Уҙаҡ-Туҙаҡ — балабәшнәк ярсығы


banner 13

Борондан да боронораҡ, әүәлдән дә әүәлерәк Йәноҙаҡ ҡарт менән Уралбикә атлы ҡарсыҡ йәшәгән, ти. Был икәү Балабәшнәк тигән ырыуҙан ҡалған аҡтыҡ өй булған, ти. Балабәшнәк ырыуы элек ер ситендә, Аҙаҡ диңгеҙе менән Ҡалҡа йылғаһы араһында мал утлатып, тормош кискән икән.

Балабәшнәктәрҙе Олобәшнәк бейҙәре лә, бейҙәренең олуғбейе лә бик ҡыҫынҡы, илау-һыҡтаулы йәшәткән, ти. Уныһына ғына түҙерҙәр ине лә, ти, Ҡояш тыуышынан Балауҫа-талаусы, Балауҫа ғына тип йөрөтөлһә лә, бик уҫал бер һуғышсан ҡәбилә83 килеп сыҡҡан, ти. Дала ҡаплап килгән Балауҫа яуы Олобәшнәктәрҙең нығытмаһы-капҡаны емереп, баҫып алып, ыңғайға бик күп Балабәшнәктәрҙе лә ҡырған икән. Ҡалғандары, йыйналышып, был ҡара ҡайғы иленән ҡасырға булған. Ҡайҙа китергә? Йыйылышып кәңәшләшкәндәр, күбеһенең иҫенә ата-бабаларының тәмләп һөйләгән ере хәтергә килгән. Ауырлыҡтар килгән һайын, ҡарт бәшнәктәр Урал тигән ерҙе күккә күтәреп һөйләгәндәр. Имештер, бәшнәктәр ҡайҙалыр Алатау яғынан, Аҙаҡ диңгеҙ буйы тигән, үткенселәр өмөткә саҡматаш һуҡтырған ер-һыуға күсә килә ятҡанда, оҙаҡ ҡына Урал тауы итәгендә йәйләп ятҡандар, йәйләп алғандар. Хәҙер килеп аҡһаҡалдар Уралды кемуҙарҙан маҡтай башлағандар. Олатайҙар һөйләүенсә, Уралдың дүрт һырты бар, ти, дүрт һыртының теҙмә беренсә дүрт ерҙә дүртәр түбә бар, ти. Кеше ҡулы күтәрмәһә лә, дүрт түбәнең теҙмә бере дүрт ҡалҡан нығытмаһына торорлоҡ, ти. һәр түбәне утын да йығасташ ҡаплаған, ти.

Бындағылай яҙын, көҙөн дымлы, тоҙло ел дә, йәйен-ҡышын эҫе, һыуыҡ ел дә юҡ, ти, Уралда, һыуығын унда һыуығыраҡ, ти. Тик ундағы урман — үҙе бер ҡуй туны, ти. Унда йәшәрҙәр көн итә, ти ҙә, ебәрә булалармы улар беҙҙе яндарына.

— Эй-й-й! Ер-һыу беҙҙеке! Мәшәр-мәжәренә лә етер, күңелең генә киң булһын.

Бәлә килһә бәндә башына,

Берәү килмәҫ, биш килер! —

тиме. Иҙел кисеп, Кәрәлеккә етеүгә, Ырғыҙға етеүгә иҫән ҡалғандарҙы ҡара киҙеү тигән йот харап иткән. Ырыуҙан тик Йәноҙаҡ менән Уралбикә генә ҡалған, ти. Уларҙың тыуымдан ҡалмай килгән балалары сабый саҡтан уҡ үлемдән дә ҡотола алмай барыр булған, ти. Олоғайған көндәрендә:

Оя төбө — һуңғы тыуым —

Нигеҙ була күрһен ине,

Береһе үлһә, береһе ҡалыр —

Игеҙ була күрһен ине! —

тип, имәнес инәлеп, яҙмыштарына ялынып, күҙҙәрен күккә терәп теләгәндәр, ти. Ике бала табабыҙ, тип икеләтә теләгәндәр, икеләтә мал тапҡандар, икеләтә аш ҡаҡҡандар, ти.

Бабай ике сәңгел* йыҡҡан, әбей ике биләү һуҡҡан, бабай ике бишек бөккән, әбей ике бышым теккән*. Бабай кисен мөңөрәй икән:

Ҡулдарым да ҡуш икәү бит,

Улдарым да икәү булһын.

Әбей иртән сеңләй икән:

Имсәгем дә ике тулан*,

Ике улан тыуһа икән.

Тилереп тулаһаң, диндерәк тә тояҡҡа төйөрөмләнә, ти, илереп илаһаң, һуҡыр күҙҙән дә йәш сыға, ти. Тилмереп теләһәң, ҡыҫыр теләк тә түл йыя, ти. Көндәрҙән бер көндө әбейҙең көткәне, ҡарттың өмөт иткәне тыу ҙа ҡуй, ти! Әбей киткән, ти, төйәҙәләнеп, ҡарт киткән, ти, сәбәләнеп, ике исем әҙерләгән, ә унан берәү генә тыуған, бер исеме Уҙаҡ, ти, икенсеһе Туҙак, ти. һунар сыҡһам, һунарҙа, йорт йүнәтһәм, йортта үҙемә иш уҙаҡ булыр тип, Уҙаҡ исемен шайҙап* ҡуйған, ти, ҡарт.

Ат-исеменән үлем өркһөн, пыр туҙҙырып тормош көтһөн, тип, Туҙаҡ исемен йөрәк бауырына индергән, ти, ҡарсығы. Үҙе Уҙаҡ, үҙе Туҙаҡ — бер уланға ике ат, үҫә биргән, ти, малайың. Йыл үсәһен ай үҫмәһә лә, ай үсәһен көн үҫмәһә лә, Уҙаҡ әсән дә, Туҙаҡ әсән дә икеләтә-кушлата арта барған, ти, улан, алға барған, ти, улан. һыпа-һыны, күренеше бабайға ла тартҡан, ти. Әбейҙән дә отҡан, ти. Аяҡтары ҡыр кәзәһендәй һикерәндәп, толпарҙыкылай талмаҫ, ти. Ҡыҫала бармаҡ бөркөт ҡарашлы, юлбарыҫ беләк, арыҫлан күкрәк, һағыҙаҡ билле, елкә — елле, көслө табанлы, эт-ҡош танаулы, ҡолан ҡолаҡлы, болан сираҡлы бер төрлө төйөрөм бала булған, ти, ул. «Уҙаҡ!» — тиһәләр ҙә: «Ә!» — тигән. «Туҙак!» — тиһәләр ҙә: «Ә!» — тигән. Эш ҡушһалар: «Йә!» — тигән. «Бир!» — тиһәләр: «Мә!» — тигән. Инде лә илгәҙәк, оло күңелен күргәҙәк тыңлаусан бер йән булып яратылған, ти, балаҡайың. Кемселәрҙең кемселәренә ығышып ҡына ырыҫ килә, килгәндә лә ҡырыҫ килә. Унға уҙҙым тигәндә, Уҙаҡҡа ла ҡайғы ҡаныға. Тәүҙә ҡарсығалай ҡурсылап торған инәһе ҡарсығы аяҡ һуҙа. Уның артынса атай ҡарты ла торнаҡ түшәгенә тартыла. Моронон мыш-мыш килтереп, танау япраҡтарынан ярһып тамған йәшкә мансылып торған Уҙаҡты атаһы ымлап саҡырып алған да:

Илап ҡайғыны ҡыумайҙар,

Уйлап ҡайғыны ҡыуалар, —

тигән. Шунан һамаҡлап улына һуңғы һүҙҙәрен теҙеп киткән, ти:

Ҡайғың бик ҙур, улым,

Аяҡланып тор, улым.

Кешегә тиңле кешеләр —

һинең дә, минең ишеләр —

Ҡайғынан буш тыумайҙар,

Илап ҡайғы ҡыумайҙар,

Уйлап ҡайғы ҡыуалар,

Уйлар әсән тыуалар.

Атай-инәй кем булыр?

Кем юғалта — шул белер,

Атай — уңдан терәгең,

Инәй — һулдан терәгең,

Икеһе бер йөрәгең.

Инәй наҙы — сыуаҡ нур,

Шундай яҡты йылыһы.

Инәй юғалтыу — мең ҡайғы,

Белә кесе, олоһо.

Атай наҙы — селлә ел,

Үтеп бара елеккә,

Тыштан ҡырыҫ, шифа ел —

Үтеп кереп елеккә,

Ғәйрәт бирә йөрәккә,

Таһыл бирә беләккә.

Арты дауа, ҡырыҫ ел —

Аҡыл өҫтәй мейеңә,

Дәүләт өҫтәй өйөңә.

Атай һөймәҫ аҡылдан,

Эшкә егер таһылдап.

Атай улды һөйөүе

Үпәс булмаҫ, эш булыр,

Атай — улға, ул — атаға

Эш өҫтөндә иш булыр.

Ярты яҡтан яҡламаҫ ул,

Ете яҡтан яҡлар ул.

Ауырлыҡтан һаҡламаҫ ул,

Сир-сырхауҙан һаҡлар ул.

Инәй наҙы — йөҙ дауа,

Йөҙ ауырыуҙан ҡотҡара,

«Балам!» — тиеп, «Балам!» — тиеп

Йөҙ ауырлыҡ атҡара.

Атай үлһә, аһ, ауыр!

Инәй үлһә, иң ауыр!

Бүтән инәй табылмай шул,

Өҙөлә йөрәк-бауыр.

Инәй наҙы — күҙ алда,

Атай наҙы — төптәрәк.

Атай наҙын аңлар әсән

Атай булырға кәрәк.

Атай наҙы — әсе үлән,

Мең ауырыуҙан мең дауа,

Малды атаһыҙҙар түгел,

Ата балаһы таба.

Инәй үлһә, иҫ ҡала,

Атай үлһә, төҫ ҡала.

Төҫөм булып, улым, һиңә

Ер-һыу тигән көс ҡала.

Уҙаҡ яңғыҙ булмай ул,

Уҙаҡтың ише була,

Ише булған кешенең

Донъяһы беше була.

Тағы ниҙер әйтергә тип ауыҙын аса ла ҡарт, тик йөрәге туҡтап, күҙе йомола. Ярҙан алыҫыраҡ, ҡалҡыуға, инәһенең ҡәбере йәнәшенә, йылғаға буй итеп, соҡор ҡаҙып, башын һыу үренә ҡаратып ерләп ҡуйған, ти, Уҙаҡ атаһын.

Ҡороған Балабәшнәк ырыуының ярсығы шулай Урта Уралда япа-яңғыҙ ҡала. Күңеле тулып, сеңләп ала:

Инде яңғыҙ нишләйем,

Нисек итеп йәшәйем,

Нисек ишем табайым,

Ҡалай аҙыҡ ҡабайым?

Ете яғым — ете ят,

Яттан нисек ҡасайым,

Ырыҫ ишегем ҡайҙа,

Уны нисек асайым?

Иңрәп-сеңләп туҡтағас, атаһының һүҙҙәрен ҡолаҡ төбөндә сыңлатып, уйлана башлаған, ти, Уҙаҡ.

— Туҡта! — тигән ул үҙенә, — атайым, төҫөм булып, Ер-һыу тигән көс ҡала тигәйне лә, шул көс миңә ярҙамлашмаҫмы? Тик Ер-һыу ҡайҙа ул, нимә ул! Уны нисек табырға? Тағы иш табырға ҡушҡайны. Уныһы ҡайҙа икән? — Шулай уйланып, уҡ-һаҙағын ҡулға алып, йылға буйына төшкән, ти, был:

Йылға, йылға, әйт әле,

Миңә ярҙам ит әле!

Ҡайҙа сабаһың ярһыу,

Һин булаһыңмы Ер-һыу?

Йылға яуап биргән, ти:

Мин булам да, мин дә түгел —

Бары мин генә түгел.

Ер-һыу эҙләп ҡантыраған —

Бары һин генә түгел.

Сарсаһаң, һыуым йәл түгел,

Артығын һөйләр мәл түгел.

Күҙең ысын булһа, күрерһең,

Күргәнде күңелгә үрерһең.

Ағымы тулы ажау бар,

Табының тулы суртан бар,

Ҡомлоғомда ҡомай күп,

Ятыуымда йәйен күп,

Бәргел һайын бәрҙе күп,

Һарғыл һайын һаҙан күп,

Өйөрөм ерҙә өйрәк күп,

Сөйрөм ерҙә сүрәгәй күп,

Серен белһәң — бары күп.

Күктә күпме йондоҙ бар —

Миндә шунса ҡондоҙ бар.

Шәшкеләрем, һыуһарҙарым

Иҫәпһеҙҙәр, һанһыҙҙар,

Тик береһе лә буш булмаҫ,

Хаҡы — ялһыҙ эш булыр.

Шунда ғына йылға-һыу

Һиңә терәк, иш булыр.

Шунан Уҙаҡ йылға ярынан ситкә киткән икән дә, ти, куянды тап килтергән, ти:

Ҡуян, ҡуян, әйт әле,

Миңә ярҙам ит әле.

Ҡайҙа сабаһың ярһыу,

Һин түгелһеңме Ер-һыу?

Оҙон ҡолаҡ ашыҡ-бошоҡ яуап ҡайтарған, ти:

Мин — уның бер осҡолағы,

Осҡолағы, ҡайсы ҡолағы.

Ун йыл буйы уңғанһың,

Атай-инәйле булғанһың.

Мин донъяға килгәнсе,

Атаң тайған уң яҡҡа,

Тыуып күҙем күргәнсе,

Инәң шылған һул яҡҡа.

Ярты аҡылым ҡолаҡта,

Ярты аҡылым аяҡта.

Яҙын ерҙе һыу баҫһа,

Котҡар мине таяҡта,

Затыбыҙҙы ҡоротмаһаң,

Мөрхәт ҡуйһаң иреккә,

Тиребеҙҙе йәлләмәбеҙ

Бейәләйгә, бүреккә.

Бик тырышһаҡ — тун булыр,

Үрсеп китһәк — ун булыр,

Мин — урмандың бер йәне.

Урмандың бар мең йәне,

Оло аҡылды оло урмандың

Үҙенән һора һин йәме!

Шунда Уҙаҡ ҡуян аҡылын ҡуш итеп, үҙ күңеленә хуш итеп, ҡолаҡтарын ҡарпайтҡан икән, шаулай, ти, урман шау менән, ғәскәр килгәндәй яу менән!

Урман, урман, әйт әле!

Миңә ярҙам ит әле!

Ниңә шаулайһың ярһыу?

Һин булаһыңмы Ер-һыу?

Урман тағы геүләп-дыулап ҡуйған да, ти, йырлай башлаған, ти, йырын:

Мин — Ер-һыуҙың бер яғы,

Тау-таш булыр аръяғы.

Буранда бура бирермен,

Малыңа ҡура бирермен,

Өй кәрәкһә, өй — минән,

Сәй кәрәкһә, сәй — минән.

Өшөһәң, мине яҡ ҡына.

Бушҡа яҡма, ҡаҡ ҡына.

Айыуымдан — тун минән,

Уҡ кәрәкһә, юн минән.

Атып алһаң, бер мышым —

Туҡ сығырһың бер ҡышын.

Саналыҡҡа йылам бар,

Сәңгелдәккә һылам* бар,

Сыраҡлыҡҡа ҡарағай бар,

Сыралыҡҡа ҡарағай —

Уныһы ла бар, ағай!

Утлыҡсаға — уҫағым,

Етмәҫ бер ҙә ҡосағың.

Яғалыҡҡа төлкөм бар,

Һаҡлап һуҡһаң, иркең бар.

Юҡ нәмәләр юҡ миндә,

Барыһы ла туҡ миндә.

Мине ҡат-ҡат йөрөп сыҡ,

Барыһын да күреп сыҡ.

Шулай иткән дә, ти, Уҙаҡ урман буйын иңләп-буйлап йөрөй биргән, ти. һәр бер йән эйәһе, һәр үҫем-тором үҙ кәңәшен биргән, үҙ аҡылын өйрәткән, ти. Айыуҙан көс йыйырға, солоҡ балын табырға, шифалы емеш ҡабырға өйрәнгән, ти. Себендән — сабаҡ тоторға, гөлйемеш сәскәһе тырантай* менән ҡорман ҡаптырырға шәпләндергән, ти. Урман телен аңлап бөткәс, Уҙаҡ тау-таш яғына киткән, ти. Шунда уға бер һалҡын таш һүҙ ҡушҡан, ти.

Уҙаҡ-Туҙак, уҙма әле,

Сабыр төбө һары алтын,

Сабыр булсы, ҡыҙма әле!

Уҙаҡ:

Эй, һалҡын таш, һалҡын таш,

Көсөң етһә, ҡалҡын, таш.

Нишләп ятаһың моңһоу,

Һин түгелдер ҙә Ер-һыу?

Таш шартлап, сатнап телгә килгән, ти:

Мин Ер-һыуҙың бер яғы,

Түбән түгел, үр яғы.

Мин гел бында ятамын,

Мин гел тарҙа ятамын,

Мин гел елдә ятамын,

Мин гел ҡарҙа ятамын.

Һалҡынында һалҡынмын,

Кәрәк саҡта ялҡынмын.

Саға белһә, утмын — мин,

Белмәгәнгә — туҡмын мин.

Тыуыу менән, ал ҡояш

Тәүҙә миңә ҡарайҙыр,

Уттан уҙған торамын —

Төҙө әйҙә һарайҙар.

Аш-һыуына тәм биреп,

Кәрәк саҡта ялҡын бул!

Кәрәкмәһә — һалҡын бул!

Туҙаҡ булһаң, белеп туҙ!

Уҙаҡ булһаң, белеп уҙ!

Таш шикелле ҡата бел,

Кәрәкһә, уҡ ата бел,

Кәрәкмәһә, сабыр ғына

Таш шикелле ята бел.

Бейеклекте тоямын,

Бөркөттәргә оямын,

Һалҡындан һәм ялҡындан

Бөйөклөктө ҡоямын.

Шулай ер-һыуҙы күреп сыҡҡас, һәр бер таштың тынын тыңлап, һәр ағастың моңон отоп, һәр йәнлектең һүҙен тотоп, һәр себендең серен йотоп, үҙ атаһынан алты тапҡыр аҡыллыраҡ, ҡырҡ тапҡыр ҡырыҫыраҡ ата төҫөн — Ер-һыуҙы тапҡан, ти, Уҙаҡ. Шунан үҙе лә ер-һыу кеүек аҡыл мән һамаҡлап ебәргән, ти:

Ер-һыу — йөрәк тибешем,

Ер-һыу — минең йоп ишем,

Атайымдың төҫө ул,

Беләгемдең көсө ул,

Йөрәгемдең хисе ул,

Зиһенемдең көсө ул.

Тик шулай ҙа эҙләгәнем —

Үҙем ише кеше ул.

Ер-һыу менән әҙәм йәне —

Мин Уҙаҡтың ише ул.

Шунан тағы ла бер Уҙаҡ йәшәгән тирәгә, Туҙаҡ торған тирәгә, Аҙаҡ диңгеҙе яғынанмылыр, Ҡаҙаҡ диңгеҙе яғынанмылыр, бер ырыу кешеләре килеп сыҡҡан, ти. Ер-һыуҙы арыу белгән, кәрәк икән, дарыу белгән, кәрәкмәһә, һарыу белгән Уҙаҡ шул ырыуҙа иш тә тапҡан, ти, көш* тә тапҡан, ти. һөйләшергә һанаш* та тапҡан, ти, көйләшергә кәңәш тә тапҡан, ти. Көйәләшергә кәләш тә тапҡан, ти.

Шунда Уҙаҡ һуңғы һамағын әйткән, ти:

Ер-һыу тәне — кеше ул.

Ер-һыу мән кеше көслө ул.

Ер-һыуға кеше мән йәм керә,

Ер-һыуға кеше мән тәм керә,

Кешегә ер-һыу мән ғәм керә.

Ер-һыу кешенең ише ул.

Ер-һыуҙың ише — кеше ул!

 

Поделись с друзьями:

 

 

    Охотхозяйство Озерное: охота на лося, организация . Проживание с питанием. viagra without a doctor prescription