Бире ҡыҙы Бирәнһылыу


Борон бер бабай менән әбей булған. Уларҙың бер улдары, бер ҡыҙҙары булган. Яҡшы ғына ғүмер иткәндәр былар. Бер ваҡыт һунарҙан ҡайтып килгәндә, улдары ағас башында беркет ултырғанын күрә. Егет атырға ынтылһа, ҡош боҫа ла ҡуя. Яҡыныраҡ барып атайым тиһә, йәнә боҫа. Тағы яҡын барып атырға ынтылһа, беркет ҡолап килеп төшә. Егет бөркөттө алып ҡайтып китә. Уның һынған ҡанатын бәйләп баҡсаларына ебәрә. Гел ит ашата, ти, егет бөркөткә.

Бер көндө егет һунарға сыҡмай. Ҡарындашы меңән баҡсаға сығып ултырһа, юғарыла бер ҡош осоп йөрөгәнен күрә. Ҡош егет алдына килеп төшә лә, телгә килеп:

— Йә, рәхмәт, ағай. Мине тәрбиәләнең. Бер ваҡыт малдарың бөтөп ярлыланырһығыҙ, шул ваҡытта минең дә файҙам тейер,— ти ҙә көнбайыш яғына осоп китә. Егет абайлабыраҡ ҡараһа, был үҙе һауыҡтырып ебәргән бөркөт икән.

Бер ваҡыт, ауырыу төшөп, егет атаһының аяҡлы малы үлеп бөтә. Көн итеүе ауыр булып китә. Арпа өйрәһе эсеп кенә туҡлана башлайҙар былар. Әҙерәк аҙыҡ юнәтеп булмаҫмы, тип бабай ил араһына сығып китә.

Ете көн, ете тән барғас:

— Ҡарт, ҡайҙа бараһың? — тигән тауыш ишетә. Тирә-яҡты ҡарай, бер кем дә күренмәй. Ҡарт ары китә.

Баяғы тауыш йәнә ҡабатлана. Тағы ла берәү ҙә күренмәй. Ҡарт, бөтөнләй аптырап, юлын дауам итә. Яҡында ғына әлеге тауыш яңынан ишетелә. Бабай, асыуы килеп, алдында ятҡан ҡыу баш һөйәген тибеп ебәрһә, тауыш биреүсе ошо һөйәк булып сыҡҡан. Был — Бөркөтхандың сихырлап һалып ҡуйған көтөүсеһе икән. Бабай уға үҙенең ҡайҙа китеп барыуын һөйләп бирә. Шунан аяҡ аҫтындағы ҡыу баш:

— Бабай, мин һиңә бер аҡыл өйрәтәйем әле. Алда йылҡы өйөрө, дөйә көтөүе, һыйыр көтөүе тап булыр, һәр береһенән бер баш мал алып, Бөркөтхан йортона табан китерһең. Унда етмәҫ борон ете эт ҡаршы сығыр. Бер баш малыңды һуйып ҡалдыр. Бөркөтхан һиңә бөтә малдарын тәҡдим итер, һин уларҙы алма. Бәләкәй һандығын ғына һора,— тип кәңәш бирә.

Бабай, көтөүсе өйрәткәнсә, һәр көтөүҙән берәр баш мал алып, Бөркөтхандың йортона табан китте, ти. Өрөп ете эт ҡаршы сыҡҡас, дөйәһен һуйып ҡалдыра. Эттәр ҡыуып етә башлағас, һыйырын ҡалдыра. Йортҡа инде еттем тигәндә генә, эттәр тағы ла ҡыуып етәләр. Бабай менеп килгән атын һуйып эттәр-гә ташлай ҙа Бөркөтхан йортона инеп китә.

Ҡорт егетте бик яҡшылап ҡунаҡ итә. Унан, үҙенең донъяһын күрһәтмәксе булып, алып сығып китә. Бер ишекте асып ҡараһалар, туп-тулы һыңар аяҡлы кешеләр ултыра; икенсе бүлмәлә — һыңар ҡуллылар; өсөнсө бүлмәлә һыңар күҙлеләр ултыра, ти. Күрһәтеп бөтә лә ҡорт егеткә:

— Мин һиңә бер йомош әйтәм. Әгәр шуны үтәй алһаң, ҡайтырһың, үтәй алмаһаң, үҙеңде ошо бүлмәләрҙең береһенә индереп тығырмын,— ти.

— Ярай, мин риза,— ти егет.

— Бынан алыҫта бире батшаһы бар. Шуның Бирәнһылыу тигән бик матур ҡыҙы бар. Һин шуны миңә килтереп бирерһең,— тигән ҡорт.

Егет, риза булып, юлға сыға. Бик күп юлдар үтә был. Бара торғас: «Минең бер һәнәрем дә юҡ, нисек итеп бире ҡыҙын алып ҡайтырмын икән?» — тип илай башлай. Егет илап ултырһа, уның янына төлкө килеп, көлөп ҡарап ултыра, ти. Егет ҡайғыһынан төлкөнө лә күрмәй, юлын дауам итә, ти. Бара торғас, ултырып тағы ла илай. Төлкө килеп тағы ла көлөп ултыра» ти. Егет төлкөнө күрмәй, тағы ары китә. Бер урман ситенә барып еткәс, егет, инде ни эшләйем икән, тип тағы ла илай башлай. Төлкө, уның янына килеп:

— Егет, ниңә илайһың? Ниндәй ҡайғың бар? — тип һорай. Егет уға ҡайғыһын һөйләп бирә.

— Ярай, улай булһа, юлдаш булайым. Бергәләп барып Би-рәнһылыуҙы алып ҡайтайыҡ. Тик беҙгә бер гармун һатып алырға кәрәк. Бире батшаһы ҡыҙын кейәүгә биреп ята, ти. Уның туйы ҡырҡ көн бара, ти. Бөгөн иң аҙаҡҡы көнө. Улар иҫерешкәс, беҙ гармун менән барып инербеҙ ҙэ, һин уйнай башларһың, мин бейермен. Мин арығас, һин бейергә төшөрһөң, мин уйнармын. Бөтәһе лә йоҡлап бөтөрҙәр, Бирәнһылыуҙы алыр ҙа ҡасырбыҙ,— ти.

Егет менән төлкө гармун табып алдылар ҙа бире батшаһы йортона юл тоттолар, ти< Улар килгәндә, туйҙың иң ҡыҙыҡ ваҡыты, ти. Егет инеп, гармун уйнай башлай, төлкө бейергә төшөн китә. Ул бейеп арығас, егет төшөп бейей.

Бөтәһе лә йоҡлап бөткәс, төлкө егеткә:

— һин Бирәнһылыуҙы сәс үрмесенән ҡулыңа урап тот та ҡамсың менән өс тапҡыр һуҡ. Тик ҡулыңдан сәсен ысҡындыр-ма,— ти.

Егет Бирәнһылыуҙың сәс үрмесенән урап тотто ла ҡамсы менән яндыра-яндыра арҡа буйлап өс тапҡыр һуҡты, ти. Бирәнһылыу, уяна килеп, егетте ҡамсы менән һуҡҡайны, егег һауаға ырғылды, ти. Шулай ҙа егет уның сәсен ебәрмәгәс, ҡыҙ, буйһоноп:

— Ярай, егет, мин һинеке,— ти. Былар өсәүләп юлды ары дауам иттерҙеләр, ти.

Юлда егет уйға ҡала. Ниңә шундай матур был ҡыҙҙы ҡортҡа бирергә, үҙемә алайым да ҡуяйым,— тип уйлай икән. Төлкө егеттең уйлағанын белә лә:

— Егет, нимә уйлайһың, ниндәй ҡайғы төштә? — тип һорай.

— Был ҡыҙҙы ниңә ҡортҡа бирергә, үҙебеҙгә алайыҡ та ҡуяйыҡ,— ти егет.

— Була ул,— ти төлкө.

Төлкө, Бирәнһылыуҙы муллаға өйләндереп, үҙе, ҡыҙ ҡиәфәтенә инеп, ҡорт йортона киләләр. Ҡорт уларҙы ҡыуанып ҡаршы ала, яҡшылап ҡунаҡ итә.

Егет ҡортҡа:

— Мин Бирәнһылыуҙы һиңә алып килдем. Уны һиңә шундай шарт менән бирәм: беренсеһе — үткәнде ҡыуаламаҫҡа, икенсеһе— үҙеңдәге бөтә кешеләрҙең ағзаһын кире ҡайтарырға; өсөнсөһө — уларҙы азат итергә.

Ҡорт риза була.

Егет Бирәнһылыу тип төлкөнө ҡалдырып, Бирәнһылыу-мулла менән юлға сыҡҡан. Кис еткәс тә, ҡорт кәләш менән йоҡларға тип, ыуаланып йөрөй, ти. Шул ерҙә Бирәнһылыу ҡиәфәтендәге төлкө:

— Ярай, һинең менән ғүмер итербеҙ инде. Мин сығып, нәфел намаҙы уҡып инәйем,— ти.

Төлкө, шулай итеп, ҡортто алдап сыға ла егеттең артынан -ҡыуа. Өсәүләп ары китәләр.

Бара торғас, егет тағы уйға төшә. Миңә ҡыҙ булды ла ул булыуын, төлкөгә юҡ бит әле, тип баш вата. Егет был уйын төлкөгә әйтә.

— Юҡҡа аптырама. Бына хәҙер ҡорт беҙҙе ҡыуып етер. Ул үткәнде ҡыуаламаҫҡа тип әйтте лә бит, һүҙендә тормаҫ. Мин мулла ҡиәфәтенә инәйем. Бирәнһылыу яңынан ҡыҙ булһын,— ти.

Күп тә үтмәне, ҡорт ысынлап та ҡыуып етте, ти, быларҙы. Егет менән ҡорт араһында ҡыҙ әсән китә талаш. Шул ерҙә мулла-төлкө:

— һеҙ юҡҡа талашаһығыҙ, икегеҙҙә лә ғәйеп бар. Ҡорт әйткән һүҙен үтәмәне, егет һине алдап китте. Кемдең гонаһы әҙ, ҡыҙ шуға булыр. Әйҙә, гонаһтарығыҙҙы үлсәйем,— ти.

Мулла-төлкө тәүҙә егетте һуҙып һалды ла таяҡ менән уның гонаһын үлсәгән кеше булды, ти.

— Ай, егет, гонаһтарың күп икән шул. Ахырыһы, ҡыҙ һиңә булмаҫ,— тигәс, ҡорт ҡыуанып китте, ти.

— Әйҙә, ҡорт, һпн ят инде, гонаһтарыңды үлсәйем,— тип ҡортто һуҙып һалды, ти. Шунан: «Гонаһтарың бик күп икән, ҡыҫҡартайым әле»,— тип, ҡорттоң ҡойроғонан урап тотоп тороп, һырт буйыңа таяҡ менән бирә башланы, ти.

— Донъяламы эш донъяла ҡала ул. Бер ваҡыт мпн ҡош ашап ултырғанда, һин минең ҡойроғомдо өҙөп, табышымдыалып киткәйнең,— тип ҡортто туҡмай ғына бирә, ти. Ҡорт, ҡойроғон өҙөп, тороп ҡаса.

Былар юлдарын дауам итәләр. Бара биргәс, төлкө:

— Егет, һин, ҡыҙ кемгә булыр, тип аптырай инең. Хәҙер ҡыҙҙы бүлешеп алабыҙ,— тип ҡылыс менән ҡыҙҙың башынан урталай яра сабырға булды, ти. Төлкө ҡылыс менән сабайым ғына тигәндә, егет уны үҙ кәүҙәһе менән ҡаплап, башын эйҙе, ти. Төлкө өс рәт сабырға итә, егет өс рәт ҡыҙҙы ла, үҙен дә һаҡлап ҡалды, ти.

— Ярай, егет, донъялыҡта ҡылған эш донъялыҡта ҡала. Бер ваҡыт һин дә мине ағас башынан атып төшөрөргә иткәйнең, мин башымды эйеп ҡотолоп ҡалдым. Миңә файҙа иткәйнең, мин дә бер файҙамды күрһәтәйем. Ал ҡыҙҙы үҙеңә,— тип, төлкө ҡыҙҙы егеткә биреп, ҡайтарып ебәрә.

Төлкө егет ҡотҡарған баяғы бөркөт булған икән.

Егет бире ҡыҙы Бирәнһылыуҙы кәләш итеп алып, ата-әсәһен ҡыуандырып, әле лә йәшәп ята, ти. Шуға ла кешеләр араһында бире заттары бар, ти.

 

Поделись с друзьями: