Һоросай менән Ҡарасай


Бер бабай менән әбей йәшәгән, ти. Бала-сағалары булмаған, икәүҙән-икәү генә ғүмер иткәндәр. Күҙгә күренерлек мал-тыуарҙары ла булмаған, бары ике бесәй генә аҫырағандар: береһе – ҡара бесәй, икенсеһе – һоро бесәй.

Бабай ҙа, әбей ҙә бесәйҙәрҙе бик яратҡан. Ҡара бесәйҙе Ҡарасай тип, һоро бесәйҙе Һоросай тип кенә йөрөткәндәр улар.

Һоросай бик уңған булған. Ул, төн йоҡламай, сысҡан тота, көндөҙ ҙә тик ятмай, бөтә тишек-тошоҡто күҙәтеп тора, әбейҙең бөтә ашамлыҡ нәмәләрен сысҡандарҙан һаҡлай, ти.

Ҡарасай бик ялҡау булған. Бер ҙә сысҡан-маҙар тотоп мәшәҡәтләнмәгән. Төнөн әбейҙең һөтөн эсеп, ҡаймағын ашап ҡуя ла, көндөҙ, түшәккә менеп, мырылдап йоҡлай ҙа ята, ти, был.

Әбей аптырауға ҡалған. Уйынмы ни! Ике бесәй аҫырайҙар, шуға ҡарамаҫтан, һәр көн төндә һөт менән ҡаймаҡ ашап ҡуйылған була. Ни эшләргә кәрәк? Тота ла был ҡартына әйтә:

– Шулай ҙа шулай, төн булдымы, ҡаймаҡ менән һөттө ашап китәләр. Был, ахыры, үҙебеҙҙең бесәйҙәр эшелер,– ти

– Ҡайһыһы эшләне икән был яуызлыҡты? – ти ҡарт.

– Белмәйем шул, – ти әбей, – Ҡарасай былай бик аҡыллы күренә инде: нисә ҡарама түшәктә генә ултыра, Һоросай эше булырға тейеш был.

Былар тағы һынап ҡарарға булалар. Ҡарасай төнөн тағы һөт менән ҡаймаҡҡа зыян килтерә. Өҫтәүенә, аҙыраҡ майҙы ла ауыҙ итеп ҡуя. Һоросай был төндө лә сысҡан артынан йөрөп үткәрә.

Иртәгеһен Ҡарасай түшәккә менеп ята ла мырылдап йоҡлап китә. Һоросай, ғәҙәтенсә, тағы тишек-тошоҡтарҙы һағалап йөрөй.

Бабай әйтә:

– Дөрөҫ, Һоросай эше булырға кәрәк был,– ти.

– Эйе, эйе, – ти әбей, – Ҡарасай бик инсафлы, гел шулай ул.

Шунан бабай менән әбей кәңәш итәләр ҙә, Һоросайҙы урманға алып барып олаҡтырырға булалар. Бер кон бабай уны тоҡҡа һалып алып китә лә ҡараңғы урманда ҡалдырып ҡайта.

Һоросай, яңғыҙы ҡалғас, ҡайҙа барырға белмәй, бер аҙ аптырай йөрөгән, ти. Ул арала ҡараңғы ла төшөп китә, бүреләр ҙә олой, өкөләр ухылдаша башлаған, ти. Һоросай шөрләп тә ҡуя икән. Шул саҡ, югереп килеп, ағас башына менеп, үҙенсә тауыш сығарып, мыяулап ултыра башланы, ти, был.

Урмандағы йәнлектәрҙең бесәй мыяулағанын ишеткәне юҡ икән. Былар бөтөнләй аптырашта ҡалған. Килеп һорарға ҡурҡалар. Ни эшләмәк кәрәк? Йыйылышып алалар ҙа кәңәш итәләр.

Айыу әйтә:

– Тәүҙә беҙ уның кем икәнен беләйек, шуның өсөн арабыҙҙан берәүҙе һайлап ебәрәйек.

Бүре әйтә:

– Ундай эшкә Көлтәғойроҡ төлкө бик шәп була торған. Ул барһын.

Төлкө әйтә:

– Юҡ, мин булдыра алмайым: ауырып торам. Унда бына Шешҡолаҡ барырға тейеш.

Шешҡолаҡ ҡуян, бахыр, ҡурҡыуынан шөрләп үк ебәрҙе, ти. Шулай ҙа ни эшләһен инде, бармай булдыра алмай. Ни өсөн тиһәң, тегеләр быны тотоп ашарға ғына торалар.

Шешҡолаҡ ҡалтырана-ҡалтырана ғына Һоросай ултырған ағас төбөнә килеп өндәште, ти:

– Әйтегеҙсе, һеҙ кем булаһығыҙ?

Һоросай, тегенең ҡурҡҡанын һиҙеп, батырайып китте, ти.

– Минме? Мин бесәй затымын. Исемем бесәй батыр булыр.

– Ни теләйһең, бесәй батыр?

– Минме? Миңә сысҡан кәрәк. Сысҡан килтерегеҙ миңә! Сысҡандарҙы ҡырып бөткәс, унан тағы күҙ күрер!..

Шешҡолаҡ ҡуян ҡайтып, тегеләргә хәбәрҙе һала. Урмандағы барлыҡ йәнлектәрҙе йыйып, бесәй батыр өсөн сысҡан тоторға сығып китәләр. Эй йөрөйҙәр, ти, былар урманды ҡыҙырып, эй йөрөйҙәр, ти, тик береһе лә сысҡан таба алмай, ти. Кисен тағы айыу янына йыйылалар. Ни эшләргә кәңәш итәләр.

Төлкө әйтә: – Бөгөнгә беҙ бына Шешҡолаҡ ҡуянбикәне балалары менән биреп торайыҡ. Ә иртәгә тағы күҙ күрер,– ти. Бүре төлкөгә әйтә:

– Иртәгә сирут һиңә була.

– Юҡ, минең ҡойроҡ бик ҙур бит, иртәгә һин барырһың.

Айыу әйтә:

– Юҡ, йәмәғәт, былай ярамай. Былай барһа, ул беҙҙе берәм-берәм ашап бөтөрөр, беҙ уны саҡырып һыйлап ҡарайыҡ...

Шунан былар бесәй батырҙы саҡырып һыйламаҡ булалар. Һәр ҡайһыһы үҙенсә әҙерләнә: айыу бал килтерә, бүре һарыҡ ите килтерә, Көлтәғойроҡ төлкө тауыҡ ите килтерә, Шешҡолаҡ ҡуян уҫаҡ ҡайрыһы алып килә. Һый әҙерләп бөткәс, Һоросайҙы саҡырырға әлеге Шешҡолаҡ ҡуянды ебәрәләр.

Шешҡолаҡ ҡуян Һоросай янына килеп, ҡурҡа-ҡурҡа ғына өндәшә:

– Мин һеҙҙе, бесәй батыр, ҡунаҡҡа саҡырып килгәйнем.

Һоросай ҙа сер бирмәй: сысҡан таба алмай асыҡҡан булыуына ҡарамаҫтан, ойоп ҡына ултырған була. Шешҡолаҡтың ҡурҡҡанын күргәс, ул тағы батырайып китә.

– Ярар, барһам барырмын,– тигән була был. Үҙе, Шешҡолаҡ ҡуян ҡайтып киткәс тә, тегенең артынан бара.

Һоросайҙың килергә риза булғанын ишеткәс, тегеләр тағы ҡурҡып китәләр. Кем ҡаршы алырға тейеш? Кәңәш итәләр. Төлкө әйтә:

– Шешҡолаҡ ҡуянбикә уны белә инде, ул ҡаршы алһын. Бүре әйтә:

– Дөрөҫ, бик дөрөҫ, Шешҡолаҡ ҡуянбикә ҡаршы алһын. Айыу әйтә:

– Һеҙ риза булғас, мин дә ҡаршы түгел. Улайһа, һин, Шешҡолаҡ, ҡәҙерле ҡунағыбыҙҙы ҡаршы ал. Ә беҙ өйҙә көтөп торорбоҙ.

Шунан айыу үҙе ағас башына менеп китә. Бүре шул ағас төбөндәге ялғаш аҫтына кереп ята. Көлтәғойроҡ төлкө сытыр аҫтына инеп китә. Шешҡолаҡ ҡуянбикә генә тороп ҡала. Тегеләр киткәс, был да ҡурҡышынан үлә яҙып, бер түңгәк артына йәшеренә.

Бына бер саҡ, эре генә атлап, Һоросай килә. Килә был, бер-ике атлай ҙа мыраулап ҡуйған була. Үҙе тирә-яҡҡа ҡарап ала. Килеп етә лә әйтә:

– Мырам, мырамм! Бөтәгеҙҙе лә ҡырам! Ҡайҙа бында хужалар?

Яуап юҡ. Ни өсөн тиһәң, тегеләр барыһы ла шөрләп боҫоп бөтәләр, Һоросай эште һиҙеп ала ла тағы нығыраҡ итеп мыраулай башлай:

– Мырам, мырамм! Бөтәгеҙҙе лә ҡырам! Үҙе шул саҡ килеп, тегелөр әҙерләгән һыйҙы тәмләп ҡарай. Ҡараһа – бал да һарыҡ ите, тауыҡ ите лә уҫаҡ ҡайрыһы... Был тағы мыраулап ҡысҡыра:

– Ни эшләп миңә сысҡан әҙерләмәнегеҙ? Мырам, мырам, барығыҙҙы ла ҡырам!

Тегеләр уның һайын ҡурҡышалар. «Инде ни хәл итәйек?»– тип ятҡанда ғына, Һоросай түңгәк артында бер нәмә һелкенгәнен күреп ҡала. Ул быны сысҡан тип уйлай. Әлегесә мыраулап, тегеңә табан бара башлай.

– Әһә, эләктеңме?!– ти Һоросай.– Мин һине күпме ваҡыт эҙләп йөрөйөм!

Быны ишеткәс, түңгәк артындағы Шешҡолаҡ ҡуян бөтөнләй һуштан яҙа. Һоросай инде килеп эләктерҙем тигәндә генә, көс-хәл менән атылып, сытыр өҫтөнә менеп китә. Һоросай аптырай, ҡараһа: сытыр аҫтында ла бер нәмә һелкенеп ята. Был тағы мыраулай башлай:

– Әһә, ҡаптыңмы?– ти был.– Юҡ, минән ҡасып ҡотола алмаҫһың!

Һоросай килеп, Көлтәғойроҡ төлкөнөң сытыр аҫтынан күренеп ятҡан ҡойроғон эләктереп ала. Шунан Көлтәғойроҡ төлкө, ҡурҡышынан сытыр аҫтынан сығып, йән-фарманға сабып, урман эсенә инеп юғала. Был хәлгә Һоросай, үҙе лә бик ҡурҡып, тиҙ генә яҡындағы ағас башына менеп китә.

Теге айыу шул ағастың башында ултыра икән. Ҡапыл Һоросайҙың менеп килеүен күргәс, был, ҡурҡып, ултырған еренән йығылып төшә. Шул ағастың төбөндәге ялғашҡа килеп төшә. Ә ялғаш аҫтында бүре ята. Ул да ҡурҡып китә. «Был Һоросай тигәне тегеләрҙе ашап бөткән икән дә миңә тотонорға булған икән», – тип уйлай. Тиҙ генә ялғаш аҫтынан сығып ҡаса.

Шулай итеп, тегеләр бөтәһе лә ҡурҡып, ҡасып бөтәләр, Һоросай бер үҙе тороп ҡала.

Ҡалыуында ни файҙа бар инде, әҙерләнгән һый ашарлыҡ булмағас! Һоросай ҡарап тора-тора ла ағас башына менеп ултыра.

Кискә табан был йәнлектәр тағы шул ергә йыйылышалар.

Шешҡолаҡ әйтә:

–Ҡолағымдан тотоп сытыр өҫтөнә ташланы, кем, йәнем ус төбөндә генә ҡалды, ти. Көлтәғойроҡ төлкө:

– Ә минең ҡойроғомдан тотоп алып ырғытты, үләм икән тип торам, – ти.

Айыу:

– Мин менгән ағасты килеп һелкетә башланы, кем, тәгәрәп төштөм дә киттем,– ти.

Бүре:

–Ялғаш аҫтында ятам, эй, теге бер ваҡыт килеп баҫты, көскә сығып ҡотолдом!– ти.

Ярай, былар шулай һөйләшә торһон, Һоросай ағас башында ҡайғырып ултыра торһон, бөҙ киләйек ауылға, инәйек әбей менән бабайға.

Бабай Һоросайҙы урманда ҡалдырып ҡайта ла:

– Инде тынысландыҡ, зыян итеүсе булмаҫ,– ти. Әбей ҙә бик һөйөнә:

– Шулай ғына булһын инде, – ти.

Бер кис ҡуналар былар, ике кис ҡуналар. Ҡараһалар – әбейҙең һаман һөтөн дә эсәләр, ҡаймағын да ашайҙар. Етмәһә тағы, тотоусы булмағас, сысҡандар ҙа күбәйеп китә. Бының Ҡарасай эше икәнен инде хәҙер былар төшөнәләр. Бахыр Һоросайҙы йәлләп алалар.

Инде ни аҡыл итергә? Хәҙер бабай Ҡарасайҙы тоҡҡа һалып, әлеге урманға алып китә.

Урманға килә был, бер аҙ ҡарап йөрөй ҙә бер ерҙә туҡтап, тоғоноң ауыҙын сисә башлай. Сисеп тә өлгөрмәй, әлеге Ҡарасай тырнаша ла башлай.

– Әһә, һин әле шулай уҫаллашырға уйлайһыңмы, яуыз?– ти бабай.– Улай булһа, мин һине тоҡтан сығармайым.

Шул көйө тоҡтоң ауыҙын ҡабат бәйләй ҙә ҡарағайға аҫып ҡуя, үҙе ҡайтып китә.

Ҡайта-ҡайта, был бер илаған тауыш ишетеп ҡала. Абайлабыраҡ ҡараһа – тауыш бесәй балаһыныҡына оҡшаған, үҙе яҡында гына һымаҡ. Бабай шул яҡҡа китә. Китә-китә, бер ҡарама төбөнә килеп сыға. Ҡараһа – ҡарама башында әлеге Һоросай ултыра. Ҡарт тегене күтәреп ала ла, бик ҡәҙерләп ҡуйынына тығып, өйөнә алып ҡайтып китә.

Ҡарағай ботағына аҫып ҡуйған Ҡарасай тоҡ эсендә бер аҙ ята ла сығырға тырышып сәбәләнә башлай. Сығырға әмәл таба алмағас, был ҡаты итеп мырылдап ала, улай ҙа булмағас, яман итеп ҡысҡырырға тотона.

Урмандағы йәнлектәр тағы ҡурҡышып китәләр. Йыйылып, тағы кәңәш итәләр.

Айыу әйтә:

– Булмаһа, бүре дуҫ, берәйегеҙ барып килегеҙ әле. Тағы нимә һорай икән?

Бүре әйтә:

– Бик дөрөҫ әйтәһең, айыу ағай, барып килергә кәрәк. Был юлы бына Көлтәғойроҡ төлкө барһа, һәйбәт булыр.

Төлкө әйтә:

– Эйе, эйе, мин дә ҡушылам. Икегеҙ ҙә бик дөрөҫ әйтәһегеҙ, барырға кәрәк, барырға кәрәк. Инде Шешҡолаҡ ҡуянбикә – бер өйрәнгән йәнлек, ул барһа, һәйбәтерәк булыр.

Айыу әйтә:

– Бик дөрөҫ әйтәһегеҙ. Һин, Шешҡолаҡ, бар, тағы барып ҡарап кил әле. Нимә эшләй икән ул бесәй тигәндәре, тағы нимә һорай икән, белеп кил.

Шунан Шешҡолаҡ ҡуян, ҡурҡышынан илай-илай тағы китә. Түңгәктән түңгәккә, түмәрҙән түмәргә ышыҡлана-ышыҡлана ғына, Ҡарасай аҫылынып торған ҡарағай төбөнә килә. Килһә, ни күҙе менән күрһен: ҙур ҡарағай, ҡарағай башында ҙур ботаҡ, ботаҡҡа бер тоҡ эленгән, тоҡ эсендә әлеге бесәй ҡысҡыра. Шешҡолаҡ башта аптырап ҡала, шунан, эштең ниҙә икәнен төшөнөп алғас, шатлығынан һикерә-һикерә, тегәләр янына ҡайтып китә. Ҡайта ла әйтә:

– Ҡурҡмағыҙ, иптәштәр, теге яуыз бесәйҙе берәү килеп, тоҡҡа һалып, бикләп киткән!

Айыу ҙа, бүре лә, Көлтәғойроҡ төлкө лә был хәбәргә бик һөйәнәләр. Шешҡолаҡ ҡуян артынан эйәреп, әлеге ҡарағай янына киләләр.

Былар килгәс, тоҡ эсендәге Ҡарасай оторо ҡысҡырып ебәрә. Күпме ҡысҡырһаң да, тоҡ эсендә ятып ни эш ҡыраһың инде! Был да шул, хәле бөтөп, тына...

Тегенең тоҡ эсендә икәнен күреп ышанғас, айыу әйтә:

– Туҡтағыҙ әле, булмаһа, мин ҡарағай башына менәйем. Менәйем дә был яуызды алып төшәйем.

Айыу шатырҙап ҡарағай башына менеп китә. Теге тоҡ эленгән ботаҡҡа етә. Шул ботаҡ буйлап тоҡҡа табан килә башлай был. Килә ята, килә ята, инде килеп тоттом тигәндә генә, ботаҡ һынып китә лә айыу дөрҫөлдәп барып тешә бер яҡҡа, тоҡ эсендәге бесәй – икенсе яҡҡа.

Бүре лә, Көлтәғойроҡ төлкө лә, Шешҡолаҡ ҡуян да ҡурҡып урман эсенә ташлана. Айыу асыуланып ҡысҡыра, ти:

– Ә һин шулай тоҡ менән башҡа һуғаһың икән әле,– тип әйтә, ти,– үҙең тоҡ эсендә ятҡаныңды белмәйһең! Яуыз!

Шунан айыу, асыуланып, тоҡ янына килеп, Ҡарасайҙы туҡмай башлай, ти. Эй туҡмай, ти был, эй туҡмай, ти, Ҡарасай уның һайын аҡыра, ти. Тауышҡа тегеләр ҙә килеп еттеләр ти. Ҡыҙып алып, улар ҙа Ҡарасайҙы туҡмарға керешеп киттеләр, ти. Бүре килеп тоҡто сәйнәп-сәйнәп ҡуя, ти. Көлтәғойроҡ төлкө килеп тырнап-тырнап ала, ти. Хатта инде Шешҡолаҡ ҡуян да килеп тоҡто типкеләп китә, ти.

Былар шулай туҡмай торғас, тоҡ эсендәге Ҡарасай тына. Тоҡто сисеп ебәрһәләр, эсенән үлгән ҡара бесәй килеп сыға. Былар аптырап ҡалалар.

Шешҡолаҡ ҡуян әйтә:

– Үлеүен үлгән дә инде, ул хәтле туҡмағас, үлмәй сыҙамаҫ. Тик бына ни эшләп һоро бесәй ҡараға әйләнде икән һуң?

Айыу әйтә:

– Мин бик ҡаты туҡманым шул. Минең ҡул тейгән ер ҡара янып китә ул.

Бүре әйтә:

– Юҡ, мин бик ҡаты сәйнәнем, мин сәйнәгән ергә ҡап-ҡара ҡан һауа ла ҡуя торған.

Көлтәғойроҡ төлкө әйтә:

– Юҡ, мин бик ҡаты тырнаным уны. Мин тырнаған ер ҡараймай ҡалмай.

Шешҡолаҡ ҡуян әйтә:

– Мин һуң, мин типкеләп ташланым бит уны. Бынау табан менән типкеләүгә ни сыҙамаҡ кәрәк, ҡарайыу түгел, ағарырһың да!

Шулай итеп, урмандағы йәнлектәр бесәй тигән ят йәнлектән ҡотолалар. Шунан урман тынып ҡалған, ти.

Ә Һоросай, өйгә ҡайтып, бабай менән әбейгә бик оҙаҡ хеҙмәт иткән, ти.

 

Читать эту сказку на русском языке 

 

Поделись с друзьями: