Шәйех


Борон заманда бер бай сауҙагәрҙең өс ҡыҙы булған. Берҙән-бер көндө сауҙагәр сит илдәргә сәфәр сығырға йыйынған. Китер алдынан ҡыҙҙарын йыйып алған да:

— Йә, ҡыҙҙарым, һеҙгә ниндәй бүләктәр килтерәйем? — тип һораған.

Оло ҡыҙы:

— Миңә һәйбәт шәл,— тигән. Уртансыһы:

— Әлегә тиклем күренмәгән, ашалмаған емеш, — тигән. Кесеһе:

— Бесәй килтер,— тип үтенгән.

Эше бөткәс, сауҙагәр баҙарҙа ҡыҙҙарына бүләктәр эҙләй башлаған. Оло ҡыҙына шәл алған, кескәйенә бесәй ҙә тапҡан, тик уртансы ҡыҙының һорағанын ғына таба алмаған. Эҙләй-эз-ләй арып бөткән, шунан бер ерҙә бойоғоп ҡына ултыра икән, янына бер ҡарт килгән дә:

— Ниңә былай бойоғоп ултыраһың? — тип һораған. Был ҡарттың исеме Шәйех икән. Сауҙагәр Шәйехкә үҙенең ҡайғыһын һөйләп биргән. Шәйех сауҙагәргә:

— Мин һиңә ул емеште табып бирермен, тик һин миңә шул уртапсы ҡыҙыңды ҡатынлыҡҡа бир,— тигән. Сауҙагәр риза булған.

Күп тә үтмәгән, Шәйех туйлап, ҡыҙҙы өйөнә алып ҡайтып киткән. Өйө бының бик ҙур, ҡырҡ бер бүлмәле икән. Ҡайтҡас та, Шәйех ҡатынына:

— Йәнем, ҡолоном, бик асыҡтым әле, һинең дә ашағың киләлер. Ҡаҙанда бығырҙан ит бешә, алып килтер,— тигән.

Ҡыҙ барып ҡараһа, ни күрә— ҡаҙан тулы кеше ите, ти. Ҡыҙ ҡурҡыуын белдермәй, итте килтереп ултырта. Шәйех ҡомарла-нып-ҡомарланып ашай башлай. Ә ҡыҙ, итте ашаған кеше булып, ҡуйынына тултырып тик ултырған. Ит ашағас, Шәйех:

— Йәнем, ҡолоном, хәҙер бик һыуһаным, бейеп барып һыу килтер,— тигән.

Ҡыҙ тороп бейеп китһә, ҡуйынындағы иттәре бөтәһе лә ҡойолған да ҡуйған. Шәйех:

— һин миңә иптәш була торған кеше түгелһең,— тигән дә, ҡыҙҙың ике ҡулын артҡа бәйләп, ҡырҡ беренсе бүлмәгә сәсенән аҫып ҡуйған.

Шул ваҡыт сауҙагәрҙең оло ҡыҙы килгән. Килгәс тә, туғанын һорашҡан. Шәйех уға:

— Ҡайҙалыр сығып киткәйне, тиҙҙән ҡайтыр. Бик асыҡҡанһыңдыр, ит бешә, ашап алайыҡ,— тигән.

Ҡыҙ ҡаҙанда кеше ите ҡайнағанын күреп ҡурҡа. Ҡурҡһа ла һиҙҙермәй, бергә ашарға ултыра'. Ашағанда итте ҡуйынына төшөрөп ултыра. Шәйех:

— Бейеп-бейеп һыу килтер,— тип һыуға ебәрһә, әлеге иттәр ҡойолоп ҡала.

Шәйех:

— Был ҡыҙ ҙа миңә иптәш булыр кеше түгел икән,— тип уны ла ҡырҡ беренсе бүлмәгә сәсенән аҫып ҡуя.

Оло анаһы китеп һаман ҡайтмағас, ниҙәр булды икән тип, кесе ҡыҙ юлға сыға, бесәйен дә ҡалдырмай. Килгәс, апаларын һораша. Шәйех:

— Улар баҙарға юҡ-бар ҡарарға сығып киткәндәр, тиҙҙән ҡайтырҙар. Әйҙә, асыҡҡанһыңдыр, бар ана ҡаҙандағы итте килтер,— ти.

Ҡыҙ кеше итен'күрә лә ҡойолоп төшә. Шулай ҙа ҡурҡҡанын белдермәй, ашарға ултыра. Ашарға алған һәр киҫәген бесәйгә ташлап ултыра, ә бесәй итте ашап бөтөп тора, ти.

Шәйех кесе ҡыҙҙы ла һыуға ебәрә. Ҡыҙҙың артынан ит төшөп ҡалмағанын күрә лә:

— Әһә, миңә иптәш була торған кеше ошо икән,— тип ҡыҙҙы өйөндә ҡалдыра. Үҙе бер айлыҡ юлға сығырға йыйына. Сығып китер алдынан кесе ҡыҙға:

— Бөтә бүлмәләрҙә лә йөрө, тик ҡырҡ беренсе бүлмәгә инәһе булма,— тип киҫәтә.

Бүлмәнән-бүлмәгә йөрөй торғас, ҡыҙ ҡырҡ беренсе бүлмәгә лә килеп етә. Ниңә был бүлмәгә инергә ҡушманы икән, бында, моғайын, берәй шом барҙыр, ти ҙә шул бүлмәне асып ебәрә. Инһә, ике ерҙә ике апаһы сәстәренән бәйле көйө аҫылынып тора. Ҡыҙ тиҙ генә апаларын ыскындыра. Үлемдән ҡотҡара. Шунан:

— Шәйех ҡайтмаҫ борон ҡасырға кәрәк,— тин йыйына башлайҙар. Шунда бер һандыҡ ултырған була. һандыҡта оса торған кәмә лә, аҫыл таштар ҙа бар, ти. Ҡыҙҙар аҫыл таштарҙы алып, осҡосҡа ултырып, осоп китәләр. Шәйех үҙенең осҡосон күреп аптырай. Тиҙ генә ҡайтып китә. Ҡайтһа, һандыҡ юҡ. Ул шунда уҡ кесе ҡыҙҙы эҙләргә сығып китә.

Был саҡта туғандар бер ҡалаға, икенсе батшалыҡҡа, килеп төшәләр. Батшаның вәзирҙәре береһенән-береһе матур өс ҡыҙҙы күреп, батшаға хәбәр итәләр.

Кесе ҡыҙҙы батшаның улы үҙенә ҡатынлыҡҡа ала, олоһо менән уртансыһын вәзирҙең улдары ала.

Кесе ҡыҙ, Шәйехтең эҙләп сығырын алдан белеп, бер нисә ҡатлы йорттоң өҫтөнә манара эшләттерә лә шунда тора башлай. Манараға менер юлға арыҫлан, юлбарыҫ, бүре менән айыуҙы һаҡҡа ҡуйҙырта.

Эҙләй торғас, Шәйех ҡыҙҙы таба. Был үҙе менән иҫертә торған дарыу алып килгән икән. Шуның менән ҡыҙҙы ҡарауыллаған айыу, бүреләрҙе иҫертеп, ҡыҙ янына килеп инә. Алдында Шәйехте күреп, ҡыҙ сайҡалып ҡуя. Шәйех:

— Йыйын, киттек,— тип ҡыҙға йыйынырға ҡуша. Ҡыҙ шунда Шәйехкә:

— һин менгәндә төшөр юлды яҡшы күргәнһең. Мине бында кис мендергәйнеләр, юлды белмәйем, алдан һин төш,— ти.

Манаранан төшә башлағанда ғына ситтән бер тауыш килә: «һөйәреңде бирәһеңме? һөйәреңде бирһәң, ҡотолорһоң»,— тип һорай күренмәгән был йән ҡыҙҙан. Ҡыҙҙың буйында бала булған икән. Ҡыҙ' шул тыумаған балаһын бирергә риза була ла, югереп килеп, Шәйехте артынан этәреп ебәрә. Атылып төшөп киткәндә, Шәйех бик ҡаты аҡыра. Шул тауышҡа ҡарауылдағы арыҫландар, бүреләр, уянып, Шәйехте ботарлап ташлайҙар.

Айы-көнө тулып, ҡатындан ҡыҙ бала тыуа. Тыуғас та, ситтән баяғы тауыш килә:

— Үҙең вәғәҙә иткәнде бир!

Шунда кесе ҡыҙҙың теге ваҡытта нисек ҡотолоуы иҫенә төшә. Ни эшләһен инде, вәғәҙә биргәс. Балаһын һуңғы тапҡыр ҡойондора ла, аҫыл кейемдәр кейҙереп, һөйә-һөйә лә биреп ебәрә.

Баланы етәкләп ауыл осона килтерәләр, шунда доға уҡыйҙар:

— Бер аяҡ әҙенән алтын ҡалһын, бер аяҡ әҙенән көмөш ҡалһын, көлгәндә, гөл сәскәһе күренһен, илағанда, ауыҙынан ялҡын сыҡһын, тиҙәр. Шунан ҡыҙҙы бер кешегә биреп ебәрәләр.

Ҡыҙ үҫеп, буйға етә. Ҡыҙҙың исеме бөтә тирә-яҡҡа тарала.

Ҡыҙҙы бер батшаның улы һората. Туйлап бирәләр. Ҡыҙҙы еңгәһе оҙатырға тейеш була. Еңгәһе юлға үҙенең ҡыҙын да ала.

Был бик көнсөл ҡатын икән. Батшаға үҙенең ҡыҙын бирмәк була.

Оса торған балаҫҡа ултырып, былар өсәүләп юлға сығалар.

Ҡыҙ һыу һорай, еңгәһе бирмәй.

— Бер күҙеңде соҡоп алып бирһәң, бер сүмес һыу бирәм,— ти. Бик ныҡ һыуһағанлыҡтан, ҡыҙ риза була. Бара торғас, ҡыҙ тағы һыу һорай. Был юлы еңгәһе:

— Икенсе күҙеңде соҡоп бирһәң, бер сүмес һыу бирәм,— ти. Ҡыҙ риза була. Шунан еңгәһе тома һуҡыр ҡалған ҡыҙҙы диңгеҙгә төртөп төшөрә лә ҡалдыра. Батшаның улына кәләш итеп үҙеней; ҡыҙын килтерә.

Батша улына еңгә ҡыҙы бер ҙә оҡшамай: атлаһа, алтын да, көмөш тә юҡ, көлгәндә, гөл сәскәһе лә күренмәй, илаһа, ауыҙынан ялҡын да бәрмәй. Батша улы шикләнә башлай.

Ҡолап төшкән ҡыҙ сәсле түңгәк араһында ятҡанда, быны утынға килгән бер бабай күреп ҡала. Ҡыҙ:

— Бабай, мине алып ҡайт,— тип үтенә.

— Эй, балам, һин күҙһеҙҙән ниндәй файҙа күрәйем мин, үҙем саҡ-саҡ ҡына йәшәйем,— ти.

— Бабай, мине етәкләп бар ҙа артыма ҡара,— ти ҡыҙ. Бабай ҡыҙҙы етәкләп, артына ҡараһа, ҡыҙҙың артынан алтын менән көмөш эҙ ҡала бара, ти.

Бабайҙа бер нисә көн торғас, ҡыҙ бер гөл сәскәһе бирә лә бабайға:

— Батша һарайына алып барып һат,— ти. Гөлдө әлеге еңгәһе күреп ҡала ла, шикләнеп, һатып алырға була.

— Күпмегә һатаһың? — тип һорай бабайҙан.

— Гөлө өсөн бер күҙ,— ти бабай. Еңгәһе ҡәйен һеңлеһенең бер күҙен биреп, гөлдө алып ҡала.

Икенсе көндө ҡыҙ бабайға тағы ла бер гөл тоттороп сығара. Бабай ҡыҙҙың икенсе күҙен дә алып ҡайтып бирә.

Бабайҙың тиккә генә йөрөмәгәнен батшаның улы ла һиҙеп ҡала. Бабайҙың артынан эйәреп килә лә өйгә инә. Шунда ҡыҙ барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә.

Батша улы бик шатлана. Теге ҡатын менән ҡыҙҙы икеһен бергә ҡыҫыр аттың ҡойроғона бәйләп ебәрә.

Батша улы яңынан ҙур туй яһай. Ҡыҙ менән бәхетле тормош ҡороп, рәхәт йәшәй башлайҙар.

 

Поделись с друзьями: