Ҡуҙыйкүрпәс

Башҡорт халкында киң таралған «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосы, Тимофей Беляев тарафынан руссаға тәржемә ителеп, 1812 йылда Ҡазанда айырым китап булып баҫылып сыға. Китаптың русса тулы исеме: «Куз-Курпяч, башкирская повесть, писанная на башкирском языке одним курайчем и переведенная на российский в долинах гор Рифейских, 1809 года». Быға йөҙ йылдан артыҡ ваҡыт үтеүгә, 1961 йылдың аҙағында, Беляев тәржемәһендәге эпос икенсе тапҡыр баҫыла (Ҡарағыҙ: «Башкирия в русской литературе» том I. Составление, предисловие, библиографические справки, комментарии и библиография М.Г. Рахимкулова). Ә дүрт йылдан һуң ул, беренсе тапҡыр башҡорт теленә ҡайтарылып, «Ҡуҙыйкүрпәс» исеме менән баҫылып сыға (Әхнәф Харисов редакцияһында, русса баҫманан башҡортсаға ҡайтарыусылары: Баязит Бикбай менән Нәжип Иҙелбай, Өфө, 1965).

«Ҡуҙыйкүрпәс»тең 1812 йылғы русса баҫмаһында, әҫәр башланып китер алдынан «Ҡурайсының һигеҙенсе ырыу улына арнау һүҙе» бирелгән. Бына ул «ҡурайсының һигеҙенсе ырыу улына арнау һүҙе»:

 

«Тартынмайынса ҡабул ит

Ошо яҙмаларымды.

Юҡҡа маҡтау, ярһаҡлыҡ

Тыуҙырманы уларҙы.

Был хикәйәтте яҙҙым мин,

Бәлки, ирмәк табырһың,

Башҡорттарҙы яратып,

Буш саҡ уҡып алырһың.

Уҡып ошо хикәйәтте,

Күтәрелһә күңелең,

Йәйрәп йәйҙә йөрөгәндәй,

Мин дә кинәнер инем.

Ата-баба һүҙҙәренән

Йыйып яҙҙым барын да,

Был хикәйәт һөйләп бирер

Ике батыр хаҡында.

Уларҙың ябай ҡылығын

Мин уйлап сығарманым.

Алсаҡ күңелдәрен дә

Мин буяп күрһәтмәнем.

Ҡурайсыға эйәреп,

Кәрәк ерҙә көйләнем;

Башҡорт күңелен күрәм тип,

Мәҙәк һүҙ ҙә һөйләнем.

Атаң һөйгән халыҡты

Мин һиңә һөйләп бирҙем,

Ул халыҡтың дуҫы ине,

Ошонан да артығыраҡ

Яратыуҙар юҡ ине.

Халҡым етегә бүленә,

Ете ырыулы тип атала,

Һигеҙенсе ырыу мин тип

Өндәшәмен атаңа.

Алланың ожмахында ул

Рәхәтлеккә сумһын,

Ә һиңә аҡ батшанан

Оло бүләктәр булһын.

Олоғайған көндәреңдә

Үҙен дә ҡыуанырһың,

Тоҡомоң артып уғата,

Олатай ҙа булырһың.

Биләп торған йорт-ереңдә

Тыуыр йәне өс батыр,

Улар ҡалын имәндән ныҡ,

Сәскәнән булыр матур.

Улар һине һөйөндөрөп,

Намыҫ, даның булырҙар,

Аҡ батшаға тоғро булып,

Ил һағында торорҙар,

Өйөр йылҡың уйнаҡлап,

Ҡойроҡ сәнсеп торорҙар,

Ял ялбыратып сапҡанда,

Боланды ла уҙырҙар.

Мал-тыуарың ишәйер,

Көрлөктә үҙенә тиң тоймай,

Ҡорот, ҡаймаҡҡа туймайҙыр,

Бирер батман-батман май.

Тиң-төштәрең менән һин

Килгән саҡта йыйынға,

Иң һимеҙ йәш мал иттәре

Әҙерләнер һыйыңа.

Ергә сәскән ашлыҡтарың

Ишелешеп уңырҙар.

Бөгөнгө лә зарар күрмәй,

Йөҙәр бөртөк булырҙар.

Умарталарың күк ҡаплап,

Күс-күс бала айырыр,

Кәрәҙҙәрен шыплап тултырып,

Һиңә татлы бал бирер».

 

Поделись с друзьями:

 

 

    На базе Озерное организована охота в Подмосковье, фотоохота на зверей . Проживание и питание.