Ала ҡарға


Борон-борон заманда, кәзә команда, өйрәк үрәтник, күркә дисәтник саҡта, һайыҫҡан һалдат, әтәс әфисәр, торналар янарал булғанда, бер ала ҡарға тотто ла диңгеҙҙән китеп барған бер карапты туҡтатты, ти. Караптың эйәһе, бер бай сауҙагәр:

— Был ни эшең, ала ҡарға?— тип һораны, ти. Ала ҡарға:

— Йә мин һораған нәмәңде бирәһең, йә карабыңды батырам! — тип әйтте, ти.

Ҡурҡыуынан ағарынған сауҙагәр ала ҡарғаның һораған нәмәһен бирергә риза булды, ти. Ала ҡарға:

— Илеңә әйләнеп ҡайтҡас, һинең йортоңа минән бер ала бейә барыр. Кем дә кем шуны беренсе булып күрә, шул уға атланып китергә тейеш. Ҡаршылыҡ күрһәтер булһаң, донъяңдың аҫтын-өҫкә килтерермен! — тип иҫкәртте, ти.

Сауҙагәр сәфәр йөрөп ҡайтыуҙың икенсе көнөндә ук уның йорт кәртәһе янына эйәрле бер ала бейә килеп туҡтаны, ти. Быны башлап сауҙагәрҙең хеҙмәтсе малайы күрҙе, ти. Малай, өйгә инеп, был ат хаҡында сауҙагәргә әйткәйне, сауҙагәр уны башлап күреүсе үҙе булмауына бик шатланып, хеҙмәтсеһенә:

— Хәҙер үк ана шул ала бейәгә атланып ал да, ул ҡайһы яҡҡа табан алып сапһа, шунда кит! — тип әйтте, ти.

Шунда был егет эйәрле ала бейәгә атланды ла китеп тә барҙы, ти. Эй китте, ти, был, эй китте, ти. Бына бер заман ала бейә бер ҡара урман уртаһындағы йоҙроҡ хәтле генә бер өй алдына килеп туҡтаны, ти. Егет атынан төшөп, өйгә инһә, унда юнте-рәп бөткән бер әбей йөн тетеп ултыра, ти.

Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, был әбей егеттән:

— Ҡайҙа табан юл тоттоң, балам? — тип һорай.

— Мин юлды тотманым, юл мине тотто. Ҡайҙа алып баралыр, үҙем дә белмәйем, әбей,— ти егет.

— һин белмәһәң, мин беләм,— тип әбей юлсыға барыр юлын өйрәтеп алып китте, ти.— Ете диңгеҙ кисеп, ете урманды уҙғас, бер һөт күле булыр. Шул күл ярында ҡамыш үҫкән» булыр. Барып еткәс тә, һин ана шул ҡамыш араһына лнеп ултыр. Күл буйына алты аҡҡош осоп килер. Шунда улар, үҙҙәренең мамыҡ тундарын һалып, һылыу-һылыу ҡыҙҙарға әйләнерҙәр ҙә күлгә төшөп ҡойона башларҙар, һин ҡурҡытма, шым ғына ултырыуыңды бел. Бына шунда тағы бер аҡҡош килер ҙә, мамыҡ тунын һалып, күлгә төшөр. Шул ваҡытта инде һин аҡрын ғына бар ҙа ана шул етенсе ҡыҙҙың мамыҡ тунын йәшер. Алты ҡыҙ күлдән сыҡҡас, яңынан аҡҡош булып, осоп китер, ә теге етенсеһе тунын таба алмайынса тороп ҡалыр. Шунан һуң ул: «Минең тунымды алған кем икән, рәхмәт төшкәре!» — тип әйтер, һин өндәшмә. «Әгәр һин оло кеше булһаң,-минең ағай булырһың, минән кесе булһаң, ҡустым булырһың. Күренсе, һин кем?» — тип һорар, һин һаман өндәшмә. «Әллә һин мине күҙләп йөрөгән берәй егет булаһыңмы?»—тип әйтер. Бына шунда инде һин ҡамыш араһынан сыҡ та, ҡыҙҙың янына барып, мамыҡ тунын бир. Ҡалған яғын үҙегеҙ аңлашырһығыҙ,— тигән.

Егет, ҡарсыҡҡа рәхмәт уҡып, ул өйрәткән юл менән киткән. Ете диңгеҙҙе кисеп, ете урманды үткәс, һөт күленә барып сыҡҡан. Шунда ул күл тирәһендәге ҡамыш араһына инеп боҫҡан да тауыш-тынһыҙ ғына ултыра биргән. Оҙаҡ та үтмәй, алты аҡҡош килеп, мамыҡ тундарын һалып, күлгә төшкәндәр. Бер аҙҙан һуң етенсе аҡҡош килеп, шулай уҡ мамыҡ тунын һалып, тегеләре янына күлгә төшкән. Күлгә инеү менән, улар береһенән-береһе матур ете ҡыҙға әйләнгәндәр. Шул саҡ егет теге етепсеһенең мамыҡ тунын алып йәшергән. Күп тә үтмәй, алты ҡыҙ алты аҡҡош булып осоп киткәс, етенсеһе үҙенең тунын эҙләргә тотонған. Егет башта ҡыҙҙың һорауҙарына ҡаршы өндәшмәй ултырған. Иң аҙаҡтан ҡыҙ: «Әллә күҙләп йөрөгән берәй егет булаһыңмы?» — тигәс кенә, егет, ҡамыш араһынан сығып, ҡыҙға мамыҡ тунын биргән. Ә ҡыҙ бер күреүҙә егеткә ғашиҡ булған да ҡуйған. Шунда ул:

— Мин хәҙер өйөмә осоп китәм, һин минең артымдан ҡалма, мине күрә-күрә бар. Мин һөт күле батшаһының ҡыҙымын. Атайым йортона етер-етмәҫ мин һине ҡаршы алырмын,— тигән.

Ҡыҙ мамыҡ тунын кейеп аҡҡошҡа әйләнгән дә осоп киткән, ә егет, уны күрә-күрә бара торғас, һөт күле батшаһының һарайы янына килеп етә яҙған. Теге ҡыҙ, уны шунда ҡаршы алып, атаһының да, үҙенең дә кем икәнен һөйләп биргән. Уның. атайым тин йөрөгән кешеһе әҙәм затынан түгел, дейеү пәрейе затынан икән. Теге ваҡыт диңгеҙҙә китеп барған карапты туҡтатып, бай сауҙагәрҙең ҡотон алған ала ҡарға бына ошо дейеү булған да инде. Баяғы алты аҡҡош тигәнебеҙ ошо дейеү батшаһының үҙ ҡыҙҙары, ә быныһы, етенсе булып йөрөгәне, имсәк бала ваҡытында уҡ урлап килтерелгән бер бахыр ҡыҙ икән. Ул үҙенең ата-әсәһен белмәй, дейеүҙең алты ҡыҙы ла, уның, әҙәм затынан икәнен белмәйенсә, ҡарындашыбыҙ тип йөрөйҙәр-икән.

Ҡыҙ бына шуны егеткә һөйләгән дә уға батша янына инеп күренергә, ул ни ҡушһа, шуны эшләргә риза булырға ҡушҡан.

Батша был егеткә:

— Бар әле, малай, миңә ҡара туры айғырҙы һуғарып ҡайт! — тигән.

[ Егет ҡара туры айғырҙы һуғарырға алып киткән. Ҡыҙ уға. бер таяҡ тотторған.

— һуғарыр алдынан өс тапҡыр, һуғарғас, йәнә өс тапҡыр, ошоноң менән һуғырһың,— тигән.

Егет шулай эшләгән. Айғырҙы һарайына алып ҡайтып ябып, ҡуйған.

Шунан батша:

— Бар әле, малай, анау алты бүртә бейәне һуғарып ҡайт! — тигән.

Егет алты бүртә бейәне һуғарырға алып китер алдынан, батша ҡыҙы янына ингән. Ҡыҙ уға:

— Батшаның алты бүртә тигәне алты бейә түгел, алты ҡыҙы була. Ьыу буйына барғас, улар аҡҡош булып осоп китерҙәр, һин бушҡул менән тороп ҡалырһың. Шунан, минең алты бүртә бейәмде ҡайҙа иттең тип, батша һинең башыңды ҡырҡасаҡ,— тигән.

Егет:

— Ни эшләйем һуң? — тип һораған.

— һин уларҙы теҙеп баҫтыр ҙа маңлайҙарына берәр тапҡыр сиртеп сыҡ. һуғарғас, тағы бер тапҡыр сиртеп алырһың. Шунан улар нисек килһәләр, шулай ҡайтырҙар,— тигән.

Егет ҡыҙ ҡушҡанса эшләгән. Батша, алты бүртә бейәнең шул көйө әйләнеп ҡайтҡанын күреп, аптырап ҡалған. Шунан ул егеткә:

— Бер тән эсендә анау урман буйындағы һөрөлмәгәл ерҙе һөр ҙә, сәселмәгән игенде сәсеп, үҫтереп, урып, көлтәләргә бәйләп, ер өҫтөнә теҙеп баҫтырып ҡуй! — тигән.

Егет:

— Ярар! —тигән булған. Бик күңелһеҙләнеп кенә теге ҡыҙ янына барған. Ҡыҙ уның зарын тыңлаған да:

— Тән уртаһы еткәс, минең яныма килерһең,— тип ҡайтарып ебәргән. Егет, тән уртаһы еткәс, килһә, ҡыҙ тәҙрәһен асҡан да, бармағындағы йөҙөгөн һалып, шуға өргән. Шунда уҡ тәҙрә алдына ен-пәрейҙәр килеп тулған. Шунан ҡыҙ, егеткә ҡарап:

— Батша ҡушҡан эште ҡуш үҙҙәренә,— тигән. Егет ен-пәрейҙәр көтөүенә:

— Таң атҡансы, анау урман буйындағы һөрөлмәгән ерҙе һөрөгөҙ ҙә, сәселмәгән игенде сәсеп, үҫтереп, урып, көлтәләргә бәйләп, ер ӨҪТӨНӘ теҙеп баҫтырып ҡуйығыҙ! — тигән.

Ен-пәрейҙәр шунда уҡ юҡ булғандар.

Батша таң атыуға ер өҫтөнә барһа, бөтәһе лә ул тигәнсә эшләнгән. Егет ҡойолоп ҡалған башаҡтарҙы йыйыштырған кеше булып йөрөй, ти.

Батша, үҙенең аптырап ҡалыуын һиҙҙермәҫкә тырышып:

— Былай эште еренә еткереп эшләгәнһең икән,— тигән булды, ти. Үҙе бик шөрләй, ти. Ни әсен тиһәң, был әҙәм балаһы минең батшалығымды тартып алмағайы, тип ҡурҡа, ти. Шуның өсөн ул егеткә бер ҙә ҡаты бәрелмәҫкә, уның күңелен табырға булды, ти.

— Ҡушҡан эштәремде еренә еткереп эшләгәнең өсөн мин һиңә ете ҡыҙымдың үҙеңә оҡшағанын һайлап алырға рөхсәт итәм,— тип әйтә һалды, ти, был батша.

Егет ете ҡыҙ араһынан үҙенә гел генә аҡыл өйрәтеп, эште уң иткән баяғы ҡыҙҙы һайлап алды, ти. Былар ана шулай ирле-ҡатынлы булып тора ла башланылар, ти.

Берҙән-бер көндө батшаның өлкән кәңәшсеһе батшаға:

— Был ике әҙәм балаһы беҙҙе имеп йәшәтмәҫ. Ҡулдарынан килмәгән эштәре юҡ. һөт күлебеҙҙең аҫтын-өҫкә килтерерҙәр. Көт тә тор бына. Үлтереп, ҡотолайыҡ быларҙан! — тип әйтте, ти.

Батша бый кәңәште бик хуп күргән.

Был ваҡытта кейәү менән ҡыҙ йәйрәп ятҡан икһеҙ-сикһеҙ һөт күле буйын хозур итеп йөрөйҙәр ине, ти. Батша уларҙы тотоп алып ҡайтырға ҡыугындар ебәрҙе, ти. Ҡыҙ, быны һиҙенеп, ҡыуғындар килеп етер алдынан үҙе ҡуйға әйләнде, егетте көтөүсе ҡартҡа әүерелдерҙе, ти. Ҡыуғынсылар был көтөүсе ҡарттан:

— Бабай, бынан бер егет менән ҡыҙ үтмәнеме? — тип һоранылар ти.

— Үтмәнеләр,— тип яуап бирҙе, ти, көтөүсе.

Шунан батшаның хеҙмәтселәре кейәү менән ҡыҙҙы эҙләне-ләр-эҙләнеләр ҙә, таба алмағас, бушҡул менән ҡайтып киттеләр, ти.

Батша, һеҙҙән рәт сыҡмаҫ, ахыры, тип, ҡыҙы менән кейәүен эҙләп үҙе сығып китте, ти. Ҡыҙ дейеү батшаһының ел-дауыл ҡуптарып килеүен күреп, бер әбейгә әүерелде, кейәүен бер ҡурайсы ҡартҡа өйләндерҙе, ти. Батша атынан төшөп әбей ҡиәфәтенә ингән ҡыҙын тотоп алайым тигәйне, ҡыҙ ҡыйғыр булып осоп китте, батша ыласынға әйләнеп, уны баҫтыра китте, ти. Бер йылға янына барып еткәс, ҡыйғыр һыуға төштө лә сабаҡҡа әйләнеп йөҙөп китте, ти. Ыласын, ҡапыл суртанға әйләнеп, сабаҡты ҡабып йотайым тигәндә генә, тегенеһе һыу алып торған бер ҡыҙҙың силәгенә атылып инде лә алтын йөҙөк булды, ти. Суртан егеткә әйләнеп, ҡыҙҙан:

— Был минең йөҙөгөм,— тип йөҙөктө һорай башланы, ти. Иллә-мәгәр был ҡыҙ йөҙөктө бирмәне, ти. Егет, ҡыҙ артынан ялынып-ялбарып, ауылға саҡлы барҙы, ти.

Ауылға ингәс, егет, ҡыҙ минең йөҙөгөмдө алды ла бирмәй, тип янъял ҡуптарҙы, ти. Ҡыҙ, намыҫланып, йөҙөктө атып бәргәйне, ергә төшөү менән, тары ярмаһы булып сәселеп китте, ти. Шул ваҡыт йәш егет төҫөндәге дейеү батша, әтәскә әйләнеп, ярма бөртөктәрен сүпләй башланы, ти. Бер генә бөртөк ярма ҡыҙҙың аяғы аҫтына тәгәрәп кереп, һаҡланып ҡалғап икән. Шул бер бортөк тары ярмаһы, бөркөткә әйләнеп, әтәстең муйынын өҙөп тә ҡуйҙы, ти.

Яуыз уйлы һөт күле батшаһының йән биреүе ана шул булды, ти.

Ҡыҙ, бөркөттән йәнә үҙ һынына инеп, егет янына китте, ти. Ул, һаман ҡарт ҡурайсы булып, үҙенең ҡурайын һуҙып ултыра ине, ти.

Былар икәүләп үҙҙәре баш, үҙҙәре түш булып, дейеү батшаһы һарайында ғүмер^итә башланылар, ти.

Әле булһа улар-шуйда гөрләшеп йәшәп яталар икән, ти.

 

Поделись с друзьями: