Батшаның өс ҡатыны


Борон-борон заманда бер фәҡир ҡарт йәшәгән. Аяғындағы ҡатаһынан башҡа бүтән байлығы булмаған. Береһенән-береһе сибәр өс ҡыҙы бар икән. Әммә ҡыҙҙар үтә ялҡау булғандар.

Бер ваҡыт ҡарт оло ҡыҙына ҡатаһын мейес башынан алып төшмәгә ҡуша, ҡыҙы тыңламай. Уртансы ҡыҙына ҡуша, ул да тыңламай. Бәләкәй ҡыҙына ҡуша, уныһы ла атаһы һорағанды ҡолағына ла элмәй. Бабай, асыуланып, ҡыҙҙарын өйөнән ҡыуып сығара. Ҡыҙҙар өйҙән теҙелешеп, илашып сығып китәләр. Иң алдан оло ҡыҙы, уның артынса уртансыһы, бәләкәйе иң арттан бара, ти.

Был ваҡытта өйләнмәгән бер батша урманда уҡ атып йөрөй икән.

— Уғым кем алдына төшһә, шул минең ҡатыным булыр,— ти икән. Батшаның уҡ атыуы булды, уғы ҡыҙҙар алдына килеп тә төштө, ти. Батша уғын эҙләп килһә, алдында береһенән-береһе сибәр өс ҡыҙ торғанын күрә. Батша, ҡыҙҙарҙың матурлығына ҡыҙығып, өсөһөн дә ҡатынлыҡҡа алып, һарайына ҡайтып китте, ти.

Бер көндө батша оло ҡатынына елән текмәгә, уртансы ҡатынына күлдәк текмәгә, бәләкәйенә бер ул, бер ҡыҙ тапмаға ҡушып, сәфәр сығып китә. Байтаҡ ваҡыт үтте, ти. Өс ҡатын батшаның сәфәрҙән ҡайтыуын көтә. Оло ҡатындың еләне әҙер, уртансы ҡатындың күлдәге әҙер, ә бәләкәй ҡатын уланға сирләй башланы, ти. Оло ҡатын менән уртансы ҡатындың көнсөлөгө килә, ти.

— Батша уны ғына яратыр, беҙгә әйләнеп тә ҡарамаҫ,— тип кәңәшләштеләр ҙә хәйлә уйлап таптылар, ти, былар. «Уланға сирләгәндә күҙҙе бәйләйҙәр», тип алдап, оло ҡатын кесе ҡатындың күҙен бәйләне, ти. Уртансы ҡатын, йәһәт кенә сығып китә һалып, эттәр торған һарайҙан ике көсөк алып керҙе, ти. Ике бала донъяға килгәс, тегеләр балалар урынына ике көсөктө ҡуйҙылар ҙа, балаларҙы, мискәгә һалып, һыуға ырғыттылар, ти. Балалар илаша-илаша ағып киткәндәр.

Шул ваҡыт һыуға килгән бер әбей ағып барған мискәне ярға сығарып асһа, яңы тыуған бер малай менән бер ҡыҙ бала ята, ти. Балаларҙы өйөнә алып ҡайтҡан да, тамаҡтарын туйҙырып, аҫырай башлаған.

Батша сәфәрҙән ҡайтып төштө, ти. Оло ҡатыны теккән елән батшаға бик оҡшаны, батша уға ҡиммәтле бүләктәр бирҙе, ти. Уртансы ҡатыны теккән күлдәкте лә бик оҡшатты, ти, батша. Уныһына ла ҡиммәтле бүләктәр бирҙе, ти. Хәҙер сират бәләкәй ҡатынға етте, ти. Батша йәш ҡатыны ятҡан бүлмәгә керҙе, ти; керһә, бәләкәй ҡатындың күҙе бәйләүле, эргәһендә көсөктәр ята. Батша асыуынан көсөктәрҙе иҙәнгә үлтергәнсе быраҡтырҙы ла ҡатынын аҙбар бағанаһына ҡаҙаҡлатып ҡуйҙы, ҡоро һөлдәгә ҡалғас ҡына алып ырғытырға бойорҙо, ти.

Был ваҡытта малай, ай үсәһен көн үҫеп, йыл үҫәһен ай үҫеп, бик сибәр батыр егет булып етә. Әбейҙең бабайы уға ел етмәҫ ат биреп, һунарға өйрәтә. Батша ла ҡайғыһынан көнө-төнө һунарҙа йөрөй, ти. һунарҙа йөрөгәндә батша, батыр егетте күреп, хайран ҡала.

Ҡайтҡас, батша ҡатындарына һөйләй:

— Бер юнһеҙ ҡарттың да балаһы ел етмәҫ ерән менән һунарға йөрөй, ә һеҙ, юнһеҙҙәр, пиегеҙҙең берегеҙ миңә ул бүләк итмәне,— ти. Оло ҡатын да, уртансы ҡатып да бик ҡайғыра. Оло ҡатын әбейгә бара. Инәлеп-ялбарып, күп итеп аҡса биреп, егетте үлтерергә ҡуша.

Егет һунарҙан ҡайтҡас та әбей уға асыуланырға тотона.

— Утһыҙ ҡайнай торған ҡаҙан табып килтерер инең,— ти. Егет ел етмәҫ ерәненә атлана ла сығып китә. Бер аҙ барғас,

ел етмәҫ ерән телгә килә:

— Ҡайғырма, егет, мин ул ҡаҙандыр ҡайҙалығын беләм. Ҡаҙан ике тау араһында,— ти.

Ул тау араһына кеше инә алмаған икән. Әгәр ҙә кеше, ҡаҙанды алырға тип керһә, ике тау бергә ҡушылып, кергән кешене иҙә лә ҡуя икән.

Ат егеткә уң яҡ ҡабырғаһынан ҡаны сыҡҡансы һуғырға ҡуша. Егеттең атҡа һуғыуы була, ат күҙ асып йомғансы тау эргәһенә барып та етә. Барып еткәс, ат егеткә:

— Мин хәҙер ике тау араһынан осоп үтермен, һин ҡаҙанға ҡамсы менән һуҡ та, күҙеңде йом, күҙеңде асаһы булма,— ти. Ел етмәҫ ерән ике тау араһынан уҡтай атылып уҙа, егет ҡаҙанға һуға ла күҙен йома.

Шул ваҡытта ҡаҙан егет артынан тәгәрәй башлай.

Егет ҡаҙанды тәгәрәтеп алып ҡайта ла тағы ла һунарға сығып китә. Һунарҙа батша тағы ла егетте осрата. Ҡайтҡас, тағы ла ҡатындарын әрләргә тотона. Ҡатындары тамам ҡайғыға ҡалалар. Оло ҡатыны тағы ла әбейгә килә, күп итеп алтын бирә, егетте үлтерергә ҡуша.

Егеттең һунарҙан ҡайтыуы була, әбей йомошон әҙерләп тора.

— Ике диңгеҙ араһында алма баҡсаһы үҫә икән, исмаһам, шуны алып килер инең,— ти.

Егет ел етмәҫ ерәнгә атланып сығып китә. Бер аҙ барғас, ел етмәҫ ерән телгә килә лә:

— Егет, ҡайғырма, ул алма баҡсаһын беләм: ике диңгеҙ араһында үҫә, унда кеше бара алмай, кеше алма үҫкән утрауға аяҡ баҫһа, ике диңгеҙ ҡоторонорға тотона, шунан бергә килеп ҡушылып, кешене йота ла ҡуя,— ти.

— Борсаҡ-борсаҡ ҡандарым сыҡҡансы уң яҡ ҡабырғама һуҡ, утрауға еткәс тә алма япрағына һуҡ та күҙеңде йом.

Егет ат ҡушҡанса эшләй. Алма баҡсаһы, үҫеп ултырған еренән ҡуҙғалып, егет артынан эйәрҙе, ти. Егет ҡайтыу менән баҡса ла өй алдарына килеп ултырған.

Иртәгеһен егет тағы ла һунарға сыҡҡан. Батша ла һунарҙа йөрөй икән. Егетте күреп, батша һорашмаҡсы булған. Тик егет туҡталмайынса сабып үтеп киткән. Батша ҡайтҡан да ҡатындарына:

— Мин егет менән һөйләшеп ҡарайым: ҡартайып та барам, миңә ул булмаҫмы икән? — ти.

Оло ҡатын тағы ла әбейгә югереп бара, күп итеп алтын бирә. Егет һунарҙан ҡайтҡас та әбей:

— Ер аҫтында йәшәүсе әүлиә ҡыҙҙы табып алып ҡайтыр инең,— ти. Егет атына атланып сығып китә. Бер аҙ барғас, ат телгә килеп былай ти:

— Барып еткәс тә һине ер уба башлар, шул ваҡытта һин: «Әүлиә ҡыҙ, сыҡ!» — тип ҡысҡырырһың. Үҙең шунда уҡ ер өҫтөнә ҡалҡып сығырһың.

Барып етте, ти, егет. Ер уба башлағайны, егет:

— Әүлиә ҡыҙ, сыҡ! — тип ҡысҡыра. Ҡыҙ шунда уҡ югереп килеп тә сыҡҡан, егет тә ер өҫтөнә ҡалыҡҡан. Ҡыҙ егет эргәһенә килде лә ошондай шарт ҡуйҙы, ти:

— Әгәр минең аҡбуҙ атты уҙа алһаң, мин һинеке,— тигән. Ҡыҙ яланаяҡ икән. Ул итеген кейгәйне, алдына бер аҡбуҙ ат килеп тә баҫҡан. Егеттең аты шул саҡ телгә килеп:

— Борсаҡ-борсаҡ ҡаным сыҡҡансы һуҡ,— тигән. Егет ат ҡушҡанса эшләгән. Былар сабыша башлағандар. Ҡыҙҙың аҡбуҙ аты бер ҙә ҡалышмай, егеттең ел еткермәҫ ерәне бер ҙә ал бирмәй, ти. Шулай йән-фарман сабышып килә ятҡанда, юл өҫтөндә батша күренә. Шул ерҙә ҡыҙҙың аты һөрлөгөп китә лә, ҡыҙ ат өҫтөнән осоп барып төшә. Егет, тиҙ генә атынан һикереп төшөп, ҡыҙҙы ҡосағына ала.

— Мин һинеке,— ти ҡыҙ. Батша былар эргәһенә килә, егетте ҡунаҡҡа саҡыра.

Егет ҡыҙҙы алып ҡайта, батшаға ҡунаҡҡа барырға йыйына башлай. Ҡыҙ егеткә бер күгәрсен, шешә менән һыу бирә. Был кешене терелтә торған һыу икән. Шунан ҡыҙ егеткә батша ҡатындарының этлектәрен һөйләп бирә.

— Барғас, иң тәүҙә тере һыуҙы әсәнеңдең уң яҡ ҡабырғаһына һөрт, ул аҙбарҙың уң яҡ бағанаһында ҡаҙаулы тора,— ти.— Барғас та аш ултыртырҙар, һин күгәрсенеңде ҡуйыныңдан сығарырһың. Әгәр күгәрсен яурыныңа ҡунһа, ашарһың, әгәр әйләнеп йөрөһә, ашамаҫһың: аш ағыулы булыр. Батша ҡатындары: «Атың пи ашай?» — тип һорарҙар, һин уларға: «Сынйыр ашай»,— тип әйтерһең. Улар: «Ат сынйыр ашаймы ни?» — тип әйтерҙәр, һин уларға: «Кеше көсөк табамы ни?» — тип әйтерһең. Шул ваҡыт бөтәһе лә асыҡланыр,— тип, ҡыҙ егеткә аҡыл өйрәтә.

Егет барып төшә лә әсәһенең ҡабырғаһына шешәләге һыуҙы һөртә. Батша мул итеп тороп ит һалдыра, ит бешеп сыҡҡас, ашамага ултыралар. Егет ҡуйынынан күгәрсенен осороп ебәрә. Күгәрсен әйләнеп осоп тик йөрөй. Егет ашты ашамай. Ҡыҫтап-ҡыҫтап та егет бер ҡабым да ит ашамағас, батша ҡатындары:

— Үҙең туйынып килгәнһең, ахыры. Атың асығып торалыр, атың ни ашай? — тип һорайҙар.

— Сынйыр ашай.

— Ахмаҡ, ат сынйыр ашаймы ни?

— Әҙәм балаһы ла көсөк тапмай бит,— ти. Шул ваҡытта ишек артында ғына торған әсәһе килеп инә лә:

— Улым,— тип егетте ҡосаҡлап ала.

Батша ла эштең асылын аңлап, ҡатындарының икеһен дә өйөнән ҡыуып сығара, йәш ҡатынынан ғәфү үтенеп илай. Ҡатын батшаны ғәфү итә. Шунан батша теге әбейҙәргә барып, ҡыҙын, киленен алып ҡайтҡан. Ҙур итеп туй яһағандар. Бабай менән әбейҙе лә туйға саҡырғандар. Бабай менән әбей өйҙәренә кире ҡайтмағандар, батша йортонда ҡалғандар. Күмәкләп донъя көтөп алып киткәндәр.

 

Поделись с друзьями: