Һыу ҡыҙы


Борон-борон заманда булған, ти, бер бабай менән бер әбей. Быларҙың ир еткән өс улы булған, ти. Улар байман көн иткәндәр. Өлкән улы менән уртансы улына кәләш әйттергәс, аталары үлеп киткән, кинйә улына кәләш алып бирергә өлгөрә алмай ҡалған. Ағалары, донъя үҙҙәренә ҡалғас, ҡустыларын күҙле-башлы иттереү яғын уйлап та бирмәгәндәр.

Бер ваҡыт кинйә малай һыу буйында йөрөп ятһа, һыу ситендә ултырған бер ҡыҙға тап була. Былар икәүләп үҙ-ара һөйләшеп китәләр. Егет:

– Һин кем булаһың? – тип һорай.

– Мин һыу ҡыҙы булам, – ти ҡыҙ.

– Миңә кәләшкә киләһеңме?

– һинең кемдәрең бар?

– Әсәйем менән ике ағайым бар.

– Ағайҙарың байҙыр, мин ярлы. Ҡайһылай мин һиңә кейәүгә барайым, ғәрләнмәйенсә.

Ҡыҙ үҙе бик һылыу, ти. Эй һөйләшәләр былар, эй һөйләшәләр, һөйләшә торғас, ирле-ҡатынлы булырға һүҙ ҡуйыштылар, ти.

Егет, ҡайтып, бисәләр кейеме алып килә. Һыу ҡыҙын кейендереп, өйөнә алып ҡайтып китә. Бергә тора башлайҙар. Был киленде ҡәйнәһе маҡтап бөтөрә алмай.

– Киленем бигерәк уңған инде! – ти. – Ун һыйырҙы һә тигәнсе һауып ҡуя, өлкән килендәрем ише генәме һуң! Ҡулы-

нан килмәгән эше юҡ, – ти.

Берҙән-бер көндө йәш килен үҙенең әрмәнде ярыһынан эшләнгән кейемен һалып ҡаҙауға элеп ҡуя ла һыйыр һауырға ултыра. Ире:

– Бында ниндәй сүп эленеп тора? – ти ҙә, шул кейемде алып, утҡа ташлай. Кейем яна, бәләкәй бер киҫәге генә тороп ҡала. Һыу ҡыҙы, быны күреп:

– Ни эшләнең һин? Харап ҡына иттең! – ти. Үҙе шунда уҡ ҡош булып оса ла китә.

Ире илап тороп ҡала. Ни эшләргә белмәй уйланып ултыра-ултыра ла ҡатынын эҙләп сығып китмәксе була.

Үҙе менән күп итеп аҙыҡ алып, көньяҡҡа ҡарап, эй китте, эйкитте, ти, был, бик күп тауҙарҙы, йылғаларҙы үтте, ашар аҙығы ла ҡалманы, өҫтө-башы ла өҙгөләнеп бөттө, ти. Рунда бер иҫке тирмә кейеҙе табып, сәкмән менән эшләпә тегеп кейҙе лә йәнә алға китте, ти.

Бара торғас, алыҫта уймаҡ кеүек кенә бер өй күрә был.

Өйҙән ҡармаҡ ебе кеүек кенә төтөн сығып тора, ти. Кинйә шунда бара. Ишеген асып инһә, бер әбей ултыра.

– Әбей, иҫән генә тораһыңмы? – ти егет.

– Сыҡмаған йән бар әле. Ҡайҙан килеп ятаһың? – ти әбей.

Рунан егет:

– Ҡатыным осоп киткәйне, шуны эҙләп йөрөйөм. Бик асыҡтым, берәй нәмә ашатыр инең, әбей! – ти.

Әбей уға:

– Мин үҙем дә аслы-туҡлы ғына торам шул, улым, ашатыр нәмәм юҡ, – тип, әсе ҡатыҡ менән бер телем ҡатҡан икмәк кенә бирә.

Егет шуны ҡапҡылай ҙа үҙ юлы менән китеп бара. Бара торғас, йәнә уймаҡ һымаҡ ҡына бер өй күрә ул. Был өйҙән дә ҡармаҡ ебе кеүек кенә төтөн сығып тора, ти. Ул шунда бара. Ишекте асып инһә, бер әбей ултыра. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, егет:

– Ҡатынымды юғалтҡайным, шуны эҙләп йөрөйөм. Бик асыҡтым, берәй нәмә ашатыр инең, әбей! – ти.

Әбей уға:

– Мин һинең ҡатыныңды беләм, минең апайымдың ҡыҙы ул, – ти. Иллә-мәгәр уның йортона үтеп инерлек түгел: бөтә ере бикле. Бына мин һиңә бер асҡыс бирәм, шуны ҡойма башына ырғытырһың.

Кинйә асҡысты алып китә. Барып етеп өйҙө таба. Асҡысты ҡойма башына ырғытыу менән ҡапҡа асылып китә. Өйҙән бер әбей ҡаршы сығып:

– Әйҙә өйгә ин, ни йомошоң бар? – ти.

– Ҡатыным юғалғайны... – ти егет.

– Ул минең ҡыҙым дабаһа, – ти әбей.

– Уны нисек күрергә һуң?

– Бына минең кейәүем ни өсөн килгән икән!.. Ҡыҙым хәҙер ҡайтыр, үҙеңде үлтереп тә ҡуйыр! – ти әбей.

Әбей кейәүен тотоп һелкеткеләй башлай. Егет шунда уҡ энә кеүек кенә булды ла ҡалды, ти. Рунан әбей уны бүрәнә мүгенә ҡаҙап ҡуя. Рулай ҙа ул өй эсендәге бөтә нәмәне күреп, белеп тора. Бына өйгә туғыҙ ҡаҙ осоп инә, ҡанаттары менән елпенәләр ҙә туғыҙ ҡыҙ булалар. Үҙҙәре еҫкәнәләр.

– Бында кем бар? Хәҙер үҙен үлтерәбеҙ! – тиҙәр.

– Юҡ, үлтерергә ярамай, – ти әсәләре.

– Ул һинең артыңдан килгән, дуҫлашырға кәрәк!–ти үҙенең бер ҡыҙына.

Ҡыҙы риза була. Әсәһе бик үк ышанып бөтмәй. Руның өсөн ул ҡыҙынан:

– Әйткән һүҙемдә торормон, – тип, ант иттерә. Рунан әбей, энәне мүктән алып, һелкеп-һелкеп ҡуя – энә үҙе бысраҡ, үҙе ҡысыулы ла ҡутырлы бер кешегә әйләнә.– Мин уның менән йоҡламайым! – ти әбейҙең ҡыҙы, үҙенә айырым урын йәйеп ята. Егет тырнаша ла ҡашына, ҡашына ла тырнаша. Башы ауырта башлай бының. Тора-бара бөтөнләй ауырыуға һабыша.

Егет йоҡлап киткәс, әбейҙең ҡыҙы уны икмәк көрәгенә һалып, дөрләп янған мейескә ырғыта ла ҡуя, унан бер ус көл генә тороп ҡала. Рунан әбейҙең ҡыҙы шул көлдө тап-таҙа яулыҡҡа төрөп ала ла, ҡапыл һауаға һибеп, борҡотоп ебәрә, шунда уҡ ҡаршыһына ап-аҡ итеп йыуынған, матур итеп кейенгән ире килеп баҫа.

Иртән торғас, әбей кейәүенән:

– Төшөңдә нимә күрҙең? – тип һорай.

– Төнө буйы тынғы булманы: утҡа тотоп ташланылар, иҙмәләй иҙҙеләр, сепрәккә һалдылар, ҡаҡҡыланылар, һуҡҡыланылар, – ти. Бары ла хәтерендә. Тик төш түгел икәнен генә белмәй икән был. Рунан ул ҡатынына:

– Йә, үҙебеҙгә ҡайтайыҡ инде! – ти.

– Мин ҡайтмайым әле, һин үҙең генә ҡайта тор, юлда икмәгең етмәһә, бына был тоҡсайҙы ал, һелккән һайын аҡса ҡойолор. Иллә-мәгәр ул аҡсаға икмәктән башҡа нәмә һатып алма! – ти ҡатыны.

Ире тоҡсайҙы алып ҡайтып китә. Эй китте, ти, эй китте, ти, был, китеп ултырһа, алыҫта уймаҡ кеүек кенә бер өй күренә, ә өйҙөң мөрйәһенән ҡармаҡ ебе кеүек кенә төтөн сығып тора, ти. Ул шунда барып, ишеген асып инһә, бер бабай менән бер әбей ултыра, ти.

– Хужа өйҙәме? – ти егет.

– Өйҙә, һин кем булаһың? – ти бабай.

– һат миңә йортоңдо, бөтә ҡаралтыһы менән алам да ҡуям! – ти егет.

– Һатам. Хаҡы өс һауыт алтын булыр, – ти бабай. Кинйә тоҡсайын өс тапҡыр һелккәйне – бабай тотоп торған өс һауыт алтын менән тулды ла ҡуйҙы, ти.

Бабай менән әбей, алтындарын алып, аяҡ тартҡан яҡҡа сығып китә, егет бөтә йортҡа хужа булып ҡала. Рунда тора башлай был. Күп тә үтмәй, ҡатыны быны белеп, артынан килеп етә.

– Ниңә мин әйткәнде тыңламай, йорт һатып алдың? – тип, ирен әрләй.– Бер юлға ҡалдырам, икенсе улай ҡыланаһы булма! – ти. Өйгә ут төртөп, көлөн күккә осора ла ҡуя.

Икәүләп ҡайтып китәләр. Ҡайтһалар, ауыл юҡ, ауыл урыныңда тип-тигеҙ ер, ти. Кешеләр ҙә ҡалмаған. Йөрөй торғас, бер баҙ өйгә тап булалар. Эсенә инһәләр, ике бабай, бер әбей ултыра, ти, унда. Ҡолаҡтары ишетмәй, күҙҙәре күрмәй. Абайлабыраҡ ҡараһалар: ике бабай тигәне – үҙенең ике ағаһы, әбей тигәне үҙенең әсәһе икән.

Шунан һыу ҡыҙы баҙ өй алдына ут яға ла иренең әсәһен дә, ике ағаһын да шул утҡа ырғыта. Тегеләр янып бөтәләр. Көлдәре генә ҡала. Ҡатын көлдө яулығына төрөп ала ла тирә-яғына һибеп ебәрә – ҡаршыға элеккесә һап-һау ҡәйнәһе менән ике ҡайнағаһы килеп баҫа.

Шунан улар бергә-бергә донъя көтөп алып китәләр.

 

Поделись с друзьями: