Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән


banner 13

Бәндәбикә әбей Мәҡсүт ауылы ерендә, Эйеккә һул яҡтан ҡойған Бәндәбикә йылғаһы буйында йәшәгән. Ул заманда йылғаның һыуы мул булған, балығы күп булған, буйы ҡуйы ағаслыҡ менән ҡапланған.

Йылғаның төньяғындағы ҡалҡыулыҡта Бәндәбикә ҡурғаны бар. Ул тирмә өй һымаҡ итеп кирбестән эшләнгән. Бәндәбикәнең ҡыш йәшәй торған өйө —ыҙмаһы булған.

Бәндәбикә үҙенән бик күп йәшкә кесе Ерәнсә сәсәнгә кейәүгә сыҡҡан. Уны үҙ өйөнә апҡайтҡан. Үҙе ле бик абруйлы, һынсыл, батыр, тәүәккәл ҡатын булған. Ил аҙаматтары һәр саҡ уның кәңәшен тотҡандар» уны хөрмәт итер булғандар.

Берҙән—бер ваҡыт Бәндәбикә әбей ауырыҡһына башлай. Ә Ерәнсә сәсәндең тап ир ҡороңа тулған сағы. Һәр яуҙан еңеп ҡайтыуы арҡаһында, күңеле лә үҫә бара бының. Бәндәбикә ауырыҡһынып киткәс, был айырыуса йүгәнһеҙләнә. Егеттәрең йыя да бер көн әйтә:

Ҡаҙаҡтар беҙҙең илгә барымта менән күп килделәр. Йәгеҙ әле, егеттәр, бер ҡыҙыҡ булһын, беҙ ҙа уларҙың йәйләүҙәренә барымта яһап ҡайтайыҡ.

Егеттәрҙең ҡайһылары:

тип икеләнеберәк

ҡалғандар, ә ҡайһылары;

— Ҡурҡаҡ кеше беҙ түгел, — тип, Ерәнсә сәсәндең һүҙен ҡеүәтләгәндәр. һүҙҙе төйнәгәс, Ерәнсә сәсән, Бәндәбикә янына ҡайтып, үҙ фекерен әйткән икән, Бәндәбикә уға ҡаршы төшкән.

— һин үҙ илеңдә батыр исемен яуланың. Батырлыҡ янына аҡыл да кәрәк. «Ил һаҡлаған — ирәйеп йәшәгән, ил баҫҡан — иҙелгә таянған», —~ тигәндәр. Ә һин хәҙер, ахмаҡланып, йәштәрҙе насар эшкә ҡотортҡанһың. Ил баҫыу беҙҙең ғөрөфкә һыймай. Исем һатмағыҙ, «Теймәҫте хоҙай һөймәҫ», тигәндәр. Насар уйҙан кире ҡайтығыҙ! — тип өгөтләгән, ти, ул хәл өҫтөндә ятҡан көйө. Халыҡ та уның һүҙен ҡеүәтләгән, ти.

Бәндәбикәнең ауырыуы тағы көсәйгән. Ул, туғандарын йыйып:

— Хәлем насар, шәбәйә алмам. Әгәр үлеп—нитеп китһәм, өйөмә индереп һалығыҙ ҙа ишек—тәҙрәләрен күмегеҙ. Өйөм минең ҡәберем булһын, — тип васыят әйткән, ти.

Бәндәбикә оҙаҡ та тормай үлгән. Ҡарттар уны, васыяты буйынса, үҙ өйөндә ерләгәндәр.

Ә Ерәнсә сәсән егеттәре менән ҡамауҙа ҡалған, күптәре үлгән. Ҡаҙаҡтың ил һаҡсылары уларҙы хөкөм майҙанына килтергәндәр. Унда аҡһаҡалдар йыйылған булған. Әсирҙәр баштарын түбән эйеп торалар икән. Улар янына бер ҡаҙаҡ батыры килеп баҫҡан. Шул ерҙә Ерәнсә сәсән, Бәндәбикәнең әйткәндәрен хәтерләп, бик ныҡ үкенгән, ти.

Аҡһаҡалдар:

— Батырҙар көрәшергә тейеш. Әгәр батырҙары еңһә, был илбаҫарҙарҙы азат итергә. Әгәр ҡаҙаҡ батыры еңһә, яу менән килгән батырҙың йөрәгенә бысаҡ ҡаҙап үлтерергә, ҡалғандарын ҡайтарырға. Был мажараны улар ҡайтып ил ҡарттарына һөйләрҙәр, — тип, хөкөм сығарғандар.

Ҡаҙаҡ батыры Ерәнсә сәсәнде йығып, күкрәгенә ултырған да йөрәгенә ҡаҙарға әҙерләнгән генә икән, Ерәнсә сәсән ҡысҡырып көлөп ебәргән.

— Туҡта! Үлтермәй тор! Ниңә көлә, һорашайыҡ! тип ҡысҡырғандар, ти, аҡһаҡалдар. Ерәнсә сәсән аяҡ үрә баҫҡан да:

— Минең ҡатыным Бәндәбикә миңә... — тип әйтеүе була, аҡһаҡалдар.

— Бәндәбикә!.. Беләбеҙ Бәндәбикәне! Хуш! һөйлә! — тиҙәр ҙо бер—беренә ҡарап ҡуялар. — Әллә һин уның ире Ерәнсә сәсәнме?

Эйе, мин Ерәнсә сәсәй. Бәндәбикә беҙҙе ил баҫыуҙан ҡырҡа тыйҙы. «Ил һаҡлау — ҙурлыҡ, ил баҫыу — хурлыҡ», тине. Мин уның һүҙен тотманым. Егеттәрем менән барымтаға киттем, Уның әйтеүе дөрөҫ булды, хурлыҡҡа ҡалдыҡ. Шуға үҙемдән көләм, — тигән Браное сәсең,

— Бәндәбикәне әүлиә тип ишетә, инек, ысынлап та, әүлиә икен. Ҡатынын хөрмәтенә барығыҙҙы ла азат итәбеҙ, —— тигәндәр ҡаҙаҡ аҡһаҡалдары.

Былар йонсоп илдәренә ҡайтыу зары була, улдары үлеп ҡалған кешеләр Ерәнсә сәсәнгә ташланалар:

— Ҡайҙа беҙҙең улдарыбыҙ? — тиҙәр. — һүҙ тыңламай ни ҡырҙың? Ил тыңламай хур булдың!

Ерәнсә сәсән ҡайғыға ҡала. Хурлығынан ул түҙә алмай атына менеп, көнсығышҡа ҡарай сабып китә да, Кәңшәт тауына барып менә. Шунан ҡырла буйлап йән—фарман елеп килә лә тау битләүендәге ҡаянан һыбай көйө һикерә. Шунда аты ла, үҙе лә һәләк була.

Ерәнсә сәсән убаһы ағаслы Үрген йылғаһының уң яғынан, Наҙый йылғаһының Үргенгә ҡойған еренә яҡын, йылғаны уң яҡлап, Ҡоро Урсай уяҙына барған юлдың өҫ яғында, тәпәш кенә һырт өҫтөндә. Уның тирә—яғы һөрөлгән. Ҡәбер өҫтөндә оҙон таш ултыра.

 

Поделись с друзьями: