Айыу менән бал ҡорттары


Читать эту сказку на русском языке

 

Борон-борон заманда, өйрәк үрәтник, һайыҫҡан дисәтник саҡта, булған, ти, бер тайыш табан айыу. Уның ҡойроғо, төлкө ҡойроғо кеүек үк, оҙон да, йөнтәҫ тә булып, өрпәйеп торор булған ти.

Айыу бал яратҡан. Балһыҙ йәшәй ҙә алмаған. Гел генә бал ашауҙы уйлаған да йөрөгән. Бал ҡорттары мыжлап торған ағас ҡыуышын күрҙеме, айыуҙың шатлығы эсенә һыймай башлай икән. Ул, аушаңлап, ағас башына менә лә, умартаны пыр туҙҙырып, бал ашарға тотона икән. Бал ҡорттары айыуҙы һырып алалар ҙа сағырға маташалар, әммә булдыра алмайҙар. Сөнки айыуҙың йөнө оҙон, ә бал ҡорттарының ҡаяуҙары ҡып-ҡыҫҡа. Улар, айыуҙың тәненә яҡынлашырға тырышып, йөн араһына инәләр-инәләр ҙә шунда сырмалып бөтәләр. Ә айыуға шул ғына кәрәк тә. Ул ағастан төшә һала ла ерҙә аунай башлай. Йөн араһында буталып ҡалған бал ҡорттары иҙеләләр ҙә бөтәләр. Улай ҙа булмаһа, һыуға барып бер сумып ала, ти, был, бал ҡорттары шунда сыланып, ҡойолоп төшәләр. Шунан һуң айыу йәнә ағас башына менеп китеп, солоҡтағы бал бөткәнсе, үҙенең эсе күпкәнсе, һыйлана икән, ти.

Бер ваҡыт урманға утын алырға бер кеше килгән икән. Ипләберәк ҡараһа, ағас башында бал ашап ултырған айыуҙы күреп ҡалған. Үҙе бал ашай, ти, айыу, ә йөнтәҫ оҙон ҡойроғо менән бал ҡорттарын ҡыуа икән, ти.

– Әх, һин, тайыш табан, тайыш табан! Ҡорттарҙы ҡырып, әҙер балды ашап йөрөйһөң икән әле! Муйыныңды өҙмәһәмме, бына күр ҙә тор!– тип, теге кеше ағас башына менеп киткән.

Ул айыуға ҡарап балтаһын һелтәгән. Әммә балта айыуҙың муйынына түгел, ә ҡойроғона тап килеп, уны сабып өҙгән. Шулай итеп, тайыш табан айыу оҙон йөнтәҫ ҡойроғо менән бөтөнләйгә хушлашҡан. Айыу ағастан төшкән дә, башын түбән баҫып, урман араһына инеп юғалған.

Шунан бирле айыуҙар сонтоҡ ҡойроҡло булып ҡалғандар, ти.

Теге кеше солоҡто яҡшылап ҡарап, юнәтеп сыҡҡан, кәрәҙҙәрҙе үҙ урынына ҡуйған да ҡайтып киткән.

Бал ҡорттары быны күреп, башта ғәжәпләнгәндәр. Улар инә ҡорттан:

– Ниңә был кеше беҙҙең балыбыҙҙы ашап ботөрөп китмәне икән? – тип һорағандар. Инә ҡорт ни тип яуап ҡайтарырға белмәгән. Шулай ҙа ул бал ҡорттарына:

– Барығыҙ, осоп етегеҙ ҙә ул кешенән беҙҙең балыбыҙҙы ниңә ашамауын һорағыҙ,– тигән, ти.

Бал ҡорттары теге кешене ҡыуып етеп һорағас, ул:

– Әгәр мин балығыҙҙы ашаған булһам, үҙегеҙгә ҡыш ашауға нимә ҡалыр ине? Һеҙ ҙә астан үлер инегеҙ, йәренгә мин дә балһыҙ ҡалыр инем, – тип яуап биргән, ти.

Бал ҡорттары солоҡҡа әйләнеп ҡайтҡандар ҙа инә ҡортҡа теге кешенең һүҙҙәрен әйтеп биргәндәр. Шул саҡта инә ҡорт кәңәшкә бөтә ҡорттарҙы йыйған. Бал ҡорттары, ул кешегә күмәкләп барырға ла, үҙҙәрен айыуҙан һаҡлауын һорарға, тип кәңәш иткәндәр, ти.

Ҡорттар ауылға, теге кеше янына барып:

– Беҙҙе яуыз айыуҙан ҡотҡара күр, үҙ эргәңә ал. Ә беҙ һиңә бының өсөн рәхмәт әйтербеҙ, – тигәндәр, ти.

– Яҡшы! Мин һеҙгә бик һәйбәт итеп умарта эшләрмен. Һеҙ шунда йәшәрһегеҙ, бал йыйырһығыҙ,– тип яуап биргән ти, кеше.

Шул көндән бирле бал ҡорттары кешеләрҙе бал менән һыйлай башлаған, ти.

 

Поделись с друзьями: