Һуңғы Һартай


Читать эту легенду на русском языке

This legend in English 

 

«Барыһын да уйлай башлаһам, башым яна! Шулай ҙа мин бөтә булғанды һөйләп бирергә телемде мәжбүр итермен.

– Бөгәгеҙ ҙә тыңлағыҙ?

– Исемем – Ялыҡ. Ташҡай улы Бурнаҡтың улымын, Һартай ырыуынан. Тамғам төлкө ҡойроғо. Ҡасандыр мин дә һуңғы яу түгел инем. Эйе. Мине аҡһаҡал тип тә, бей тип тә йөрөтәләр ине. Элек мин дә шәп йәшәнем. Минең тирмәм Сейәле түбә эргәһендә ине. Малдарыма оло көтөүсе бағауыл булды, уны мин башҡаларға башлыҡ итеп ҡуйҙым. Ул жунғар! халҡы нан ине. Һурпаны тоҙһоҙ эскәнгә, төнөн яҡшы күрә ине. Ул миңә әсиргә эләкте. Ҡаcмаҡ булды – тоттом. Ат эсерә торған ағас улаҡҡа ҡолағынан тоҙаҡлап ҡуйҙым мин уны. Үҙемә ҡол иттем. Был – яҡшы.

Йәш тә, көслө лә инем мин. Уйнаҡлап торған тайҙы күтәреп алыу миңә бер ни ҙә түгел ине. Тәүге улым тыуғанда, һигеҙ тапҡыр дүрт тә тағы бер нисә йыл булһа, миңә шунса йәш ине.

Минең өс ҡатыным булды. Ҡымыҙ эсеп ял итергә ятҡанда улар аҫтыма йомшаҡ балаҫ йәйә торғайны. Ауға сығып ыласын сөйҙөм. Ҡымыҙ эстем. Күңел астым. Эйе, мин йәшәй белдем. Мәнгү түрә баҫмаһын ебәрҙе – кире ҡайтарҙым. Уға тағы һынған уҡ менән үле сыскан өҫтәнем. Унан көлдөм. Минең үҙ ҡошом, үҙ тамғам бар ине. Үҙ хөкөмөм үҙ ҡулымда ине. Аҡһаҡал да, бей ҙә булдым,

һа! Бысраҡҡа ҡанды Мәнгү түрә! Үс алмаҡ булып, сарбаздарын йыйҙы, яу асты. Йомран! Ул Аҡһыуҙың уң яҡ башыңда туҡтап, аңра сарбаздарына: «Ур! Ур!» – тип һөрәнләргә ҡушты. Минең кешеләр уларҙы мыҫҡыллап көлдө, бармаҡтарын ҡабып һыҙғырып яуап бирҙе. Шунан... минең уғым Мәнгү түрәнең боғаҙына барып ҡунды, ул йылғаға батты. Шулай булды.

Мырҙалары, атабәктәре менән Тимер килгәнгә тиклем мнн шулай йәшәнем.

Тыңлағыҙ барығыҙ ҙа!

Һеҙгә балаларым хаҡында һөйләйем. Улар икәү ине. Икеһе лә ул ине Тәүгеһе тыуғас, мин уға Ҡармасан тип исем ҡуштым. Икенсеһен атайымдың ағаһы иҫтәлегеңә Сәрмәсән тип атаным.

Хәҙер юҡ инде улар.

Улар яҡты донъянан китте. Ә исемдәре йөрәгемә ут менән яҙылып ҡалды!

Үлем – бер ҡапҡа ул, һәр кем унан инергә тейеш! Илаһи! Уларҙың ҡәберен рәхмәтең илә тултыр!

Мин әйтәйем, Өлкән тигән бер әсә балалары булһалар ҙа, улар һис тә бер–береһенә оҡшамағандар ине. Олоһо энеһенән бер ҡарышҡа бейек ине, күҙҙәре уның ямғырға сыланған сөм–ҡара ҡарағат төҫлө ине. Ул яралы бөркөт кеүек ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ батыр булды.

Аҙаҡ күрҙем; Тимер барластары уның менгән атын йыҡты. Ҡотлобәк мырҙаның боғалы муйынына төшкән ерҙән ул ырғып тороп, Ҡотлобәкте матҡып тотоп алды ла ҡаянан һыуға һикерҙе.

Уның киҫтәне атабәктәрҙең тимер торҡа кейгән баштарын бешкән сәтләүектән итеп онтаны. Үҙ ғүмерендә уның алты ғына уғы яҙа китте. Ул егет ине.

Инде – Сәрмәсән.

Эй, ағайҙарым! Йылға буйында үҫкән йәш күрәнде күргәнегеҙ бармы? Ул шундай төҙ, зифа. Эйе. Ел иҫкәндә лә ул талғын ғына сайҡалып китә. Ул һәр ваҡыт һылыу. Шулай. Бына шуның кеүек ине минең Сәрмәсәнем. Ул ҡурайға оҫта ине, йырлап йөрәгемде ойота ине. Ул йырсы ла, ҡурҡыу белмәҫ яу ҙа булды. Был да яҡшы. Уны яраттым. Икеһен дә ярата инем мин уларҙың. Улар минең балаларым, данлы батырҙарым булды, исемдәре лә мәңгегә ҡалды. Я хоҙай! Уларға рәхмәтең киң ҡыл!

Тыңлағыҙ!

Аҡһаҡал Ҡара Абыздың йәйге яҡты айҙан да һылыу бер ҡыҙы бар ине. Ҡоҙғон ҡанатынан да ҡара ине уның сәстәре. Ә йөҙө һарыҡ һөтөнән яһалған йәш ҡороттан да аҡ ине. Күтәрелеп бер ҡараһа, күҙҙәренән нур сәсә ине.

Хур ҡыҙы!

Исеме уның Айбикә ине. Ул ҡашына һөрмә тартмай, тырнағына ҡына яҡмай ине. Йәш тә, матур ҙа иңе.

Уны күргәс, улым Ҡармасанға:

– Улым! – тинем, – энең әле йәш. һин Аҡһыу аръяғында аҡһаҡал Ҡара Абыз торғанын беләһең». Уның Айбикә тигән ҡыҙы бар. Үҙенә донъяла иш ҡалдырыу әсен, ҡатындан тыуған йән ҡатын эҙләр! – тинем.

Ҡармасанға мин шулай тинем. Ул мине аңланы, «белмәйем» тип торманы. «Кәрәкмәй» тип тә әйтмәне. Ул бит минен улым ине.

Шунан...

Мин Ҡара Абызға өс көтөү һарыҡ, ярты өйөр бейә ебәрҙем. Ҡармасанға кәләш алып бирҙем.

Ҙур итеп туй яһаным. Ҡунаҡтар бал эсте, ҡымыҙ эсте, төрлө йыр йырлашты. Шунан сапҡынсы килеп төштө.

Я хоҙай, сабырлыҡ бир!

Ҡорсаңғы аттың еүеш ҡойроғо кеүек, уйҙарым сейәлә. Әммә миңә түҙергә, бөткәнсе һөйләргә кәрәк.

Шулай итеп беҙ, бал, ҡымыҙ эсеп, туй итеп ултырабыҙ. Бик һәйбәт. Кис булды. Йыр тынған арала ҡайҙалыр сыңлатып бейә һауғандары, сиңерткә сырылдағаны ишетелә. Торҙом да тышҡа сыҡтым. Тып–тыныс. Күккә ҡараным – салт аяҙ. Бейектә, түңкәреп ҡуйған ижау һымаҡ ҡына булып, Етегән йондоҙ йымылдай. Сәрсәк оҫталары ҡылыс һабына ҡуйған аҡыҡ таштар һымаҡ, йондоҙҙар яна. Эйе, тирә–яҡ тын, ә мин ниҙер көтәм, виҙәндер шомланам.

Көткәнем килде. Тәүге сапҡынсы. Хәтеремдә: менгән айғыры арыған, бауырынан әсе күбек аға.

Бына ни тине был сапҡынсы:

– Түрә! – тине. – Ябыҡ Ҡарағай һырты эргәһендәге Бараҡ аймағынан мин. Хәбәр алып килдем. Абау! Тимер хан, күҙе сыҡҡыры, төшлөк яҡтан бында килә. Сарбаздары, барластары бик күп. Эйе. Йәйге эҫелә себен ни тиклем булһа, былар ҙа шул тиклем. Эргәһендә уның мырҙалары,атабәктәре. Улар тауҙар аша артылып килә. Йәшел байраҡтары Яйыҡтың был яғында күренә башлаған.

Бына ниндәй хәбәр ишеттем мин унан. Был меҫкен сапҡынсыға мин асыуланманым, уға утлы күҙҙәрем менән ҡараманым. Насар хәбәре өсөн телен ҡырҡып алып муйынына тағырға бойороҡ бирмәнем.

Юҡ! Мин уны тирмәмә алып индем, ашаттым. Ҡунаҡ иттем. Яҡшы эшләнем.

Дөрөҫ! Сапҡынсы бушты һөйләмәгән. Ысынлап та, шулай булды. Улап килде.

Был хәл урмандағы ояһыҙ кәкүктең һаҡауланған сағыңда булды.

Эттәр, эттәр! Улар иҫәпһеҙ–һанһыҙ булып, ер ябып килә ине. Улар күмәк ине. Минең жуңғар ҡолом – исеме һаҫыҡ булһын! – Аҡһыу кисеүен күрһәтер өсөн шулар яғына ҡасты. Улар турһыҡтарына тын тултырып, ике яҡтан эйәрҙәренә бәйләнеләр. Аҡһыуҙы сыҡтылар.

Мин уларҙың шығырлаҡ арбаларын тәү тапҡыр Сейәле түбәнәй уңда, төбәк аръяғында күрҙем. Өс уҡ атымы ерҙә булһалар ҙа, уларҙың йөҙө миңә асыҡ күренә ине. Мин аңланым: улар үлем дә ҡоллоҡ алып килә.

Уларҙың аттары менән дөйәләре беҙҙең һыуҙы эсеп, далаларҙы тапап бысратырын мин белә инем.

Мин киттем. Төркөстан еренән килгән Хөсәйенбәк әүлиәгә барып зыярат ҡылдым – ҡабул итмәне. Ҡадир әл–Исламға сәж ҡылдым – беҙҙең тирмәләрҙе яҡларға килмәне. Беҙ яңғыҙ инек.

Шуны күргәс, мин торҙом да: «Үлем дошманға!» – тип ҡысҡырҙым.

Ҡаршымда Ҡармасан менән Сәрмәсән тора. Икеһенең дә һулышы ҡайнар. Уларҙың күҙҙәре: «Алға!» – ти ине. Беҙ киттек.

Сейәле түбәнән алыҫҡа, төньяҡҡа табан, тирмәләребеҙҙе оҙаттыҡ, малдарыбыҙҙы ҡыуҙыҡ. Беҙ, оран һалып, суҡмар менән ҡылыс тота алған бөтә ирҙәрҙе йыйҙыҡ. Беҙ алай төҙҙөк. Беҙ Аҡһаҡ Тимер барластары һымаҡ күп түгел инек, әммә һәр ҡайһыбыҙ батыр яу ине.

Мин беләм: һәр беребеҙҙең йөрәгендә ғәйрәт менән нәфрәт урғый ине. Беҙ үҙ урмандарыбыҙҙы, үҙ далаларыбыҙҙы һаҡлар өсөн яуға сыҡтыҡ. Беҙ ҡол булырға теләмәй инек. Тимерҙең басҡағы килеп беҙҙең ер–һыуҙы талап киткәс, мин уны кире ебәрмәнем. Юҡ. Уны балға буяп ҡырмыҫҡа иләүенә ултыртырға ҡуштым, һай! Эй сыйылданы ла инде! – Таяҡ менән һуҡҡан көсөк кеүек! Ә беҙҙең һуғышҡанды күрһәң!

Мин атабэктәрҙең ҡорос ҡалҡанына бәреп нисәмә һөңгө һындырҙым. Улар минең алда тупраҡ ашап, ер тырнап ятты. Ҡылысымдың үткерлеген йөҙбаштар ҙа, меңбаштар ҙа, ябай сарбаздар ҙа татыны.

Тимер үҙе – йылан саҡҡыры! – минең уғым һыҙғырғанын ишетте.

Ай–һай! Тәүәккәллектең дә, һулдан һелтәгән ҡылыстың да ышаныслы икәнен мин белә инем шул!

Ҡармасанды күрәм: ул Торғот бейҙең ҡорос кейемен дөйә йөнөнән һуҡҡан иҫке күлдәк һымаҡ ңтеп йыртып ырғытты. Эйе. Уның ҡулы мышы тояғынан да ҡаты ңне. Ул Тимерҙең бик күп батырын юҡ итте.

Сәрмәсән! Ул да минең янда булды. Уның ҡылысы дошман ҡылыстары араһында ялтлап торҙо. Атына хәтле үрәпсеп–үрәпсеп дошмандың битен тешләй ине.

Беҙ айбарлы һуғыштыҡ.

Беҙ барыбыҙ ҙа ҡаҡшамаҫ, ҡыйыу булдыҡ. Беҙ ысын яу булдыҡ. Ьсҙҙец каюта йыр сығарып йырланылар. Тик беҙ аҙ янек. Беҙ сигендек. Юҡ, юҡ! Беҙ ҡасманыҡ!

 

* * *

 

Мин һеҙгә әйтәйем: эстәге йә күкрәктәге яра үлем. Ат булһынмы, батыр яу булһынмы – барыбер.

Ҡармасан менән Сәрмәсән! һеҙҙең нисек үлгәнегеҙҙе һөйләп тороу кәрәкмәй.

Белегеҙ: мин һеҙҙең исемегеҙҙе халыҡ хәтеренән юйылмаҫлыҡ иттем. һеҙҙең исемегеҙ мәңгегә ҡалды. Тегендә, Аҡһыу аръяғында, Ғази мәсетенең ишек яҡтауҙарына көмөш менән яҙылған Ҡөрьән һүҙҙәре кеүек бормаланып ике йылға аға. Ул саҡта был йылғаларҙың исеме әле юҡ ине, беҙ уларҙы бер нисек тә атамай инек. Шул йылғаларға мин һеҙҙең исемегеҙҙе бирҙем, үҙегеҙҙе шунда ерләнем!

Балаларым! Аллаһы тәғәлә һеҙҙе шәфҡәтенән айырмаһын!

Ә унан һуң мин киттем, һеҙҙең ҡоноғоҙҙо ҡайтарҙым. Эйе, мин бер генә әсир ҙә алманым, гел үлтерҙем.

Ауған дошмандың иңрәүе – һуғышсыға рәхәтлек бирә. Шәфҡәт һораған һүҙҙәре күңелемде нәфрәт менән томалағайны, ике күҙем үс теләге менән ут булғайны. Әсир алманым, гел үлтерҙем. Күҙҙәрен соҡоп тоҙ һалдым, тереләй ергә күмдем. Яҡшы булды. Шуның өсөн дошмандарым мине юлбаҫар тип атаны.

Ай–һай? Минең нисек үс алғанды күрһәгеҙ! Белегеҙ бөгәгеҙ ҙә: яҙғы ташҡында ҡараңғы бер төндө Тәтегәс менән, Димде йөҙөп сығып. Улуҡайҙы үлтерҙек! Ул үҙенең батырҙары менән ут эргәһендә ята ине. Ул заман беҙҙең ҡулдарҙа уларҙы үлтерерлек кенә көс бар ине. Удар беҙгә ҡарағанда биш тапҡырға күберәк ине. Ә беҙ икәү ҙә, ҡара төн генә.

һа! Шул хәтле ҡыҙыҡ булды беҙгә ул саҡта! Барыһын да үлтерҙек, ҡолаҡтарын ҡырҡып, усаҡтың эҫе көлөнә ырғыттыҡ. Беҙ уларҙы еңдек!

Бер ваҡыт мин Туғай бейҙе осраттым. Ул йәш жуңғар менән ҡайҙалыр китеп бара ине. Ҡәһәр! Миңә ул, баҙнат итеп, аҡһырғаҡ тамырынан да ыулыраҡ яман һүҙ әйтте. Кврәген бирҙем. Мин уны ян–фарман ҡыуып еттем дә башын ҡырҡып алдым. Шунан, белегеҙ, кешеләрем! – был башты аяғы сатан булғанға аҡһаҡ тип аталған Тимерҙең – урыны тамуҡта булыр! –үҙенә ебәрҙем.

Мин шулай иттем.

Үс алдым. Дошмандарым ҡарағоштан ҡурҡҡан урғуяндан яманыраҡ ҡурҡа ине минән. Суҡмарымды һелтәмәҫ борон һырт биреп ҡасалар ине. Бүре олоуын ишетеп ҡалтырай башлаған йәш аңра ҡолон кеүек, улар минең исемемде ишетеү менән ҡалтырап төшәләр ине.

Ха–ха! Улар мине юлбаҫар тинеләр. Ҡурҡаҡтар! Әбрәкәй соҡоро һеҙгә ҡәбергә булһын!

Барс йылында тыуған кешенең яҙмышы ел һымаҡ була, уның йылыһы ла, һыуығы ла бар. Шулай. Тик мин һеҙгә әйтәйем: әсе менән татлыны татыған ғына белә. Яҙмышым мине ғүмеремдең эңеренә килтерҙе. Миңә хәҙер бер ни ҙә кәрәкмәй. Минән үтте. Мин тирмәләремдән дә, көтөү–көтөү малымдан да – барыһынан яҙҙым. Хәҙер мин мөнйөп ташлаған һөйәктәрҙе йыйып йөрөүсе эйәһеҙ эт, өңөн юғалтҡан бурһыҡ кеүекмен.

Хәҙер мин йәйләүҙән йәйләүгә ҡыҙырып, кеше яҡҡан ут янында йылынып йөрөйөм. Миңә ят ҡаҙандан һарыҡтың ҡалаҡ һөйәген генә бирәләр. Мин хеше еләнен кейәм, кеше кейеҙенә йоҡларға ятам.

Минең бер нәмәм дә юҡ!

Мин – байғош!

Ҡасандыр ҡулға–ҡул тотоношоп килгән дуҫтарым ҡайҙа? Улар юҡ. Ҡайҙа батыр Сарым? Ҡайҙа Тәтегәс? Ҡайҙа Хан–Уғлан?!

Улар китте. Уларҙың күҙҙәре күптән ергә һарыҡҡан.

Мин бер үҙем. Мин — иң һуңғы һартай.

Ләкин белегеҙ: мин һуңғы яу булманым!

Элек мине аҡһаҡал тип тә, бей тип тә йөрөтәләр ине! Эйе, хәҙер мин ҡарт. Мин үләм. Булһын шулай».

 

Поделись с друзьями:

 

 

      /music-time.ru лучшее в интернете