Ике малай


Борон заманда, һайыҫҡан һалдат, ҡарға король, әҙәм аңра булғанда, ике малай йәшәгән, ти. Улар, бәхет эҙләп, юлға сығалар. Бара торғас, бәхәсләшеп киткән былар.

— Аҡсаны эшләп алалар,— ти икән береһе.

— Юҡ, алла бирә,— ти икән икенсеһе. Талашып-талашып, айырылышып киттеләр, ти, былар. Береһе китеп ултыра торғас, кис булды, ти. Ҡола яланда

бер ҡайын үҫеп ултыра икән. Был шул ҡайын төбөнә барып ултыра. Дауыл сығып китә, ағас башы ергә тейеп-тейеп ҡала, ти. Ағас башына балаган ҡороп, пәрей көтөүе килеп ултырҙы, ти.

— Һай, һай, әҙәм заты еҫе сыға,— ти, берәүһе.

— Ниндәй әҙәм булһын бында! — тип тынысландыра икенсеһе.

— Әйт әле, һин ниндәй ерҙәрҙә бәлә-ҡаза яһап йөрөнөң? — тип һорашалар былар бер-береһенән.

— Мин бер батшаның ҡыҙын һуҡыр иттем.

— Нисек?

— Мунса ташына бер бетеү яҙып ҡыҫтырғайным, шунап һуҡырайҙы ла ҡуйҙы.— һин ни эшләнең?

— Бер илдең һыуын ҡороттом.

— Ҡайһылай итеп?

— Бер сусҡа үлтереп ташланым, септә, алама таҫтар ырғыттым. Теге малай ишетеп ултыра бит инде. Ярар, тип эскә һалып ҡуя был. Әтәс ҡысҡырып ебәргәйне, пәрейҙәр көтөүе менән пр-р-р итеп, осто ла китте, ти. Таң атҡан, малай ҡурҡа-ҡурҡа ғына юлын дауам иткән. Барып етте, ти, был бер ауылға. Унда бер әбей илап ултыра икән.

— Әбей, ниңә илайһың?

— Бына батшабыҙ ҡыҙының күҙе һуҡырайған, шуға ауылыбыҙ менән илайбыҙ.

— Әбей, батшанан рөхсәт булһа, мин ул ҡыҙҙың күҙен асыр инем дә бит.

— Ай-вай, балам, нисек булмаһын, ти, мин барып киләйем, ул яҡын тора.

Әбей барған да батшаға малайҙың һүҙҙәрен әйткән.

— Килтер ул егетте,— тигән батша.

Малайҙы килтергәндәр. Малай мунсаға ингән, ташын аҡтарып ҡараһа, бер бетеү бар, ти. Шуны алып ташлағайны, ҡыҙҙың күҙе асылды ла китте, ти. Батша:

— Ҡыҙымды бирәм! — тип, ура ҡысҡырып, малайҙы күтәреп алып китмәһенме! Батша, егеткә ҡыҙын биреп, яҡшы ҡыңғыраулы аттар егеп, быларҙы оҙатып ҡалды, ти.

Икенсе бер ауылга барһа, бер әбей тағы илап ултыра, ти.

— Ниңә илайһың, әбей?

— Беҙҙең бит һыу ҡороно, өс көн инде һыуһыҙ интегәбеҙ.

— Иҙен булһа, мин ул һыуҙы асам.

— Туҡта, мин батшаға барайым.

Бара әбей, барыһын да һөйләп бирә. Уйнаҡлап торған атҡа ултыртып, егетте батшаға алып киттеләр. Егет ҡойоға бара ла:

— Мине дилбегә менән тотоп тороғоҙ, мин төшөп китәйем,— ти.

Төшөп китте, ти, был. Әллә ниндәй таштар, септә-һептә, үлек сусҡа килеп сыҡты, ти. Бөтә донъяға һыу атылып китте, ти.

Ҡыҙҙар биҙрәләрен, әбейҙәр ҡомғандарын тотоп шар ҙа шор югерешәләр, ти. Кәзәләр баҡырышып килә, ти. Бөтәһе лә танһыҡтары ҡанғансы һыу эсте, ти.

Егет, бик күп алтын-көмөш алып, ҡайтып китә. Юлда әлеге туғанына тап булды, ти, был.

— Ҡайҙан алдың был байлыҡты, кәләшең дә бар?

— Мин эшләп алдым, ө һиңә алла бер нәмә лә бирмәнеме ни?

— Ҡайһылай итеп эшләп алдың?

— Бер ҡайын төбөндә эш бар икән, шунда кәләш тә бар.

— Ҡайһы ерҙә ул ҡайын, өйрәт әле! Аллаһы тәғәлә миңә лә байлыҡ әҙерләмәйенсә булмаҫ!

Ҡайынға юлды өйрәтеп ебәрҙе, ти. Ҡояш байығайны, пәрейҙәр тулып китте, ти. Был малай ҡурҡа төшә, теше-тешкә теймәй шаҡылдай, ти.

— Кәләш түгел, бер нәмә лә юҡ, пәрей өйөрө генә,— тип әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды, ти, был. Пәрейҙәр быны ишетеп ҡалдылар ҙа:

— Бында өҙәм еҫе сыға, ҡарайбыҙ, ҡарайбыҙ! — тип гөр килделәр, ти. Шул арала бер пәрей, ағастан төшөп, тотоп тэ алды, ти, малайҙы.

— Бер ил батшаһы ҡыҙының күҙен һуҡырайтҡайным. Төҙәткәнһең. Икенсе илдең һыуын булдырғанһың, һин мут икәнһең! Тфү! — тип, пәрей, малайҙың ҡултыҡ аҫтына ҡулын тығып ебәреп, йөрәк-бауырын һурып та алды, ти. Шунан эсәктәрен һөйрәтеп сығарып, ҡайын ботағына элеп, уйнай башланылар, ти.

Ә теге егет гөр килтереп донъя көтә, ти. Ә быныһы, аллаға ышанғаны, бөткән дә ҡуйған.

 

Поделись с друзьями: