Ҡыҙ, егет, дейеү


Элек бер ярлы ғына егет, эшкә ялланмаҡ булып, бай кешене эҙләп йөрөй торғас, бер ҡыҙҙың өйөнә барып ингән.

– һин, егет, ни эшләп йөрөйһөң?

– Бай эҙләп йөрөйөм, эш кәрәк.

– Миңә кер, миңә кеше кәрәк, – тигән ҡыҙ. Егет кергән. Ике аҙна самаһы ваҡыт үткәс, ҡыҙ:

– Ун йыл әсәйемде күргәнем юҡ, мин әсәйемдәргә барып киләйем әле? – тигән.

– Бар әйҙә, – ти егет.

– Бөтә келәттәрҙең дә асҡысын ҡалдырам, бер келәттекен генә бирмәйем, асып ҡарарһың, тип ҡурҡам.

– Юҡ, ҡурҡма, бир, – ти егет.

– Юҡ, ҡарарһың шул!

– Ҡарамам!

– Ярай улай булғас, бирәм. Тик ҡарап йөрөйһө булма! – ти ҡыҙ.

Ҡыҙ асҡыстарҙы егеткә бирә лә китә ҡунаҡҡа. Ҡыҙ китеү менән, егет:

– Туҡта, ҡарама тип әйткәйне, ҡарайым әле, – ти ҙә келәтте аса. Ҡараһа, келәттә сылбыр менән бәйләнгән бер дейеү пәрейе ята.

– Их, егет, – ти дейеү, – минең ҡарыным асыҡты, бер ярты икмәк кенә килтереп бирсе!

Ярты икмәкте бирә егет. Дейеүҙең ашауы була, бер ҡат сылбыры өҙөлөп тә китә. Егет келәтте бикләп сығып китә. «Туҡта әле, дейеү ни эшләп тора икән?» – тип, егет тағы килеп келәтте аса,

– Эй, егет, бик һыуһаным, бер биҙрә һыу бирсе! – ти дейеү. Бер биҙрә һыуҙы эскәс, дейеүҙең тағы бер ҡат сылбыры өҙөлөп китә. Егет тағы келәтте бикләп сығып китә.

Ә теге ҡыҙ әсәһендә ҡунаҡта ята. Бер ваҡыт ҡыҙ әсәһенә:

– Әсәй, өйҙә мин бер кеше ҡалдырғайным, ҡайтайым әле, бик әсем боша башланы. Бер-бер хәл барҙыр, – ти.

– Үҙең бик маҡтайһың, яҡшы тиһең, бер ни ҙә булмаҫ, | тор әле,– ти әсәһе. Ҡыҙы әсәһен тыңламайынса ҡайтып китә*

Был ваҡытта егет әлеге келәткә тағы ла ингән була. I

– Их, егет, бер икмәк кенә килтереп бирһәңсе! Бигерәк асыҡтым, – ти дейеү.

Егет килтереп бирһә, дейеүҙең сылбырҙары өҙөлә лә бөтә. Дейеүҙең сығып, ҡыҙ урынына ятыуы була, ҡыҙ ҙа ҡайтып төшә.

– Их, егет, харап иткәнһең бит, әште боҙғанһың,– ти ҡыҙ егеткә. Егет күҙен сылт-сылт йомоп тик тора.

– Был дейеүҙе былай ғына үлтереп булмай, уның йәне ҡайҙалығын белергә кәрәк,– ти ҡыҙ. – Мин бөгөн уның йәненең ҡайҙалығын белергә тырышырмын. Дейеүҙе сығарғанһың икән, уны үлтереүсе лә һин булырға тейешһең.

– Була ул, – ти егет.

Йоҡларға ятҡас, ҡыҙ ипләп кенә дейеүҙән:

– Һинең йәнең ҡайҙа? – тип һорай.

– Эй, йәнем-йөрәгем, – ти дейеү, – минең йәнем мунсала, ләукә артындағы бер бағанала булыр, – ти.

Иртәгеһен ҡыҙ егеткә:

– Бар, мунса ләүкәһе аҫтындағы бағана төбөнән йәнен алып кил, – ти.

Шунан дейеүҙең йоҡоһонда бағананы килтереп һалалар. Иртәгеһен уянып киткәс, дейеү:

– Кем килтереп һалған быны? – тип һорай.

– Эй, дейеү, – ти ҡыҙ,– йәнең мунсала әрәм булып ятмаһын, тип килтерткәйнем.

– Минең йәнем бағана аҫтында түгел, мунсалағы миндектә, – ти дейеү.

Дейеүҙең йоҡоһонда миндекте алып килеп һалалар. Дейеү уянып китә лә:

– Эй, быны кем һалды? – тип һорай.

– һинең йәнең мунсала әрәм булып ятмаһын, .тип мин килтерткәйнем, – ти ҡыҙ.

– Минең йәнем унда түгел, бер һыуҙың аҫтында. Бер йәш-ник эсенә күгәрсен ике йомортҡа һалған, үрмәксе ау ҡорған, йәнем шунда. Йомортҡаларҙы берәү ҙө таба алмай, – ти дейеү.

– Бар, егет, һин йомортҡаларҙы әҙлә, – тип ҡыҙ егетте юлға оҙата. Байтаҡ ҡына аҡса бирә. Егет сығып китә.Китеп бара, китеп бара был. Ҡараһа, юлда бер айыуҙы алып киләләр.

– Ҡайҙа алып бараһығыҙ был айыуҙы?

– Малдарыбыҙҙы ҡырып бөттө, шуға ябырға алып барабыҙ.

– Ебәрегеҙ айыуығыҙҙы, малдарығыҙға теймәҫ, мәгеҙ һеҙгә йөҙ тәңкә аҡса, – ти егет. Айыуҙы ебәрәләр.

Егет ары китә. Әҙерәк барғас, бер бүрене тотоп алып киләләр икән.

– Ниңә тоттоғоҙ уны?

– Малдарыбыҙҙы ҡырып бөттө, ялан-япанға ташларға алып барабыҙ.

– Мәгеҙ илле тәңкә аҡса, бүрене ебәрегеҙ, – ти егет. Тағы әҙерәк барғас, егет бер нисә кешенең бер нисә бал ҡортон тотоп килтергәнен күрә.

– Ниңә тоттоғоҙ уларҙы?

– Балаларҙы сағып тик йөрөйҙәр, бал йыймайҙар, – тиҙәр

быға.

– Мәгеҙ һеҙгә аҡса. Ебәрегеҙ, бынан ары теймәҫ,– тип, егет бал ҡорттарын да ебәрә. Хәҙер бының аҡсаһы бөттө. Уйлай-уйлай ҙа егет, берәй байға барып, аҡса эшләп алмаҡ була. Бер байға барып инә.

– Ниңә килдең, егет?

– Мин эш эҙләп йөрөйөм.

– Мал көтөргә сыҡ. Әгәр көтөп алып килһәң, йөҙ тәңкә аҡса бирәм, көтөп алып килә алмаһаң, башыңды киҫәм, – ти бай.

Егет ашап-эса лә малдарҙы көтөргә алып сығып китә.

Көтөп йөрөй был малдарҙы, мәлендә ашата, эсерә. Бер ваҡыт арып йоҡлап китә. Уянып китһә, янында бер мал да юҡ. Ҡайҙа барайым, тип илап торғанда, бының янына айыу килеп сыға.

– Эй, егет, ниңә илайһың?

– Малдарым ҡасҡан.

– Ҡурҡма, хәҙер килеп етерҙәр малдарың, – ти айыу. Айыу бара ла малдарҙы өркөтөп алып килә. Малдарҙы

ашатып, эсереп, кисен алып ҡайта егет. Бай аптырай. Бер аты менән бай һөйләшә:

– Ниңә ҡайттығыҙ?

– Беҙ ҡайтмаҫ инек тә, айыу ҡурҡытып ҡайтарҙы,– ти аты.

– Ул бит беҙҙән бик күп аҡса алыр. Иртәгә ҡайтмағыҙ, –ти атына бай.

Егет иртә менән малдарҙы тағы алып сығып китә. Ашата-эсерә, үҙе һиҙмәҫтән йоҡлап китә. Тороп ҡараһа, бер ат та юҡ. Егет көйөнөп торғанда, бер бүре килеп етә.

– Ниңә көйөнәһең?

– Малдарым ҡасҡан, шуға көйөнәм.

– Ҡурҡма, юҡҡа көйөнмә, хәҙер алып килеп етермен, – ти бүре.

Малдарҙы бүре өйөртөп килтереп еткерә. Егет, ашатып, эсереп көтөүҙе тағы алып ҡайтып китә.

– Ниңә ҡайттығыҙ? – ти бай теге атына. '

– Беҙ ҡайтмаҫ инек, бүре өркөттө, – ти аты.

– Иртәгә аҙаҡҡы көн. Ҡайтмағыҙ. Йә ул аҡса алыр, йә мин ул егеттең башын сабып өҙәм, – ти бай.

Өсөнсө көндө лә егет йоҡлап китә. Малдары тағы ла ҡаса. Шул ваҡыт бал ҡорттары килеп сыға.

– Нишләп һыҡтап тораһың, егет? – тиҙәр бал ҡорттары.

– Малдарым ҡасып бөткән, шуға һыҡтап торамын, – ти егет.

– Ҡурҡма, хәҙер малдарың яныңда булыр.

Бал ҡорттары, күсе менән ҡуҙғалып, малдарҙы өйөрөп килтерәләр. Шул ваҡыт бай менән һөйләшә торған ат килә лә егеткә:

– Егет, байҙан аҡса ла, мал да алма. Мине генә алырға тырыш, беҙ икәү булдырырбыҙ, – ти.

Егет көтөүҙе алып ҡайта. Бай теге атты бәйләп тороп яра.

– һин ниңә егет менән һөйләштең? – ти.

– һөйләшмәнем, – ти аты.

Бай атты яра-яра ла ебәрә.

– Эй, егет, һиңә ни кәрәк? Аҡса бирәйемме? – ти бай.

– Юҡ, аҡса алһам, мине бай тип уйлап таларҙар. Миңә аҡса кәрәкмәй, ана теге атыңды бир, – ти егет.

– Мин ат бирмәйем, – ти бай.

– Бына шул атты бирһәң, алам, бирмәһәң, алмайым, – ти егет.

– Ул насар ғына бит, уның менән ни эшләрһең? – ти бай.

– Миңә насар булһа ла ярап торор, – ти егет.

– Ярар, ал әйҙә, – ти бай. Егет атты ала ла менеп китә.

– Әйҙә, егет, киттек бына ошо һыу буйлап, – ти ат. Һыу буйлап бара торғас, ат тағы телгә килә:

– Мин һыуға төшөп, дейеүҙең йәнен табам, һыу өҫтө ҡара ҡан булһа, мине тиҙ генә тартып алырға тырыш,– ти.

Ат сумып китә. Бер ваҡыт һыуҙың өҫтөн ҡара ҡан ҡаплай. Шул арала егет атты тартып ала.

– Күп ҡалманы, хәҙер барып етәм. һыуҙың өҫтө ап-аҡ буядыниһә, мин дейеүҙең йәнен тапҡан булырмын, һин мине йәһәт кенә тартып алырһың,– ти ат.

Ат тағы сума. Күп тә үтмәй, һыуҙың өҫтө ап-аҡ һөт була. Егет атты тартып ала. Ат һыу төбөнән йәшникте тешләп алып сыға.Аттың йәшникте сығарыуы була, тегендә дейеү пәрейе ауырый башлай.

– Минең йәнемде таптылар бит, алып киләләр инде, – ти.

– Уны ҡайҙан тапһындар, – тигән була ҡыҙ.

– Күкәйҙең береһен алып килеп, эсемә бәрһәләр, йәнем күкрәгемә килеп етер, икенсеһен күкрәгемә бәрһәләр, йәнем сығып китер, – ти дейеү.

Егет менән ат ҡайтып киләләр. Ҡыҙ уларға ҡаршы югереп сыға.

– Әйҙә, – ти ҡыҙ, – тиҙ генә ин дә йомортҡаның береһен дейеүҙең әсенә бәр, икенсеһен күкрәк ауыҙына бәр. Йәһәтерәк йәне сығып китһен, ти.

Ишектән инеү менән, егет бер йомортҡаны дейеүҙең эсенә, икенсеһен күкрәгенә бәрә. Дейеү шул ерҙә йән бирә.

Ҡыҙ егеткә бара, туй була. Хәҙер ҙә улар икәү бергә донъя көтөп торалар, ти.

 

Поделись с друзьями: