Аҡман-Тоҡман


banner 13

Аҡман-Тоҡман бик боронғонан килгән тарих ул. Хан замандарынан. Уны әллә нисәмә быуын ата-баба һөйләй килгән. Был ерҙәрҙә элек башҡорттар хужа булған. Ер-һыу байлығын һөйләп бөтөрлөк түгел икән. Урман-тау тулы йәнлек: айыу, бүре, төлкө, ҡуян, һыуһар, ҡамсат, шәшке, кеш. Йылға-күл тулы балыҡ. Урманда солоҡ. Халыҡ һунар, солоҡ кәсебе менән шөғөлләнгән; мал, йылҡы аҫыраған.

Боронораҡ башҡорттар көтөү-көтөү мал менән күсеп-ҡунып йөрөгән. Һәр ырыуҙың, аймаҡ-түбәнең яҙлау, йәйләү, көҙләү, ҡышлау урыны булған.

Рулай имен-аман ғүмер кисергәндә бер заман Көнсығыштан, Алтай тауҙары яғынан ҙур ҡара яу килгән. Был йәйгеһен булған: мал-тыуар, халыҡ йәйләүҙә, тау, урман араһында, йылға буйҙарында икән. Яуҙың бер осо ғына башҡорттарға тейгән. Төп өлөшө көньяҡлап, Яйыҡ буйлабыраҡ үткән буғай.

Яу уҙып, бер аҙ үткәс, хан башҡорттар араһына ғәскәре-нөгәрҙәре менән түрәләрен ебәргән. Улар халыҡты ханға баш һалдырған. Ер-һыуҙарҙы ырыу-ырыу, йәйләү-йәйләү Булеп биргән, һәр бер ырыу халҡына тамға, оран, ағас, ҡош тәғәйенләнгән. Беҙҙең ҡатай ырыуының бағау тамғаһы, Салауат ораны, ҡарағай ағасы шунан ҡалған. Башҡорттар тамғаланып, ер-һыу алғас, шул ханға яһаҡ түләргә тейеш булған.Башта был әллә ни ауыр тойолмаған. Урман-тау тулы солоҡ. Батман-батман бал яһаҡтан үҙҙәре өсөн дә артып ҡалған. Урман-тау тулы йәнлек – улары ла ваҡытында түләнгән. Тик бер заман хандан яңы фарман килгән: йәш ир-егеттәр аты-ҡоралы менән хан ғәскәренә саҡырылған. Аҙаҡ ханға өиөр-өиөр йылҡы, көтөү-көтөү мал оҙатыла башлаған.

Башҡорттар түҙмәгән, ханға ҡаршы яуға күтәрелгән. Араларында Сураман исемле батыр егет була. Рул күп кенә ғәскәр йыя ла яһаҡ түләтергә, мал-тыуар алырға тип килгән хан нөгәрҙәрен ҡыйратып ташлай. Ҡалғандары ҡаса. Хан быға ҡаршы ғәскәр ебәрә. Батыр улар менән оҙаҡ яулаша. Ҡатыны ла уның менән бергә һуғыша.

Халыҡ үҙенсә таһылланып ала. Яһаҡ түләтергә, мал йыйырға хан ғәскәрен ебәргәндә, бер тау-урман араһында һағалап тора ла ҡапыл тегеләр өҫтөнә ябырыла. Атыш-үлтереш китә. Мал-тыуарын халыҡ урман-тау төпкөлөнәрәк ҡыуа. Йәйге мәл шулай үтеп китә. Ҡыш, юлдар өҙөлгәс, урман-тауҙарҙы ҡар ҡаплағас, хан ғәскәре төпкөлдәргә инә алмай. Ҡыш һилерәк үтә. Йәйгә сыҡҡас, тағы яу ҡуба.

Шулай бер баҫылып, бер ҡыҙып, ханға ҡаршы яу оҙаҡ йылдар бара. Егет көйө яуға сыҡҡан Сураман батыр бер саҡ олоғая. Ҡаты яуҙарҙың береһендә ул үлеп ҡала. Артабан халыҡты яуға ҡатыны алып китә. Яуҙа ул да бик ҡаты яралана. Үлер алдынан улдарын саҡыртып ала (уларҙың ике улдары була: өлкәне – Аҡман, кесеһе – Тоҡман исемле): «Балаларым, мин дә атайығыҙ артынан китәм инде,– ти ул.– Атайығыҙ яуҙа үлгәндә һеҙ бала ғына инегеҙ. Ул һеҙгә шундай васыят әйтеп ҡалдырҙы. «Дошманға баш эйеп йәшәгәнсе, һуғышып үлгәнең артыҡ»,– тине. һеҙ инде буйға еттегеҙ, егет ҡорона индегеҙ, атайығыҙҙың васыят һүҙен онотмағыҙ, улдарым!»

Хәҙер яуҙы Аҡман менән Тоҡман алып китә. Улар ҙа оҙаҡ яулаша.

Бер саҡ улар, йөҙгә яҡын иң ышаныслы яуҙаштарын эйәртеп, ҡыш үткәреү өсөн Урал төпкөлөнә китәләр. Тик араларында береһе хыянатсы булып сыға. Ул бер төндө ҡасып китә лә быларҙың ҡайҙа ҡышларға төпләнгән урынын хан турәләренә барып әйтә. Быға бүләк бирәләр.

Хан ҙур ғәскәр ебәрә. Батырҙарҙы тауға ҡыҫырыҡлайҙар. Улар хан ғәскәренән ҡаса-боҫа, эҙ яҙҙыра-яҙҙыра бер саҡ Урал аръяғына барып сығалар. Уларҙы был яҡлап та уратҡандар икән.

Ҡар берсә ирей, берсә ҡата торған мәл була. Ҡапыл ҡаты бурандар башлана. Быларҙың ашарына бөтә, йылыныр, ышыҡланыр урын да ҡалмай. Тирә-яҡ – ҡола ялан, күҙ асҡыһыҙ ҡаты буран. Аҡман, Тоҡман унлап юлдашы менән ошо буранда асығып, туңып үләләр. Бер нисә яуҙашы яҡын-дағы бер ауылға барып юлыға. Унда хан ғәскәре ята икән. һуҡғы сиккәсә һуғышып үлә былар. Араларында ике батыр ҡыҙ була. Уларҙы тотоп алып, аяуһыҙ язалап, аяҡ-ҡулдарын ҡырҡып үлтерәләр.

Ошонан һуң оҙаҡ йылдарға һуҙылған яулашыу туҡтала.

Аҡман, Тоҡман унлап батыры менән туңып үлгән был яҙғы буранды халыҡ Аҡман-Тоҡман бураны тип атай башлай. Ул атама ана шул хан замандарынан уҡ ҡалған.

 

Поделись с друзьями: