Хайуандар тураһында әкиәттәр


Хайуандар тураһындағы әкиәттәр иң боронғо һанала. Уларҙың геройҙары – һәр төрлө хайуандар, йәнлектәр, ҡоштар. Әммә улар кешеләргә хас сифаттарға эйәләр, кешеләр тормошо менән йәшәйҙәр. Кешеләр кеүек үк аҡыллылар, кешеләрсә һөйләшәләр. Уларға хатта кешеләр тормошондағы социаль мөнәсәбәттәр ҙә күсерелә.

Хайуандар тураһындағы әкиәттәр боронғо кешеләрҙең тәбиғәт көстәре менән көрәше һөҙөмтәһендә килеп тыуғандар. Хайуандар кешеләргә үҙҙәре кеүек үк аҡыллы булып күренгәндәр. Тәүтормош кешеләре был донъяны аңларға, уның серҙәренә төшөнөргә тырышҡандар, уны үҙҙәренә буйһондорорға, эйәләштерергә ынтылғандар. Төп йәшәү сығанағы булған һунар ваҡытында күргән-белгәндәрен, теге йәки был хайуан, уның холҡо хаҡындағы күҙәтеүҙәрен быуындан-быуынға хикәйә итеп һөйләп ҡалдырыр булғандар. Хайуандар донъяһы менән кешеләр донъяһы араһындағы айырманы белеп еткермәү арҡаһында фантастик ҡараштар тыуған. Тәүтормош кешеһе көнкүрешен еңеләйтергә теләп һәм яуыз көстәрҙән һаҡланыу уйы менән теге йәки был йәнлекте үҙҙәренең яҡлаусыһы итеп иҫәпләгәндәр, хатта үҙҙәренең ырыу башлығы һанап, шул йәнлеккә табынып йәшәр булғандар (тотемизм). Шулай итеп, хайуандар тураһындағы әкиәттәр тәү мәлдәрендә, әкиәт булыуҙан бигерәк, тәүтормош кешеһенең донъяны үҙенсә таныуы булараҡ барлыҡҡа килгән һәм тәжрибә уртаҡлашыу, белем биреү маҡсаттарында һөйләнгән. Замандар үтеү менән тормош уклады үҙгәрә һәм кешеләрҙең аңдары үҫә килгән һайын был хикәйәләр ҙә үҙҙәренең практик әһәмиәттәрен юғалта барғандар. Мифологик ҡараштар, төшөнсәләр хәҙер үҙҙәренең элекке тура мәғәнәләрендә түгел, ә поэтик шартлылыҡ, уйҙырма һәм аллегория функцияһын үтәп йөрөй башлайҙар. Төрлө хайуандар кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе аллегорик рәүештә сағылдырыу ролен алалар.

Синфи йәмғиәт шарттарында хайуандар тураһындағы әкиәттәр социаль һәм синфи ҡаршылыҡтарҙы сағылдырыу маҡсатында ла ҡулланыла башлайҙар. Хайуандар образында хәҙер торло синыф, социаль төркөм кешеләре кәүҙәләндерелә. Был төр әкиәттәр ситләтеп һөйләүҙең уңайлы формаһына әүерелә: уларҙа синфи симпатия һәм антипатияны хайуандар донъяһы аша күрһәтеү мөмкинлеге тыуа. Хайуандар тураһындағы әкиәттәр социаль-синфи мөнәсәбәттәрҙе образлы итеп асыу, яуызлыҡты, ғәҙелһеҙлекте һәм башҡа кире һыҙаттарҙы сатирик фашлау ысулы булып нығына.Уралдың ҡалын урмандары, тау-таштары, иҫәпһеҙ күп йылға һәм күлдәре элек-электән төрлө йәнлек һәм ҡош-ҡорт өсөн төйәк булған. Т’үмер буйы һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорт халҡы төрлө хайуандар, уларҙың холоҡтары һәм үҙенсәлектәре хаҡында мауыҡтырғыс әкиәттәр ижад иткән.

Хайуандар тураһындағы башҡорт халыҡ әкиәттәре тематик яҡтан күп төрлө, Уларҙың бер өлөшө теге йәки был хайуанға, ҡош-ҡортҡа хас ҡылыҡтарҙың ҡайҙан килеп сығыуын аңлатыуға ҡоролған. Мәҫәлән, «Төлкө менән бүҙәнә» әкиәтендә төлкөнөң хәйләкәрлеккә өйрәнеүе бүҙәнәнән тип күрһәтелһә, «Тауыҡ менән төйлөгән» әкиәтендә әтәстең нисек кикрекле булыуы, ә тауыҡтың һәр ваҡыт, баҫалҡыланып, тибенеп эҙләнеп йөрөүе аңлатыла. «Айыу менән бал ҡорттары» әкиәтендә айыуҙың ни өсөн сонтоҡ ҡойроҡло булыуына, «Ҡаҙҙар ниңә ала булған?» әкиәтендә ала ҡаҙҙарҙың нисек килеп сығыуына шулай уҡ бик йәтеш «аңлатма» бирелә. Был типтағы әкиәттәрҙең күбеһендә кеше менән ҡош-ҡорт араһында сик ҡуйылмай. Йәнлек – кешегә, кеше йәнлеккә әүерелә ала. Бындай тылсымлы әүерелеүҙең нигеҙендә боронғо кешенең тотемистик ҡараштары ята, әлбиттә.

Шул уҡ ваҡытта был төркөмсәләге әкиәттәрҙең бөтә йөкмәткеһен архаик мотивтәргә генә ҡайтарып ҡалдырып та булмай. Сөнки уларҙа социаль-мифик мотивтәр ҙә урын ала. «Төлкө менән бүҙәнә» әкиәтендә хәйләкәрлеккә өйрәнеп алған төлкө үҙ мәнфәғәтен генә күҙәтеүсе, башҡалар иҫәбенә йәшәүсе, социаль йөҙө менән мәкерле йән эйәһе булараҡ сығыш яһай. Шуның һымаҡ айыу менән бал ҡорттары араһындағы тәбиғи антагонизмде лә синфи йәмғиәттәге социаль мөнәсәбәттәрҙең Күпмелер аллегорик сағылышы тип ҡарарға мөмкин.

Славян, фин-уғыр һәм төрки халыҡтары әкиәттәрендә киң урын алған төлкө башҡорт әкиәттәренең дә характерле персонажы булып тора. Хайуандар тураһындағы күп кенә башҡорт әкиәттәре төлкө образы тирәһендә циклизациялана биреп ҡуйған. Тєәр әкиәт төлкөнө яңы бер яҡтан ҡылыҡһырлай. Ул әҫәрҙәрҙең күпселеге үҙаллы булыу менән бөргә береһе икенсеһенең дауамы һымаҡ ҡабул ителә.

Әкиәт төлкөһө – үҙе зирәк, үҙе торғаны менән хәйләкәр һәм мәкерле. «Ҡуян менән арыҫлан» әкиәтендә ул, арыҫланға ярамһаҡланып, ҡуянды үлемесле хәлгә ҡуя, ә «Алдар төлкө» әкиәтендә тауыҡтың, һарыҡтың, үгеҙҙең башына етә. «Төлкө менән айыу» әкиәтендә ул айыуҙы, ә «Етем төлкө»лә айыуҙы ғына түгел, бүрене, этте, ҡуянды ла алдай, уларҙы ҡышҡылыҡҡа аҙыҡһыҙ ҡалдыра. «Сысҡан, айыу, бүре, төлкө...» әкиәтендә зирәклеге һәм мутлығы арҡаһында үлемдән ҡотола. Хәле ҡыл өҫтөндә саҡтарҙа ла төлкө ҡотолоу әмәлен уйлап таба. Әммә, халыҡ ҡарашынса, яуызлыҡ менән мәкерлек фашланырға, барыбер тейешле язаһын алырға тейеш. Башҡаларҙы алдап, анһат йәшәргә өйрәнгән төлкө лә йыш ҡына үҙ хәйләһенең ҡорбаны була, ғәҙел язаға тартыла. («Етем төлкө», «Төлкө, айыу, бүре», «Хәйләкәр төлкө».)

Әкиәттәрҙә төлкө менән башҡа хайуандар араһындағы конфликт ғәҙәттә тупаҫ көс менән аҡыл ярышы йәки көрәше төҫөн ала, күп осраҡта аҡыл өҫтөн сыға. Ләкин эгоистик маҡсатҡа хеҙмәт иткән аҡыл һәм зирәклекте әкиәттәр хупламай, уның эйәһен ҡаты язаға хөкөм итә.

Хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙә айыу, бүре, ҡуян, бөркөт, терпе, әтәс, эт образдары ла йыш осрай. Әгәр төлкөнөң хәйләкәрлеге, зирәклеге, ә айыуҙың тупаҫлығы һәм аңралығы күҙгә ташланһа, бүре яуызлығы һәм ҡомһоҙлоғо менән алға баҫтырыла. Шул уҡ ваҡытта ул аңралыҡ яғынан айыуҙан ҡалышмай. «Алдар төлкө» әкиәтендә бүре менән айыу, төлкө һүҙенә ышанып, бесән тултырылған үгеҙ тиреһен ысын үгеҙ итеп ҡабул итәләр. Әкиәттәрҙә айыу хөкөм сығарыусы булараҡ кәүҙәләндерелһә, бүре уның иң яҡын ярҙамсыһы ла, йомошон үтәүсе лә, хөкөмөн тормошҡа ашырыусы ла. «Төлкө, айыу, бүре» әкиәтендә, мәҫәлән, бүре, айыуҙың йомошон үтәп, төлкөнөң мәкерле эшен фашлай һәм уны ботарлап ташлай.

Айыу менән төлкө әкиәттәрҙә йә юмористик, йә сатирик планда һүрәтләнәләр. Кәүҙәһе менән көсөнә аҡыл тигәндең тап килмәүе айыу образының көлкөлө асылын тәшкил итһә, көсһөҙ булып та хәйләкәрлеге менән үҙенән көслөрәктәрҙе алдай алыуы менән төлкө лә ҡайһы бер әкиәттәрҙә юмористик төҫ ала. Ә яуыздарҙың яуызы, ҡомһоҙҙарҙың ҡомһоҙо бүре образы әкиәттәрҙә сатирик планда ғына бирелә.

Совет фольклористикаһында билдәләп үтелеүенсә, айыу, бүре, арыҫлан, төлкө образдарының кинәйәле мәғәнәләре киң. Улар йөҙөндә билдәле социаль типтарҙың характерле һыҙаттары сағыла. Айыу, бүре, арыҫлан, төлкө көсһөҙҙәрҙе иҙеү, һәләк итеү иҫәбенә йәшәйҙәр. Был һыҙаттары менән улар антагонистик йәмғиәттә хакимлек итеүсе ҡатламдарҙың типик вәкилдәрен хәтерләтеп торалар.

Ҡуян. сысҡан, көҙән, ҡарһаҡ, ҡаҙ, тауыҡ, әтәс әкиәттәрҙә, нигеҙҙә, көсһөҙ итеп биреләләр, улар йәберһетеләләр, көслөләрҙең табышы булалар. Мәҫәлән, ҡуян бик тырыш, эшсән, ләкин ҡурҡаҡ һәм хәйләһеҙ («Ҡуян менән терпе»). Шул уҡ ваҡытта халыҡ, ҡуянда хеҙмәт кешеләренең аллегорик кәүҙәләнешен күргәнлектән, уның ҡурҡаҡ, баҙнатһыҙ булыуы менән гел генә килешә алмаған. Был образда үҙенең ышанысы менән өмөттәрен дә сағылдырған. «Ҡуян менән арыҫлан» әкиәтендә, мәҫәлән, йәнлектәргә көн күрһәтмәҫ арыҫланды башҡа бер кем түгел, ә ҡуян юҡ итә, «Йомарт ҡуян» әкиәтендә ҡуян кешеләрҙе ауыр хәлдән сығарыусы булып һүрәтләнә. Ҡыҫҡаһы, төлкөнәнайырмалы рәүештә, ҡуян аҡылды үҙ мәнфәғәттәрендә түгел, ә башҡаларға ярҙам итеү өсөн ҡуллана. Хеҙмәт халҡының синфи ҡараштары, идеалдары һәм теләктәре ҡуян образында айырата асыҡ сағылған.

Ҡурҡаҡ ҡуяндың дөйөм йәнлектәр донъяһы өсөн батырлыҡ күрһәтеүе әкиәт фантастикаһы өсөн яңы күренеш түгел: «түбән заттың «юғары» затҡа әүерелеүе – әкиәттәр өсөн типик күренеш. Кәмһетелгәндәрҙе аллегорик кәүҙәләндереүсе ҡуян кеүек йәнлек образдарына оптимистик рух өрөлгән, һәм бында халыҡтың социаль ҡарашы хәл иткес әһәмиәткә эйә. Ат, һыйыр, бесәй, эт, ҡаҙ, тауыҡ кеүек йорт хайуандары һәм ҡош-ҡорттары әкиәттәрҙә шулай уҡ башлыса ыңғай һүрәтләнәләр, «һарыбай» әкиәтендә, мәҫәлән, эт эскерһеҙ ярҙамсы ла, тоғро дуҫ та.

Ҡайһы бер әкиәттәрҙә (мәҫәлән, «Йәшмәташ») йәнлектәр һәм ҡоштар, үҙҙәренең донъяһынан айырылған хәлдә әкиәт геройҙарына йә ярҙамлашып, йә ҡаршылыҡ күрһәтеп йәшәйҙәр. Йәнлектәр һүрәтендә төрлө мифик заттарҙы кәүҙәләндергәнгә, бындай типтағы әкиәттәрҙе беҙ тылсымлы әкиәттәр төркөмөнә индереү яғындабыҙ.

Әкиәттәрҙә хайуандарҙың иң характерле һәм ваҡиғалар үҫешенә туранан-тура ҡатнашы булған һыҙаттары гына әйтелеп үтелә. Теге йәки был хайуан йәшәгән шарттарҙың да сюжеткә ҡатнашы булған яҡтары ғына алына. Мәҫәлән, «ҡартлыҡтан бәлтерәгән бер айыу һыйыр-фәлән ауларға, бал эҙләп ағас башына менергә хәленән килмәй башлағас, тауыҡ үрсетеп, көн күрмәксе булған, ти» («Төлкө менән айыу»). Әкиәттең башында килтерелгән был мәғлүмәттәрҙең ваҡиғаларҙың артабанғы үҫешендә туранан-тура мөнәсәбәте бар. Айыуҙың тауыҡ аҫырарға тотоноу ы ни тиклем генә ғәжәп тойолмаһын, сюжеттең үҫеше өсөн бик мөһим: айыу тауыҡ аҫырарға ҡарар итмәһә, әкиәт тә булмаҫ ине; ҡартайыуҙан бәлтерәп бөтмәһә, тауыҡ үрсетеүҙе уйламаҫ, һаман һыйыр-фәлән аулап, бал ашап ҡына йөрөр ине. Ҡарт булмаһа, айыу тауыҡ кетәге яһауҙы төлкөгә ҡушмаҫ, тауыҡ урлаусы бурҙы тотоу эшен бүрегә тапшырмаҫ ине, ә барыһын да үҙе эшләр ине.

Хайуандар тураһындағы ҡайһы бер әкиәттәрҙә диалогтар йыш ҡына шиғри телдә һамаҡлап башҡарылалар. Мәҫәлән, «Айыу менән кәзә бәрәстәре» әкиәтендә кәзә урмандан һамаҡлап ҡайтып килә:

 

Илдән илгә йөрөнөм,

Ил емеше тапманым,

Ҡырҙан ҡырға йөрөнөм,

Ҡыр емеше тапманым.

Мөгөҙөмдә утым бар,

Еленемдә һөтөм бар.

Асығыҙ, балаҡайҙарым, асығыҙ!

Асығыҙ, балаҡайҙарым, асығыҙ!

 

Күренеүенсә, был шиғри юлдарҙа балаларын туйҙырыу өсөн, ҡырҙан-ҡырға йөрөп, һөт йыйған әсәнең бала йәнле булыуы ла, уның йөрәк һағышы ла, дошман-фәлән һөжүм итә ҡалһа, арып-талыуына ҡарамаҫтан, кескәйҙәрен фиҙакәр яҡларлыҡ көсө лә бирелгән. Нескә күңелле әсә характерен тасуирләгән был шиғри юлдар әкиәттең эстетик тәьҫир көсөн арттыра.

Хайуандар тураһындағы әкиәттәр хәҙер күбеһенсә балалар өсөн һөйләнә. Балаларға белем биреүҙә, уларҙың фантазияһын үҫтереүҙә һәм әхлаҡи яҡтан тәрбиәләүҙә уларҙың әһәмиәте бик ҙур.

 

 

 

 

Поделись с друзьями:

 

 

    сотовые телефоны самсунг