Алтынҡойроҡ-Көмөшъял


Борон-борон заманда бер бабай менән бер әбей йәшәгән, ти. Уларҙың өс балалары булып, икеһе ҡыҙ, береһе малай булған, ти. Улар бик бөлгөнлөк менән көн иткәндәр, ти.

Бер ваҡыт бабай менән әбей ауырып үлеп киткәндәр. Үкһеҙ етем булып ҡалғап өс бала үҙҙәре генә көн итә башлаған. Ун ике йәшлек кенә Ҡыҙрас үҙҙәренең ауылдарындағы бер байға ялсы булып кергән, ти.

Был байҙың бер ишәге бар икән. Бай Ҡыҙрасҡа ошо ишәкте йөҙҙөрөп, ерҙә аунатмайынса алып ҡайтырга ҡушҡан.

– Ишәкте аунатмайынса алып ҡайта алһаң, ике йөҙ һум аҡса бирәм, – тигән бай.

Ҡыҙрас ишәкте нуҡталаған да, етәкләп, һыу буйына алып төшкән. Уны яҡшы итеп йөҙҙөргән, йыуған. Ҡайтырға сығыу менән, ишәк сәбәләнә башлаған. «Аунарға маташыуылыр инде бының»,– тип, Ҡыҙрас энә менән ишәктең ҡойроҡ төбөнә ике тапҡыр сәнсеп алған. Ишәк аунауын онотоп, үрле-ҡырлы һикергән дә, сабып ҡайтып киткән.

Бай ишәктең ауламайынса ҡайтҡанын күргәс. Ҡыҙрасҡа вәғәҙә иткән ике йөҙ һум аҡсаны биргән дә ҡыуып сығарып ебәргән.

Ҡыҙрас ике йөҙ һум аҡсаны апайҙарына алын ҡайтып биргән, ә үҙе йәнә эш эҙләп сығып киткән, ти. Бара торғас, ул бер урманға барып еткән. Ҡояш байый, ҡараңғы төшкән. Ҡыҙрас урманда бер үҙе генә йөрөгән-йөрөгөн дә, ҡайҙа барырға ла белмәгәс, бер кәбән аҫтына инеп, йылынып йоҡлап киткән. Таң алдынан ғына өшөп уянған. Кәбән аҫтынан сыҡһа, кәбәнде бүреләр һырып алғанын күргән. Малай ҡаушап ҡалмаған, кеҫәһенән шырпы алын, кәбән эргәһендә өйөлөп ятҡан сыбыҡ-сабыҡҡа ут төртөп ебәргән. Бүреләр уттан ҡурҡып ҡасҡандар, ә Ҡыҙрас үҙ юлы менән киткән.

Бик оҙаҡ барғандан һуң, ул бер ауылға барып өткән. Унда, айына биш һумға риза булып, бер байҙың йылҡыһын котә башлаған. Был байҙың ҡырҡ баш йылҡыһы булған. Шуларҙың утыҙ дүрте бейә, алтыһы айғыр икән. Бай, утыҙ дүрт бейәнең береһен күрһәтеп, Ҡыҙрасҡа:

– Бына ошо Йондоҙҡашҡа бейәм йыл да ҡасып ҡолонлай. Уның йәнә ҡолонлар ваҡыты етә. Әгөр шуны һаҡлап, ҡолонлатып, ҡолонон миңә алып ҡайтып күрһәтһәң, ҙур рәхмәттәр уҡып, ҡолонон үҙеңә бирер инем, – тигән.

Ҡыҙрас йылҡыларҙы көтөргә алып киткән. Йондоҙҡашҡаны бер көн һаҡлай, ике көн һаҡлай, өс көн һаҡлай, – бейә һаман ҡолонламай.

Дүртенсе көнгә сыҡҡас, өс көн буйына керпек тә ҡаҡмаған Ҡыҙрас йоҡлап китә. Ул тәмле төш күреп ятҡанда, Йондоҙҡашҡа Арал диңгеҙе яғына ҡарай сабын сыға ла китә. Айғырҙар бейәне ебәрмәҫкә итеп ҡараһалар ҙа булдыра алмайҙар.

Тауышҡа Ҡыҙрас уянып китә. Йондоҙҡашҡаның юҡлығын белә лә, йәһәт кенә иң югерек айғырға менеп алып, бейәне эҙләргә сығып китә. Уны тик төп ауғас ҡына табып алып ҡайта.

Бейә һаман ҡолонламай ҙа ҡолонламай, ти. Тағы өс көн һаҡлағандан һуң, дүртенсе көндө Ҡыҙрас йәнә йоҡлап китә. Шуны ғына көтөп торған Йондоҙҡашҡа тағы юҡ була. Айғырҙар Йондоҙҡашҡаны юҡһынып кешнәшә башлайҙар, ә Ҡыҙрас уянмай ҙа уянмай. Айғырҙар уның ҡолаҡ төбөнә килеп көйшәгәс кенә уяна. Шул ерҙә малай, Йондоҙҡашҡаның юҡлығын белеп, йәһәт кенә иң яҡшы өйөр айғырына атланып ала ла Йондоҙҡашҡаны эҙләргә сығып китә. Бара, бара – бер нәмә лә күренмәй. Шулай сабып бара торғас, юл буйлап турғай ҡәҙәре генә бер нәмәнең елеп китеп барғаны күренә. Егет, ошо, могайын, минең бейәлер тип уйлап, атын тағы ла нығыраҡ бөйөрләп саба башлай. Арал диңгеҙе буйына етер алдынан гына Йондоҙҡашҡаға яҡынлаша. Йәнтәстем барып, Ҡыҙрастың бейәне ҡыуып етеүе була, бейәнең диңгеҙгә атылып төшөүе була. Ни булһа ла булыр, ти ҙә Ҡыҙрас бейә артынан һыуға һикерә.

Диңгеҙ эсендә Йондоҙҡашҡа ҡолонлай. Малай ҡолондо эләктереп ала ла яр ситенә алып сыға. Был иҫ киткес матур ҡолон – алтын ҡойроҡло, көмөш яллы айғыр була.

Ҡыҙрас шатланып, алтын ҡойроҡло, көмөш яллы ҡолондо ауылға, бай янына алып ҡайта. Ауылға килеп ингәс, бөтә халыҡ урамға сығып, был ғәжәп ҡолондо таң ҡалып, һоҡланып ҡарап ҡала.

Бай шатлығынан ни эшләргә лә бөлмәй. Тирә-яҡ ауылдарҙан алтын ҡойроҡло, көмөш яллы ҡолондо күрергә кешеләр ағыла. Бай, күҙ тейҙерерҙәр тпп, ҡолондо берәүгә лә күрһәтмәй.

Алтынҡойроҡ-Көмөшьял өс йәшкә етеп, күреп туймаҫлыҡ матур ҡонан була. Ҡыҙрас уны бик яратып ҡарай. Ҡонан үҙе дә Ҡыҙрасҡа бик эйәләшеп китә.

Бер ваҡыт байҙың ҡатыны ауырып китә. Бай атаҡлы бер күрәҙәне саҡырта. Күрәҙә ауырыуҙы ҡарай ҙа байға:

– Бисәңдең хәле мөшкөл, алтын ҡойроҡло, көмөш яллы ҡонаныңды һуйып, һул ҡабырғаһын ашатһаң ғына, ҡатының һауығасаҡ, – ти.

Быға бай бик ҡайғыра. Ҡатынының бөтөнләй телдән ҡалып барғанын күргәс, Алтынҡойроҡ-Көмөшьялды һуйып, һул ҡабырғаһын ашатырға риза була.

Был һүҙҙәрҙе тыңлап торған Ҡыҙрас Алтынҡойроҡ-Көмөшьял янына сыға ла:

– Эй һылыу малҡайым, харап булаһың ннде: сихырсы ҡарсыҡ һине һуйып, һул ҡабырғаңды байҙың ҡатынына ашатырға ҡушты. Бай шуға риза булып, һине бөгөн үк, йоманан сыҡҡас та, һуйырға һүҙ бирҙе. – ти.

Алтынҡойроҡ-Көмешьял телгә килә:

– Мин инәм һөтөн имеп үҫмәнем. Мине ҡарап үҫтереүсе һин булдың. Тєинең яҡшылыгыңа ҡаршы мин дә яҡшылыҡ күрһәтергә тейешмен, һин мине һуйҙырмай алып ҡала алаһың. Шарты шулай: мин бер кешнәрмен – бөтә ауыл һелкенер, ике кешнәрмен – бәләкәй өйҙәр емерелер, өс кешнәрмен – муллалар ҡурҡышып мәсеттән таралырҙар. Мине һуйырға алып сыҡҡас, һин хужанан: «Мин уны ҡарап үҫтерҙем, бер генә тапҡыр ҙа атланып йөрөй алманым, бер генә әйләнеп килергә рөхсәт итсе, – тип үтенерһең. Хужаң рөхсәт итер. Шунан һин миңә атланырһың да, бер һуғырһың – тиремә үтер, ике һуғырһың – елегемә үтер, өс һуғырһың – бөтә тәнемә үтер, шунан инде мин үҙем ҡайҙа китергә белермен, – тигән.

Байҙар мәсеткә йыйылып, йома намаҙын уҡырға ғына башлағанда, Алтынҡойроҡ-Көмөшьял бер кешнәп ебәрә – бөтә ауыл һелкенә, ике кешнәй – бәләкәйерәк өйҙәр емерелә, өс кешнәй – ҡурҡышҡан кешеләр мәсеттән уҡына-уҡына сығып, төрлөһө төрлө яҡҡа тарала. Ҡурҡыуынан ҡобараһы осҡан бай ҙа югерә-атлай өйөнә ҡайта. Йәһәт кенә бысаҡ үткерләп, айғырҙы һуйырға дүрт-биш кеше алып килә.

Алтынҡойроҡ-Көмөшьялды кәртәнең алдына сығаралар.

Шул ваҡыт байға Ҡыҙрас:

– Мин был айғырҙы төндәремде йоҡламайынса ҡарап үҫтерҙем, тик бер генә лә атланып йөрөй алманым. Шуға атланып, бер генә әйләнеп киләйемсе, зинһар, рөхсәт ит! – ти.

Бай рөхсәт итә. Ҡыҙрас Алтынҡойроҡ-Көмөшьялға атланып ала ла тал сыбыҡ менән шыйылдатып бер һуға – айғыр үрле-ҡырлы һикерә. Бай, йорттан сығып китмәгәйе тип, ҡапҡаларҙы ябып ҡуя. Ҡыҙрас икенсе ҡат һуға – айғыр ихатаны әйләнеп сабып сыға. Өсөнсө ҡат һуғыуы була – айғыр ҡойма аша һикереп сыға ла күҙҙән юғала. Бай айғырҙы һуйырға килгән кешеләре менән бөргә ауыҙын асып тора ла ҡала.

Ҡыҙрас Алтынҡойроҡ-Көмөшьял менән бер урман янына килеп еткәс айғырҙан төшә. Шул ваҡыт айғыр уға:

– Тєин минең ҡойроҡтан өс бөртөк ҡылымды ал да үҙемде ебәр. Кәрәк булған сағымда шул ҡылдарҙы һыҙғыртһаң, мин килеп етермен, – ти.

Ҡыҙрас айғырҙың ҡойроғонан өс бөртөк алтын ҡылын ала ла үҙен ебәрә.

Ҡыҙрас ил ҡыҙырып йөрөй торғас, бер ҡалаға барып сыға. Ул ҡала ситендәге бәләкәс кенә бер өйгә инә. Унда бер ҡарсыҡтан башҡа бер кем булмай. Юлсы егет был әбейҙән:

– Ҡартың ҡайҙа? – тип һорай. Әбей уға:

– Батша ҡыҙҙарына алма биреп йөрөй, оҙаҡламай ҡайтып етер инде, – тип яуап бирә.

Бер саҡ бабай ҡайтып керә. Ҡыҙрас менән иҫәнләшә, уның кем булыуын һорашып белә. Оҙаҡ һөйләшеп ултырғандан һуң Ҡыҙрас:

– Бабай, һин ҡарт кеше, арый торғанһыңдыр. Батша ҡыҙҙарына алма бирергә иртәгә мин барайым, – ти.

Бабай риза була. Икенсе көндө иртә менән Ҡыҙрас батша һарайына китә. Бер аҙ торғандан һуң, батша ҡыҙҙары баҡсаға сығалар. Ҡыҙрас ҡыҙҙарҙың өлкәнерәгенә серек алма бирә, уртансыһына яртыһы серек, яртыһы таҙа алма, иң кесеһенә ҡып-ҡыҙыл булып бешеп торған таҙа алма бирә. Шунан Ҡыҙрас теге ҡарт янына ҡайтып китә. Ҡыҙҙар, аталары янына ингәс:

– һин беҙгә серек алма бирергә үҙең ҡуштыңмы? – тиҙәр. Батша, асыуланып:

– Ниңә мин ҡушайым, алма биреүсе ҡарт юрамал шулай иткәндер, – ти. Шунда уҡ теге бабайҙы саҡырта.

Бабай ҡурҡа-ҡурҡа ғына батша янына килә. Батша, бик асыуланып, унан:

– Ниңә һин минең ҡыҙҙарыма серек алма бирҙең? – тип һорай.

– Бөгөн үҙемдең урыныма бер малайҙы ебәргәйнем, серек алмаларҙы шул биргән,– ти бабай.

Батша шунда уҡ Ҡыҙрасты саҡыртып килтертә. Ҡыҙрас батшаның һорауына:

– Өлкән ҡыҙыңдың йәшлеге үтеп киткән. Шуның өсөн мин уға серек алма бирҙем. Уртансы ҡыҙыңдың ярты йәшлеге үткән, шуның өсөн уға яртыһы серек, яртыһы таҙа алма бирҙем. Кесе ҡыҙыңдың алма кеүек бешкән сағы, шуға күрә уға үҙе кеүек бешкән ҡыҙыл алма бирҙем, – тип яуап бирә.

Батша бындай хаҡ һүҙгә бер ни ҙә әйтә алмай, ауыҙын йомоп ҡала. Икәнсе көндө иртә менән батша бөтә ҡала халҡына: Бөгөн ҡыҙҙарымды биреп, туй яһайым. Берегеҙ ҙә ҡалмай минең һарайым алдына йыйылығыҙ!– тигән әмер бирә.

Тєарай алдындағы майҙанға халыҡ йыйыла. Батшаның өс ҡыҙын уртаға сығарып ултырталар. Уларҙы тирәләп батшаның һанаттары ултыра. Иң элек батшаның өлкән ҡыҙы ҡулындағы алмаһын үҙенең яратҡан кешеһенә ырғыта. Алма бер һалдаттың итәгенә барып төшә. Быны ҡарап торған халыҡ:

– Ҡыҙға тиң егет! Ярай, бик хуп!– тип ҡысҡырыша. Шунан уртансы ҡыҙ алмаһын ырғыта. Алма бер әфисәрҙең

итәгенә барып төшә. Халыҡ тағы ла:

– Ярай, иш булырлыҡ егет! – тип ҡысҡырыша.

Кесе ҡыҙҙың алмаһы Ҡыҙрас итәгенә барып төшә. Батшаның яҡын кешеләре:

– Ярамай, ярамай! – тип ҡысҡыралар.

Ҡыҙ алманы икенсе тапҡыр сөйә, тағы Ҡыҙрас итәгенә барып төшә. Тєанаттар тағы ла:

– Ярамай, ярамай! – тип дыу киләләр.

Ҡыҙ алманы өсөнсө тапҡыр сөйә. Был юлы алма Ҡыҙрастың усына уҡ барып төшә. Батшаның яҡын кешеләре тағы ла:

– Ярамай! Ошо йолҡош малайға алма кеүек ҡыҙҙы әрәм итергә яраймы һуң? – тип тауыш күтәрәләр.

Батша:

Бәхетенә тура килгәс, ярар инде, – ти. Шунан һуң ғына шау-шыу баҫылған, ти.

Батша өс ҡыҙын өс егеткә биреп, ҙур туй яһай. Туйҙан һуң өлкән ҡыҙы менән уртансы ҡыҙын кейәүҙәре менән фил һөйәгенән яһалған һарайға урынлаштыра. Кесе ҡыҙы менән Ҡыҙрасты мунса кеүек бер өйгә ябып ҡуя. Кесе кейәүен батша бер ҙә яратмай, уға гел генә ҡырып күҙ менән ҡарай.

Берҙән-бер көндө батша ауырып китә. Уға донъяла булған бөтә ҡиммәтле ашамлыҡтарҙы ашаталар. Төрлө-төрлө дарыуҙар менән дауалап ҡарайҙар, ләкин ул һаман һауыҡмай. Шунан, аптырағас, батша ҡатыны күрәҙә саҡырта. Күрәҙә уға:

– Дөм ҡараңғы урман эсендә йөҙҙә бер йыл йәшәгән ябалаҡ бар. Шуны тотоп һуйып, һул ҡабырғаһын ашатһағыҙ, батша һауығыр, – ти.

Батша үҙенең яратҡан ике кейәүенә урманға барырга ҡуша. Кейәүҙәр ҡоралдар алып, яҡшы аттарға атланып сығып китәләр.

Кесе ҡыҙ, атаһы янына инеп:

– Минең ирем дә барһынмы? –тип һорай. Батша уға:

– Барһа барһын әйҙә. Ябалаҡтан күҙҙәрен сукытып ҡайтмаһа, башҡа эш ҡулынан килмәҫ уның! – ти.Ҡыҙрасҡа үҙе сабан, үҙе ҡорсаңғы бер ат бирәләр. Ул бысаҡ ҡына ала ла, шул ҡорсаңғы атты менеп, дөм ҡараңғы урманға ҡарай китә. Ҡаланы сығып, бер аҙ барғас та, атын бер туғайҙа ҡалдыра ла, кеҫәһендәге ҡылдарҙы алып, һыҙғыртыуы була – Алтынҡойроҡ-Көмөшьялдың шунда ук килеп етеүе була. Ҡыҙрас Алтынҡойроҡ-Көмөшьялға атланып, дөм ҡараңғы урманға елдерә, унда ул теге кейәүҙәрҙән алда барып етә. Ҡыҙрас ҡара урмандағы бөтә ҡоштарҙың батшаһы булып йәшәгән йөҙ ҙә бер йәшлек ябалаҡты тауыш-тынһыҙ ғына тотоп ала. Шул ерҙә кескәй генә бер өй бар икән. Егет атын шуның алдына бәйләй ҙә өйгә инә. Ябалаҡтың һул ҡабырғаһын ҡайырып ала, уң яғын сөйгә элеп ҡуя. Оҙаҡ та үтмәй, батшаның яратҡан кейәүҙәре был өй янына килеп туҡтайҙар. Шул арала Ҡыҙрас насар ғына кейем кейенеп, урман ҡарауылсыһы булған булып тышҡа сыға. Тегеләрҙе өйгө алып инә. Кейәүҙәр йөҙ ҙә бер йыл йәшәгән ябалаҡты эҙләп йөрөүҙәрен, уның һул ҡабырғаһы әжәлгә дарыу өсен кәрәк булыуын әйтәләр. Ҡыҙрас:

– Бына ул ябалаҡтың һул ҡабырғаһы сөйҙә эленеп тора,– тип күрһәтә. Теге ике кейәү:

– Зинһар өсөн уны беҙгә бир, ағай, ни һораһаң да ризабыҙ, – тип инәләләр.

Ҡыҙрас уларға:

– Ҡайһығыҙ үҙенең арҡа һыртынан бер арҡалыҡҡа етерлек ҡайыш һыҙыртып алдыра – ябалаҡтың һул ҡабырғаһы шуға була. – ти.

Тегеләр:

– Нисек була инде ул? – тип торған арала, Ҡыҙрас:

– Бына былай була, – тнп батшаның өлкән кейәүенең бер арҡалыҡҡа етерлек һырт ҡанышын бысағы менән телә лә ала, шунда уҡ яралы арҡаһына ябалаҡ майы һөртөп ҡуя. Шунан һуң был кейәүгә, йөҙ ҙә бер йыл йәшәгән ябалаҡтың һул ҡабырғаһы тип, уң ҡабырғаһын тоттора.

Кейәүҙәр шатланышып ҡайтып китәләр. Ҡыҙрас та Алтынҡойроҡ-Көмөшьялға атланып, йөҙ ҙә бер йәшлек ябалаҡтың һул ҡабырғаһын тоҡсайына һалын алып, әкрен генә ҡайтып китә. Ҡалаға етер саҡта, туғайлыҡта, Алтынҡойрок-Көмөшьялды ебәрә лә, теге ҡорсаңғы атҡа атланып, батша һарайына ҡайтып

инә.

Ҡыҙрас ҡайтыуға, теге ике кейәү батшаға ябалаҡтың уң ҡабырғаһын ашатып өлгөргәндәр. Батшаның ауырыуы уғата көсәйеп киткән. Шул саҡта Ҡыҙрастың кәләше батшаға ябалаҡтың һул яҡ ҡабырғаһын бешереп индерә. Батша ашамай:

– Әле юнлерәк кейәүҙәрем алып ҡайтҡанды ашап та хәл инмәне. Тєинең йолҡошоң килтергәнде ашаһаң, бөтөнләй үлеп ҡуйыуың бар. Юҡ, кәрәкмәй! – ти.

Ҡыҙы бик ялынып-ялбарып һорағас ҡына, батша Ҡыҙрас алып ҡайтҡан ябалак ҡабырғаһын ашай. Уға шунда уҡ хәл керә. Шулай ҙа һауығып етмәй әле.

Икенсе көндө, күрәҙәнең әйтеуе буйынса, батша уҙенең яратҡан кейәүҙәрен урманға йөҙ ҙә ете йыл йәшәгән ябалаҡты тотоп, һул ҡабырғаһын алып ҡайтырға ебәрә. Ҡыҙрас та, ҡорсаңғы тайға атланып, урманда ябалаҡ тоторға тип китә.

Өлкән кейәүҙәр көн буйы урманда йөрөп, кәрәклә ябалаҡты таба алмайҙар. Кискә табан ҡайтып килгәндә, урман ситендә бәләкәй генә бер өй күрәләр. Был өйҙө шул уҡ Ҡыҙрас, урман ҡарауылсыһы булған булып, ябалаҡ таҙартып ултыра, ти. Батша кейәүҙәре өйгә инәләр.

– Ни эшләп ултыраһың, ағай?– тип һорай былар. – Бына, йөҙ ҙә ете йыл йәшәгән ябалаҡты тотҡайным, шуны йолҡоп ултырған баш, – ти Ҡыҙрас.

– Беҙгә тап ана шул ябалаҡ кәрәк ине. Ни һораһаң да бирербеҙ, беҙгә шул ябалаҡтың һул ҡабырғаһын бирсе? – тип ялына башлай теге ике кейәү. Ҡыҙрас уларға:

Мин бер нәмә лә һорамайым, тик берегеҙҙоң арҡаһына балдаҡ ҡыҙырып баҫайым да шуның мөнән эш бөтөр, ҡабырға һеҙҙеке булыр, – ти Ҡыҙрас.

Тегеләрҙең риза булмай хәлдәре юҡ. Ҡыҙрас батшаның уртансы ҡыҙы кейәүенең арҡаһына балдаҡ ҡыҙҙырып баҫа ла ябалаҡтың уң ҡабырғаһын һул ҡабырға тип биреп ебәрә. Тегеләр шатлана-шатлана ҡайтып китәләр.

Ҡыҙрас ҡайтып еткәнсе өлкән кейәүҙәр, уң яҡ ҡабырғаны бешереп, батшаға ашатҡан булалар. Әлегәсә, батшаның хәле йәнә насарлана бирә.

Ҡыҙрастың кәләше ябалаҡтың һул яҡ ҡабырғаһын бешереп, батшаға индерә. Тик ул ҡабып та ҡарамай. Ҡыҙ илап-илап ялынғас ҡына, батша ашай, шунда уҡ һауыға.

Ҡыҙрас батшаны һауыҡтырһа ла, батша һаман уға яҡты күҙ менән ҡарамай, гел геңә шелтәләп тора, мыҫҡыллап көлә.

Батша һауыгып, бер нисә көн үткәс, Ҡыҙрас үҙенең кәләшенә: – Мин өс айға юлға сығып китәм, юлға аҙыҡ әҙерлә, – ти.

Келәше шунда ук мейес яғып, аҙыҡ әҙерләй, икенсе көндө ире йәйәү генә юлға сығып китә.

Ҡыҙрас ҡаланы сығыу менән кеҫәһенән өс ҡылды алып һыҙғырта. Шунда уҡ Алтынҡойроҡ-Көмөшьял килеп етә. Ҡыҙрас атланып донъя гиҙеп йөрөргә китә.

Китеүенә өс ай тулған көндө, төшкә табан, Ҡыҙрас батшалар кейеме кейенеп, бөтөнлаәй ят кеше ҡиәфәтенә кереп, Алтынҡойроҡ-Көмөшьялға атланып, батшаның ҡапҡа төбөнә килеп туҡтай. Уның атын күрергә ҡаланың бөтә халҡы йыйыла.

Батша ла ҡапҡа төбөнә сыға. Ҡыҙрас батшаға:

– Ас ҡапҡаңды! Мин һиңә йомош менән килдем,– ти. Батша ҡурҡа, ҡапҡаһын асмай, югереп кире инеп китә.Ҡыҙрас:

– Асмаһаң да мин инә алырмын!– тип, атын ҡойма аша һикерттерә. Шунан батша янына инеп: – Мин һиңә йомош менән килдем. Мин дә, һинең кеүек, бер батша. Былтыр ошо ваҡытта минең ике һалдатым ҡасҡайны. Шуларҙы һеҙҙә тип ишеттем,– ти.

– Миндә сит батша һалгдаттары юҡ,– ти батша.

– Бар шул.

– Тєалдат һалдатҡа оҡшар инде. Тамғалы булмағас, уларҙы ҡайҙан беләһең? – Тамғалары ла бар: береһенең арҡаһынан бер арҡалыҡҡа етерлек һырт ҡайышы алынған, икенсеһенең арҡаһына тимер балдаҡ ҡыҙҙырып баҫылған,– ти Ҡыҙрас.

– Тєин яңылыш килгәнһең. Ундай һалдаттар миндә юҡ, – ти батша.

– Улай булһа, шундай шарт ҡуйышайыҡ, – тип әйтте, ти, Ҡыҙрас. – Әгәр шул һалдаттар һиндә табылмаһа, минең башымды киҫәһең, бөтә байлығымды алаһың. Әгәр ошо ике һалдат һиндә табылһа, һинең башыңды киҫәм.

Был шарттарҙы ҡағыҙға яҙып, икеһе лә ҡул ҡуйҙылар, ти. Батша бөтә һалдаттарын йыя. Икәүләп ҡарап сығалар. Тамғалы һалдаттар табылмай.

– Тағы ла берәй ерҙә кешеләрең юҡмы? – тип һорай Ҡыҙрас.

– Ике кейәүем генә бар, өсөнсөһө әллә ҡайҙа сығып киткәйне, ҡайтҡаны ла юҡ әле,– ти.

– Шул кейәүҙәреңде килтер!– ти Ҡыҙрас. Батшаның ике кейәүен килтерәләр. Береһен ҡараһалар,

арҡаһына тимер балдаҡ менән баҫҡан эҙ була. Ҡыҙрас:

– Береһе табылды!– ти.

Икенсе кейәүҙе ҡараһалар, арҡаһынан бер арҡалыҡҡа етерлек һырт ҡайышы алынған була.

– Икенсеһе лә табылды, шарт буйынса, мин һинең башыңды киҫәм!– ти Ҡыҙрас.

Шул һүҙҙәрҙе ишетеү менән батша ағарына, аяғына баҫып тора алмаҫ хәлгә килә. Ҡыҙрас батшаның ике кейәүен таш келәткә яптырып ҡуя.

Батшаның башын киҫергә әҙерлек бара. Кемдер берәү ике батша ҡул ҡуйышҡан шартты халыҡҡа ҡысҡырып уҡый. Бер түмәр менән айбалта килтерәләр, һушынан яҙған батшаны башы менәп түмәргә һалалар. Баш киҫеүсегә айбалта тотторола. Батшаның башы ҡырҡылыр ваҡыт еткәндә генә улың өсөнсө ҡыҙы, ҡан-йәш түгеп:

– Атайымды зинһар үлтермә, минең хаҡым өсөн генә ҡалдырһана!– тип, Ҡыҙрастың аяғына йығыла.

– Ҡалдырһам да, һин һораған өсөн ҡалдырам,– ти Ҡыҙрас. Үҙе ялған һаҡал мыйыҡтарын алып ырғыта. Бөтә халыҡ. Ҡыҙрасты танып, таң ҡала.

Батша, түмәрҙән башын алып, һушына килгәс:

– Эй кейәү, кейәү, мип һине шул тиклем шәп кешелер тип уйламағайным. Бынан һуң һине һис кенә сит итмәм, шелтәле һүҙ әйтмәм, иң яҡын кешем, тоғро серҙәшем итеп күрермен, – ти.

Шулай тиһә лә, батша барыбер һүҙендә тормай.

Икенсе көндө Ҡыҙрас, кәләшен эйәртеп, батшанан башҡа сығып китә. Бер өй һалып, шунда икәү, мал аҫырап, йәшәй башлайҙар.

Бер көндө Ҡыҙрастың ҡатыны атаһы янына барған икән, батша уға:

– Хәйерсе балаһы хәйерсе шул. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да иш булмай, тип дөрөҫ әйтәләр. Ҡайҙа тора бит, – торған өйөн әйтер инем! Бер баш һыйыр аҫыраған була. Мин уға, һораһа, илле һыйыр бирер инем, – ти.

Ҡыҙрастың ҡатыны ҡайтып был һүҙҙәрҙе әйткәс, Ҡыҙрас:

– Иртәгә ярты ҡаланы ашҡа саҡырабыҙ, – шунда атайың да килер, – ти.

Ҡыҙрас иртәгеһен, ҡырҡ ҡуй һуйҙыртып, аш әҙерләтә. Кискә табан йорт уртаһында, йәшел үлән өҫтөндә бик ҙур табын йыйыла. Батшаны ла саҡырып килтерәләр, ул иң түрҙә ултыра..

Ҡуй ите ашалып бөткәс, һәр ун кешегә берәр ҡоштабаҡ һурпа килтерәләр. Батша ашамай ултыра, – үҙенә айырым табаҡҡа һалып килтергәнде көтә. Туғыҙ кеше һурпа эсә, батша ҡалаҡ та ҡыбырҙатмай.

– Батшам, ниңә һурпа эсмәйһең? – тип һорай Ҡыҙрас.

– Мин алтын ҡалаҡ менән ашарға өйрәнгәнмен, шуға тик ултырам, – ти батша.

– Күптән шулай тип әйтергә кәрәк ине уны, – ти Ҡыҙрас. Ул шунда уҡ аҙбар артына сыға ла кеҫәһендәге өс ҡылды өс тапҡыр тартып ала, – алдына Алтынҡойроҡ-Көмөшьял килеп тә туҡтай.

– Батшаға хәҙер үк алтын ҡалаҡ булһын, – ти Ҡыҙрас Алтынҡойроҡ-Көмөшьял күҙҙән юғала. Ҡыҙрас табынға килеп ултырыу менән батша алдына алтын ҡалаҡ килеп төшә.

Батша, ғәжәпләнеп, алтын ҡалаҡты һул ҡулы менәп тотоп ҡарай ҙа кире ҡуя.

– Батшам, ниңә һурпа әсмәйһең? Алтын ҡалаҡ оҡшамаймы, һурпа оҡшамаймы? – тип һорай Ҡыҙрас.

– Бик эсер инем дә, кисә уң ҡулымды ҡаймыҡтырғайным. Ҡалаҡ тотоп булмай, һул ҡул менән уңайһыҙ, – тигән булып, батша үҙенең халыҡ менән бер табаҡтан ашарға теләмәүен йәшерергә тырыша.

– Күптән шулай тип әйтергә кәрәк ине уны, – ти Ҡыҙрас. Үҙе кешегә һиҙҙермәй генә ҡулын кеҫәһенә тығып, өс ҡылдың береһен өс тапкыр тартҡылап ала. Шунда уҡ алтын ҡалаҡ үҙенән-үҙе ҡуҙғалып, батшаға һурпа эсерә башлай. Батшаның ауыҙы ашауҙан бушамай – алтын ҡалаҡ табаҡтағы һурпаны йоттороп ҡына тора. Табаҡтағы һурпа бетмәйенсә, алтын ҡалаҡ үҙ эшенән туҡтамай. Бөтә халыҡ быға таң ҡала.

Батшаның бик эскеһе килә башлай. Шул ваҡытта һәр ун кешегә берәр көрәгә ҡымыҙ килтерәлер. Туғыҙ кеше бер туҫтаҡтан эсә. Батша, ерәнеп, унынсы булып эсергә теләмәй. «Кейәүем тағы берәй әмәлен табыр еле»,– тип ултыра бирә. Кейәүе лә был юлы юрамал тик кенә ултыра.

Табын таралыр ваҡыт еткәс, Ҡыҙрас халыҡҡа былай ти;

– Хөрмәт итеп, минең аш-һыуыма килеүегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт. Батшаға гына был рәхмәт һүҙен әйтә алмайым мин. Ни өсөн тиһәң, ул һеҙҙең менән бер табаҡтан ашарга, бер көрәгәнән ҡымыҙ эсергә ерәнә. Шуның өсөн мин кеше менән бер табаҡтан ашарга, бер көрәгәнән эсергә өйрәнгәнгә тиклем, батшаны кеше аяғы кермәгән дөм ҡараңғы урманға илтеп ташларға кәрәк, тип уйлайым. Шуға ҡаршы кешеләр юҡмы?

– Юҡ, юҡ?– тип ҡысҡыра бөтә халыҡ.

Ҡыҙрас кеҫәһенән өс ҡылды алып, өс тапҡыр тарта. Йорт уртаһына Алтынҡойроҡ-Көмөшьял килеп баҫа. Ҡыҙрас атҡа:

– Бынау батшаны өҫтөңдән төшөрмәйенсә дөм ҡараңғы урманға илтеп ташлап кил, – ти.

Халыҡ батшаны ай-вайына ҡарамай атҡа мендереп ултырта. Ҡыҙрас, һай, һылыу малҡай, тип әйтеү менан, Алтынҡойроҡ-Көмөшьял ҡушылған эште үтәр өсөн күҙҙән юғала.

Ул батша дөм ҡараңғы урманда ла кеше ҡәҙерен белергә өйрәнмәгән, ти. Шуға күрә Ҡыҙрас уны йортона кире ҡайтармаған. Батша, халыҡтан айырылып, ҡаңғырып йөрөй торғас, астан үлгән дә ҡуйған, ти.

 

Поделись с друзьями: