Ете ырыу


Борон заманда, иген сәсмәгән, бесән сапмаған, олатайҙар малдарына гел сәскә утлатып, үреш, ҡышлыҡ тибен әҙләп, ырыу-ырыу эркелешеп, ер-һыу әсән бер-бере менән талашып, Уралды төйәк, Ирәндекте тибен итеү әсән, бер ырыу икенсе ырыуға көйөҫ-көйөҫ яу асып, бер-беренең йәйләүен баҫып, мал-тыуарын, бала-саға, ҡатын-ҡыҙын талап йәшәгән саҡта, аранан аҡыллылар сығып, яусылар араһында һүҙ асҡандар: «Аҙаматтар, ырыу башҡа булһа ла, бауыр бер бит. Ошо янъяллашып яулашыуҙы туҡтатҡанда ла арыу булмаҫмы икән?» – тигәндәр, ти.

Яусылар һөңгөһөн ергә сәнсеп, һөйләүсене ауыҙы менән йоторҙай булып, керпек ҡаҡмай тыңлап торғандар. Ҡайһылары ауыҙына үлән ҡабып, башын түбән эйеп, уйлап ултырғандар, ти. һөйләүсенән һүҙ сыҡҡан, һүҙгә эйәреп һүҙ киткән. Бары ла аҡыллы һүҙен хуп күреп, яулашыуҙы ташларға булғас, үҙе баш, үҙе түш булып йөрөгән аҡһаҡалдар араһында шау-шыу киткән; үҙ-ара даулашып, һәр ҡайһы аҡһаҡал үҙе морон төрткән ханына барып кәңәш-төңәш иткән, ярҙам һораған, ти. Хандар ашыҡмаған, элеккесә йәшәй биргән. Аҡһаҡалдарҙың эше был яҡ менән дә сыҡмағас, аптырағандар, һаман көслө ырыу көсһөҙ ырыуҙы талап, былай тороу ярамаҫ, бер ҙә булмаһа Мәскәү батшаһына барып сарайыҡ, тип һүҙ берләштергәндәр, ти.

Ерле әрендә кәңәш итеп, тағы ла ырыу аҡһаҡалдары бер ергә йыйылып һөйләшкәндәр. Аҙаҡ сиктә бөтә ырыу аҡһаҡалдары араһынан бөрйәндең Иҫке бей, ҡыпсаҡтың Ҡужаҡ, тамьяндың Шәғәле тигән кешеләрен батшаға ебәрергә булғандар, ти.

Был кешеләр Мәскәүгә барғас, батша, бик ҙур ҡунаҡтар килгән, тип ҡаршы алған, ти. Бөтә һанат, янаралдарын йыйған, аш-һыу әҙерләп ҡунаҡ иткән. Бары ла быларҙан һорашҡан, былар илдең әйткән йомоштарын энәһөнән-ебенә саҡлы Һөйләгәс, батша: – Берүтала миңә баш һалығыҙ, һеҙҙең ер-һыуығыҙҙы үҙ арағыҙға бүлеп бирҙерермен; тирә-яҡ хандар һеҙҙең ергә килеп аяҡ баҫа алмаҫ,– тигәс, аҡһаҡалдар үҙ-ара аҡыллашҡандар, ти. «Тимә бер ханға тырым-тыраҡай яһаҡ-маҙар ташып йөрөгәнсе, бер ерҙә булыр. Илке-һалҡы уйлап тормайыҡ, баш һалайыҡ»,– тип һөйләшкәндәр ҙә, батшаға инеп, үҙ тәләктәрен әйткәндәр. Батша быларҙың үҙҙәрен ант иттереп, бөтә илде баш һалдырырға һүҙ бирҙереп, ҙур туй яһаған; бөтә һарайҙарын күрһәткән, бер нисә көн ҡунаҡ итеп, барына ла ҙур бүләк, тарханлыҡ биргән. Ер-һыу сиктәрен билдәләп, ырыу ыҙғыштарын бөтөрөргә кеше ебәрмәк булған. Шунан илселәр ҡайтып киткән.

Илселәр ҡайтып, ип-һап итеп, халыҡ менән һөйләшеп бөтөүгә, батша кәшәләре лә килеп еткән, ти. Батша ебәргән нәсәлниктәр килгәс, ат-хат еткән ерҙән ете ырыу халҡын Тарауыл аҡланына йыйғандар, ҙур туй яһағандар. Туйҙа ырыу-ырыу яҡлашып, батырҙар көрәшкән, сәсәндәр әйтем әйтешеп, ҡурайсылар ҡурай уйнаған, йырсылар йырлаған. Аҡһаҡалдар, байҙар ат саптырған, һунарсылар ат өҫтөндә уйнап, сәпкә атышҡан. Бөтәһе белгәненсә уйын-көлкө яһап, көн уҙғарғандар, ти. Йыйынға килгән ете ырыу эсендә бығаса Уралды күрмәгән, буйына аяҡ баҫмаған ырыуҙар ҙа булған. Уларҙың йырсы, ҡурайсылары, сәсәндәре Уралды кәмһетеп, Урал өсөн ыҙғышып йөрөгән ырыуҙарҙан көлөп йырлағандар:

Урал да ғына Урал, тип әйтәһегеҙ,

Уралығыҙ ҡыҙырым сауҡа икән.

Күрмәгән дә саҡта ла, ай, зауҡы икән,

Күрҙең иһә күңел дә ҡайта икән.

Урал да ғына Урал, тип әйтәһегеҙ,

Уралығыҙ ҡаялы тау икән.

Батшаларға етеп, ай, даулашҡан,

Ҡан-яу һалған Урал да шул микән?

Был ялан яҡ йырсыларына ҡаршы, тау башҡорттары гөжләтеп ҡурай уйнап, йырсылары ҡушлап йырлаған:

Урал ғына буйы ла бик үк йәмле

Аҡ тирмәләр ҡороп та йәйләргә.

Биттәренә ултырып та ҡурай юндым

Уралымды маҡтап та көйләргә.

Урал буйҡайҙары ла сауҡа-сауҡа,

Япраҡ яра яҙын бер саҡта,

Һандуғастар килә, моңһоу тула,

Ҡайғыларың бөтә лә шул саҡта.

Урал буйҡайҙары ла армыт-армыт,

Бар йылғаға әсә лә булған ул.Шылтырап аҡҡан һыуы буйҙарына

Ырыуҙарын туплап йыйған ул.

Бынан һуң инде сәсәндәр һүҙ башлаған. Ялан сәсәндәре, Уралды яманлап, шулай әйткәндәр:

Урал тигән данлы тау –

Биш ырыуҙы ыҙғытып,

Яу астырған шаулы тау.

Йылына ике түлләгән,

Аҡҡоштай һылыу ағартып,

Йөнө менән өй теккән;

Хоҙанан шәрә тәнеңде

Йылытырға түл йәйеп,

Тиреһенән тун теккән;

Табын-табын туйында

Ҡунағыңды һыйларға

Тәкәләрен ит иткән;

Берәүгә ҡарыу итмәгән,

Йыуашлыҡта бер байғош–

Ҡуй-һарыҡты быуыусы

Бүрегә ышыҡ булған тау.

Бер туғандай йоп булып,

Күкрәген һыҡтатып,

Сәскә үбеп, бал йыйып,

Илен балға туйҙырып,

Донъя көткән бал ҡортон

Ҡырым-сиреү ҡылыусы

Айыуға төйәк булған тау.

Ат өҫтөндә уйнарҙай

Батырына түтә юл,

Битенән һуҡмаҡ һуҙҙырмай,

Ҡырҡыу тояҡ аҡ кейек –

Ҡоралай тигән йылғырҙы

Батырынан көлдөрөп,

Ҡая үрсетеп, маһайып,

Бөтә ҡош-ҡорт, йыртҡысҡа

Төйәк булған Уралтау.

Яҙҙың һөйөнсө оранын.

Ҡар һыуында сәскә атҡан.

Яҙҙың төҫөн балҡытҡан,

Һары күҙәнәк, күк ҡайпыу,

Умырзая сәскәһен

Йылы ҡояшҡа ҡотайтмай,

Ҡыҙарып сыҡҡан ҡояшын

Ышыҡлатып ҡаянан,

Үрсетмәгән һалҡын тау.

Дөйәгә йөндәй аш булған

Юшаны юҡ Уралтау.Әсеһерәгән малына

Татыры юҡ Уралтау.

Ҡош күстәре төшөрлөк

Мөлдөрәп торған алдырҙай,

Өҫтөңдә сыр-сыу йөҙөшөп,

Ҡарасай ҡаҙҙар түл йәйгән,

Тирә-яғы тәңкәләй

Ҡырсын менән биҙәлгән,

Һаҙмыттарын һылыулап,

Екән, ҡуға ураған,

Заятүләккә йәр булған

һыуһылыуын үҫтергән,

Сысҡан һыртлы ҡола мал

Батырына ат итеп,

Өйөр-өйөр түлләткән

Аслы күлдәй күле юҡ,

Шып-шыр урман Уралтау.

Таңдың еләҫ еленән

Сәскәһен ҡурсыр Уралтау.

Тау сәсәндәре, үҙҙәренең йырсыларын ҡеүәтләп, Уралды маҡтаған:

Илде туфандай ҡаплаған,

Ҡара һыуҙан әрсегән;

Дейеү-пәрей үҫтереп,

Ерҙең сәскә, ағасын,

Ялан, Урал буйҙарын

Һыу аҫтында тынсытып,

Зар илатҡан Шүлгәнгә,

Аҡбуҙ толпарын менеп,

Диңгеҙ йөҙөп, яу асып

Килгән Урал батырҙың

Буйлап үткән һуҡмағы –

Беҙҙең данлы Уралтау.

Ете ырыуҙың атаһы

Шунда ырыу йәйҙереп,

Барына ата булған тау.

Иҙел, Нөгөш, Яйыҡты,

Үҙән, Эйек, Ҡаҫмартты –

Һауыны еткән елендәй,

Барын берҙәй ағыҙып,

Балаһын күреп һыҡыранған

Әсәлөй һуғарып ил иткән –

Барына әсә булған тау.

Урал–илгә әсә ул,

Урал–илгә ата ул.

Уралға тел тейҙергән,

Ата-әсәһен кәмһеткән

Тыума бала булыр ул.

Ата ата булмаһа,

Батырға өлгө булырмы?

Әсә әсә булмаһа,

Һылыуға әсә булырмы?

Атаһыҙҙы ул итеп,

Илдең ҡонон белерме?

Әсәһеҙҙе ҡыҙ итеп,

Батырға әсә булырмы?

Атаһыҙ үҫкән уҡ юнмаҫ,

Илен ҡан-яу баҫҡанда,

Әсәһеҙ үҫкән йөй текмәҫ,

Иле яуға киткәндә.

Ана шулай ҡара-ҡаршы йырлашҡан, әйтешкәндән һуң, бөтә ете ырыу ҙа Урал буйын төйәк, ялан ерҙе йәйләү итергә һүҙ ҡуйышып таралышҡан. Ете ырыуҙы татыулаштырған туйҙа ҡурайсылар уйнаған, йырсылар йырлаған көйҙө «Ете ырыу – семьрод» көйө тип йөрөтөр булғандар.

 

Поделись с друзьями:

 

 

    Компания Клязьма-М производит бытовки строительные с утепленными стенами . Доставка и монтаж.