Көтөүсе ҡарт


Борон-борон заманда бер көтөүсе ҡарт йәшәгән. Бик ғалим кеше булған был ҡарт. Үҙе бер байға биш йыл рәттән көтөү көткән икән.

Бер көндө был көтөүсе ҡартҡа бай:

— һин нисо йыл рәттән минең көтөүҙе көттөң, шуның хаҡына көтөүҙән бер һарыҡ һайлап ал,— ти. Көтөүсе бер һарыҡты һайлап ала. Шул саҡта көтөүгә бер бүре килә, ул туп-тура ҡарттың һарығына йәбешә. Көтөүсе быға бик аптырап ҡала:

— Минең үҙ ғүмеремдә бер һарығым булды, ә байҙың нисәмә йөҙ һарығы бар. һин минең һарығыма тейәһең,— ти ҡарт.

— Мин инде һайлап торманым, ауыҙыма ниндәйе эләгә, шуны ашайым,— ти бүре.

Шунан көтөүсе бүрегә:

— Бына һиңә шундай шарт,— ти,— бик ашағың килгәс, ашарһың инде. Тик бына һин күҙеңде йом да һарыҡтарға таба өс рәт сап,— ти.

Бүре, көтөүсе ҡарт әйткәнсә, күҙен йомоп һарыҡтарға таба саба. Бер саба, ҡарттың һарығы эләгә, икенсе сабыуында ла шул уҡ һарыҡҡа тап була, өсөнсө сабыуында ла ҡарттың һарығын тота.

Шунан һуң көтөүсе лә яҙмышына риза була:

— Ярар инде, һинең ризыҡ икән. Әйҙә, итен аша, тик тиреһен ҡалдырып миңә бир,— ти.

Бүре көтөүсе ҡарт ҡушҡанса эшләй: һарыҡтың итен ашай, тиреһен ҡартҡа бирә.

Көтөүсе ҡарт, тирене ҡултығына ҡыҫтырып, таяҡҡа таянып, көтөүен көтөп йөрөй бирә.

Бер көндө был ҡарттың көтөүе янынан йөк тейәгән кешеләр үтеп баралар, ти. Ҡарт юлаусыларҙы туҡтата ла:

— Мин һеҙгә бер тире биреп ебәрәйем әле. Шуны һатып, аҡсаһын килтереп тапшырһағыҙ ине,— ти.

Юлаусылар тирене алып китәләр, үҙҙәренең әйберҙорен һатҡанда, тирене лә баҙарҙа йөрөтәләр. Тик берәү ҙә алмай. Күл йөрөй торгас, быларға бер егет:

— Тирегеҙгә бесәй бирәм, алышығыҙ,— ти. Былар, тирене биреп, бесәйҙе алалар ҙа ҡайтып китәләр. Бер шәһәргә килеп инһәләр, бик оло тауыш ишетәләр: урам тулы халыҡ илаша.

— Ниндәй тауыш был? — тип һораша юлаусылар.

— Бөгөн батша ҡыҙының ҡолағын сысҡан ашарға тейеш, шуға ҡаршы һис бер әмәл юҡ,— тип яуап бирәләр быларға.

— Беҙ батша ҡыҙын күрәйек әле, бәлки, әмәлен табырбыҙ. Китәләр былар батша һарайына, сәләм биреп инәләр. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, батшаға:

— Күпме алтын бирәһең, ҡыҙыңды сысҡандан ҡотҡарабыҙ,— тиҙәр.

— Ҡотҡара алһағыҙ, КӨСӨГӨҘ еткәнсе алтын алырһығыҙ,— ти батша. Былар риза булалар.

Ҡыҙ йоҡларға инеп китә. Юлаусылар шунда уҡ уның йоҡлай торған бүлмәһенә бесәйҙе ебәрәләр.

Иртәнсәк, инеп ҡараһалар, сысҡандар үлтерелгән, ҡыҙ сәп-сәләмәт. Батша һүҙендә тора, юлаусыларға бер тоҡ алтын бирә. Уны күтәрергә әзмәүерҙәй егеттәрҙең КӨСӨ саҡ-саҡ етә, ти.

Алтынды алып ҡайтып барғанда, егеттәрҙең береһе:

— Алтынды бирмәйек. Бер көтөүсегә был бик күп бит,— ти. Икенсеһе:

— Ә вәғәҙә? Ул, ҡайҙа тире хаҡы, тип һорар бит,— ти.

— Тирене алыусы булманы ла, ташланыҡ, тип әйтербеҙ,— ти теге егет. Алтынды бүлешергә булалар. Шул саҡ араларынан берәү:

— Алтынды бүлешәһегеҙ бүлешеүен дә, анау яҡтан бер ҡара болот килә бит әле, мин шул болоттан ҡурҡам, әйҙәгеҙ, кире һалайыҡ,— ти.

Алтынды йыйып тоҡҡа һалһалар, теге ҡара болот юҡҡа сыға. Былар тағы бүлешеп ҡарайҙар, теге болот тағы ла килеп сыға. Алтынды тоҡҡа һалһалар, болот ҡабат юғала. Юлаусылар өс рәт шулай эшләйҙәр, әсәһендә лә теге ҡара болот сыға ла тора.

Юлаусылар, алтынды тоҡҡа һалып, ҡайтып китәләр. Ҡайтып барған юл өҫтөнә көтөүсе ҡаршыға сыға. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашалар.

— Йә, кәсеп нисек булды? — тип һорай бабай.

— Бына һеҙгә бер тоҡ алтын,— тиҙәр юлаусылар.

— Һеҙ алтынды таба белдегеҙ, ә бүлә белмәнегеҙ,— ти көтөүсе ҡарт. Ул тегеләрҙең бөтә эшен белеп торған икән.— Аманатҡа хыянат итергә ярамай бит.

Ҡарт алтынды ала, юлаусыларға күп итеп өлөш сығара. Көтөүсе ҡарт әле лә рәхәт ғүмер кисерә, ти.

 

Поделись с друзьями: