Оморҙаҡ батыр


Борон-борон заманда бер әбей менән бабай булған. Уларҙың бер улдары тыуған. Уға Оморҙаҡ тип исем биргәндәр. Әбей менән бабай бик ярлы булғандар. Оморҙаҡты бер байға малайлыҡҡа; биргәндәр. Оморҙаҡ бик тиҙ үҫкән, батыр булып етешкән. Бер мәлде бер батша байрам ойошторған. Был байрамға Оморҙаҡ та барған. Батшаның бер ҡыҙы бар икән. Был ҡыҙ Оморҙаҡҡа ғашиҡ булған да үҙенең атаһына әйткән:

– Атай, бирһәң дә, бирмәһәң дә – барыбер ошо өгөткә ке-йәүгә сығам, – тигән.

– Ярар, ҡыҙым, сыҡ, – тигән батша. Шунан Оморҙаҡты саҡырып алған:

– Ҡыҙым һиңә кейәүгә сығам, ти. Әгәр мин һораған ҡалымға риза булһаң, ҡыҙымды һиңә бирәм, – тигән.

– Ярай, мин риза, – тигән Оморҙаҡ.

– Минең бер бәһлеүәнем бар, уға хатта ос кеше бергәләй тә ҡаршы тора алмай. Шул бәһлеүәнде йығып үлтерһәң, һиңә ҡыҙымды бирәм, – тигән батша.

Батша менән бәһлеүән бер-береһен күрә алмайҙар икән.

– Ярай, – тигән Оморҙаҡ.

Шунан батша теге бәһлеүәнде килтерткән дә, былар көрәшә башлағандар.

– Нимәгә ышанып, минең менән керәшкә сыҡтың? – тип һораған теге бәһлеүән.

– Эй, батыр, улай һөйләнмә! Көфөр һүҙҙәр әйтәһең, – тигән Оморҙаҡ.

Эй көрәшәләр былар, эй көрәшәләр. Корәшә торгас, Оморҙаҡ теге бәһлеүәнде һауаға ырғытып ебәргән дә тошоп килгән сағында тегенең башын аяғы менән тибеп өҙгән дә сыгарған.

Батша ботә өргә тыу әлергә, музыка уйнатырға, ура ҡысҡырырға ҡушҡан. Шунан ҡыҙын Оморҙаҡҡа биргән.

Бер аҙ торғас, Оморҙаҡ батша булып киткән. Батша булғас, ҡатынын алған да тыуған ойонә ҡайтырға сыҡҡан. Ҡайтып барғанда, Оморҙаҡтың улы тыуған. Бер төрком батша һалдаттары быларҙы оҙата киләләр икән. Бер ҙур йылға буйына килеп еткәс, һал һаллап, йылға аша сыға башлагандар. Йылға уртаһына килеп еткәс, һалды бер нәмә тотҡан да алған. Был аждаһа икән.

– Улыңды бирһәң, Йылға аша сығырға рөхсәт итәм; бирмәһәң, һалығыҙҙы ла, үҙегеҙҙе лә һыуға батырам, – тигән аждаһа.

– Тәүҙә яр буйына барып етәйек, шунан һуң мин һиңә улымды бирермен, – тигән Оморҙаҡ. Аждаһа һалды күтәреп алған да күҙ асып йомғансы яр буйына килтереп тә ҡуйған.. Шул ерҙә Оморҙаҡтың улы атаһына былай ти икән:

– Атай, һин мипе аждаһага бирмә, мин уның менән көрәшәм.

– Ярар, улым, көрәш, – тигән Оморҙаҡ.

Атаһынан рөхсәт булғас, әлеге малай аждаһа менән көрәшергә тотонған. Аждаһаны эләктереп алган да өргә һеңдерә һуҡҡан да ҡуйған. Аждаһаны үлтереп, былар ҡайтып киткәндәр.

Ҡайтып килһәләр, Оморҙаҡтың атаһы менән әсәһе бик ҡартайғандар, ти. Уландарының иҫән-һау ҡайтыуын күреп, шатлыҡтан илашып та алғандар. Оморҙаҡ, бик ҙур мәжлес йыйып, үҙен батша итеп иглап иткәй. Луылга батша булып киткән.

Күрше ауылда ла бер батша булған. Был батша ҡыҙып кейәүгә биреү уңайы менән ҙур туй үткәреп ята икән. Оморҙаҡты ла ҡунаҡҡа саҡырған, башҡа халыҡтар ҙа күн йыйылған. Оморҙаҡтың бер батыры булған. Теге батшаның батыры Оморҙаҡтың батырын еңгән. Шул ерҙә Оморҙаҡ һикереп торған да теге батыр менән үҙе көрәшмәй булған. Көрәшә башлағандар икән, теге батыр Оморҙаҡты ла еңгән. Шул ваҡыт Оморҙаҡтың улы югереп сыҡҡан да:

– Атай, был батыр менән мин көрәшәйем әле, – тигән.

– Ҡуй, улым, һин йәшһең бит әле, – тигән Оморҙаҡ.

– Көрәшәйем инде, атай!

– Ярай, улай булғас, көрәш, – тигән атаһы. Оморҙаҡтың улы теге батыр эргәһенә барған да, былар, бер-

береһенең биленән алып, көрәшә башлағандар.

– Нимәгә ышанып, минең менән көрәшергә сыҡтың?– тип һораған теге батыр.

– Батыр, артыҡ һүҙ һөйләмә. Үлһәм, батыр ҡулынан үләйем тип уйланым, – тигән Оморҙаҡтың улы.

– Ярай, – тигән теге батыр, – улай булғас, мин һинең билеңде һындырайым әле!

Шулай итеп әйтешкәндәр ҙә корәшә башлағандар. Эй көрәшкәндәр былар, эй көрәшкәндәр, көрәшә торғас, Оморҙаҡтың улы теге батырҙың ҡолағынан ғына тотоп алған да һауаға сөйөп ебәргән, һауанан ергә төштөм тигәндә генә, йоҙроғо менән теге батырҙың,арт һанына биргән икән, батыр кәлгә өйләнгән дә ҡуйған. Батша бик ҡурҡҡан, ти. Ҡурҡыуынан аҫтына хатта ҡом таш ебәргән, ти.

– Былай булғас, минең ҡыҙымды улыңа ҡоҙала, – тигән батша Оморҙаҡҡа.

– Ярар, бирһәң, ҡоҙалармын, – тигән Оморҙаҡ. Оморҙаҡ, батша ҡыҙын ҡоҙалап, улына кәләш алын биргән.

Алты көн буйы туй барған. Туйҙа тағы ла көрәш башланған. Оморҙаҡтың улына ҡаршы бер кем тора алмаған. Теге батшаның да (хәҙер ҡоҙаһы булды бит инде) бер улы бар икән. Шул малай торған да:

– Атай, еҙнәм менән мин көрәшеп ҡарайым әле? – тигән.

– Ярай, көрәшеп ҡара, – тигән атаһы. Шунан теге малай еҙнәһе эргәһенә килгән:

– Әйҙә, еҙнә, бер-беребеҙҙә күтәрешеп, көрәшеп ҡараныҡ,– тигән.– Ҡуй, ҡәйнеш, көрәшмәйек, оят булыр, – тигән еҙнәһе.

– Булмаһа, бер-беребеҙҙе күтәрешеп кенә ҡарайыҡ та шунан туҡтарбыҙ, – тигән ҡәйнеше.

– Ярай, улай булғас, әйҙә, көрәшәйек,– тигән еҙнәһе. Шунан еҙнә менән ҡәйнеш көрәшә башлағандар. Еҙнәһе ҡәйнешен күтәреп алған да, һауала өйөрөлтөп-өйөрөлтөп тороп, ергә атып бәргән.

– Ай-һай, еҙнә, бик батыр икәнһең, – тигән ҡәйнеше.

Оморҙаҡтың улының улы тыуған. Ул атаһына бер ҙә оҡшамаған, үҙе бик матур булған. Теге батша ҡыҙының улына батша исеме биргән. Бер ваҡыт Оморҙаҡтың улы батшанан тыуған яҡтарына ҡайтырға рөхсәт һораған.

– Эй, батшам-солтаным, беҙгә тыуған илгә ҡайтырға рөхсәт ит, – тигән.

– Рөхсәт итәм, ҡайтығыҙ, – тигән батша. Оморҙаҡтың улы, ҡатынын, улын алып, ҡайтып киткән.

Килә торғас, бейек тау башында ғәскәр күрен ҡалғандар. Яҡыныраҡ килеп ҡараһалар, был дейеү пәрейҙәре икән. Шул ерҙә дейеү пәрейҙәре батшаһы Оморҙаҡтың улының улына:

– Әйҙә, беҙҙең менән көрәш, – тигәндәр.

– Минең улым йәшерәк әле, мин үҙем көрәшәм,– тигән дә Оморҙаҡтың улы көрәшергә тотонған. Оморҙаҡтың улы бер нисә батырҙы йыҡҡан. Иң аҙаҡ дейеүҙәр батшаһының батыры сыҡҡан. Эй ҡысҡырып та үкереп, ерҙе тырнап килә, ти, был. Шул ваҡыт дейеүҙәр батшаһы әйткән:

– Кем ошо батырҙы еңә, шуға ҡыҙымды бирәм, – тигән. Оморҙаҡтың улы көрәшкә сығырға торһа, улы килә лә:

– Атай, туҡта, мин көрәшәйем, – тигән.

– Ярай, улым, көрәш, – ти атаһы.

Былар көрәшә башлайҙар. Өс көн, өс төн көрәшкәндәр, Оморҙаҡтың улының улы дейеү батшаһының батырын һауаға атып ебәргән икән, теге батыр килеп төшкән ыңғайы ергә һеңгән дә бөткән. Шунан дейеү батшаһы ҡыҙын Оморҙаҡтың улының улына биргән.

Оморҙаҡтың улы ҡайтыу яғына юлын дауам иткән, ә улы, батша кейәүе булып, ҡунаҡлап ятып ҡалған.

Күп тә үтмәгән, дейеүҙәр батшаһына үлергә ваҡыт еткән. Уның бер генә улы ла булмаған. Берҙән-бер ошо ҡыҙы гына булған. Дейеү үҙенең батшалығын ҡыҙына биреп үлгән, ҡыҙы кейәүенә биргән. Шулай итеп, Оморҙаҡтың улының улы бөтә дейеүҙәргә батша булып киткән. Бер ваҡыт Оморҙаҡ улының улы ябыға, һарғая башлаған.

– Ниңә былай ябығаһың? – тип һорай икән ҡатыны.

– Минең атам менән әсәм бар бит, шуларҙы һағынам, өйгә ҡайтып килергә инә, – ти икән Оморҙаҡ улының улы. Шунан ул ҡатынын алған да бөтә дейеүҙәре менән ҡайтып киткән.

Оморҙаҡ та батша булған, уның улы ла батша булған, улының улы ла батша булып киткән. Улар өсөһө лә ил менән яҡшы идара итеп яталар икән.

Бөгөн шунда киттем, кисә ҡайтып еттем.

 

Поделись с друзьями:

 

 

    Одесса видеонаблюдение, установка видеонаблюдения дома , сколько стоит установка сигнализации