Йомарт ҡуян


Бер байрам көндө бер кеше үҙенең бәләкәс кенә улын ҡунаҡ саҡырырға ебәргән. «Фәлән-фәлән ағайыңды, фәлән-фәлән бабайыңды, фәлән-фәлән еҙнәңде саҡыр»,– тип, ҡырҡмаһа-ҡырҡ кеше исемен әйтеп сыҡҡан. Малай тыңлап торған, тик ҡапҡанан сыҡҡас та, ҡунаҡҡа кемдәрҙе саҡырырға кәрәклеген онотоп бөтөргән, ти. Өйгә кире инеп, ҡайтанан һорашырға ҡыйыулығы етмәгән. Шунан малай: «Тотайым да бөтә ауыл кешеләрен саҡырып ҡайтайым, шулар араһында мин саҡырырға тейеш кешеләр ҙә булыр әле», – тигән. Малай, ауылдың һәр урамын ике яҡлап төшөп алған да, ой беренсә йөрөп, бөтә кешене ҡунаҡҡа саҡырған.

Ҡунаҡтар йыйыла башлаған. Аҡрынлап йортҡа бөтә ауыл халҡы килеп тулған, ата менән әсә ҡаушап ҡалғандар:

– Ни эшләргә инде? Был тиклем күп ҡунаҡҡа етерлек һый-хөрмәтте ҡайҙан алмаҡ кәрәк?– тип аптырашҡандар улар.

Ә малай, кемдәрҙе саҡырырға кәрәклеген онотҡанлыҡтан, бөтә ауыл халҡын саҡырып ҡайтыуын ата-әсәһенә һөйләп биргән.

Ҡунаҡтар һый-хөрмәт көтәләр. Хужалар булған аҙыҡты ҡырып-һепереп ашъяулыҡҡа килтереп ултырталар, һый барыбер етмәне, ти.

Атаһы малайына:

– үҙең эште боҙҙоң, хәҙер үҙең рәтлә! – тигән.

Ата-әсәһен шулай оятҡа ҡалдырғаны өсөн малай, күҙ йәштәрен ағыҙа-ағыҙа, өйҙән сыҡҡан да ауыл артына югергән, унан урманға барып ингән. Ағас төбөнә ултырып, йәнә үкһеп илай башлаған.

Шул ваҡыт ул бер ҡуян югереп килгәнен күргән. Малай былтыр ғына ул ҡуянды үҙ өйөндә аҫырап үҫтергән, үҫкәс, уны урманға ебәргән икән. Ҡуян малайҙы әллә ҡайҙан танып, уның эргәһенә килеп ултырған.

Малай ҡуянға үҙенең ҡайғы-хәсрәтен һөйләп биргән. Ҡуян уны яҡшылап тыңлағандан һуң, оҙон ҡолаҡтарын ҡайсылап, артҡы аяҡтарына ултырып, алғы аяҡтары менән малайҙың ҡулынан тотоп:

– Ярар, ҡайғырма, дуҫҡайым. Бар, өйөңә ҡайт, бөтәһе лә булыр, – тигән. Үҙе һикерә-һикерә урманға инеп киткән.

Малай ҡайтыуға әрһеҙ ҡунаҡтар өйҙә булған һый-хөрмәтте ашап-эсеп бөтөргән булғандар. Урындарынан ҡуҙғалмай, тағы берәй нәмә ашатмаҫтармы, тип ултыралар, ти, былар. Ҡайһы берҙәре хужаға ҡарап:

– Һыйың етерлек булмағас, ниңә беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙың? – тип асыуланып та ҡуялар икән.

Бер ҡунаҡ тәҙрәнән ҡараһа, ҡаушап ҡалған, уның, артынса башҡалар ҙа ҡараһалар, ни күҙҙәре менән күрһендәр: урам кейек йәнлектәр менәп тулған, бөтәһе лә был өйгә табан киләләр, һәр береһе үҙе менән нимәлер алып килә икән. Айыуҙар бал тулы солоҡ тәгәрәтәләр; бүреләр һарыҡ түшкәләре күтәргән; боландар мөгөҙҙәренә һөт тултырған силәктәр элгәндәр; ҡуяндар кәрзин-кәрзин сәтләүектәр, төлкөләр тауыҡтар, ҡаҙҙар күтәреп килтерәләр, ти.

Был әлеге ҡуян эше икән. Ул үҙенең урмандағы дуҫтарын малайға ярҙам итергә саҡырған икән. Ҡуян уларға был малай уны нисек ҡарап үҫтереүен, үҫкәс иреккә сығарып ебәреүен һөйләп биргән. Шунан инде улар ана шул байлыҡты малайға илтергә булғандар.

Урман йәнлектәре алып килгән һый-хөрмәттәрҙе ишек алдына ҡуйғандар ҙа, үҙҙәре йәшәгән ергә ҡайтып киткәндәр. Т’әжәпкә ҡалған ҡунаҡтар ауыҙ асып һүҙ ҙә өндәшә алмағандар, ти.

Ата менән әсә шатлыҡтарынан ни эшләргә лә белмәгән. Малай уларҙан да былайыраҡ ҡыуанған.

Хужалар өс көн, өс төн буйы кинәнеп ҡунаҡ һыйлаған. Ҡунаҡтар өйҙәренә таралышҡандан һуң да табында ярты һый тороп ҡалған икән, ти.

Һуңынан халыҡ араһында был хәл тураһында оҙаҡ йылдар буйы һөйләп йөрөгәндәр. Ни өсөн тиһәң, бындағылай ҡунаҡ һыйлау бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла булмаған икән.

 

Читать эту сказку на русском языке 

 

Поделись с друзьями:

 

 

    Охотхозяйство Озерное - база отдыха зимняя рыбалка для любителей . Комфортное размещение.