Серле төйөнсөк


Көлдөрөп кешенең һынын ҡатырыу ғына түгел, үлтереп тә була икән. Белмәһәң, белеп ҡал, хәҙер бына шул турала һөйләйем. Бик борон заманда булған был хәл. Башҡорттар өҫтөнән, уның ер-һыуҙары менән старшиналар, төрлө тархандар хөкөм йөрөткәндәр ул саҡта. Ҡайһы ырыуҙалыр, хәҙер уныһын асыҡ ҡына әйтеүе ҡыйын, Ҡабыҡбаш исемле бер старшина булған. Был уның ысын исемеме, әллә ҡушаматымы, уныһын да асыҡ ҡына белгән кеше юҡ. Исеме икән, күрәһең, ҡабыҡ ҡыуыш аҫтында тыуғандыр, ә инде ҡушамат булһа, артыҡ дыуамал, ҡабыҡ һымаҡ буш баш булғаны өсөн бирелгәндер. Уйлауымса, һуңғыһы дөрөҫөрәк булһа кәрәк...

Әмәлһеҙ дыуамал булған шул Ҡабыҡбаш старшина. Шундай һантыйҙың ниңә түрә булыуына иҫең китәме? Юҡҡа. Әллә ул саҡта түрәләрҙе аҡылына, ғәҙел кеше булыуына ҡарап һайлай торған булғандармы? Көтөп тор, ҡуйырҙар, ҡуймай ни! Кем бай, кем батша һанаттары алдында күндәм, ярамһаҡ, шул – иң ҡулай кеше, яһап ҡуйған старшина инде. Етмәһә, ул ғына ла түгел, түрәлек нәҫелдән-нәҫелгә мираҫ булып ҡала килгән бит әле. Ҡабыҡбаштың да ата-бабалары заманында бейҙәр, тархандар булып, ер һелкетеп ғүмер һөргәндәр. Ярай, һүҙ улар тураһында түгел, яҡыныраҡ киләйек әле.

Бер өйөр йылҡының иҫәбенә сыға белмәһә лә. Ҡабыҡбаш үҙен әллә кемгә ҡуйырға, оло дан сығарырга бик яратҡан. Халыҡ тураһында уйлап та бирмәй ул, әйҙә, көн дә туй, көн дә байрам. Әтәс ҡысҡырып йыуана, эт бәйҙән ысҡынып ҡыуана, ә был түрә – диуана,ерле юҡҡа ла ҡыуана. Ниңә ҡыуанмаһын ул: түрәлек көслө, байлыҡ ташып ята, тотош ырыу уға эшләй. Ҡабыҡбаш ҡорған йыйындарға ат-тун еткән ерҙәрҙән атаҡлы ҡурайсыларҙы, дан йырсыларҙы килтереп кенә торалар. Уйын да көлкө, йыр ҙа бейеү. Әммә түрәнең күңеленә береһе бер оҡшамай, һайланған була, ә үҙе көйҙөң моңон тоя, йыр һүҙенең, айышына төшөнә белмәй, уға тағы ла шәберәктәре кәрәк. Сапҡындар, тирә-яҡтан шундай кешеләрҙе эҙләп, осаларын иҙҙереп бөткәндәр, аттарының эйәр аҫты ҡалмаған. Түрәнең өлкән табынсыһы Мөкәй бабайҙың аҡмәзәле ҡороған, ашауынан яҙып, ҡаҡ һөйәккә ҡала, алын-ялын юғалта, хужаһына ярай алмай бит. Инде ни әмәл итергә икән?

Тапкилде менән Төпкилде исемле игеҙәк егет бар икән ырыуҙа. Икеһе лә, дан һунарсы булыу өҫтәүенә, бынамын тигән йырсы менән ҡурайсы икән былар. Улар Ҡабыҡбаш старшинаға үҙҙәренең һәнәрҙәрен ҡырылмаһа ҡырҡ тапҡыр күрһәтеп ҡарағандар инде, әммә түрә оҡшатмаған, тупһаһынан типкеләтеп ҡыуҙырған. Егеттәрҙең бик, наһыры ҡороған быға, түрә тирмәһенә ҡабат аяҡ баҫмаҫ булғандар. Шулай ҙа был ике егет түрәгә ҡарата эстәренә асыу төйнәп ҡуйған: ул түрәне әҙәм хуры итергә кәрәк. Етмәһә, Мөкәтәй олатай йәл уларға: күрәләтә кибә бит аҡһаҡал, уны ла аҙаптан ҡотҡараһы ине.

Бына әле лә ҡарт, аҡ тирмәгә арҡа терәп, төпкә батҡан күҙҙәрен күккә өмөтһөҙ төбәп, саңҡайын ултыра. Алйый башлаған, ахыры, байғошоң. Ике егет һунарҙан ҡайтышлай уны күрәләр ҙә, ярһыған аттарында даһырҙап сабып килеп, ҡарт янында шып туҡтап ҡалалар.

– Аманлыҡмы, олатай?

– Хәйерле көн!

Мөкәй аҡһаҡал, башын күтәреп, быларға ҡарай ҙа:

– һай, уландар, аманлығы хәҙер миңә –яманлыҡ, хәйере – ҡәбер инде,– ти, көрһөнөп.– Башым ҡыу ҡабыҡ башҡа әйләнеп бара, белмәйем, был түрә менән ни эшләргә икән, тамам йөҙәтте ләбаһа...

– Беҙ, олатай, һиңә бер яҡшылыҡ эшләп ҡарамаҡсы булдыҡ бит әле,– ти Төпкилде.

– Ҡалайтып?

– Шул инде, беребеҙ ҡурай уйнап, икенсебеҙ йырлап,– ти Тапкилде.

– һе-е...— Мөкәй аҡһаҡал, һул усы менән ауыҙын ҡаплап, шым ғына көлөп ҡуя.– Әллә йәнә ҡамсы татып, тупһанан типкеләнеп киткегеҙ киләме?

– Уныһын етерлек татыныҡ инде, олатай, был юлы улай булмаҫ!– ти егеттәр.

– Ярай ҙа барып сыҡһа...– ти ҡарт, икеләнеп,– Ул һеҙҙе тупһаһына аяҡ баҫтырырмы икән?

– Баҫтырыр,– ти Төпкилде.– Күрмәйһеңме ни, олатай, һунарҙа күп йөрөп, беҙҙе һаҡал-мыйыҡ ҡалай ныҡ ҡаплап алган. Ул, Ҡабыҡбаш, беҙҙе танымаҫ та, алыҫтан килгән кешеләр икән тип белер...

– Аҡыл...– ти Мәкәтән.– Ә ни ҡыландырмаҡ итәһегеҙ һуң уны?

– Уныһын үҙебеҙ белербеҙ, олатай,– ти егеттәр.– Әммә был турала өсәү үҙ-ара ғына беләйек. Ситтән ике егет килгән, дан йырсы менән ҡурайсылар икән, тиң. Кискә ҙур табын йыйҙырып, беҙ сыраҡҡа ут алыуға килеп етербеҙ.

Ошо һүҙҙәрҙән һуң егеттәр китеп тә баралар. Аҡһаҡал шунда уҡ табын ҡороу хәстәрен күрә башлай.

Түрә эше түрәсә, әйтте-бөттө, һуҡты-күпте, шул арала табын әҙер була. Гөр килә бай тирмә тирәһе. Алыҫтан килгән йырсы менән ҡурайсыны түҙемһеҙлек менән көтәләр. Ҡабыҡбаш, ин затлы кейемдәрен кейеп, иң түргә ете ҡат мендәр өҫтөнә аяҡ бөкләп менеп ултырған.

– Киләләр! – тип оран һала аяҡсы.

Ул арала булмай, ҡупшы кейенгән, олпат һаҡал-мыйыҡлы ике һыбай килеп тә етә. Барыһы был ят ике кешене һоҡланып ҡаршы ала, уларҙың һәнәрҙәрен тиҙерәк күрергә ашҡыналар, ә старшина эре ҡылана, йәнәһе, уларға күтәрелеп тә ҡарамай, табын ситенән урын бирергә ҡушып, һыңар ҡулын ғына һелтәп ҡуя. Аяҡсылар иң элек ҡырҙан килгән ҡунаҡтарға туҫтаҡ тултырып ҡымыҙ тотторалар. Аш-һыйҙан алда тамак ебетеп алырға кәрәк. Табынға өймәләмә тулы ылаш-ылаш ит килтерелә. Тыу ике тәкә һуйылған икән. Тәкәләрҙең баштары, йола буйынса, ҡунаҡтар ҡулына тотторола. Улар баштың берәр ҡойҡаһын ҡырҡып ҡабалар ҙа ҡалған икеһен түрәнең үҙенә һоғондоралар. Унан баш һөйәктәре, табын әйләнә ҡулдан-ҡулға күсеп, мөнйөлөп бөткәс, ҡунаҡтар, тас май итте бүҫергә керешеп китеп, бар донъяһын онота. Шул саҡ өлкән табынсы Мөкәй ҡарт, ҡунаҡ егеттәргә ҡарап

:– Ҡырҙан килгән ҡәҙерле ҡунаҡтар, мәжлесте ҡотлап, аяулы ата балаһы түрәбеҙҙе хуплап, булмаһа, йә, һөнәрегеҙҙе күрһәтеп ебәрегеҙ әле,– ти.

Тыйнаҡлы ғына ултырган егеттәр, бер табандан ырғып тороп, түрә алдында хөрмәтләп баш эйгәс, береһе ҡурайҙа уйнай, икенсеһе йырлай башлай. Быға саҡлы бер кем, бер ҡасан ишетмәгән хайран матур көй була был. Халыҡ шаҡ ҡатып тыңлай. Көйҙә Урал киңлектәрендәй иркенлек тә, һыуҙа һикереп уйнаған балыҡ шаянлығы ла, ел уйнатып сапҡан бәйге аты етеҙлеге лә бар. Ә йырсының тауышы һуң, тауышы! Ул йырламай, ә көй уның күкрәгенән үҙенән-үҙе урғылып сыга, күҙҙәрендә шаян осҡон булып балҡыйҙыр һымаҡ. Ул йыр былай булған:

 

һай-й...

Атҡынайым – ат ине,

Илдә аҫыл зат ине.

һыбайланып юлға сыҡһам,

Бар өмөтөм аҡ ине!..

һай-й...

Күкрәккәйе киң булһа ла,

Тап-тар булған һулышы.

Көпә-көндөҙ аҙаштырҙы,

Бәләгә баш юлыҡты.

һай-й...

Аттың һыны һынмы ни,

Ир ҡанаты булмағас?

Бәләгә тарытты башты,

Һуғым итеп һуймағас!..

 

Көй ҙә, йыр ҙа халыҡҡа бик оҡшай. Табындағылар урындарынан һикерешеп тороп, ни эшләгәндәрен белмәй, кәпәстәрен күккә сөйөп, үрле-ҡырлы һикеренергә тотоналар. Бары Ҡабыҡбаш старшина ғына, һөрө ҡойолоп, бер һүҙ әйтмәй, думбай һымаҡ тик ултыра. Старшинаның күңелен асыр өсөн, ике егет баяғынан да дәртләнеберәк яңы көйгә тотона:

 

Тау башына ҡош ҡунған,

Сапсандыр, тип ҡыуандым,

Мал дошманы бүреләрҙе

Ҡырыр был, тип уйланым.

Ҡошто ҡулға эйәләтәм тип,

Югереп барҙым янына,

Сапсан түгел, һупай өкө

Ҡунған икән тауыма.

Уңмағандың шул инде –

Юҡҡа ғына шатландым.

Асыуҙан төн ҡарағының

Муйынын бороп ташланым!

 

Халыҡ тағы гөж килә, шарҡылдап көлә, һаман Ҡабыҡбаш ҡына, ауыҙына һыу уртлағанмы ни, шым-шырыҡ. Инде был көй ҙә оҡшамағас, Төпкилде күкрәк тултырып һулыш ала ла, йәне көйөп, ҡурайына барлыҡ тыны менән өрөп ебәрә, хатта ҡурай ярылып киткән. Ул, шундуҡ икенсе ҡурай алып, яңынан көй башлай. Тапкилде тағы ла көрөрәк, моңлораҡ тауыш менән йыр башлай:

 

Ҡашҡа ла ғына тауҙың ҡашлағында

Ҡуш ҡолас уҡ етмәҫ ҡарағай –

Ирәйеп тә үҫкәндең яңғыҙы,

Башҡаларҙы һанға һанамай...

Уйнап ҡына йөрөгән унлап бала

Ҡулдарына балта алғандар,

Ирәйеп ултырған ҡарағайҙы

Һә тигәнсе йығып һалғандар...

Тамсы тама-тама тишә ташты,

Осҡондан ут ялмай яланды...

Китмәҫ тә генә тип үк уйламағыҙ

Донъяға ла һыймаҫ дандарҙы!..

 

Был йырҙан һуң халыҡ уғата ғөжләргә тотонған, һындары ҡатып көлә башлаған. Эй Ҡабыҡбаш халыҡты тыймаҡ итә, эй аҡырына-баҡырына икән, ә уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыусы ла юҡ. Түрә белмәй бит инде халыҡтың ниңә шул һынлы шашып көлгәнен. Халыҡты шашыр сиккә еткерерлек көлдөргән өсөн ҡурайсы менән йырсыға старшинаның сикһеҙ асыуы килгән, уларҙы иҫәңгерәткәнсе туҡмап, аттарының ҡойроғона тағып килгән юлдарына оҙатырға булған. Бар, тотоп ҡара һин дала елен, Төпкилде менән Тапкилде әллә ҡасан күҙ күреме ер китеп барған инде был саҡта...Ошо көндән алып ырыуҙа күңелле көндәр башланып киткән. Старшина ни бойорһа ла, ни ҡыланһа ла, кешеләр, күҙенә тура ҡарап көләләр генә, ти. Унан ҡурҡып тороу тигән нәмә ҡалмаған. Уның алдында бейеп тороусы ла, ҡушҡанын эшләүсе кеше лә юҡ. Ҡабыҡбаш, үҙенең көсһөҙлөгөн тоноп, ауырыуға һабышҡан. Әмәлселәр ҙә, төрлө ырымсылар ҙа бының сиренә дарман таба алмайҙар, ти. Ә халыҡ уның сирен бар тип тә белмәй, һаман көлә генә бирә, старшинаны һис һанға һуҡмай.

Төпкилде менән Тапкилде, Ағиҙел башынараҡ күсеп, яңы төйәк ҡороп йәшәй башлағандар. Ҡабыҡбаштың сиргә һабышыу хәбәре уларға ла килеп еткән. Былар тоталар ҙа, ошоно ашаһа һауығыр тип, старшинаға бер төйөнсөк күстәнәс ебәрәләр. Күстәнәс тип, әллә ни иҫ китмәле аҙыҡтар түгел, төйөнсөктә бер ус көл дә ике бөртөк ҡош ҡауырһыны менән бер теш, ти. Был саҡта инде Ҡабыҡбаш урынынан да тора алмаҫлыҡ көнгә ҡалған була. Алйот старшина күстәнәстең айышына төшөнә буламы ни, юҡ, уйлайһы ла түгел. Мөкәй аҡһаҡал белә лә бит, әйтергә ҡурҡа. Шунан, төйөнсөктөң серен сисер өсөн, бөтә ырыу халҡын йыялар. Халыҡҡа эйәреп йөҙ етмеш йәшәр, күптән һуҡырайған Яубаҫар ҡарт та килә.

– Мәрхүм атайымдың ҡорҙашы, ил ағаһы Яубаҫар олатай, асып бирсе ошо йомаҡ күстәнәстең йәбешкеһен.– ти Мөкәй ҡарт.

– Ҡана, бирегеҙ, ҡапшап ҡарайым,– ти йөҙ етмеш йәшәр Яубаҫар бабай.

Төйөнсөктө тотторалар быға. Ул төйөнсөктө усы менән һыйпап ҡына ҡарай ҙа:

– Бәй, бының ни йомаҡлығы бар, һуҡыр ҙа аңларлыҡ нәмә ләбаһа!..– ти.

Уның һүҙен ишетеп, халыҡ тағы ла шарҡылдап көлә башлай. Тимәк, старшиналары һуҡыр саҡлы ла күрә алмай икән!

– Алай булғас, Яубаҫар ҡарт, асыҡлап бир белгәнеңде,– ти хәл эсендә ятҡан Ҡабыҡбаш, көскә тын

алып.

– Хәҙер, хәҙер–ти Яубаҫар,–һәләт тә асыҡлайым мин уны, әйҙә, уландарға бер ғибрәт булһын. ЭйРµ быныһы – өкө йөнө, быныһы – ҡарағай көлө, быныһы ат теше булыр бының. Аңлашыламы?

– Аңлашылып етмәй шул, Яубаҫар олатай,– ти халыҡ.

– Әләйһә, аңлатып бирәйем,–тип янынан һүҙгә керешеп китә ул.– Ҡабыҡбаш мырҙаның тәс үҙенә төрттөргән икән был шаяндар: өкө йөнө – һин, ырыу башы булһаң да, сапсан ыласын түгел, ҡараңғылыҡ батшаһы өкө генә тигән һүҙ, ҡарағай көлө – яңғыҙ тирәк булып маһайма, һинән дә көл генә ҡалыр, ә ат теше – аттың теше төшкән икән, эше лә бөткән, тигән һүҙ булып сыға...

Ҡарттың һүҙҙәренән һуң халыҡ тәгәрәп көлөргә тотонған.

– Аһ!– тип Ҡабыҡбаш, бер генә ҡысҡырып өлгөрөп, донъя ла ҡуйған.

Аңлауын аңлаған ул үҙенең буш ҡабыҡ баш икәнен, әммә инде үтә һуң булған... Ошо көндән алып ырыуҙың кешеләре ысын күңелдән кинәнеп көлөргә өйрәнгәндәр. Төпкилде менән Тапкилде лә төп йорттарына күсеп ҡайтҡан.

 

Поделись с друзьями: