Алтын ашыҡ


Борон булған, ти, бер бабай менән бер әбей. Ҡарт көндәрендә булған, ти, уларҙың бер улдары. Атаһы уға алтын ашыҡ биргән, ти. Малай гел генә шул ашығы менән уйнай торған булған. Уйында бер кемде лә өҫтөн сығармаған.

 

Бер ваҡыт малайҙың атаһы үҙtнең мал-тыуарын күлгә һуғарырға алып барған. Ә малдары һыуға яҡын да килмәйҙәр икән бының, ҡойроҡтарын сәнсеп, тыпырсына баҫып тик торалар, ти. Бабай ҡараһа, бер әбей күл ситендәге бер һарыҡты муйынынан тотоп, һыуға алып инеп китеп бара, ти. Был убырлы ҡарсыҡ икән. Бабай был ҡарсыҡҡа:

– Ебәр минең һарығымды!– тип ҡысҡырған.

– Үҙендәге берҙән-бер нәмәне миңә бирһәң, һарығыңды ебәрәм,– тигән ҡарсыҡ.

– Бер көтөү һарыҡ бирәм, тик ошо һарығымды ғына ебәр! – тип инәлгән бабай.

Убырлы ҡарсыҡ һарыҡты ебәрмәгән. Бабай үҙендәге берҙән-бер нәмәне бирергә риза булған. Ҡарсыҡ шунан һуң ғына һарыҡты ҡулынан ысҡындырған, ти.

Убырлы ҡарсыҡ килеп, үҙе теләгән берҙән-бер нәмәне алып китмәҫ борон бабай, йәйләүҙе ташлап, йәһәт кенә икенсе ергә күсенеп киткән. Киткәндә, улының алтын ашығын көлгә күмеп ҡалдырған, ти.

Икенсе йәйләүгә килеп еткәс, улы:

– Атай, минең алтын ашығым ҡайҙа? – тип һорай икән. Атаһы:

– Әсәңдән һора,– тигән.

Әсәһе алтын ашыҡтың иҫке йәйләүҙә көлгә күмелеп ҡалдырылыуын әйткән. Малай, алтын ашыҡты барып алмаҡ булып, атаһынан ат һораған. Атаһы: «Аттар араһына бар ҙа югәнеңде шалтырат, ҡайһыһы боролоп ҡараһа, шуға атланып китерһең»,– тигән. Малай барып, югәнен шалтыратһа, насар ғына бер ат боролоп ҡараған. Атланып, теҙгенен ҡаҡһа, был бик яҡшы атҡа әйләнгән. Малай сабып китеп тә барған.

Барһа, бер әбей уның алтын ашығы менән уйнап ята, ти. Малай:

– Әбей, бир әле бында минең алтын ашыҡты! – тигән.

Убырлы ҡарсыҡ:

Балаҡайым, билем бик ауырта шул, үҙең төшөп кенә ал инде,– тигән була икән.

Шул ваҡыт ат ҡарсыҡтың ҡулынан алтын ашыҡты ауыҙы менән тартып ала ла сабып китеп тә бара.Убырлы ҡарсыҡ ергә лас иттереп бер төкөрһә – эт була бер ҡаҡырһа – килеһап була. Эткә атланып, ҡулына киле-һабын тотоп, малайҙы баҫтыра киткән. Бара торгас, убырлы ҡарсыҡтың эте ҙур бер ҡола атҡа әйләнә. Былар малайҙың артынан ҡалмайҙар, әммә ҡыуып өтә алмайҙар. Убырлы ҡарсыҡтың аты малайҙың атына:

– Ҡола ҡустым, көтһәңсе, аяҡтарым бик талды! – тип кешнәй икән.

Малайҙың аты:

– Ҡола ағайым, аяҡтарың талды тип, көтөп торор хәлем юҡ!– тип яуап бирә икән.

Убырлы ҡарсыҡ эй ҡыуған, эй ҡыуған, килен етә алмаған. Шунан ул асыуынан атланып килгән атын тотоп ашаған, ти. Бара торғас, алтын ашыҡлы малайҙың да аты туҡтаған.

– Хәлдән тайҙым, бара алмайым, һин анау ағасҡа менеп ултыр инде! – тигән дә үҙе һыуға сумған.

Бына убырлы ҡарсыҡ малай менгән ағас төбөнә килеп етә. Бер төкөрә – ҡайраҡ була, бер ҡаҡыра – балта була. Алтын ашыҡлы малай ултырған ағасты йырлай-йырлай ҡырҡырға тотона. Яртыһын ҡырҡҡас, янына бер төлкө килеп:

– Эй, әбей, бир балтаңды, үҙем ҡырҡып бирәйем!– ти.

Убырлы ҡарсыҡ төлкөгә балтаһын бирә лә үҙе ятып йоҡлай. Ул йоҡлаған арала төлкө балта менән ҡайраҡты һыуға ырғыта ла ағастың ҡырҡылған урынын ялап ҡуя, ағас, элеккесә, төп-төҙөк булып китә.

Убырлы ҡарсыҡ, йоҡоһонан тороп, ағастың төбөн ҡараһа: «Был ни хәл?» – тип иҫе китә. Тағы бер төкөрә – ҡайраҡ була, йәнә бер ҡаҡыра – балта була. Ағасты ҡырҡырға тотона. Яртыһын ҡырҡҡас, тағы бер төлкө килеп:

– Эй, әбей, бир балтаңды, үҙем ҡырҡып бирәйем! – ти. Убырлы ҡарсыҡ:

– Юҡ инде, хәҙер балтамды бирмәйем: әле генә бер төлкө мине алдап ҡасты! – ти.

– Мин алдамайым,– ти төлкө.– Теге төлкө ниндәй ине? Ҡыҙыл түгел инеме? – тип һорашҡан була.

Убырлы ҡарсыҡ төлкөгә балтаһын бирә лә үҙе ятып йоҡлай. Ул йоҡлаған арала төлкө балта менән ҡайраҡты һыуға ырғыта ла ағастың ҡырҡылған урынын ялап ҡуя, ағас, элеккесә, төп-төҙөк булын китә.

Убырлы ҡарсыҡ, урынынан тороп, ағастың төбөн ҡараһа: «Был ни хәл?» – тип иҫе китә. Тағы бер төкөрә – ҡайраҡ була, йәнә бер ҡаҡыра – балта була. Ағасты ҡырҡырға тотона. Яртыһын ҡырҡҡас, тағы бер төлкө килеп:

– Эй, әбей, бир балтаңды, үҙем ҡырҡып бирәйем!– ти. Убырлы ҡарсыҡ:

– Юҡ инде, хәҙер балтамды бирмәйем! Икәүегеҙ алдап киткәне етмәгән, хәҙер өсөнсөгөҙ килгән икән! – ти.– Ул төлкөләр ниндәй ине һуң?— тип һорашҡан була төлкө.

– Береһе ҡара, береһе ҡыҙыл ине,– ти убырлы ҡарсыҡ. – Ә мин бөтөнләй икенсе төҫлө ләбаһа – ҡара ла түгел, ҡыҙыл да түгел, ә аҡмын. Минең тышым да аҡ, эсем дә аҡ, те геләр һымаҡ яуызлыҡ уйлап йөрөмәйем!– ти төлкө.

Убырлы ҡарсыҡ төлкөгә балтаһын бирә лә үҙе ятып йоҡлай. Ул йоҡлаған арала төлкө балта менән ҡайраҡты һыуға ырғыта, ағастың ҡырҡылган урынын ялап ҡуя, ағас, элеккесә, төп-төҙөк булып китә.

Убырлы ҡарсыҡ урынынан тороп, ағастың төбөн ҡараһа: «Был ни хәл?»– тип иҫе китә. .Асыуланып, бер төкөрә – ҡайраҡ була, бер ҡаҡыра – балта була. Ағасты ҡырҡырға тотона.

Был ағастың башында ултырған алтын ашыҡлы малай янына бер ҡарға осоп килә лә:

– Аҡҡолаҡ менән Һаҡҡолаҡ Һиңә сәләм әйттеләр!– ти.

Алтын ашыҡлы малай ҡарғаға:

– Аҡҡоллағым менән Һаҡҡолағым хәҙер үк бында килһен дәр, барып әйт шуны! ти. Ҡарға:

Юҡ, барып әйтмәйем, убыр үлтерһен әйҙә үҙеңде: миңә бер ҡалаҡ булһа ла ҡаның ҡалыр!– ти.

Ҡарға китеүгә бер турғай килеп ҡуна. Ул да:

– Аҡҡолаҡ менән Һаҡҡолаҡ һиңә сәләм әйттеләр!– ти. Алтын ашыҡлы малай турғайға:

– Аҡҡолағым менән Һаҡҡолағым хәҙер үк бында килһендәр. Барып әйтсе шуны!– ти.

– Күрһәм, әйтермен!– ти ҙә турғай пыр-р итеп осоп китә.

Убырлы ҡарсыҡ алтын ашыҡлы малайҙың Аҡҡолаҡ менән Һаҡҡолаҡ исемле эттәренең ҡолағына ҡурғаш ҡойоп киткән икән. Турғай ана шул ҡурғашты суҡып алған.

Бер ваҡыт юлда саң күтәрелеп китә. Убырлы ҡарсыҡ быны күреп, ағас башындағы малайҙан:

– Эй, улым, юлда ниндәй саң ул?– тип һорай. – Һиңә шатлыҡ, миңә ҡайғы килә. Ана шуларҙан күтәрелгән саң ул!– тигән була малай.

Йән фарман сабып, саң туҙҙырып килгән Аҡҡолаҡ менән Һаҡҡолаҡ ағас төбөнә килеп туҡтайҙар. Убырлы ҡарсыҡ бал таһын һыуға ташлай, уның артынан үҙе лә сума. Аҡҡолаҡ ме нән Һаҡҡолаҡ малайға: «Беҙ убырҙы үлтерһәк, һыу өҫтөнә ҡара ҡан сығыр, убыр беҙҙе үлтерһә – ҡыҙыл ҡан сығыр»,–тип һыуға сумалар.

Бер аҙ ҡарап торғандан Һуң, һыу өҫгөнә ҡыҙыл ҡан сыҡ ҡанын күреп, малай илап ебәрҙе, ти. Тағы әҙерәктән ҡара ҡан сыҡҡас, малай шатлығынан көлөп ебәрҙе, ти.

Аҡҡолаҡ менән һаҡҡолаҡ, убырлы ҡарсыҡты үлтереп, һыуҙан сығалар. Убыр береһенең ҡолағын өҙөп алған икән – ҡыҙыл ҡан сығыу шунан булған. Эттәр артынса һыуҙан алтын ашыҡлы малайҙың аты ла килеп сыҡҡан. Малай уға атланған да ата-әсәһе янына ҡайтып киткән, ти.

 

Поделись с друзьями: