Болансы мәргән


Борон-борон заманда бер әбей менән бабай йәшәгән, ти. Уларҙың Болансы Мәргән тигән улы, Аҡбикәс тигән ҡыҙҙары булған. Боланды мәргән атҡанға улдарын шулай Болансы Мәргән тип йөрөткәндәр, ти.

Бер саҡ әбей ҙә, бабай ҙа үлеп киткән. Аҡбикәс менән Болансы Мәргән икәүһе тороп ҡала. Болансы Мәргән һунарға йөрөп, Аҡбикәс тамаҡҡа юнәткән.

Көндәрҙән бер көндө Болансы Мәргән, дуҫ егете менән һунарҙа йөрөгән саҡта, бер иргәйел осрата. Был иргәйел Болансы Мәргәнгә:

– Көрәшәбеҙме?– ти. Болансы Мәргән уға:

– Көрәшһәм, көсөм әрәм, атһам, мылтығымдың яһауы әрәм, – ти ҙә китә лә бара.

Болансы Мәргән өйгә ҡайтып килһә, өйөн болот туңәртеп йөрөүен күрә. Иптәше:

– Юҡҡа һин теге иргәйелгә улай тип яуап ҡайтарҙың, уның менән ҡаты һөйләшергә кәрәкмәҫ ине. Бына хәҙер, күрҙеңме, өйөңдө ни эшләтә!

Өйгә, инһәләр, Аҡбикәс юҡ, ти. Болансы Мәргән бик ҡайғыра, ҡарындашын эҙләп китергә була.

Ил үтә, ер үтә, бара торғас, юлда бер ҡусҡар ятҡанын күрә. Был ҡусҡар көтөүҙән ҡалған булған. Башы ҡортлап бөткән. Болансы Мәргән ҡусҡар башындағы ҡортто сүпләй. Ҡусҡар егеткә:

– Минең өс бөртөк йөнөмдө ал, ул һинең бер эшеңә ярар,– ти.

Болансы Мәргән, өс бөртөк йөнөн алып, артабан китә. Алда бер ҡороған күл күренә. Рул күлдә һыу юҡлыҡтан бер суртан үлергә ята. Егет суртанды тотоп һыуға ебәрә. Суртан да уға өс бөртөк тәңкәһен алырға ҡушҡан.Оҙон-оҙон юлдар үткәс, күп һыуҙар кискәс, Болансы Мәргән бер ҙур тирәк үҫеп ултырғанын күрә, шунда ултырып хәл алырға була. Хәл алып ултырған саҡта, ел-дауыл ҡуба. Ағас башында Сәмреғоштоң ояһы бар икән. Рунда уның балалары сырылдаша башлай. Болансы Мәргән бер аждаһаның ағас башына үрмәләп менеп барғанын күрә. Йәһәт кенә, ҡылысын алып, аждаһаны тураҡлап ырғыта. Сәмреғош балалары был егетте ҡанат аҫтарына йәшерәлер. Сөнки әсәләре ҡайтып килһә, белмәйенсә, ҡапыл егетте ашап ҡуйыр тип ҡурҡалар. Сәмреғош ҡайта:

– Ниндәй әҙәм еҫе сыға?– тип тирә-яғына ҡарана башлай.

– Ашамаһаң, күрһәтәбеҙ,– тип ҡысҡырыша балалары. Сәмреғош ашамаҫҡа һүҙ бирә. Сәмреғош, эштең ниҙә икәнен

төшәнгәс, бик шатлана. Теге аждаһа, йыл да килеп, уның балаларын ашап китер булған. Сәмреғош Болансы Мәргәндең был эшенә яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарырға уйлап:

– Минең өс бөртөк ҡауырыйымды ал, кәрәге булыр,– ти. Болансы Мәргән, сәмреғоштоң өс бөртөк ҡауырыйын алып, артабан китә.

Бик күп ерҙәр үткәс, йыраҡта бер тау ярығынан төтөн сығыл торғанын күрә. Рул тау янына барһа, тау тишегендә бер ебей ултыра. Уның башында өс бөртөк сәс, ауыҙында өс бөртөк теше бар. Үҙе йөн иләй.

– Әссәләмәғәләйкүм, инәй кеше, – ти егет.

– Ошо сәләмең булмаһа, уртыңдан алып йотор инем. Ни йомошоң бар?– ти әбей.

– Борон бик белекәй бер иргәйел күрҙем, ул минең менән көрәшергә теләне. Мин уның теләген кире ҡаҡтым. Өйгә ҡайтҡас, ҡарындашым Аҡбикәстең юғалғанын белдем. Бына хәҙер шул ҡарындашымды эҙләй киттем, – ти Болансы Мәргән.

– Мин белмәйем. Белһә, минән өлкән апайым белер. Руға бар, – ти әбей. Егеткә юл өйрәтә.

Болансы Мәргән, әбейгә рәхмәт әйтеп, сығып китә. Бара-бара бик оҙон юл үтә. Бара торғас, йыраҡтан ер ярығынан ҡара болот кеүек төтөн сығып тора. Барып етһә, башында ике бөртөк сәсле, ауыҙында ике бөртөк тешле бер әбей ултыра.

– Әссәләмәғәләйкүм, инәй кеше?

– Ошо сәләмең булмаһа, тыным менән һурып алып йотор иңем. Ни йомошоң бар?

Болансы Мәргән булған хәлде һөйләп бирә. Бында был әбейҙең һеңлеһе ебәргәнен аңлата.

– Белмәйем. Белһә, минән өлкән апайым белер,– ти әбей. Егеткә юл өйрәтә.

Болансы Мәргән, әбейгә рәхмәттәр әйтеп, әбейҙең оло апаһына китә. Был юлы Болансы Мәргәнгә бик оҙаҡ барырға тура килә. Күп ерҙәр, һыуҙар кисә, тауҙар үтә. Бара торғас, йыраҡта тау тишегенән осҡондар сәселеп, ҡара төтөн сығып торғанын күрә. Ошо урынға килеп етһә, башында бер бөртөк сәсе, ауыҙында бер бөртөк теше ҡалған, бөкөрәйеп бөткән бер әбей ултыра.

– Әссәләмәғәләйкүм, инәй кеше!

– Ошо сәләмең булмаһа, тотоп ашар инем. Ни йомош? Болансы Мәргән ҡайҙан килеүен, ни өсөн юлға сығыуы а

бәйнә-бәйнә һөйләп бирә. Әбей, егеттең һүҙен тыңлап бөткәндең һуңында, уға ошо һүҙҙәрҙе әйтә:

– Һинең ҡарындашыңды алып киткән иргәйел саф әҙәм затынан түгел. Уның әсәһе әҙәм затынан, атаһы дейеү затынан. Уның сихырҙары – дейеү сихырҙары. Уның менән көрәшһәң, барыбер өңө алмаҫ инең. Һин уға мин һунарсымын, көрәшсе түгелмен тип, яйына ғына һыпырһаң, ҡарындашыңды алып ҡасмаҫ ине. Уға барып етеү өсөн ҡырҡ аҙналыҡ юл бар. Барып еткәс, тәүҙә ҡарындашыңды күр, көрәшеп, дейеүҙе еңә алмаҫһың. Аҡбикәс дейеүҙән йәненең ҡайҙа икәнлеген һораһын. Асығын белгәс, шуның йәнен генә һәләк итеп, ҡарындашыңды алып китерһәң, ти.

Егет әбейҙең һүҙҙәрен ихлас тыңлай. Әбей өйрәткәнсә, ҡырҡ аҙналыҡ юлға сығып китә. Бара ята, бара ята, бара торғас, дейеү йәшәгән ҡалаға килеп етә. Һәр өй тәҙрәһенән ҡарап, ҡарындашын эҙләп йөрөй. Бына ул бер өйҙә бер әбейҙең бала бәүетеп ултырғанын күрә. Был әбей үҙе көйләп, йырлап ултыра: «Әүәй-бәүәй, Болансы Мәргән ҡарындашы Аҡбикәстең ҡыҙы бәү-бәү»,– ти.

Болансы Мәргән, ҡарындашым ошонда тора икән тип, шатланып ҡуя. Ҡарап торғанда, өйгә бер ир кеше артынан елән бөркәнгән бер ҡатын инеп китә. Егет аңдып тора, көтә. Теге ҡатын өйҙән тағы тышҡа сыға. Болансы Мәргән:

– Аҡбикәс!– тип өндәшә, үҙе Аҡбикәскә ҡысҡырмаҫҡа ҡуша. Аҡбикәс, агаһын күреп, бик ныҡ шатлана.

– Әйҙә, ҡайтып китәбеҙ, ҡасабыҙ, – ти. Ағаһы ҡарындашына:

– Хәҙер китеп булмай. Китер өсөн башта дейеүҙең йәнен юҡ итергә кәрәк. Руның өсөн һин унан йәне ҡайҙа икәнен һора,– ти.

Аҡбикәс өйгә ингәс, дейеүҙән:

– Ни ғүмер бергә торабыҙ, исмаһам, йәнеңдең ҡайҙа икәнен дә белмәйем. Йәнең ҡайҙа Һинең? – ти.

Дейеү уның был һорауына:

– Йәнем үҙем менән,– ти.

Аҡбикәс үпкәләгән булып:

– Һин мине шаяртаһың,– ти. Дейеү Аҡбикәскә:

– Йәнем һеперткелә,– ти.

Аҡбикәс быны ағаһына әйтә. Ағаһы ышанмай, ҡарындашына:

– Һин ул һеперткене сәскә кеүек итеп һауытҡа, һыуға ултыртып ҡуй. Һине һағынам, һин юҡта, мин шуға ғына ҡарап торам, тип әйт,– ти. Аҡбикәс ағаһы өйрәткәнсә эшләй. Ул дейеүгә:

– Минең ағайымдың йәне мылтығында ине,– ти. Дейеү, быны күреп, Аҡбикәсте ҡыҙғана, йәненең ҡайҙа икәнлеген әйтә.

– Анауында күл бар, күл өҫтөндә утрауҙа тирәк үҫеп ултыра. Рул тирәк башындағы ояла йомортҡа бар. Рул йомортҡа минең йәнем, – ти.

Аҡбикәс тиҙ генә был һүҙҙәрҙе ағаһына еткерә, тиҙҙән дейеүҙең ун ете айлыҡ юлға сығасағын әйтә.

Дейеүҙең юлға сығыр көнө килеп етә. Дейеү оҙон юлға сығып китә.

Болансы Мәргән күл янына бара. Күл уртаһындағы утрауҙа бер тирәк үҫеп ултырғанын күрә. Нисек ул утрауға барырға? Рул ваҡыт егет сәмреғош биргән өс ҡауырһынды көйҙөрә, шунда уҡ сәмреғош осоп килеп етә. Сәмреғош менән йомортҡаны алып сығып килгәндә, йомортҡаны ҡапыл күлгә төшөрөп ебәрә. Хәҙер ни эшләргә? Болансы Мәргән, балыҡтың өс бөртөк тәңкәһен көйҙөрә, шунда уҡ балыҡ йөҙөп килеп етә. Егеттең һүҙен тыңлап, һыуға төшкән йомортҡаны килтереп бирә.

Егет йомортҡаны ергә бәрә. Бәреү менән күл ҡайнай башлай. Дейеү үлергә тейеш, шуның өсөн ул шулай ҡайнай икән.

Дейеү үлеү өсөн ун ете айлыҡ юлға сыҡҡан еренән кире ҡайтып китә. Күл өс көн, өс төн ҡайнай.

Аҡбикәс менән Болансы Мәргән ҡасалар. Ҡасып бара ятҡанда, бик көслө дауыл сыға. Былар, дауылда аҙашырбыҙ тип, бер оло ҡара таш аҫтына инеп ултыралар. Дейеү был ваҡытта үлә башлаған була. Рулай булһа ла уның көсө була әле.

Бер ваҡыт, ағаһы менән һеңлеһе ошо таш аҫтында ҡасып ултырған саҡта, дейеүҙең ҡөҙрәтенән таш әйләнеп китә лә быларҙың сыға торған юлын ҡаплай.

Болансы Мәргәндең ҡусҡар биргән өс бөртөк йөн киҫәге э төшә. Егет ошо өс бөртөк йөндө көйҙөрә. Рул саҡ ҡусҡар башы тәгәрәй килеп төшә. Болансы Мәргән ҡусҡар башы менән ташҡа өс тапҡыр килтереп бәрә, таш та ярыла, ҡусҡарҙың башы ла ярыла. Болансы Мәргән менән Аҡбикәс сығып нитәләр. Сыҡһалар, дауыл баҫылған. Егет менән һеңлеһе өйҙәренә ҡайтып китә.

Болансы Мәргән менән Аҡбикәс әле булһа шул өйҙәрендә йәшәп яталар, ти. Болансы Мәргән әүәлгесә һунарға йөрөй икән, Аҡбикәс уның ҡайтыуына тамаҡҡа юнәтеп тора, ти.

 

Поделись с друзьями:

 

 

    Заказать услуги по уборке офисных помещений в Красногорске можно на сайте компании MaryCleaning