Йәшмәташ


Борон-борон заманда бер бабай менән әбей йәшәгән. Уларҙың бер улы булған. Әбей менән бабай үлеп киткән. Егет бер үҙе тороп ҡалған. Уның бер тупалаҡ ҡына өйөнән башҡа бер байлығы ла булмаған. Янында ике тоғро дуҫы – эте менән бесәйе бар икән. Былар балыҡ тотоп көн күргәндәр: эте балыҡ ярған, бесәй уны таҙартҡан, егет һурпа бешергән.

Бер ваҡыт егеткә әйләнергә ваҡыт етте, ти. Берҙән-бер көндө күршеләрендәге еңгәһенә инеп, батша ҡыҙын йәрәшеп алырға теләге барлығын әйтте, ти. Еңгәһе:

– Ағайыңа әйт, батша ҡыҙына яусы булып барһын,– тигән. Ағаһына әйткәс, уныһы:

– Фәҡир кешегә бирмәҫ ул,– тигән. Шулай ҙа егеттең һүҙен кире һуға алмайынса, яусы булып китә. Батша һарайы янына барып еткәс, баҙнат итә алмай, ҡайтып китә.

егет ҡайғырып, этен, бесәйен эйәртә лә сығып китә. Ялан лап сыбыртҡыһын шартлатып барғанда, бер йыландың утта яным ятҡанын күрә. Йылан егеттән:

– Егет, зинһар, мине ҡотҡар. Буш итмәм,– ти. Егет сыбыртҡыһы менән утты туҡмап һүндерә. Йылан үҙен үлемдән ҡотҡарған өсөн егеткә йәшмәташ бирә лә:

– Ауыҙыңа ҡап та йоҡла, нимә уйлаһаң, алдыңа шул килер,– ти.

Егет төшөндә үҙенең өйөнән батша һарайына тиклем сылтырап һөт йылғаһы ағып ятҡанын күрә. Уянып китһә, ысынлап та һөт йылғаһы ағып ята, ти.

Егет ағаһын тағы яусы итеп ебәрә. Был юлы ағаһы батша ҡыҙын яусылап, ризалыҡ алып ҡайта. Туй була. Туй алдынан эт:– Мин барайым,– ти. Бесәй:

– Юҡ, һин түгел, туйға мин барам,– ти. Егет икеһен дә туйға алып бара.

Егет хәҙер бай торһа ла, элекке кәсебен ташламай – көн һайын балыҡҡа йөрөй. Батшаның ҡыҙына был оҡшамай:

– Был кәсебендә ташла, балыҡсы кеше ярлы була ул,–ти. Егет риза түгел. Ҡыҙ егеттең еңгәһенә бара. Еңгәһе уға: «Мул кәсебеңде ташламаһаң, ҡайтам, йәшмәташты миңә бир»,–тип әйтергә ҡуша. «Бирмәһә, ила ла ила, сәсеңде тарап ултыр, үҙең илап ултыр»,– ти.

Ҡыҙ шулай эшләй. Егет ташты бирмәй. Хәҙер ҡыҙ егеттең ҡайтыуына ашарға ла әҙерләмәй, илай ҙа илай. Егет:

– Ниңә илайһың? – тип һорай. Ахырҙа йәшмәташты бирә. Ҡыҙ ташты ала ла китә. Егеткә элекке хәле кире ҡайта. Әлеге шул бесәйе, эте менән балыҡ тотоп көн итә башлай.

Бер көндө бесәй менән эт йәшмәташты урлап килтерергә уйлайҙар. Егеттең ебәргеһе килмәй. Шулай ҙа бесәй менән эт сығып китә. Бер диңгеҙ аша сығырға кәрәк була. Диңгеҙҙе сыҡҡанда эт бесәйҙе елкәһенә ултыртып алып сыға.

Һарайға килеп еткәс, батша янына бесәй инә. Барһа, әлеге йәшмәташты ауыҙына ҡабып, батша йоҡлап ята, ти. Бесәй шкафтағы ҡаймаҡҡа ҡойроғон тығып ала ла батшаның моронона ҡойроғон тыға. Батша сөскөрөп ебәрә. Бесәй йәшмәташты эләктерә һала ла ҡаса. Эт янына килгәс, йәшмәташ өсөн бола ҡуптаралар. Бесәй әйтә:

– Йәшмәташты мин алдым, мин егеткә алып бирергә тейешмен,– ти.

Эт әйтә:

– Мин һине диңгеҙҙән сығарҙым. Мин булмаһам, һин йәшмәташты ала алмаҫ инең, – ти. Ахыры, бесәй йәшмәташты эткә бирә. Диңгеҙҙе сығып барғанда, бер бәләкәс кенә утрауҙа ҡуянды күреп, эт ваһ тип, өрә лә ебәрә бит! Йәшмәташ диңгеҙ төбөнә төшә лә китә. Бесәй, ҡайтҡас, егеткә ошаҡлай.

– Йә, яҙмағандыр инде, – ти, егет. Эте менән бесәйен эйәртеп, балыҡҡа китә. Бер ҙур балыҡ эләкте, ти, быларға. эсен ярып ебәргәйне, теге йәшмәташ килде лә сыҡты, ти.

Егет ташты ауыҙына ҡабып йоҡлай, ти, бик бай йәшәп яталар, ти. Өсәүләп һаман да балыҡҡа, йөрөйҙәр, ти.

 

Поделись с друзьями: