Алпамыша


Борон-борон заманда күрше булып Әйләр хан менән Аҡкүбәк хан йәшәгән, ти. Был ике хан, бер-бере менән дуҫ булып, һунарға сығып, бәйгеләр үткәреп, сәсәндәр ярыштырып, батырҙар көрәштереп, күңел асып, кәйеф-сафа ҡороп көн иткән, ти. Тик уларҙың балалары булмауҙан ғына күңелдәре китек булған, ти.

Берҙән-бер көндө туҡһан йәшлек Аҡкүбәк хандың һикһән йәшлек әбейе ул тапты, ти. Унан күп тә үтмәй тағы бер ҡыҙ тапты, ти. Аҡкүбәктең теләге ҡабул булып, күңеле теүәлләнде, ти. Бәхет Әйләр ханды ла урап үтмәне, ти. Уның һикһән йәшлек әбейе бер бите көн, бер бите ай һылыу ҡыҙ тапты, ти. Әйләр хандың шатлығының сиге булмай. Ул, ат еккән ергә ат саптырып, хат еткән ергә хат ебәреп, ҡунаҡтар саҡырып, ғәйәт ҙур туй яһаны, ти. Әйләр хандың ҡыҙына Барсынһылыу тип исем ҡуштылар, ти.

Аҡкүбәктең улы һәләк теремек булып тыуа. Ул, ай үсәһен көн үҫеп, йыл үсәһен ай үҫеп, бер көнлөк сағында аяҡ атлап, икенсе көнөндә урамға сығып, балалар менән йүгерешеп, бура һуғып уйнай башланы, ти. Аҡкүбәк был хәлгә ғәжәп ҡылып, үҙенең атаҡлы һынсыһын саҡырта, һынсы. «Баланың былай үҫеүенә аптырамағыҙ. Ул бик көслө, мөһабәтле алып булыр. Уға исемде Алпамыша тип ҡушайыҡ!» — ти.

Алпамышанан һуң тыуған ҡыҙына Аҡкүбәк Ҡарлуғас тип исем атаны, ти. Аҡкүбәк балалар шатлығын оҙаҡ күрә алмай: берҙән-бер көндө ауырып китә лә вафат була.

Йылдар үтә тора, Алпамыша бик ғәйрәтле булып үҫә. Тирә-яҡта үҙенең көслөлөгө менән айырылып торған, ергә баҫһа, һыу сығарыр, ташҡа ултырһа, таш емерер, тауға таянһа, тау емерер данлы батыр булып таныла. Батырлыҡ өҫтөнә уның уңған һунарсы, мәргән уҡсы, оҫта ҡурайсы булыуы Алпамышаның данын арттырҙы ғына, ти.

Ә инде Әйләр хандың ҡыҙына килһәк, ул, бик уңған, аҡыллы булып, ун һигеҙ йәшенә еткән, ти. Барсынһылыу, бала саҡтан уҡ бәһлеүән булып, көрәш һалып, бик күп батырҙарҙы еңеп, хур ҡылды, ти. Матурлығы менән тиңе булмаған Барсынһылыуҙы кәләшлеккә һоратыусыларҙың иҫәбе-һаны булмаған. Әйләр хандың тирмә алдындағы бағананан яусыларҙың бәйле аты өҙөлмәгән. Хатта бик алыҫта йәшәгән Бүҙәр хан да, Барсынһылыуҙы улына һоратып, яусылар ебәргән була. Әйләр хан яусыларға: «Ҡыҙымды үҙ иркәнән тыш бер кемгә лә бирә алмайым!» — ти. Яусылар теләктәренә ирешә алмай ҡайтып китәләр.

Көндәр артынан көндәр үтә тора, Барсынһылыуға ла йән юлдашын һайларға ваҡыт етә. Уның йөрәген һағыш ала. Барсынһылыу хыялында йөрөткән батыр егетте юҡһына, бойоға, һағыш уның йөҙөнә һары булып сыға. Барсынһылыу йыш ҡына атаһы бүләк иткән арғымаҡҡа атланып, урман, тауҙар гиҙеп йөрөй, тик һис кенә лә йөрәген баҫа алмай.

Берҙән-бер көн уның бойоғоп йөрөүен күргән еңгәһе тейешле ҡатын:

 

Нурлы йөҙөң һары алған,

Серле күҙең ҡайғы алған,

Барсынһылыу, әйтсе һылыу,

Һинең күңелең кемде уйлай,

Йәш йөрәгең кемгә һыҙлай,

Барсынһылыу, әйтсе, һылыу? —

 

тигән, ти. Барсынһылыу:

 

Ҡуйсы, еңгәй, ҡуйсы еңгәй,

Йән серҙәшем булсы, еңгәй.

Нурлы йөҙөм һары алды,

Серле күҙем ҡайғы алды,

Йәш йөрәгем бик һыҙлана,

Берәй дауа бирсе, еңгәй,

Берәй дауа бирсе, еңгәй?

 

Шунан зирәк еңгә, эштең ниҙә икәнен һиҙеп:

 

Йән серҙәшең булайым, һылыу,

Йөрәк серең беләйем, һылыу, —

 

тип әйтте, ти. Барсынһылыу былай тип яуап бирҙе, ти:

 

Ирмен тигән ир-егеттең

Толпар ҙа булыр менгәне;

Иләҫ күңелле ҡыҙ баланың

Батыр ҙа булыр һөйгәне.

 

Еңгәһе:

 

Иле барҙың — ире бар,

Илдә батыр күп булыр; Б

арсынһылыуҙың күңеле

Ҡайһы батырҙа булыр?

 

Барсынһылыу:

 

Батыр булһа, сос булыр,

Осҡан ҡыйғыр ҡош булыр;

Уҡ атҡанда, ян түҙмәҫ,

Ул баҫҡанда, таш түҙмәҫ;

Ултырһа, уба емерер,

Таянһа, тау емерер;

Йөрөгәндә ер һелкенер,

Арыҫландай өркөтөр.

Ҡурай өсөн тын кәрәк,

Егет өсөн һын кәрәк, —

Һыны булһын батырҙың.

Күлдең күрке ҡамыштыр,

Әҙәм күрке намыҫтыр, —

Намыҫы булһын батырҙың.

Ирмен тигән егеттең

Әйткән һүҙе хаҡ булыр,

Күңеле уның аҡ булыр,

Яман эштән һаҡ булыр.

Атҡа менгән ил гиҙәр,

Батыр егет ил биҙәр, —

Батыр тигән шул булыр,

Шундай егет тиң булыр.

Батыр Барсынға килһен,

Барсынға көрәш бирһен,

Көрәш тотҡан батырға,

Еңеп сыҡҡан батырға

Барсын йөрәген бирер.

 

Барсынһылыуҙың үҙе һайлап кейәүгә сығыуға ниәт тотоуы Әйләр ханға ишетелә. Атаһы ҡыҙын саҡыртып алып, борондан килгән йоланы боҙорға ярамағанлығын әйтә. Әммә Барсынһылыу һаман үҙенекен итә: «Ханға ла, батшаға ла бармайым. Кем дә кем мине көрәшеп еңә, шуға кейәүгә барасаҡмын!» — ти.

Әйләр хан ҡыҙының ихтыярына ҡаршы килмәй.

Шунан Барсынһылыу ҙур майҙан алып, үҙен көрәшеп еңгән егеткә кейәүгә сығасағы хаҡында тирә-йүнгә хәбәр таратҡан, ти. Был хәбәрҙе ишетеү менән, төрлө ырыу бәһлеүәндәре Әйләр хан иленә, Барсынһылыуҙы еңеп, үҙҙәренә кәләш итеп алмаммы тип өмөтләнеп, ағыла башлаған, ти. Барсынһылыу әхирәттәрен эйәртеп, бейек тау башына менеп, аҡ сатыр ҡороп, шунда йәшәй башлай. Барсынһылыу үҙен көрәшкә саҡырған бер бәһлеүән егетте күтәреп һауаға сорғотоп тик тора икән. Шулай итеп, күп ил бәһлеүәндәре Барсынһылыуҙы еңә алмай ҡырыла икән. Был хәлде ишетеп ҡалған Алпамыша әсәһенән:

— Мин шул ҡыҙҙы көрәшеп еңеп алып ҡайтайым, ризалығыңды бир? — тип һорай. Әсәһе:

 

Барма, балам, барма, балам:

Ҡурайсының ҡулы өҙөлгән,

Көрәшсенең биле өҙөлгән,

Барма, балам, барма, балам! — ти.

 

Алпамыша:

 

Барсынһылыу майҙанына

Барам, әсәй, барам, әсәй,

Батыр ҡыҙҙы көрәш һалып

Алам, әсәй, алам, әсәй, — ти.

 

Алпамыша бик ныҡ үтенгәс, әсәһенең күңеле йомшарып китеп, юлға сығырға ризалығын биргән, ти. Алпамыша юлға сығыу өсөн әсәһенән ат һорай.

«Өйөрөмдә һине күтәрерлек йылҡы юҡ. Ҡолтаба ағайыңа элек бер тай биргәйнем, шуны барып һорап ҡара», — тип өйрәтеп ебәрә, һеңлеһе Ҡарлуғас уға алтмыш ҡолас оҙонлоғо ебәк арҡан ишеп бирә. Алпамыша Ҡолтаба ағаһына барып:

 

Ҡолтаба ағай, Ҡолтаба ағай,

Ҡолйерәнде бирсе, ағай, бирсе, ағай,

Туғай тулы туры йылҡы,

Ялан тулы ҡола йылҡы

Һиңә бирәм, ағай, бирәм, ағай, — ти.

 

Ҡолтаба:

 

Туғай тулы туры йылҡың,

Ялан тулы ҡола йылҡың

Үҙеңә булһын, үҙеңә булһын,

Өйөр башы Ҡолйерәнде

Бирмәйем, энем, бирмәйем, энем, — ти.

 

Алпамыша:

 

Ҡолтаба ағай, Ҡолтаба ағай,

Ҡолйерәнде бирсе, ағай, бирсе, ағай.

Көтөү, көтөү, һыйырҙарым,

Кәртә тулы һарыҡтарым

һиңә булһын, ағай, булһын, ағай! — ти.

 

Ҡолтаба:

 

Көтөү-көтөү һыйырҙарың,

Кәртә тулы һарыҡтарың

Үҙеңә булһын, үҙеңә булһын,

Өйөр ҡото Ҡолйерәнде

Бирмәйем, энем, бирмәйем, энем, —

 

тип ризалығын бирмәй.

 

Алпамыша:

 

Ҡолтаба ағай, Ҡолтаба ағай,

Ҡолйерәнде бирсе, ағай, бирсе, ағай,

Мине тапкан ҡарт әсәмде,

Ҡарындашым Ҡарлуғасты

Һиңә фиҙа ҡылам, ағай, ҡылам ағай! — ти.

 

Шул һүҙҙе ишетеү менән, Ҡолтаба шатлығынан ҡысҡырып ебәрә. Ул Алпамышаға ебәк арҡан менән өйөрҙән Ҡолйерәнде тотоп алырға ҡуша.

Алпамыша Ҡарлуғас ишкән ебәк арҡан менән Ҡолйерәнде тоторға китте, ти. Өйөргә килеп, Ҡолйерәнгә арҡан ташлап, муйынынан быуып алған икән, Ҡолйерән, үрле-ҡырлы һикереп, тирә-яҡтағы ағастарҙы үләндәй иҙеп, Алпамышаны күккә сорғотоп, ергә һуға башланы, ти. Бик оҙаҡ алышҡандан һуң, Алпамыша Ҡолйерәнгә йүгән һалып, ауыҙлыҡлап алды, ти. Алпамыша Ҡолйерәнгә менеп, Ҡолтабаның тирмәһе ауыҙына килеп:

 

Ҡолтаба ағай, Ҡолтаба ағай,

Бирсе ҡулың, бирсе кулың,

Бәхиллегең алайымсы, алайымсы, — ти.

 

Ҡолтаба ҡулын биргәс, Алпамыша уның ҡулын шытырлатып ҡыҫып алды, ти. Теге, түҙә алмайынса:

 

Алла, ҡулым, сыҡты йәнем,

Ебәр, энем, ебәр, энем, — ти.

 

Алпамыша тағы ла нығыраҡ ҡыҫа.

Ҡолтаба:

 

Алла, ҡулым, сыкты йәнем,

Ебәр, энем, ебәр, энем,

Туғай тулы туры йылҡың,

Ялан тулы ҡола йылҡың,

Көтөү-көтөү һыйырҙарың,

Кәртә тулы һарыҡтарың,

һине тапҡан ҡарт әсәйең,

Ҡарлуғас атлы ҡарындашың

Үҙеңә булһын, энем, үҙеңә булһын! —

 

тип Ҡолйерәндең хакынан баш тарта.

Шунан һуң ғына Алпамыша Әйләр хан иленә юлға сыға. Килә торғас, ул бейек тау башында, көрәшергә килеүсе батырҙарҙы көтөп, бөйөрөнә таянып торған Барсынһылыуҙы күреп ҡала. Алпамыша тау аҫтынан Барсынһылыуға:

— Йә үҙ иркең менән төшөп, минең менән китәһең, йә һине көрәшеп еңеп алып ҡайтам! — тип ҡысҡыра.

— Ә, улаймы ни, мә, еңеп алып ҡайт! — тип Барсынһылыу тирмән ташы ҡәҙәрле ташты тау башынан Алпамышаға тәгәрәтеп ебәрә. Ер тетрәтеп, ҡолаҡ тондороп тәгәрәгән ташты, килеп етер-етмәҫтән, Алпамыша йүгереп барып, кире тибеп ебәргән, ти. Ул таш Барсынһылыу баҫып торған тау түбәһен осортоп алып киткән, ти. Барсынһылыу саҡ-саҡ ҡына ҡотолоп ҡала. Ул асыу менән Алпамышаға өй ҙурлығы ташты тәгәрәтеп ебәргән, ти. Алпамыша йәнә йүгереп барып тибеп ебәреүе була, таш кире осоп барып, бейек тауҙың яртыһын айырып алып китә, ти. Барсынһылыу көс-хәл менән тауҙың икенсе яртыһында тороп ҡала.

Алпамыша Барсынһылыу эргәһенә күтәрелә лә көрәш һорай. Көрәшә башлайҙар. Алпамыша Барсынһылыуҙы биленән алып һауаға сөйөп ебәрә лә, ергә төшөп имгәнмәһен тип, ҡулына тотоп ала. Шул ваҡыт ҡыҙ: «Мин һинеке, һин минеке», — тип егеткә башын эйә.

Алпамыша менән Барсынһылыу тау башына ҡоролған сатырҙа байтаҡ бергә йәшәйҙәр. Барсынһылыу, ғоманлы булғас ҡына, Алпамышаны ата-инәһе менән таныштырмаҡсы' булды, ти. Алпамыша Барсынһылыуҙы "Колйерәненә менгәштереп, Әйләр хандың йәйләүенә сапты, ти. Барсынһылыу Алпамышаны Әйләр хандың ун ике ҡанатлы аҡ тирмәһенә алып инә лә атаһына:

 

Торсо, атай, торсо, атай,

Тороп, билең быусы, атай, быусы, атай!

Өйгә кейәү алып килдем,

Тороп, ҡулың бирсе, атай, бирсе, атай!

Арҡа тулы ала бейә,

Туғай тулы туры бейә,

Бирнә итеп бирсе, атай, бирсе, атай! —

 

тип һамаҡланы, ти. Әйләр хан:

 

— Кит, минең кейәүгә биргән ҡыҙым да, кейәүем дә юҡ! — ти. Барсынһылыу, әсәһенә ҡарап:

 

Торсо, әсәй, торсо, әсәй,

Күҙ йәшемде күрсе, әсәй, күрсе, әсәй!

һеҙгә кейәү алып килдем,

Тороп, ҡулын бирсе, әсәй, бирсе, әсәй!

Арҡа тулы ала бейә,

Туғай тулы ҡола бейә,

Бирнә итеп бирсе, әсәй, бирсе, әсәй! —

 

тип илаулап һамаҡлаған икән, әсәһе Әйләр ханға:

— Берҙән-бер ҡыҙыбыҙҙҙың күҙ йәшен түктермәйек, тороп кейәүгә ҡулың бир! — ти.

Әйләр хан ыңһарлай-ыңһарлай ғына тороп, Алпамышаға ҡулын биргән, ти. Әйләр хан шунан Алпамыша менән Барсынһылыуға аҡһаҡалдар күрмәгән, ата-бабалар ишетмәгән данлыҡлы туй яһап ташлай.

Алпамыша Барсынһылыуҙы иленә алып ҡайтып, ҡайғы килһә, бергә ҡайғырып, шатлыҡ килһә, бергә шатланып, донъя көтөп ятҡанда, сапҡын килеп, Бүҙәр хандың яу менән килеүен хәбәр итә. Баҡһаң, ул Барсынһылыуҙы улына һоратып ала алмағас, яу менән алмаҡ булған икән.

Алпамыша Холйерәнгә атланып, алмас ҡылысын тағып, уҡ-янын алып, әсәһе, һеңлеһе, Барсынһылыу менән хушлашып, яу ҡайтарырға киткән, ти.

Бүҙәр хан ер яуын алған бик ҙур ғәскәр менән килә икән. Алпамыша алмас ҡылысы менән дошман ғәскәрен ҡырырға тотондо, ти. Өс көн, өс тән һуғышҡандан һуң, Алпамышаның көсөнә сыҙамай, Бүҙәр хан ғәскәре сигенгән, ти. Батыр бер аҙ ял итеп тә өлгөрә алмай ҡала, Бүҙәр хан йәнә ғәскәр туплап, һөжүмгә күсә. Алпамыша ажарланып тағы ла дошман яуына ташлана, һуғыш бик ҡаты була. Ҡан даръя булып аға. Бик оҙаҡ һуғышҡандан һуң, Бүҙәр хан ғәскәрҙәре тырым-тырағай ҡасып бөтәләр.

Алпамыша Ҡолйерәнен кешәнләп ебәрә лә йоҡларға ята. Ул, ғәҙәте буйынса, бер йоҡлаһа, алты көн, алты тән йоҡлай торған булған. Уның йоҡоға китеүе менән, Бүҙәр хандың шымсылары килеп тә етәләр. Холйерән күпме генә эйәһен уятыр өсөн кешнәһә лә, сапсынһа ла, Алпамыша уянмай. Шымсылар тиҙ генә Бүҙәр ханға батырҙың үлек кеүек йоҡлап ятыуын хәбәр итәләр. Бүҙәр хан иҫән ҡалған ғәскәрен туплап килеп, Алпамышаны ҡорос сынйырҙар менән сырмап, бығаулап арбаға һалып алып ҡайтып китә. Ул батырҙы ер аҫтындағы тәрән зинданға һалдыра, ә Ҡолйерәнде таш һарайға бикләтә.

Бер саҡ Алпамыша уянып китһә — аяғы-ҡулы бығаулы, ҡорос сынйыр менән сырмаулы, тәрән соҡор эсендәге ҡараңғы зинданда ятҡанлығын күрә. Сынйырҙан һис кенә лә ысҡынырлыҡ хәл юҡ, ысҡынғанда ла, соҡорҙан сығырлыҡ түгел икән. Бик оҙаҡ аҙаплана торғас, ул ике ҡулын ысҡындырып ала. Бүҙәр хан кешеләре, Алпамыша имеп ятһын тип, зинданға бер кәзә менән бер йөк бесән ташлаған булғандар икән. Алпамыша шуның һөтөн эсеп кенә көн итергә мәжбүр була.

Берҙән-бер көндө Алпамыша салҡан төшөп моңланып ятҡанда, һауанан бер төркөм ҡыр ҡаҙҙары осоп барғанын күреп ҡалып:

 

Ҡырасай ҡаҙым, ҡырасай ҡаҙым,

Килсе, ҡаҙым, килсе, ҡаҙым,

Ҡанатыңа хат яҙайым,

Тыуған илгә, кәләшемә

Китһәңсе, алып, китһәңсе алып, —

 

тип әйткән икән, ҡаҙҙар:

 

Күлдә булһаҡ, күлдә ҡырҙың,

Ҡырҙа булһаҡ, ҡырҙа ҡырҙың, —

Ята бир, алып, ята бир, алып? —

 

тип осоп китеп барғандар, ти.

Теге ҡаҙҙарҙан артҡа ҡалып ҡына яңғыҙ ҡаҙ осоп бара икән. Алпамыша уны күреп ҡала ла:

 

Ҡырасай ҡаҙым, ҡырасай ҡаҙым,

Ҡанатыңа хат яҙайым,

Тыуған илгә, кәләшемә

Китһәңсе алып, китһәңсе алып, —

 

тип әйтеүе булған, ҡаҙ, ҡаңғылдап, зиндан эсенә ҡанатын йәйеп кенә килеп төшкән, ти. Алпамыша ҡулын ҡырҡып, ҡаны менән ҡаҙ ҡауырһынына хат яҙып: «Минең илгә осорһоң, унда ун ике ҡанатлы аҡ тирмәне күрерһең, шул тирмә тәңгәленә еткәс, хат яҙылған ҡауырһынды ташларһың!» — ти.

Ҡыр ҡаҙы, Алпамыша йәйләүенә етеп, әйләнеп осоп йөрөгәндә, ун ике ҡанатлы аҡ тирмәнән бер малай йүгереп сығып уҡ менән тоҫҡаған мәлдә, ҡаҙ, ҡапыл ҡурҡып, хатты төшөрөп ебәрә. Был малай Алпамышаның үҙе юҡта тыуып үҫкән Айҙар исемле улы булған икән. Хат яҙылған ҡауырһын елфер-елфер итеп аҡ тирмә тәңгәленә төшмәй, бер яҡ ситтәрәк торған Ҡолтабаның ҡара тирмәһе алдына килеп төшә. Ҡолтаба хатты уҡый ҙа эштең ниҙә икәнен һиҙеп ала. Тик ул быны бер кемгә лә белдермәй.

Алпамыша оҙаҡ ҡайтмай торғас, Әйләр хан уны эҙләргә үҙенең сапҡындарын ебәргән икән. Сапҡындар бик оҙаҡ йөрөй торғас, Бүҙәр хандың иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡырылып ятҡан һуғышсыларына тап булғандар, ти. Улар шулай уҡ бер ағас төбөндә Алпамышаның үҙенән башҡа бер кем дә тарта алмаҫ ике ҡолас оҙонлоғондағы мөгөҙ янын, алмас башаҡлы уҡтарын табып алып ҡайталар.

Сапҡындар Алпамышаны үлгән тигән хәбәр тараталар. Бар-сынһылыуҙың был хәбәргә ышанғыһы килмәй, көтөргә була.

Ҡолтаба, Алпамыша юҡлыҡтан файҙаланып, уның бөтә байлығына хужа булып ала, Ҡарлуғасты хеҙмәтсе итә, Барсынһы-лыуҙы үҙенә ҡатынлыҡҡа алмаҡ була. Бер туҡтауһыҙ Барсынһы-лыуға яусылар ебәреп тора. Ә Барсынһылыу һаман да ризалыҡ бирмәй икән. Туйҙы һуҙыу әсән, ул бер хәйлә уйлап таба: «Кем дә кем Алпамыша янынан алтын йөҙөктө уҡ менән үтә ата, шуға кейәүгә барам!» — ти. Сөнки ул яндың керешен Алпамышаның үҙенән башҡа бер кемдең дә тарта алмаҫын яҡшы белгән була.

Әйләр хан, ҡыҙының теләгенә риза булып, ҙур майҙан аса. Тирә-яҡтан бик күп уҡсылар килеп, Барсынһылыуҙың бейеккә элеп ҡуйған алтын йөҙөгөнә атмаҡ булалар, ләкин һис кенә лә Алпамышаның янын тарта алмайҙар. Шулай итеп Барсынһылыу, туй ваҡытын юрый һуҙып, Ҡолтабаны алдай торһон, беҙ киләйек Алпамыша әхүәленә.

Алпамыша, ебәргән хатына яуап-хәбәр булмағас, бик ҡайғырған, ти. Ул, һәр саҡ итек ҡуңысында йөрөй торған ҡурайын алып, бик моңло итеп тарта торған булған.

Бүҙәр хандың өс ҡыҙы була. Хан ҡыҙҙары бер көн курай тауышын ишетеп ҡалалар ҙа зиндан алдына киләләр. Ҡыҙҙар килеп өҫтән зинданға ҡараһалар, шул хәтлем мөһабәт баһадир егеттең ҡурай тартып ятҡанын күрәләр. Алпамыша ҡыҙҙарҙы күреп ҡала ла уйнауҙан туктай.

Ҡыҙҙар:

 

Алпамыша батыр, баҡһаңсы,

Ҡурайыңды тағы тартһаңсы,

Бер-ике көй бүләк итһәңсе,

Хан ҡыҙҙары күңелен күрһәңсе? —

 

тип инәләләр. Ләкин Алпамыша уйнамай, ялындыра: «һеҙгә иркенләп ҡурай уйнай алмайым: ҡул-аяғым бығаулы, аслыҡтан йонсоғанмын, күңелегеҙҙе асырға форсатым юҡ!» — ти. Был көндө ҡыҙҙар Алпамышаға бер ярҙам итә алмай ҡайтып китәләр. Хандың бәләкәй ҡыҙы, атаһының һандығынан бик күп алтын аҡсаларын алып, йәшерен рәүештә кешеләр яллап, зинданға туралап ер аҫтынан юл ҡаҙыта. Ул көн дә ошо ер аҫты юлы менән зинданға килеп йөрөй башлай. Килгән һайын Алпамышаға ашарға, эсергә аҙыҡ алып килә. Алпамыша һимереп, көсләнеп китә. Берҙән-бер көн Алпамыша ҡыҙға: «Әгәр мине бығауҙан ҡотҡарырға теләһәң, атайыңдың алтын аҡса һандығына бикләнгән алтын һаплы алмас ҡылысымды алып кил. Шул кылыс булмай тороп, бығауҙар менән бер нәмә лә эшләй алмабыҙ», — ти.

Ҡыҙ ҡылысты алып килә. Алпамыша алмас кылыс ярҙамында бығауҙарҙан ҡотола. Ул, бығауҙан ҡотолғас та, ун биш көн самаһы зинданда ята. Сөнки бығауҙар тәнгә бик ныҡ батҡан, тәрән яралар яһаған була. Хан ҡыҙы, батырҙың яралары уңалғас та:

— Һине бынан нисек сығарырға мөмкин? — тип һорай. Алпамыша:

— Һин мине сығара алмаҫһың. Бына мин һиңә ҡулъяулығымды бирәм. Таш һарайҙа минең Ҡолйерәнем бикле торор. Ошо ҡулъяулыҡты таш һарайҙың алдына алып барып яндыр3. Ҡолйерән сыҡһа, мине ҡотҡарыр! — тип ҡулъяулығын бирә.

Ҡыҙ Алпамышаның ҡулъяулығын таш һарай алдына алып барып яндыра. Ҡолйерән, яулык еҫенән эйәһенең иҫәнлеген һиҙеп, елкенеп китә. Ул таш һарайҙың тимер ҡапҡаларын емерә тибеп сығып, зиндан алдына килеп баҫа. Ҡолйерәндең муйынында Ҡарлуғастың ишкән алтмыш ҡолас ебәк арҡаны була. Хан ҡыҙы ебәк арҡандың бер осон ат муйынына бәйләп икенсе осон зинданға төшөрә. Алпамыша ебәк арҡанға йәбешеп зиндандан сығып, алмас ҡылысын тағып, Ҡолйерәненә менеп, туп-тура хан һарайына юл тота. Ул, Бүҙәр хан алдына барып: «Эй, Бүҙәр хан, яуызлығың өсөн бына ошо ерҙә башыңды ҡырҡыр инем, тик миңә мәрхәмәт күрһәткән өс кыҙың хаҡына ғына һау ҡалдырам!» — тип сығып китә.

Алпамыша үҙ иленә ҡайтып килгәндә, йылҡы өйөрө тап була. Ҡараһа, таныш өйөр кеүек күренә быға. Ул йылҡы көтөүсеһенән:

— Кем көтөүе был? — тип һорай.

— Элек Алпамышаныҡы ине, хәҙер Колтабаныҡы, — ти көтөүсе.

— һиңә Алпамыша арыу инеме, әллә Колтабамы? — тип һорай батыр.

— Ҡолтаба арыу. Алпамыша хан булған саҡта, мин ябай көтөүсе, Ҡолтаба баш йылҡысы ине. Алпамыша үлгәс, мин баш йылҡысы, Ҡолтаба хан булды! — тигән көтөүсе.

Алпамыша көтөүсене башына бер сиртеп үлтерә лә ары китә. Килә-килә торғас, Алпамыша һыйыр көтөүенә тап була.

— Был кем көтөүе? — тип һорай ул көтөүсенән?

— Колтабаныҡы, — ти көтөүсе. Ул үҙе бау ишеп ултыра икән. Алпамыша:

— Нимәгә бау ишәһең? — ти. Көтөүсе:

— Был бау менән Алпамыша еңһә — Ҡолтабаны аҫыр. "Колтаба еңһә — Алпамышаны аҫыр! — ти.

Алпамыша бының да башына бер сиртеп үлтерҙе лә юлына китте, ти. Бер аҙ барғас, ул ҡуй бағып йөрөүсе бер малайға осрай. Ҡуйсы малай бер ҡулына туҡ эсәк, икенсе ҡулына оса майы тотоп һурып йөрөй, ти. Алпамыша малайҙан:

— Бөгөн берәй туй барамы әллә? — тип һорай. Малай:

— Йәйләүҙә, алтын йөҙөк аша уҡ атып, Барсынһылыуҙы алыу өсөн бәйге бара. Туй өсөн Ҡолтаба Алпамышаның һимеҙ-һимеҙ йылҡыларын, ҡуйҙарын һуйҙыртты. Миңә лә әҙерәк өлөш сыҡты, — тигән малай. Ә үҙенең күҙҙәренән мөлдөрәп йәш акты, ти. Алпамыша, төҫмөрләп, ҡуйсы малайҙың үҙ улы булыуын таный, ләкин уға үҙен танытмай. Ул үҙ кейемен малайына кейҙереп, уның ҡырҡ ямаулы иҫке кейемен кейә. Шулай итеп, ул көтөүсе ҡиәфәтендә Барсынһылыу йәйләүенә юл тота. Йәйләүгә етер саҡта ул атын кешәнләп ҡалдыра ла туп-тура бәйге барған майҙанға килә. Майҙанда бейек ағасҡа алтын йөҙөк элек ҡуйғандар ҙа Алпамышаның яны менән егеттәр ук атып маташалар икән. Тик уларҙың береһе лә ике ҡолас оҙонлоғондағы мөгөҙ янды йүнләп тарта алмай, ти.

Алпамыша кеше араһынан ҡыҫылып алға сыға ла тәхеттә бик эре генә ултырған Ҡолтабанан:

— Ҡолтаба ағай, ҡана мин дә бер атып ҡарайым әле? — ти.

— Кит, кит, йолҡош! һинән былайыраҡ егеттәр ҙә ата алмайҙар әле, — тип ҡыуып ебәрә. Тағы бер нисә мәртәбә һорағас ҡына, уға уҡ-ян бирәләр. Алпамыша үҙенең уғы менән янын күреп, илап ебәрә. Ә үҙе, кешеләр һиҙмәһен тип: «һай, атайымдан ҡалған уҡ-ян!» — тип һөйләнгән була. Шунан янын еңел генә күтәреп, йөҙөккә атып ебәрә. Алтын йөҙөк зыңғыр итеп икегә бүленеп төшә. Шул ваҡыт Ҡолтаба көтөүсе булып кейенгән егеттең Алпамыша икәнен танып ала ла:

 

Беләгемдә ҡороғом,

Ҡайҙа минең боронғом, —

 

тип йылҡы көтөүе яғына йүгереп китә. Алпамыша икенсе уҡ алып, Ҡолтабаны атып үлтерә. Ситтән ҡарап торған Барсынһылыу менән Ҡарлуғас, Алпамышаның ҡайтҡанлығын күреп, йүгереп килеп ҡосаҡлап алалар. Шул ике арала атаһының кейемен кейенгән Айҙар ҙа килеп етте, ти. Алпамышаның шатлығының сиге булманы, ти. «Мин бында әсәйемде генә күрмәйем!» — ти ул.

Баҡтиһәң, ул, Барсынһылыу бәйге ҡороп кейәүгә сығырға йөрөй, тип үпкәләп, өйөндә бикләнеп ята икән. Барсынһылыу, Алпамышаны эйәртеп, ҡәйнәһе йортона килеп:

— Ҡәйнәм, ишек ас! — ти.

— Кит, ары йөрө! Иренә хыянат итеп йөрөйһөң, һинең менән һөйләшмәйем! — ти уға ҡәйнәһе.

Шунда Барсынһылыу, һамаҡлап:

 

Торсо, ҡәйнәм, торсо, ҡәйнәм,

Тороп, билең быусы, ҡәйнәм,

Илдең ҡото Алпамыша

Илгә ҡайтты, күрсе, ҡәйнәм, —

 

тип әйтте, ти.

Был һамаҡты ишетеү менән, ҡәйнәһе ишекте шар асып ебәрҙе, ти. Алпамыша әсәһе менән күреште, ти. Батырҙың илгә иҫән-һау ҡайтыу хөрмәтенә өс көн, өс тән туй яһайҙар. Ҙур майҙан асып, алыҫтан ат саптыралар, яҡындан тай саптыралар, сәсәндәр ярыш-тыралар, батырҙар көрәштерәләр, таҙҙар төкөштөрәләр2. Ат сапҡанда, Ҡолйерән башҡа аттарҙы уҙып килә, батырҙар көрәштергәндә, Алпамыша еңеүсе булып сыға, таҙҙар төкөштөргәндә, Алпамышаның улы Айҙар беренселекте ала.

Алпамыша ҡайтып хан булғас, илдә ғәҙеллек, тыныслыҡ урынлашып, халыҡ иркенләп йәшәп ҡалды, ти.

 

 

Поделись с друзьями: