Көнһылыу


Борон-борон заманда бер бай булған. Ул байҙың Көнһылыу исемле бик матур бер аҫырау ҡыҙы булған. Берҙән-бер көндө-бай Көнһылыуға мунса яғырға ҡушҡан. Көнһылыу мунсаны яғып баҫҡас, бай:

— Икебеҙ инәбеҙ мунсаға,— тигән.

Ҡыҙ риза булған. Мунсаға кергәс, Көнһылыу:

— Мин мунсаның юшкәһен баҫмағанмын, баҫып инәйем әле,— тип, ишекте тыштан терәгән дә мөрйәнән эскә, мунса ташына һыу ҡойған. Бай шунда тонсоғоп үлгән. Көнһылыу бай йортон ташлап ҡаса. Ҡасып барғанда, бер һарыҡ көтөүенә осрай. Ул көтөүсегә:

— Ағай, миңә ҡайҙа йәшәргә мөмкин? Бер байҙы үлтереп ҡастым,— ти.

— Ай, туғаным, һиңә урман араһында, кешегә күренмәй генә йәшәргә мөмкин. Кеше араһында һине тоторҙар,— ти.

Көнһылыу урманда йәшәй башлай. Ул үҙенең һылыулығы, матур йырлауы менән дан тотҡан була. Аҙығы, кейеме бөтә, ағас ҡыуышына инеп ултыра ла, үҙенең ауылдаштарын һағынып, моңло итеп йырлай.

Бер ауылдың бай малайы һунарға сыҡҡан саҡ була. Ул ҡыҙ йырлаған тауышты ишетә. Ағас ҡыуышы янына килә лә:

— Һин әҙәм затымы әллә пәрей затымы? Әҙәм заты булһаң — сыҡ, булмаһаң, мин һине атам, — ти.

Ҡыҙ:

— Мин сығыр инем, әҫтәмдә кейемем юҡ,— ти. Егет кейем алып килә, икәүләп ауылға ҡайталар.

Егет Ҡарағыҙ исемле ҡыҙға әйләнергә тейеш була. Аталары туйға китергә торғанда, егет:

— Мин бармайым,— тип, бармай ҙа ҡуя.

Егет Көнһылыуҙы үҙенә кәләш итеп ала. Улар донъя көтә башлайҙар. Ҡарағыҙ — ҡала батшаһының ҡыҙы икән. Үҙен алмағанға егеткә асыуланып, уны егерме биш йыллыҡ хеҙмәткә ебәртә. Егет ғәскәри хеҙмәткә китә. Китер саҡта Көнһылыу иренә:

— Беҙҙең игеҙ балабыҙ булыр, береһе — ул, икенсеһе— ҡыҙ,— тип ҡала.

Егет киткәс тә игеҙ балалары донъяға килә. Ҡарағыҙ үҙенең әсәһен кендексе әбей итеп ебәрә. Кендексе әбей килгәндә үк ике балаға ике йәшник эшләтеп алып килгән була. Килгәс, ике баланы ике йәшниккә һала ла бер кемгә лә белдермәй геиә һыуға ағыҙа. Балалар урынына ике эт балаһы һала: береһе — кәнтәй, икенсеһе — арҙан.

Егеттең аталары: «Балабыҙ бар»,— тип, егеткә хат яҙалар. Ә Ҡарағыҙ бөтә хат ташыусыларҙы үҙенә яллаған була, бер хат та уға теймәй китмәй. Был хат та уға килеп тейә. Хатты уҡый ҙа, уны йыртып: «Ике балабыҙ булды: береһе — кәнтәй, икенсеһе — арҙан, һин ҡайтҡансы нимә эшләтәйек?» — тип, икенсе хат яҙып һала.

Хатты алғас, егет: «Мин ҡайтҡансы бер нәмә лә эшләтмәгеҙ»,— тип, яуап яҙа.

Хат тағы ла Ҡарағыҙға килен эләгә. Ул егеттең хатын утҡа яға ла урынына: «Ҡапҡа алдына ҡапҡа эшләтегеҙ, үҙен шунда ергә күмегеҙ, ике көсөгөн ике яғына һалығыҙ, ингән кеше төкөрөп инһен»,— тип, икенсе хат яҙа.

Егеттең атаһы менән әсәһе хатты алғас, Көнһылыуҙы йәлләйҙәр, ләкин хатта әйтелгәндәрҙе эшләйҙәр. Ҡапҡа алдына тағы ла бер ҡапҡа эшләтеп, соҡор ҡаҙҙыртып, Көнһылыуҙы күмәләр, ике көсөктө ике яғына һалалар, һәр бер ингән кешегә төкөрөп инергә ҡушалар. Шундай яҙыу ҡуйылған була.

Ағыҙған ике баланы бер һунарсы алып үҫтерә. Айегет менән Айһылыу була былар. Балалар көндән-көн матурыраҡ булып үҫәләр. Тиҙҙән Айегет бабай менән һунарға йөрөй башлай.

Көнһылыуҙы күмдергәс, Ҡарағыҙ егетте хеҙмәттән ҡайтарта ла уҙенә саҡыртып ала. Улар бергә тора башлайҙар. Егет һаман һунарға йөрөй. Бер ваҡыт ул һунарҙа Айегет менән осраша. Егет үҙе көнө буйы бер төлкө лә ала алмай йөрөгән була. Ә Айегет бик мәргән атыусы була. Айегетте осратҡас, егет:

— һин миңә төлкө атып бир әле, ҡустым,— ти.

Айегет атып бирә, ләкин хаҡ алмай. Рәхмәт булһа, шул етер, ти.

Егет ҡайта ла Ҡарағыҙға:

— Миңә бөгөн Көнһылыуға оҡшаған бер егет төлкө атып бирҙе, әллә уның улымы икән? — ти.

— Ни эшләп уның улы булһын, ул ике көсөк тапты лабаһа,— тип яуап ҡайтарҙы, ти.

Үҙе әсәһенә югереп барып:

— һин уларҙы һаман үлтермәгән икәнһең әле, барып үлтереп кил,— ти.

Ҡарсыҡ бара, һунарсының өйөн эҙләп таба ла Айһылыуға:

— Фәлән ерҙә ал сәскә бар. Ағайың шуны барып алып ҡайтһын, уны алһағыҙ, һеҙ бик яҡшы тормош көтөрһөгөҙ,—ти.

Айһылыу менән Айегет бер-береһенең һүҙен тыңларға, береһе өсөн икенсеһе үлеп барырға һүҙ бирешкән булалар. Айегет ҡайтҡас, Айһылыу ал сәскә тураһында әйтә.

Айегет:

— Улай булғас, барайым,— ти ҙә, ат менеп, сығып китә. Юлда уға һарыҡ көтөүсеһе осрай. Көтөүсе:

— Унда барып сәскәне өҙөп ал да сап, таныш ереңә сыҡ та ултыр. Ату һине пәрейҙәр юҡ итерҙәр,— ти.

Айегет тағы һунарға сыға, йәнә атаһы менән осрашалар. Атаһы бүре ата алмай йөрөгән була. Айегет тағы атып бирә. Атаһы ҡайтҡас, Ҡарағыҙға тағы ла барыһын да һөйләп бирә. Ҡарағыҙ, әсәһенә югереп барып, тағы асыулана. Әбей йәнә Айһылыуға бара ла:

— Фәлән ерҙә гармун бар, үҙе төрлө көй уйнай, ти. Айегет шуны барып алһын,— ти. Айегет һунарҙан ҡайтҡас, ҡыҙ уға был хәбәрҙе һөйләп бирә. Айегет тағы китә. Юлда һарыҡ көтөүсеһенә осрай. Көтөүсе уға:

— Гармуныңды алғас, тауышын сығарма, юғиһә үҙеңде үлтерерҙәр, таныш ереңә сығып ултыр,— ти.

Айегет көтөүсе өйрәткән ергә бара, гармунды алайым тигәндә, яңылыш уның бер теленә баҫа. Гармун тауышын ишеткәс, дейеү пәрейҙәре уны ҡыуа башлай. Егет таныш ергә сыҡтым тигәндә генә дейеү пәрейҙәре атының ҡойроғон өҙөп алып ҡалалар.

Егет ҡайтып килә, бер таяҡлы кеше осрай. Теге кеше:

— Алышайыҡ гармуныңды минең таяҡҡа,— ти.

Был таяҡ кеше ни ҡушһа, шуны эшләгән була. Егет гармунын таяҡҡа алыша.

Ҡайтҡас, тағы һунарға сыға, атаһы менән тағы осраша. Уға айыу атып бирә. Атҡас, атаһы:

— Алып барып ташлаш инде,— ти.

Айегет айыуҙы алып барыша. Ҡапҡанан кергәндә «Төкөрөп үтегеҙ!» тигән яҙыуҙы күрә. Төкөрмәй уҙа.

Атаһы Ҡарағыҙға был егеттең батырлығын, мәргәнлеген һөйләп бирә. Ҡарағыҙ тағы әсәһенә асыулана.

Ҡарсыҡ тағы ла Айһылыуға килә:

— Фәлән ерҙә бик матур ҡыҙ бар. Яҡшы уҡыған, ағайың шуны килтерһен,— ти.

Ҡарсыҡ һәр бер ебәргәнендә егетте дейеүҙәр үлтерерҙәр, тип ышанған .була. Ҡыҙ ҡарсыҡтың һүҙҙәрен был юлы ла ағаһына әйтә лә ағаһы тағы китә. Барғанда атын һарыҡ көтөүсеһенең атына алыштырып ала.

Көтөүсе:

— Ҡыҙға тапҡыр ҡарама, ҡараһаң, тораташ булырһың! Тораташ булһаң, аяғыңдың баш бармағын ҡыбырҙат — кеше булырһың, ҡыҙҙы сәсенән тотоп алып атыңа мен дә сап,— ти.

Егет бара. Барғас, ҡыҙға ҡарамай түҙә алмай. Ҡарауы була, тораташ булып ҡата ла ҡуя. Ул ҡайһы аяғының баш бармағын ҡыбырҙатырға һорамаған була. Тәүҙә һул аяғының баш бармағын ҡыбырҙата — булмай, уң аяғыныҡын ҡыбырҙата — кешегә әйләнә. Шунан ҡыҙҙың сәсенән эләктереп ала ла саба. Ҡыҙ сыр итеп ҡысҡырып ебәрә. Уның тауышын ишеткәс, дейеү пәрейҙәре ҡыуа башлайҙар. Үҙ еренә сыҡтым тигәндә генә тағы атының ҡойроғон өҙөп ҡалалар. Сыҡҡас, ҡыҙ:

— Һин миңә былай ыҙаланып килеп йөрөмәһәң дә мин һинеке булыр кнем,— ти ҙә егеттең кемдәр менән тороуы тураһында һорай. Егет:

— Атайымдар менән,— ти. Ҡыҙ:

— Юҡ, ул һинең үҙ атайың түгел, ә һине үҫтергән бер бабай, һин һунарҙа айыу, төлкө, бүре тотоп биргән кеше — һинең атайың, һин, уларға барғанда, ҡапҡа төбөндә ҡәберен күргән ҡатын — һинең әсәйең. һеҙ донъяға тыуғас та, Ҡарағыҙҙың әсәһе һеҙҙе һыуға ағыҙҙы, һеҙҙе әлеге бабай табып алып үҫтерҙе. Ә һеҙҙең урынға көсөктәр һалды,— ти.

Айегет менән ҡыҙ иҫән-һау ҡайтып төшәләр. Айегеттең атаһы уларҙы ҡунаҡҡа саҡыра. Айегеттәр поезд менән барырға булалар. Теге ҡыҙ Айһылыу менән Айегеткә:

— Поезға минән алда берегеҙ ҙә ултырмағыҙ. Унда.барғас, минән алда ашай башламағыҙ; ҡапҡа төбөндә күмелгән апайҙы ҡаҙып алырға ҡушығыҙ, шунан ашай башларбыҙ тиерһегеҙ,— ти.

Ҡунаҡтарҙы алырға поезд килә. Поезд эсе быларҙы үлтерерлек итеп сихырланған була. Теге ҡыҙ инер алдынан баҡсалағы ал сәскәне ала ла, ингәс, сәскәне өрөп ебәрә. Өргәс, үлтерергә тейеш булған сихыр уттары осоп сыға. Баралар. Ҡунаҡтарға ашамлыҡ ултырталар. Теге ҡыҙ тағы ал сәскә менән тәрилкәләге аш өҫтәрен өрөп сыға, был аштарҙың да сихыры бөтә. Айһылыу менән Айегет ашамай ултырғас, Ҡарағыҙ:

— Ниңә ашамайһығыҙ? — тип һорай. Улар:

— Ҡапҡа төбөндәге апайҙы ҡаҙып алығыҙ, шунан ашарбыҙ,— тиҙәр.

Ни эшләһендәр, башта ҡарышып торған булһалар ҙа, Көн-һылыуҙың кәүҙәһен ҡаҙып алалар. Теге ҡыҙ ал сәскәне ете ҡат Көнһылыуға өрә, уның ете ҡат тиреһе төшә, йән керә, шунан ул элекке матур Көнһылыуға әйләнә.

Шул ерҙә теге ҡыҙ:

— Айегет менән Айһылыу — һеҙҙең балаларығыҙ, уларҙы йәшниккә һалып һыуға ағыҙҙылар, улар урынына көсөк балалары һалдылар,— ти.

Егеттең атаһы Ҡарағыҙҙы ла, уның әсәһен дә язалап үлтертә. Яңынан туй үткәреп, үҙҙәре яҡшы итеп йәшәй башлайҙар.

 

Поделись с друзьями: