Ғәлиә


Борон заманда бер ауылда егеттәр кәрт уйнағандар, ти. Бер егеттең һалып уйнарға аҡсаһы етмәгән.

— Отолһаң, төнгө сәғәт икелә бер үҙең генә барып, мунса ташын алып сығырһың,— тигәндәр уға иптәштәре.

Уйында отолғас, егет мунсаға киткән. Барған, мунса ташын алдым ғына тигәндә, уның ҡулын бер йомшаҡ ҡына ҡул тотоп алған да:

— Мине алаһыңмы? — тигән.

Егет ҡурҡып, хатта өндәшә алмай торған. Шунан мунса һелкенә башлаған, ти. Теге ҡул тағы:

— Мине алаһыңмы? — ти икән. Егет ҡурҡышынан:

— Алам,— тигән. Шул ваҡыт тирә-яҡ яп-яҡты булып, нур сәселеп киткән, нур эсендә бер һылыу ҡыҙ баҫып тора, ти.

Ҡыҙ егеткә ҡайтырға ҡушҡан. Егет мунсанан сыҡһа, ҡайһыһы биҙрә, ҡайһыһы көрәк күтәреп, кешеләр мунсаны һүндерһәк булып югерәләр, ти. Егеттең мунсанан сығыуы булған, теге ут шунда уҡ бөткән. Егет, хәлдән тайып, көскә өйөнә ҡайтып йығылған. Әсәһе:

— Улым ауырып киткән,— тип, төрлө үләндәр ҡайнатып эсергән, ти.

Теге ҡыҙ егеткә икенсе көндө лә килергә ҡушҡан икән. Бер ваҡыт төндә ишек ҡағалар, ти. Егеттең мунсаға барасағы иҫенә төшә лә әсәһенә асмаҫҡа ҡуша. Бына өй урынынан ҡуҙғала башлай. Егет, бик ҡурҡһа ла, ишекте асып тышҡа сыға. Сыҡһа, теге ҡыҙ баҫып тора, ти. Ҡыҙ мепән егет өйгә килеп инә лә: — Мин һинең киленең булам, хәҙер һеҙҙән китмәйем,— ти. Егеттең әсәһе:

— Улай булғас, иртәгә никах уҡытырбыҙ,— тип йоҡларға ятҡандар, ти.

Таңға табан ҡарсыҡ уянып китһә, тәҙрәнән әллә нисәмә кү? ҡарап тора, ти. Был күҙҙәр үҙҙәре йәмһеҙ, үҙҙәре маңлай уртаһында, ти. Ҡурҡышынан ҡарсыҡ:

— Килен, килен, тор әле,— тип, теге ҡыҙҙы уятҡан. Ҡыҙ, уянып китеп:

— Әлдә уятҡанһың әле, юҡһа донъянан китер инек,— тип, ғүмерҙә ишетелмәгән доғаларҙы уҡып ебәргән икән, теге күҙҙәр шунда уҡ юҡ булдылар, ти.

Егеттең ҡатыны шундай матур булған, кергән бер кеше: һоҡланып, таң ҡалып, сығып китә, ти, быларҙан. Бер аҙна самаһы торғас, ҡыҙ егеткә:

— Атайымдарға ҡунаҡҡа барайыҡ,— ти икән. Егеттең барғыһы килмәй, ҡурҡа, ти. Аптырағас, егет, бер күрәҙәсегә барып, бар хәлде һөйләп биргән. Теге күрәҙәсе:

— һин, улым, үҙеңә кәрәк кешене тапҡанһың, ул булмаған булһа, һине үлтерерҙәр ине,— тигән, ти.— һин ҡунаҡҡа бар, ҡатының барында бер нәмәнән дә ҡурҡма,— тигән. Егет:

— Минең күстәнәскә алып барырлыҡ бер нәмәм дә юҡ бит әле, — ти икән. Күрәҙәсе уға:

— Ат тиҙәген ал да, ҡайтҡас, икмәк силәгенә һалып ҡуй,— тигән. Теге егет атының тиҙәген бер биҙрә итеп алып ингән дә икмәк силәгенә һалып ҡуйған. Иртән тороп ҡараһа, теге тиҙәк он менән майға әйләнгән, ти.

Егеттең әсәһе:

— Күстәнәс бешерешәйем әле,— тип, он янына бара башлаһа, килене уға ҡарай. Ҡарауы була, ҡәйнәһе түр башына менеп ултырғанын һиҙмәй ҙә ҡала. Килен үҙе аш-һыу әҙерләп, туйынып, йоҡларға ятҡандар, ти.

Иртәгеһен иртүк тороп, ҡунаҡҡа киткәндәр. Юлға сыҡҡас, ҡыҙ иренә:

— Артыңа боролоп ҡарама, бисмилла тип әйтмә,— ти икән.

Бер ваҡыт быларҙы ҡыңғыраулы пар ат ҡыуып етә лә ултыртып алып китә. Был аттар шул тиклем шәп баралар, ултырып ҡына сыҙа, ти. Бер ваҡыт тәгәрмәстәр бер соҡорға төшөп китеп, егет бисмилла тип ысҡындырған бит. Бисмилла тип әйтеүе булған, егет бер һаҙлыҡҡа муйынына тиклем батҡан да ҡуйған. Аттар туҡтап тормаған, ары сапҡан. Атһыҙ ҡалғас, ҡатын иренә үпкәләй, ти.

— Мин һиңә бисмиллаңды әйтмәҫкә ҡуштым бит,—ти икән. Шунан ни, егетте ҡыҙ тартып сығарғандыр инде, киткәндәр

былар хәҙер йәйәүләп. Көс-хәл менән барып етеп, бер йортҡа кергәндәр. Йорттоң эсе тулы халыҡ, ти, матур-матур ҡыҙҙар, егеттәр, йә бейеп, йә йырлап торалар, ти. Өйҙөң эсе төрлө йыһаз менән тулы, бөтә ерҙә йомшаҡ ҡына һөлгөләр эленеп тора, ти. Егет, бер һөлгөнө тотоп ҡараған да, тағы ла яңылыш бисмилла гип әйткән дә һалған бит. Әйтеүе булған, теге өй баяғы мунсага әйләндө лә ҡуйҙы, ти. Ҡатын иренә инәлеп:

— Ҡабат шул бисмиллаңды әйтә күрмә инде, юғиһә ошонда ғүмергә ҡалабыҙ,— тигән дә бер доғаһын уҡып ебәргән икән, ей әүәлге хәленә ҡайтҡан, ти. Йыр, бейеү башланған. Егетте лә бейергә төшөргәндәр. Бейеп йөрөгәндә, аяғын яңылыш баҫып, тағы бисмилла тип ҡысҡырып ебәргән. Үҙе шунда уҡ һыуыҡ, бысраҡ соҡор эсенә барып төшкән. Ҡатынын саҡыра-саҡыра, ҡатыны килмәй, ти. Бик инәлә башлағас, тегене соҡорҙан тартып сығарҙы, ти.

Ҡайтырға булғандар. Ҡайтҡанда ат юҡ, ти. Эй баралар, эй баралар, бара торғас, бер ауылға килеп еткәндәр. Бер өйгә инеп ҡунмаҡсы булғандар. Берәүҙән йоҡлап сығырға һорағас, хужаның:

— Улай бик арығас, индерер инем дә бит, өйҙә бер ҡыҙым бар. Ул бер кешене лә яратмай. Бына ун һигеҙ йыл тула инде, интегәбеҙ,— тип әйтеүе булған, өйҙән бер йәмһеҙ итеп үкергән тауыш ишетелгән. Шул ерҙә егеттең ҡатыны:

— Беҙ өйгә инеп ҡарап сығайыҡ әле,— тигән. Хужа рөхсәт иткән. Ҡатын өйгә инһә, үҙенә бер тамсы һыу кеүек оҡшаған бер ҡыҙ үкереп ята, ти. Ҡатын, әллә ниндәй доғаларын уҡып тороп, теге ҡыҙҙың башын сапҡан да өҙгән. Шул ерҙә йәшен йәшнәп, өй һелкенеп киткән. Шул ваҡыт егеттең ҡатыны:

— Атай! Әсәй! — тип ҡысҡырып, тегеләрҙе ҡөсаҡлап илап ебәрҙе, ти.

Баҡһаң, егеттең ҡатыны быларҙың ҡыҙы булған икән. Ошо ҡыҙҙары тыуып, өс көнлөк булғас/уны ендәр урлап алып киткәндәр ҙә уның урынына үҙҙәренең балаһын һалып ҡалдырып киткәндәр икән.

Ендәр кеше балаһын урларға һәүәҫ икән. Ниңә тиһәң, әҙәм балаһы уҡыуға бик һәүәҫ була, бөтә нәмәне тиҙ ота. Ғәлиәне лә (ҡыҙҙың исеме шулай икән) ендәр үҙҙәренең һәнәрҙәренә өйрәткәндәр. Бик отҡор булғас, ендәр араһында ул хатта оҫтабикә булып йөрөгән. Ғәлиә ун ике-ун өҫкә еткәс, бер ен муллаһы:

— Кейәүгә сығыу юлын эҙлә. Ҡатын кешегә юлы табыла ул, тик бына беҙгә, ирҙәргә генә, был ен ояһынан китеү ҡыйын,— тигән. Шунан һуң Ғәлиә гел мунсала ҡасып ултыра башлаған, уның ысын кеше булып йәшәгеһе килгән. Оҙаҡ йөрөй торғас, мунсаға бына ошо егет килеп кергән дә ҡыҙ уға кейәүгә сыҡҡан.

Ғәлиәнең һөйләп биргәнен ишеткәс, ата-әсәһе сикһеҙ шатланған. Улар кейәүе менән ҡыҙын бик оҙаҡ ҡунаҡ иткәндәр. Аҙаҡтан Ғәлиәнең атаһы ат егеп, быларҙы егеттең илле саҡрым алыҫлыҡтағы ауылдарына илтеп ҡуйған.

 

Поделись с друзьями: