Ҡара көсөк


Борон-борон заманда бер бай йәшәгән. Уның дүрт ҡатыны булған. Бер саҡ бай йыраҡ сәфәргә йыйына башлаған. Юлға сығыр алдынан, иң оло бисәһен саҡырып:

— Йә, ҡатын, мин йыраҡ сәфәр китәм, мин ҡайтыуға ни эшләрһең? — тигән.

— Ҡырҡ ҡабырғалы турғай атып, йөҙ хеҙмәтсеңдә туйҙырырмын,— тип яуап биргән бисәһе.

Бай икенсе ҡатынын саҡыртып алған да:

— Йә, ҡатын, мин йыраҡ сәфәргә сығам, мин ҡайтыуға ни әҙерләп ҡуйырһың? — тип һораған.

— Ҡомдан итек һуғып ҡуйырмын,— тип яуап биргән быныһы.

Бай өсөнсө ҡатынынан да шуны уҡ һораған.

— Бет тиреһенән бейәләй тегеп ҡуйырмын,— тигән был ҡатыны.

Бай дүртенсе, иң йәш бисәһен саҡыртып алған:

— Йә, ҡатын, мин йыраҡ сәфәргә юл тотам. Мин әйләнеп ҡайтыуға ни әҙерләп ҡуйырһың? — тип һораған.

— Алтын башлы, ынйы тешле, көмөш сәсле ике ул табырмын,— тип яуап биргән йәш ҡатын.

— Хуш,— тине, ти, бай.

Бай юлға сығып киткәс, көн артынан тән килеп, тен артынан көн килеп, ваҡыт үтеп кенә тора, ти. Иң оло ҡатын көн дә бер турғай атып, йөҙ хеҙмәтсене туйҙыра; икенсе ҡатын ҡомдан итек һуғырға йыйына; өсөнсөһө бет тиреһенән бейәләй тегә, ә дүртенсе ҡатын алтын башлы, ынйы тешле, көмөш сәсле ике ул таба. Бер мәл өс ҡатын бергә йыйылышып, һөйләшергә тотона. Иң олоһо:

— Көн дә йөҙ ҡабырғалы турғай атып, йөҙ хеҙмәтсене туйҙырыу, ҡомдан итек һуғыу, бет тиреһенән бейәләй тегеү эшмө ни ул?! Бай ҡайтһа, беҙгә асыуланыр, әйҙәгеҙ йәш кәнтәйҙең балаларын юғалтайыҡ,— тип, тегеләрҙе ҡоторторға тотондо, ти.

Иртәгеһен былар иң йәш көндәштәрен, ҡырҡ хеҙмәтсегә ҡушып, урманға ебәрәләр. Балаларын бейәләр араһына ташлап, сәңгелдәккә бер көсөк һалып ҡуялар. Ҡатын, урмандан ҡайтҡас, уландарының юғалыуына ҡайғырып, илай-илай, ҡара көсөктө имеҙеп һалды, ти.

Иртәнсәк иртә менән тороп, бейә һауырға сыҡһа, бер бейә юҡ, ти. Эҙләп ҡараһа, бер бейә ике малайҙы имеҙеп ята икән. Ҡатын малайҙарҙы индереп, ҡара көсөктө сәңгелдәктән төшөрөп ебәргән.

Быны күреп торған өс көндәш: «Малайҙарҙы бейәләр тапап үлтермәгән. Иртәгә беҙ уны бесәнгә ебәрәйек»,— тип кәңәш ҡорошҡан.

Иртәгеһенә, ҡатынды бесәнгә ебәргәс, малайҙарҙы, әйҙә, һөҙөп үлтерһендәр, тип, һыйырҙар араһына ташлайҙар. Йәш ҡатын бесәндән ҡайтһа, малайҙар юҡ, улар урынына сәңгелдәктә әлеге ҡара көсөктө күрә. Ҡатын, илай-илай, көсөктө имеҙеп, йоҡларға ята. Иртәгеһен тороп, һыйыр һауырға сыҡһа, бер һыйыр ике малайҙы имеҙеп ята, ти. Ҡатын уландарын алып кире урындарына һалып ҡуя. Былай ҙа эш сыҡмағас, өс ҡатын:

— Әйҙәгеҙ, быны беҙ урманға ебәрәйек, малайҙарын ҡаҙҙан талатып үлтертәйек,— тип һүҙ ҡуйышты, ти. Ҡатын киткәс, малайҙарҙы ҡаҙҙар араһына сығарып ташлайҙар. Ҡатын ҡайтып килһә, малайҙар юҡ, сәңгелдәктә әлеге көсөк ята. Илап-илап көсөктө имеҙә.

Иртәнсәк ҡаҙҙарға ем һалырға сыҡһа, бер ҡаҙ ике баланы ике ҡанаты аҫтына һалып ятҡан, ти. Ҡатын уландарын һөйөп-һөйөп кире сәңгелдәккә һалып ҡуя.

Инде былай ҙа эш сыҡмағас, өс ҡатын:

— Әйҙәгеҙ, инде беҙ уларҙы һыуға ташлайыҡ,— тип һүҙ беркетә.

Иртәгеһенә ҡатынды бесәнгә ебәреп, малайҙарҙы һыуға ташлайҙар. Малайҙар бер сумып, бер ҡалҡып, тештәре, сәстәре ялтырап ағып китәләр. Ҡатын ҡайтып, көсөктө имеҙә лә, ҡараңғы төшкәс, йоҡларға ята.

Тиҙҙән бай үҙе ҡайтып төшә. Оло ҡатынын саҡыртып алып:

— Йә, мин ҡайтҡансы ни эшләнең? — тип һорау бирә.

— һин ҡайтҡансы, көн дә бер тургай атып, йөҙ хеҙмәтсене туйҙырҙым,— ти ҡатын.

Бай икенсе ҡатынын саҡыртып ала ла ошо уҡ һорауҙы бирә.

— Бына, ханым-солтаным, һиңә һуғып ҡуйғанмын,— тип, ҡом итектәрҙе таҡылдата ултыртып ҡуйҙы, ти, бының алдына. Өсөнсө ҡатынды саҡыртһа, уныһы, бет тиреһенән тегелгән бейәләйҙәрҙе шап-шоп һуғып:

— Бына, ханым-солтаным, һиңә һалып ҡуйғанмын,— тип килтереп бирҙе, ти. Бай дүртенсе ҡатынын саҡыртып ала:

— Йә, ҡатын, мин киткәндә биргән вәғәҙәңде нисек үтәнең? — ти. Ҡатын өндәшмәй-нитмәй баҫып тора бирә. Шул саҡ теге өс бисә:

— Бына, һин ҡайтыуға ҡара көсөк табып ҡуйҙы,— тип, сәңгелдәктән көсөктө алып күрһәтә. Бай шул ерҙә һикереп тороп, ҡатындың бер ҡулын, бер аяғын һындырып, бер күҙен соҡоп алды ла:

— Фәлән ерҙә, ҡырҡ тау аша ҡара урман эсенә ишеге, тәҙрәһе булмаған өй һалып, көсөгө менән шунда илтеп бикләгеҙ! — тип әмер бирә. Хеҙмәтселәр бай ҡушҡанды эшләйҙәр. Көн үтә, көн артынан төн үтә, төн артынан ай үтә, ҡара көсөк эт булып етә. Бер көн ҡара көсөк нигеҙ буйын ҡаҙый башлай. Нигеҙ аҫтынан өңөп, тышҡа сығып ултырҙы, ти.

— Әсәй, әсәй, бер кеше килә,— ти, көсөк кеше тауышы менән.

— Килһен, килһен! Йоҙроҡ һыйышлы тишек уйып биреп китер, исмаһам,— ти ҡатын.

Кеше килеп етә, еткәс, сәләм бирә.

— Байға юл эҙләйем, белмәйһегеҙме? — тип һорай.

— Беләбеҙ, беләбеҙ, тик йоҙроҡ һыйышлы тишек уйып бир,— ти ҡатын. Кеше өйҙөң төньяғынан йоҙроҡ һыйышлы тишек уйып биргәс, ҡара көсөк уны юл күрһәтеп алып китте, ти.

Тиҙҙән байға барып етәләр. Ҡара көсөк, юлсының аяғына уралып, һиҙҙермәйенсә генә өйгә инеп, ишек аҫтына боҫа.

— Йә, мосафир, ишеткән-күргәнеңде һөйләй ултыр,— ти бай.

— Ишеткәнде һөйләһәм, ялған булыр, күргәнде һөйләйем әле. Ҡырҡ тау артында, ҡара урман уртаһында бер өй бар икән. Ишеге лә, тәҙрәһе лә юҡ икәп. Шуға йоҙроҡ һыйышлы тишек уйып биреп киттем. Бына шуның ҡара көсөгө алып килде әле,— ти юлсы.

— Алай икән, — тине лә бай тәһәрәт алырға сығып китте, ти. Шул саҡ байҙың оло ҡатыны килеп инде лә:

— Ауыҙың йәйеп, юҡты һөйләп ултыраһың. Бер күл буйында алтмыш ҡолас ала бейә бар, атлаған һайын ҡолонлай; һыу эсһә, күлдең һыуып бөтөргәнсе эсә; йоҡлаһа, салт төш мәлендә йоҡлай. Байға беҙ шуны ла әйтмәйбеҙ,— тип, юлсыны әрләп ташлай.

Бай инергә тип ишекте асҡайны, ҡара көсөк өйҙән сығып та ҡасты, ти. Ҡатын тик яҙа-йоҙа һуғып ҡалды, ти. Көсөк сабып килеп етә лә:

— Әсәй, әсәй! Миңә ебәктән нуҡта ишеп бир,— ти.

— Уны ни эшләтәһең? — тип һорай ҡатын.

— Фәлән күлдең буйында алтмыш ҡолас ала бейә бар, шуны алып киләм,— ти көсөк. Ҡатын нуҡта ишеп биргән. Ҡара көсөк сығып киткән.

Көсөк күл буйына барып етһә, алтмыш ҡолас ала бейә күл буйында йоҡлап ята, ти. Көсөк, һаҡ ҡына барып, югәнде кейҙереп, бейәнең елкәһенә менеп ултырған да уның ҡолағын тешләгән. Бейә ырғып тороп, көсөктө бер күккә, бер ергә ырғыта башлай. Ахырҙа көсөктө сөйөп төшөрә алмағас, тынып ҡала. Көсөк бейәне етәкләп алып ҡайтып китә. Бейә, атлаған һайын ҡолонлай, ҡолондары эйәреп килә, ти. Өйҙәренә килеп еткәс, ҡолондары менән өй тирәһен ике-өс мәртәбә уратып ташланы, ти. Өй түңәрәге йылҡы менән тулды, ти.

Көсөк тағы ла тышҡа сығып ултыра.

— Әсәй, әсәй, бер кеше килә,— ти, алыҫта бер ҡарасҡыны күреп.

— Килһен, килһен! Тәҙрә уйҙырып алып ҡалырбыҙ, исмаһам,— ти әсәһе.

Тиҙҙән теге ҡарасҡы килеп етеп:

— Сәләм бирҙек,— тигән.

— Алдыҡ,— тигән тишектән ҡатын.

— Мине байға алып барыр кеше булмаҫмы икән?

— Булыр, булыр, минең ҡара көсөгөм алып барыр. Тик беҙгә тәҙрә уйып биреп кит,— тигән ҡатын. Юлсы тәҙрә уйып биргән. Унан көсөк юлсыны байға алып киткән.

Тиҙҙән барып етәләр. Юлсы байҙың бүлмәһенә инә; бер кемгә лә күренмәй, юлсының аяғына ураланып, көсөк тә инә.

— Йә, мосафир, ишеткән-күргәндө һөйләй ултыр,— ти бай.

— Ишеткәнде һөйләһәм, ялған булыр, күргәнде һөйләйем. Фәлән ерҙә, ҡырҡ тау ашаһында, ҡара урман эсендә, бер өй бар. Ул өйҙә бер ҡатын менән ҡара көсөк йәшәй. Уларҙың алтмыш ҡолас ала бейәһе бар, атлаған һайын ҡолонлай. Өй әйләнәһе йылҡы өйөрө менән тулған. Шуларға тәҙрә уйып биреп киттем әле. Шул ҡатындың ҡара көсөгө һеҙгә юл күрһәтеп килде,— ти.

Бай:

— Алай икән,— тип, тәһәрәт алырға сығып китте, ти. Бай сығып киткәс, байҙың икенсе бисәһе килеп инеп:

— Ауыҙың йәйеп, юҡты һөйләп ултыраһың. Фәлән тауҙың башында гәүһәр-яҡуттар бар. Беҙ шуны ла әйтмәйбеҙ әле уға,— ти.

Бай ишекте асҡайны, көсөк сығып та тая. Теге бисә:

— һи, хәшәрәт! — тип яҙа-йоҙа һуғып ҡала. Көсөк, йән-фарман сабып, өйөнә килеп етә лә:

— Әсәй, әсәй! Миңә ашъяулыҡ бир,— ти.

— Ни эшләтәһең уны?

— Фәлән тауҙа гәүһәр-яҡуттар бар икән, шуны килтерәм.

Ҡара көсөк сығып китә. Тиҙҙән тауға барып етеп, гәүһәр-яҡуттар менән ашъяулыҡты тултырып ҡайтып килә. Килтереп, өйҙөң эсеп дә, тышын да яҡтыртып ташлай.

Көсөк өй алдына сығып ултырғайны, тағы ла бер кеше килә, ти.

— Әсәй, әсәй, бер кеше килә,— ти көсөк.

— КилҺен, килһен! Ишек уйҙырып алып ҡалырбыҙ, исмаһам,— ти ҡатын. .

— Сәләм бирҙек,— ти юлсы.

— Алдыҡ,— ти ҡатын.

— Мине байға алып барыр кеше булмаҫмы? — ти юлсы.

— Булыр, булыр, тик беҙгә ишек уйып ҡына биреп кит инде,— ти ҡатын.

Юлсы, ишек уйып биргәс, ҡара көсөк менән бергә байға юл тоттолар, ти. Тиҙҙән байға килеп етеп, барып инәләр. Көсөк бер кемгә лә күрелмәй генә, ширлек аҫтына инеп ята.

— Йә, мосафир, ишеткән-күргәнеңде һөйләй ултыр,— ти бай.

— Ишеткәнемде һөйләһәм, ялған булыр, күргәнемде һөйләйем. Фәлән ерҙә, ҡырҡ тау артында, ҡара урман эсендә бер өй бар. Унда бер ҡатын менән көсөк йәшәй. Уларҙың атлаған һайын ҡолонлай торған алтмыш ҡолас ала бейәһе бар. Өй тирәһе йылҡы менән тулған. Өйҙөң эсе-тышы гәүһәр-яҡут таштарға күмелгән. Шул өйҙөң көсөгө юл күрһәтеп килде әле, — ти.

Бай:

— Алай икән,— тип, тәһәрәткә сығып китте, ти. Бай сығып китеү менән, уның өсөнсө ҡатыны килеп инде лә:

— Ауыҙың йәйеп, юҡты һөйләп ултыраһың. Фәлән һыуҙың буйында алтын башлы, ынйы тешле, көмөш сәсле ике малай бар. Салт төш ваҡытыпда һыуҙан сығып ҡомда уйнайҙар. Уйнап арығас, ҡомда ятып йоҡлайҙар. Беҙ байға быны ла әйтмәйбеҙ әле,— тип шарланы, ти.

Бай инергә ишекте асҡайны, көсөк сығып та ҡасты, ти. Теге ҡатын ҡарғанып, яҙа-йоҙа ғына һуғып ҡалды, ти. Көсөк йән-фарманға сабып ҡайтып:

— Әсәй, әсәй! Миңә аҡ кейеҙ, дүрт мөгөҙгә һөт һауып бир. Береһе — кәзә, икенсеһе — һыйыр, өсөнсөһө — бейә, дүртенсе-һе үҙеңдең һөтөң булһын, — ти.

Көсөк аҡ кейеҙ, дүрт мөгөҙ һөт алып сығып китә. Тиҙҙән йылга буйына барып, аҡ кейеҙҙе йәйеп, дүрт мөгөҙҙө дүрт мөйөшкә ултыртып, үҙе ситтән йәшенеп кенә ҡарап ята башлай.

Салт төш ваҡыты еткәс, һыуҙан ялтырап, алтын башлы, ынйы тешле, көмөш сәсле ике малай килеп сыҡты ла яр буйындағы ҡомда аунай башланылар, ти. Уйнай торғас, кейеҙ өҫтөнә килеп менәләр. Ҡапыл мөгөҙҙәрҙе күреп, бер мөгөҙҙәгеһен эсеп ҡарайҙар.

— Әм-м-м, быныһы кәзә һөтө, быныһы һыйыр һөтө, быныһы бейә һөтө,— тип, өс мөгөҙҙәгеһен эскәс, дүртенсе мөгөҙҙәге һөттө эсеп ҡаранылар ҙа: — Быныһы әсәйебеҙҙең һөтө,— тип илап-илап, ҡояш йылыһында йомшаҡ кейеҙҙә йоҡлап киттеләр, ти.

Малайҙар йоҡлап киткәс, ҡара көсөк, кейеҙҙең дүрт мөйөшөнән тешләп алды ла сабып ҡайтып китте, ти. Килеп, кейеҙҙе йәйеп ебәрһә, ҡатын аптырауынан ҡойолоп төшә. Кейеҙҙә уның ике улы ята.

Шулай төн үтә, көн үтә, көн артынан ай үтә, малайҙар йыл үҫәһен көн үҫеп, ҙурайып китә.

Бер көн малайҙар:

— Әсәй, беҙҙең атайыбыҙ бармы? — тип һорай. Әсәһе:

— Бар, ул — бай, уның өс ҡатыны бар,— тип башынан үткәндәрҙә һөйләп бирә.

— Әйҙә, әсәй, беҙ уны саҡырайыҡ,— ти малайҙар.

— Килмәҫ, мине бер ҡәһәрләп ташлағас, килмәҫ,— ти әсәләре.

Шулай ҙа байҙы саҡырырға булалар. Саҡырыусы итеп ҡара көсөктө ебәрәләр. Көсөк байҙы ҡунаҡҡа саҡырғас, бай:

— Үҙегеҙҙән миңә еткәнсе гәүһәр-яҡуттарҙан юл һалығыҙ. Һөт, бал йылғалары ағып, ҡоштар һайрап торһон,— тигән.

Көсөк малайҙарға килеп, байҙың һүҙҙәрен әйткәс, ике малай аптырашта ҡалдылар, ти. Шул саҡ көсөк:

— Ҡайғырмағыҙ, барыһы ла эшләнер,— тип, үҙе ашъяулығын алып гәүһәр-яҡуттар ташырға тотона. Малайҙар юл һалалар. Таң атыуға барыһы ла әҙер була. Ҡара урман эсенән ҡырҡ тау аша байҙың өйөнә тиклем гәүһәр-яҡуттарҙан ҡылдай тура юл һалына. Уның ике яғынан һөт, бал йылғалары аға, һандуғастар һайрап тора, ти.

Бай йоҡоһонан торһа, барыһын күреп хайран ҡала, хатта саҡ-саҡ ҡына һушынан яҙмай ҡала. Унан үҙенең ҡатындарын алып, ҡунаҡҡа китә. Уны алтын башлы, ынйы тешле, көмөш сәсле ике егет менән уларҙың әсәһе ҡаршы алалар. Байҙың һушы китеп, йығылып барып төшә. Унан, иҫенә килгәс, һорашып, барыһын да төшөнгәс, оло ҡатынын саҡыртып ала ла:

— һиңә туғыҙ тыу бейә кәрәкме әллә туғыҙ арба утын кәрәкме? — тип һорай.

— Туғыҙ арба утын нимәгә кәрәк, туғыҙ тыу бейә булһа, һуйып, итен ашап ятырмын,— ти оло ҡатын. Бай туғыҙ тыу бейәне тотоп, ҡатынды туғыҙының да ҡойроғона бәйләп, бейәләрҙе тулатҡан да ебәргән. Ҡатындың арҡаһы тейгән ерҙә арҡа тауы, сәсе тейгән ерҙә сәсле тумар, күҙе тейгән ерҙә күл барлыҡҡа килгән.

Бай икенсе ҡатынын саҡыртып алған да шул уҡ һорауҙы биргән.

— Туғыҙ бейә ниңә кәрәк, туғыҙ сана утын булһа, ҡыш көнө яғып рәхәт итермен,— ти ҡатын.

Бай туғыҙ арба утын ҡырыҡтырып, бер ергә өйҙөргән дәг өҫтөнә ҡатынды бәйләп ултыртып, ут төрткән. Ҡатындың көлө күккә осоп, ҡара болотҡа өйләнгән, ти.

Өсөнсө ҡатынын саҡырып алып, бейәләр ҡойроғона бәйләп ебәрҙе, ти. Үҙе уландары, зәғиф ҡатыны менән тороп ҡалды, ти.

Әкиәтем китте таш йөкмәп, үҙем ҡалдым аш йөкләп.

 

Поделись с друзьями: