Мәкерле еңгә


banner 13

Борон-борон заманда бер әбей менән бабай йәшәгән. Уларҙың бер улы, бер ҡыҙы булған. Улар бик хәлле йәшәгәндәр. Балаларын яҡшы тәрбиә биреп үҫтергәндәр. Бабай улына кәләш алып биргән. Шулай татыу ғына ғүмер иткәндәр.

Бер көндө бабай ауырып китә. Ауырып киткәс, улына васыят әйтеп ҡалдыра:

— Туғаныңды етемһерәтмә, яҡшы ҡара,— ти.

Бабай менән әбей үлеп киткәндәр. Ағаһы өй хужаһы булып ҡалған. Ул һеңлеһен ситләтмәгән, яҡшы ҡарашта булған, уны ҡәҙер иткән. Эштән ҡайтҡас, тәүҙә туғанынан һаулыҡ һораған. Аҙаҡ ҡатынына һаулыҡ биргән.

Ҡатыны туғанын ағайынан көнләшә башлай. Уны нисек булһа ла һыуындырырға тырыша.

Был егеттең лавкаһы була. Үҙе бер яҡҡа китһә, асҡысты туғанына бирә торған булған. Туғаны һәр ваҡыт лавкаға кереп уйнап йөрөр булған.

Берҙән-бер көндө еңгәһе, ҡыҙҙан асҡысты алып, лавкаға керә лә бөтә һауыт-һабаларҙы ярып сыға. Ағаһы ҡайтҡас, туғаны дөрөҫөн әйтә алмай, еңгәһенән ҡурҡа. Еңгәһе:

— Ана, күр туғаныңды, бөтәһен дә онтап бөттө, — тип ялғанлай.

Ағаһы:

— Ярай, мин уны үҙем табам, ярылһын әйҙә,— ти ҙә тағы эшкә китә.

Уның һунарға йөрөй торған бик яҡшы аты менән эте бар икән. Еңгәһе, ялғанлап еңә алмағас ирен, һунар аты менән этен үлтерә. Ағаһы эшенән ҡайтҡас, туғанынан һаулыҡ һорай.

— һин, уны ҡәҙер итеп, унан алда һаулыҡ һораған булаһың, ә ул һине эшкә һанамай, атыңды ла, этенде лә үлтерҙе,— ти еңгәһе. Ағаһы атына ла, этенә лә ҡайғырмай.

— Табылыр әле, баш һау булһын,— ти.

Туғаны йәненән артыҡ күргән атын үлтерһә лә, мине эшкә һанамай, туғанын ҡәҙерләй, ти ҙә ҡатыны үҙенең имсәк балаһын үлтерә. Ағаһы эштән ҡайтҡас, тағы туғанынан һаулыҡ һорай. Ҡатыны тағы ошаҡлаша, ире өндәшмәй, тик ултыра.

Берҙән-бер көндө ағаһы йыраҡҡа, лавкаға ваҡ-төйәк килтерергә тип, юлға сыға. Барып етеп, әйбер алғас, туғанына, ҡасан ҡайтаһын белдереп, хат яҙа. «Туғаным, һине ҡәҙер иткәнгәме, минең юлым бик уңды. Бер өлөшкә ун өлөш алдым. Шул көндө фәлән сәғәткә ҡайтып етермен»,— ти.

Еңгәһе хатты алып уҡый ҙа хәйлә ҡора башлай. Күрше егетен йөҙ һум аҡсаға яллай.

— һин минең ирем ҡайтыу менән тәҙрә сирт. «Әйҙә, сыҡ. Ниңә сыҡмайһың? Ағайыңдың ҡайтырын белмәнеңме? Ниңә вәғәҙә бирҙең?» — тип әйт,— ти.

Ағаһы әйткән ваҡытына ҡайта, һеңлеһенән дә, ҡатынынан да һаулыҡ һорай. Сәй эсергә ултырһалар, теге егет килә лә ҡыҙҙы саҡыра. Ағаһы эсер сәйен эсә алмай, кире ултыра.

— Мин һине ҡәҙер итеп, эшләгән енәйәттәреңде лә онотоп килдем, ә был хурлыҡҡа түҙә алмайым,—ти. Тараҡ балта алып, ул туғанын үлтерергә була. Төнөн уны күл буйына алып бара, үлтерергә йәлләй. Сисендереп, кейемен һыуға ташлай ҙа ике ҡулын ҡырҡа. Туғанын шунда ҡалдырып, үҙе ҡайтып китә. Ҡыҙ илап-илап йоҡлап китә.

Таң ата, ҡояш тыуып килгән саҡта күл буйлап бер һунарлы килә. Был батша улы икән. Ҡыҙ яланғас булғас, оялып күлгә төшөп ултыра. Егет ҡыҙҙы күреп ҡала. Ҡыҙ бик һылыу булғанға, уны егет һыу эйәһелер тип уйлай.

— һин ни эшләп бында ултыраһың, һин кемһең? — тип һорай батша улы. Ҡыҙ егеткә башынан үткән хәлдәрен һөйләп йирә. Егет ҡыҙҙы бик ныҡ ҡыҙғана.

— һин риза булһаң, мин һине алып ҡайтам, бергә тороробоҙ,— ти. Ҡыҙ риза була.

— Тик минең ике ҡулым да юҡ,- ти.

— Ике ҡулың булмаһа ла мин һине килеп алырмын,— тип, €атша улы ҡайтып китә. Кейем килтереп, ҡыҙҙы кейендереп алып ҡайта. Бергә донъя көтә башлайҙар. Егеттең атаһы ла, •әсәһе лә килендәрен бик яраталар.

Бер көндө батша улын икенсе бер батшалыҡҡа кәңәшкә ебәрә. Егет киткән саҡта атаһына:

— Әгәр улым тыуһа, һалдат ебәрегеҙ, ҡыҙ тыуһа, хат ебәрегеҙ,— тип әйтеп китә.

Егет китә. Бер нисә көндән һуң уларҙың улы тыуа. Батша бик ныҡ ҡыуана. Улына һөйөнсөгә һалдат та, хат та ебәрә. Һалдат юлға сыға, бер ауылға килеп бер ҡатынға фатиргә төшә. Был ҡатын ҡыҙҙың еңгәһе булып сыға. Еңгәһе һалдаттың ҡайҙа, ни йомош менән барыуын һорай, һалдат һөйләп бирә. Еңгәһе ҡыҙҙың кем икәнен белеп ҡала. Ул һалдатты мунса төшөп сығырға әүрәтә башлай, һалдат юлдан арып килгәнгә, тиҙ күнә. Кейемен өйҙә сисә лә мунсаға китә. Еңгәһе хатты алып уҡый. «Балам, бик матур таҙа улың тыуҙы. Беҙ бик шатбыҙ»,— тип яҙылған була. Еңгәһе был хатты йыртып ташлай ҙа үҙе хат яҙа: «Бына, әҙәм һүрәте күрмәгән ул тапты. Беҙҙән әҙәм көлә. Батша булып беҙгә бындай киленде тотоуы оят. Ни эшләтәйек?» — тип яҙа. Хатты кеҫәгә кире һала. һалдат, мунсанан сығып, кейемен ала ла үҙ юлына китә.

Батшаның улы теге батшаларға үҙенең бик матур ҡатыны булыуын, тик ике ҡулы булмауынан зарланып һөйләгән икән. Батшалар йыйылып ултырған саҡта, һалдат барып төшә. Егет урынынан ырғып тора. һалдатты шатланып ҡаршы ала, хатты алып уҡый. Бер һүҙ ҙә әйтмәй, хатты кеҫәһенә һалып ҡуя. Иптәштәре:

— Ниңә беҙгә уҡымайһың? — тип үпкәләй башлайҙар. Хатты егеттән баҫып алып уҡыйҙар ҙа көлә башлайҙар.

— һиңә, батша улына, бындай ҡатын менән тороуы оят. Ата-әсәңдең рәнйеүен алма, икенсе матур ҡыҙ ал! — тиҙәр.

— Насар булһа ла, мин ҡайтҡансы йәшәһен, бала минеке,— тип хат яҙып ебәрә батша улы.

һалдат ҡайтҡанда тағы әлеге ауылға төшә. Ҡыҙҙың еңгәһе көтөп торған була. һалдатҡа мунса яғып әҙерләп ҡуя. һалдат уны-быны уйламай, тағы мунсаға китә. Еңгәһе хатты уҡып ҡарай ҙа йыртып ташлай, яңынан хат яҙа: «Ярай, бик яҡшы, минең матур улым булған икән. Тик минең ундай ҡатын менән торғом килмәй. Иптәштәрем көлә. Ҡайҙан килтергәнбеҙ, шунда алып барып ташлағыҙ. Мин ҡайтҡансы, уны юҡ итегеҙ».

һалдат ҡайта, хатты ҡыҙға бирә. Ҡыҙ уҡый ҙа илап ебәрә. Ҡайны менән ҡәйнәһе:

— Ниңә илайһың? — тип һорайҙар.

— Быпа, улығыҙҙың хаты,— ти ҡыҙ.

— Улым үҙе килмәйенсә беҙ бер нәмә лә эшләтә алмайбыҙ. Уның килеүен көтәбеҙ,— тиҙәр ҡайны менән ҡәйнә.

— һеҙ шулай итәһегеҙ ҙә, улығыҙ килгәс, миңә ҡыйын булыр. Мине хәҙер алып барығыҙ. Ни күрһәм дә, мин күрәйем,— ти килен. Бик илағас, ҡайны киленен алып барырға риза була. Баланы һандыҡҡа һалып, килендең муйынына аҫалар. Аҙыҡ һалып, сатыр ҡороп, киленен урманда ҡалдырып, илай-илай хушлашып, ҡайтып китәләр.

Килен, сатырҙа туйынып алғас, һыу эсергә тип күлгә бара. Эйелеп һыу эскәндә, балаһы күлгә төшөп китә. Ҡулы булмағас, ала алмай. Илап-илап сатырға кереп йоҡлай.

— Илама, баланды сығып ал! — тигән тауышҡа уянып китә. Сығып ҡараһа, ысынлап та, бала һыуҙан ҡалҡып сыҡҡан була. Югереп барып, баланы алам тиһә, күлдән ҡулы ялғанып сыға. Ике ҡулы ла булғас, шатланып балаһын ала. Уны имеҙә, үҙе лә туйып алғас, ул юлға сыға. Ҡатын ауылдан-ауылға йөрөп, орсоҡ менән йөн иләп, тамаҡ аҫырап йөрөй. Балаһы йөрөрлөк булғас, был ҡатын тегенсе эшенә өйрәнеп ала. Оҫта тегенсе булып китә. Тирә-яҡҡа тегенергә йөрөй. Уның оҫта тегенсе тигән даны тарала. Ир-аттан һаҡланыу әсән ҡатын сәсен ҡырҡтырып, ирҙәр кейеме кейенеп йөрөй икән. Уны ир кеше тип уйлайҙар. Ағаһы менән еңгәһе лә оҫта тегенсе хаҡында ишетәләр. Ағаһы уны алырға килә. Ҡыҙ матур итеп кейем тегеп бирә ағаһына. Был оҫта тегенсе тураһында батша улы ла ишетә, уны әҙләп ошо ауылға килә. Тегенсе үҙен танытмай. Батша улының уның һылыулығына иҫе китә. Үҙенең ҡатынына бик ныҡ оҡшата. Тегенсене үҙенең өйөнә саҡыра. Тегенсе:

— Бөгөнгә көт, иртәгә һеҙгә барырбыҙ,— ти. Егет көтөргә риза була.

Ҡыҙ ағаһына һигеҙ йөҙ һум аҡса бирә лә:

— Мин бөгөн бер мәжлес үткәреп китәм, һигеҙ түрә килтер һигеҙ тәғәм килтер, — ти. Ағаһы бөтәһен дә килтерә.

Йыйылып ашарға ултырғас, ҡыҙ:

— Мин һеҙгә бер хикәйә һөйләйем, мин һөйләгәнде ҡыҫылмай ғына тыңлап ултырыгыҙ,— ти. Мәжлес халҡы риза була, ризалыҡтарын белдертеп, ҡағыҙға ҡул ҡуялар.

— Кем дә кем мин һөйләгәндә ҡыҫыла, шул кешегә йөҙ һум штраф, икенсе тапҡыр ҡыҫылғанда алтмыш, өсөнсөгә — йөҙ таяҡ яза биреү,— ти ҡыҙ.

Тегенсе үҙенең башынан үткәндәрен һөйләй башлай. Ҡыҙҙың ат менән эт үлтереү тураһында һөйләүгә күсеүе була, еңгәһе түҙә алмай:

— һине беҙ бында юҡ-бар һөйләргә килтермәгәнбеҙ,— ти. Был ҡатындан йөҙ һум штраф түләтеп алалар. Тегенсе һөйләгәндә береһе лә ҡыҫылмай тыңлайҙар. Тик еңгәһе генә өс тапҡыр ҡыҫыла. Уны йөҙ илле таяҡ менән һуҡтыралар.

Һүҙен һөйләп бөтөп, еңгәһен язаға тарттырғас, ҡыҙ үҙен таныта.

— Бына был минең ағайым, быныһы еңгәм, быныһы хужам, быныһы улым,— тип әйтеп бирә.— Мин үҙемде һаҡлау әсән ирҙәрсә кейенеп йөрөргә булдым,— ти.

Шул ерҙә ҡыҙҙың ағаһы ҡатынына:

— Туғыҙ өйөм утынға риза булаһыңмы әллә туғыҙ тыу бейә бирәйемме? — ти. Еңгәһе эштең айышын аңламай.

— Туғыҙ тыу бейәне алам,— ти.

Бейәләрҙе бер-береһенә бәйләп, иң арттағыһының ҡойроғона еңгәһен бәйләп ебәрәләр. Бейәләр бер-береһенән өркөп, туҙып йөрөй башлайҙар. Теге яуыз ҡатын бөтә халыҡ күҙ алдында үлеп ҡала. Шул яуыз ҡатындың сәсе тейгән ер түмәр, арҡаһы тейгән ер тау, арты тейгән ер күл булып ҡалды, ти. Ағаһы яңынан ҡатын ала, былар татыу ғына ғүмер итә башлай. Батша улы ла ҡыуанып бөтә алмай. Ул, ҡатынын, балаһын алып, үҙ иленә ҡайтып китә, бергә-бергә ғүмер итергә тотоналар. Әле һаман да был етем ҡыҙ, батша ҡатыны булып, матур тормош ҡороп тора, ти.

 

Поделись с друзьями:

 

 

    Хозяйство Озерное - база отдыха зимняя рыбалка в выходные . Аренда домика в Подмосковье.