Зәйнулла менән Красата


Борон-борон заманда бер ҙур шәһәрҙә бер етем малай йәшәгән. Исеме Зәйнулла булған. Малай өйҙән-өйгә йөрөп һоранып тамаҡ туйҙырған. Бер ваҡыт ул батшаның үҙенә барып ингән.. Батша уны ашатып-эсереп сығарып ебәргән. Был теремек тә, аҡыллы ла малай тураһында батша әбейенә лә әйткән. Ә әбей ярлы ҡыҙы икән. Ул ярлыларға ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер торған. Ул батшаға Зәйнулланы табып алып, үҙҙәренең улы итергә, кейендереп, уҡытып, үҙенә алмашҡа әҙерләргә кәңәш биргән.

Батша ҡатынының һүҙен кире ҡаҡмаған. Малайҙы таптырып алғандар ҙа үҙҙәренең ниәттәрен әйткәндәр. Зәйнулла, айһай, былар берәй ҡара уй уйламанылармы икән тип шикләнә бирһә лә, батша үҙе ҡушҡас, риза булған.

Шулай итеп, Зәйнулла батша улы булып киткән. Уҡыуға тиһәң, бик зирәк, төҫкә тиһәң, бик матур булып үсен еткән.

Бер ваҡыт батша бик ҙур мәжлес уҙғарған. Ҡунаҡтар хатта ике айлыҡ юлдан килгәндәр. Зәйнулла ҡунаҡтарҙы ҡәҙерләп, хөрмәт итеп йөрөй икән: ҡул йыуҙыра, аяҡ кейемдәрен, өҫ кейемдәрен алып бирә. Шулай йөрөгәндә, бер эйелгән сағында уның түш кеҫәһенән бик һылыу бер ҡыҙ рәсеме төшөп киткән. Батша быны күреп ҡалғай да:

— Был кем? — тип һораған.

Зәйнулла быны үҙе лә тәү тапҡыр күреп тора икән. Рәсемдең кемдеке булыуын, нисек уның кеҫәһенә килеп ингәнен үҙе

лә белмәй икәи. Рәсемде ҡунаҡтар ҙа, ҡулдан-ҡулга йөрөтөп, ҡыҙҙың һылыулығына хайран ҡалып ҡарайҙар, һары сәсле, күк күҙле, ти, үҙе. Тик береһе лә уның кем икәнен әйтә алмаған, ти. Шулай ҙа арала бер зирәк ҡунаҡ бар икән. Шул ҡунаҡ:

— Был ҡыҙҙың исеме Красата булыр. Ул ҡыҙ үҙ рәсемен был егет йоҡола сағында килтереп һалған, ғашиҡтер, күрәһең. Был һылыуҙы табыуы бик, бик ауыр буласаҡ, шулай ҙа, егет, һин уны таба алаһың, — тигән.

Был сибәр ҡыҙ ҙа хәҙер Зәйнулланың йөрәгенә инеп ултырған. Уйында шул гүзәл генә икән. Зәйнулла батшанан: — Атай, мин уны эҙләп сығып китәм, — тигән. Батша риза булмай- тора. Өсөнсө тапҡыр бик инәлеп һорағас ҡына, ул, иптәшкә тип бер һалдат биреп, егетте сәфәргә сығарып ебәрә. Юлға күп аҡса, күп аҙыҡ ала былар.

Бик күп юл үткәс, кис булып, бер йылға буйына йоҡларға яталар, һалдат, Зәйнулланы һаҡларға тейеш булгас, йоҡламай. Зәйнулла йоҡлап киткәс, уның күкрәгенә бер энә сәнсеп ҡуя. Бер аҙ торғас, ел-дауыл ҡуптарып, аҡбуҙ атҡа атланып, йөҙөнән нурҙар һибелеп, тирә-яҡты ялтыратып торған бер һылыу ҡыҙ килеп төшә. Ул Зәйнулланы уятырға тырыша, Зәйнулла уянмай. Улай ҙа өйләндерә, былай ҙа өйләндерә, егетте барыбер уята алмай. Таң атҡас, ҡыҙ, иртәгә тағы килермен тип, егетте бер үбә лә ҡайтып китә.

Ҡыҙ китеп, һалдат Зәйнулланың күкрәгенән энәне алдыниһә, Зәйнулла:

— Ах, бик оҙаҡ йоҡлағанмын, төшөмдә теге Красатаны күрҙем. Ул мине улай төрттө, былай төрттө, ә мин уның ҡулынан да тота алманым, — тип төшөн һөйләй, һалдат өндәшмәй генә ултыра.

Былар ары китәләр. Икенсе кисте лә, Зәйнулла йоҡларға ятҡас, һалдат уның күкрәгенә энәһен ҡаҙап ҡуя. Красата тағы килә, уятырға тырыша — Зәйнулла уянмай. Красата уны ҡосаҡлап та ҡарай, үбеп тә ҡарай; тор инде, йәнем, тип илап та ҡарай. Егет уянмай. Красата, таң атҡас, тағы бер килермен әле, ти ҙә көрһөнә-көрһөнә ҡайтып китә.

Өсөнсө көндө кис еткәс, Зәйнулла, теге тәмле төштө тағы ла күрмәмме тип, ашамай ҙа йоҡларға ята. Красата тағы килә. Тик Зәйнулланың күкрәгенә тағы ла теге энә ҡаҙалған була. Красата уны ҡосаҡлап үбә, күкрәгенә ятып илай:

— Бөгөн уянмаһаң, башҡа килә алмайым, — ти. — Мин башҡа килә алмайым, һине һағыныуҙан һарғайып үлермен инде, — тип, илай-илай ҡайтып китә. Уның күҙ йәштәре тамған ерҙә әскелтем һыулы күл барлыҡҡа килә. Хәҙерге Магнит тирәһендәге тоҙло күл шул Крас атаның күҙ йәштәре икән ул.

һалдат Зәйнулланың түшенән энәне тартып алғас, ул, уянып:

— Ах, оҙаҡ йоҡлағанмын, төшөмдә Красатаиы тағы күрҙем. Ул мине ҡосаҡланы, үпте, иланы, мин уяна алмағас, «башҡа күрә алмам», тип илап ҡайтып китте, — тип һөйләнә.

Шул ерҙә һалдат ысынды һөйләп бирә:

— Өс көн буйы Красата һинең яныңа килде, уятырға тырышты, әммә уята алманы. Ни әсән тиһәң, мин күкрәгеңә 5ынау энәне ҡаҙағайным. Был сихырлы энәне, Зәйнулла йоҡоға киткәс тә күкрәгенә ҡаҙарһың тип, батша бисәһе биреп ебәргәйне. Мин уның ҡушҡанын үтәнем, — ти.

Бына хикмәт нимәлә икән, тип уйлай Зәйнулла. Әйтәм, батша бисәһе, икәүҙән-икәү ҡалған саҡтарҙа, миңә һырыша торғайны, мине үҙенең йоҡо бүлмәһенә саҡыра торғайны. Мин тыңламағас, кәйефе ҡырыла нне. Минән ситләшкәс, Красата менән дә ҡауышмаһын тип, ошо энәһен биргән икән ҡәһәр һуҡҡыры, тип эстән яна ла көйә Зәйнулла. Шунан ул:

— Һинең менән йөрөгәнсе, яңғыҙ йөрөгәнем артыҡ. Юл йөрөгәндә, ысын дуҫ ундай эш эшләмәй ул. һин миңә дуҫ түгел, дошманһың икән! — тип, һалдатты ҡыуып ҡайтарып ебәрә. Яңғыҙы ғына артабан китә. Ай китә, йыл китә, арҡан буйы ер китә, бер ҙур шәһәргә барып сыға. Был күрше батшалыҡтың баш шәһәре икән. Зәйнулла батша янына инә, үҙенең кем икә-нен, Красатаны эҙләп йөрөүен һөйләп бирә.

Батша, Зәйнулланы тыңлап бөткәс:

— һин теләгән ергә минең сәмреғошом ғына алып барып еткерә ала. Башҡаса сара юҡ, — ти. — Сәмреғош һине бер тау башына төшөрөр, һин түбәнгә ҡарай кит. Күпме барырһың, уныһы билдәһеҙ. Бер һыу буйына барып сығырһың, шунда бер тирмән булыр. Унда бер ҡарт йәшәй, һин шул ҡарт ярҙамында гына Красатаны таба алырһың. Тик бабайға үҙеңдең Красатаны эҙләп килгәнеңде әйтмә, — ти. — Хәйерле юл! — тип, батша егетте оҙатып ҡала.

Зәйнулла, сәмреғошҡа ултырып, айлыҡ юлды бер көндә үтә. Бөтәһен дә теге батша өйрәтеп ебәргәнсә эшләй. Бабайҙы таба. Бабай унан:

— Юл башың ҡайҙан? — тип һорай.

— Хоҙайҙан, — ти Зәйнулла.

— Ниндәй зат?

— Әҙәми зат. Аҙашып килеп сыҡтым, бабай, инде ни эшләйем?

— Бында килгәс, ҡайта алмаҫһың. Миндә тор.

— Ярай.

— Шарт шулай: тирмәндә көнөнә өс тоҡ он тарттыр ҙа соланға индер.

— Ризамын, бабай, тик оҙаҡҡа һуҙылырмы был эш?

— Оҙаҡ булыр.

Зәйнулла эшкә тотона. Көн дә кис өс тоҡ он әҙерләп, соланға индереп ҡуя, иртән тороп ҡараһа, береһе генә ҡалған була. Шулай бер нисә ай дауам итә. Зәйнулла ҡарттан:

— Иртән тороуға өс тоҡтоң икеһе ҡайҙа була ул? — тип һорай.

Бабай:

— Беҙҙең ғаиләбеҙ бик ишле, ҡарсығым, өс ҡыҙым, ике тол һеңлем бар. Күп ашай торғандарҙан булабыҙ беҙ, — ти.

Тағы байтаҡ ваҡыт үтә. Зәйнулла:

— Бабай, мин китәйем инде, — ти.

— Кит, — ти бабай.

Эй китте, ти, Зәйнулла, эй китте, ти, был. Юл өҫтөндә ике ен малайы һуғышып ятҡанын күрә.

— Ниңә һуғышаһығыҙ?— тип һорағас, тегеләр:

— Атайыбыҙҙан бер эшләпә менән бер таяҡ ҡалғайны. Шуларҙы бүлешә алмайбыҙ, — тиҙәр.

Зәйнулла:

— Бәй, ниңә уның әсән һуғышырға, мнн уларҙы ғәҙел'бүләм. Барығыҙ, анау ерҙән югерешеп килегеҙ. Кем уҙһа, эшләпә лә, таяҡ та шуға була, — ти. Ен малайҙарына был кәнәш бик оҡшай. Шатланышып, Зәйнулла күрһәткән ергә китәләр. Ә Зәйнулла тылсымлы эшләпә менән таяҡты ала ла үҙ юлына юнәлә.

Юлда йоҙроҡ кеүек кенә бер өйҙән ҡыл һымаҡ ҡына төтөн сығып ята. Зәйнулла шунда ҡунып китергә уйлай. Инһә, бер әбей менән бер бабай ултыра. Ҡунырға рөхсәт итәләр. Зайнулла йоҡларға ята. Әбей менән бабай һөйләшә. Былар Красата-ның өләсәһе менән олатаһы икән.

— Иртәгә Красата ҡыҙыма барам, — ти әбей. — Тик бына һомайғош йомортҡаһы тапманым, шуны ашатһаң, һауығыр, тигәйнеләр. Красата көндән-көн һарғая, кибә, бахырҡайым, шул егет тип үлә инде, — тип ҡайғыра.

Зәйнулла иртән тороп, бейек ҡая башынан өс һомайғош йомортҡаһын таяғы менән тартып ала. Шунан эйәһен кешегә күрһәтмәҫ шайтан эшләпәһен кейә лә әбейҙең артынан эйәреп китә. Уның менән бергә Красата ауырып ятҡан йортҡа барып инә.

— Күкәй алып килә алманым, балам, һис таба алманым,— тип илап-илап һүҙ башлай әбей. Һүҙе бөткәс, Красатаның әсәһе янына сыға. Шул саҡ Зәйнулла өс күкәйҙең береһен Красатаның баш осона, икенсеһен аяҡ осона, өсөнсөһөн күкрәгенә һалып ҡуя. Красата ҡыбырҙау менән, күкрәгенән бер күкәй тәгәрәп килеп төшә. Ул күкәйҙе ала ла:

— Был таныш күкәй түгел, бәлки, һомайғош күкәйелер,— тип эсеп ҡараһа, үҙенә хәл ингәндәй була. Тағы ҡыбырҙаһа — баш осонан, йәнә бер ҡыбырҙаһа, аяҡ осопан бер күкәй тәгәрәп

төшә. Шул күкәйҙәрҙе эскәс, Красатага бөтөнләй хәл инә. Тора ла сәсен тарап, көҙгөгә ҡарап, үҙен рәткә килтерә. Үҙе:

— Мин эскән был өс күкәй ҡайҙан килеп сыҡты һуң әле? Оләсәйем күкәй таба алманым тине бит, — ти. Шул ваҡыт Зәйнулла:

— Красата, шифалы күкәйҙәрҙе мин килтерҙем,— ти.

— һин кем?

— Зәйнулла.

— Ҡайҙа һуң һин, күрмәйемсе үҙеңде?

Зәйнулла эшләпәһен һала. Улар күрешәләр. Илашып табышалар, ҡауышалар. Быға Красатаның атаһы Иван да, әсәһе Мария ла, хәл белергә килгән өләсәһе лә бик-бик шат була. Аҙаҡ килеп, Зәйнулла Красатаны үҙҙәренә алып ҡайтып китә. оәйнулланы ул итеп алған батша һағыныуҙан һарғайып бөткән, ти. Улын күреп туйғас, батша үлә. Зәйнулла батша булып ултыра.

 

Поделись с друзьями: