тормош туранан-тура антипод түгел: һәр саҡ, хатта фантастика саманан тыш шаштырылған ваҡытта ла, әкиәт (әгәр ул художестволы булһа) реаль тормош нормалары менән иҫәпләшә. Икенсе төрлө әйткәндә, әкиәт – реаль тормоштоң ниндәйҙер бер айырым («тылсымлы») күҙлектән сығып яһалған проекцияһы, фантазияның югары нөктәһенән төшөрөлгән тормош картаһы ул».

Әкиәттәрҙә ысынбарлыҡтың фантастика закондары буйынса сағылдырылыуы тормош дөрөҫлөгөн боҙоуҙы, инкар итеүҙе аңлатмай. Фантастик уйҙырма менән тормош дөрөҫлөгө әкиәттәрҙә органик рәүештә бәйләнгәндәр. Әкиәт фантастикаһы сикһеҙ күпертелгән саҡтарҙа ла уның йөкмәткеһе, бер яҡтан, тормош дөрөҫлөгө менән аҡланһа, икенсе яҡтан, тормош дө рөҫлөгөн асыуға ярҙамлаша. Әкиәттәрҙә һөйләнгән фантастик хәл-ваҡиғалар, фантастик персонаждар, уларҙың эш-ҡыльғы һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәре – барыһы ла тормош дөрөҫлөгөнә ярашлы итеп төҙөлә. «Алтынҡойроҡ-Көмөшъял» әкиәтендә ата-әсәһенән етем ҡалған Ҡыҙрас ауыл байына эшкә яллана. Ҡомһоҙ бай, эш хаҡын түләмәҫ өсөн, Ҡыҙрасҡа ауыр шарт ҡуя: Ҡыҙрас, байҙың аунаҡсый торған ишәген һыу ҡойондороп, аунаҡсытмайынса өйгә алып ҡайтырға тейеш. Ҡыҙрас бының сараһын тапһа ла, бай уны эштән ҡыуып сығара. Бын да социаль дөрөҫлөккә ҡаршы килеүсе бер нәмә лә юҡ. Ҡыҙрастың ишәккә ҡарата күргән сараһы ла (энә менән ишәктең ҡойроҡ төбөнә ике тапҡыр сәнсеүе) хайуандың кире холҡо менән аҡлана: мәкерле хужаның тиҫкәре хайуаны үҙенә лайыҡлы язаны ала һәм бай ҙа көлкөгә ҡала. Ҡыҙрастың, яңынан эш эҙләп, ситкә сыгып китеүе, тағы ла ауырыраҡ шарттарға риза булып, икенсе бер байға йылҡы көтөргә ялланыуы шулай уҡ тәбиғи, сөнки урманда аңҡы-тиңке йөрөп хәлдәп тайған, бүреләр талауынан саҡ ҡотолған Ҡыҙрасҡа башҡаса әмәл юҡ. Уның әс көн, өс тән буйы керпек тә ҡаҡмай Йондоҙ ҡашҡаны аңдығандан һуң, хәлдән тайып, йоҡоға талыуы, Йондоҙ ҡашҡаның ҡасып китеүе, уянғас, Ҡыҙрастың ҡыуа төшөүе – барыһы ла тормош логикаһына тап килә. Йондоҙ ҡашҡаның ҡолоно Ҡыҙрасҡа эш хаҡы урынына вәғәҙә ител гән. Ҡыҙрас өсөн, һеңлеләре өсөн был ҡолон – тормош көтөү, йәшәү сығанағы тигән һүҙ. Шуға күрә Ҡыҙрас Йондоҙ ҡаш ҡаны эҙәрлекләмәйенсә, уның ҡолонон алып ҡайтманынса булдыра алмай. Әкиәттә Йондоҙ ҡашҡаның диңгеҙҙә ҡолон лауы, ҡолононоң алтын ҡойроҡло, көмөш яллы булыуы, Алтынҡойроҡ-Көмөшъялдың телгә килеүе – боронғо кешенең хайуан культенә бәйләнешле тыуған был фантастик уйҙырмалар хеҙмәтсән халыҡтың эксплуататорҙарға ҡаршы көрәшен асыуҙа мөһим роль уйнайҙар.Әкиәттәрҙе халыҡ теләгенә яуап биргән нәмә идеаллашты-рылған, ә яуап бирмәгәндәре, киреһенсә, һуңгы сиккә еткере леп фашланған. Әйтәйек, ҡуян – иң ҡурҡаҡ һәм рәнйетелгән хайуан – әкиәттәрҙә йыш ҡына еңеүсе булып сыға. «Йомарт ҡуян» әкиәтендә, мәҫәлән, ул айыуҙарҙы, бүреләрҙе эшкә ҡушып ҡуя. Халыҡ көсһөҙҙәрҙе көслө, иҙелеүселәрҙе азат, ярлыларҙы муллыҡта, ҡайғылыларҙы шатлыҡта йәшәүсе итеп күрергә теләгән һәм ҡапма-ҡаршы тороусы көстәрҙең реаль мөнәсәбәтен үҙе теләгәнсә үҙгәрткән. Әкиәттәрҙең был үҙенсәлекле һыҙаты хаҡында А. М. Горький: «Әкиәттәрҙә бөтәһенән элек «уйҙырма» фәһемле»,– тигән, һәм әкиәт уйҙырмаһында ул кешенең факттан бик күпкә алға ҡарай алыу һәләтен күргән.

Шулай итеп, «әкиәт яҙмышы – ул иң элек фантастик уйҙырма яҙмышы, ә фантастик уйҙырма яҙмышы үҙ сиратында хеҙмәтсән халыҡтың тарихе, уның тәбиғәттең һәм йәмғиәттең яуыз көстәрен еңеү өсөн көрәше менән бәйләнгән». Ысынбарлыҡ, конкрет социаль-тарихи шарттар әкиәт фантастикаһының йөкмәткеһен дә, үҙенсәлеген дә тәшкил иткәндәр, әкиәттең идея юнәлешен, сюжет типтарын, персонаждарҙың характерен һәм хикәйәләү стилен билдәләгәндәр.

М.Х. Минһажетдинов

 

 

Поделись с друзьями: