Гөлсәсәк


Борон-борон заманда бер кешенең ике улы, Гөлсәсәк исемле бер ҡыҙы булған. Ата-әсәләре үлгәс, Гөлсәсәктең ике ағаһы ла әйләнә. Ағалары һәр көндө һунарға йөрөй. Тик бер ҙә йәнлек тота алмайынса, арып-талып ҡайтыр булғандар.

Бер көндө ағалары һунарҙы Гөлсәсәккә атап киткәндәр икән, кискә бик күп йәнлек, ҡош-ҡорт алып ҡайтҡандар. Ошо ваҡыттан алып ағалы-энеле был ике һунарсы көн дә шулай һеңлеләренә арнап һунарға йөрөгәндәр, бик ныҡ байып киткәндәр.

Гөлсәсәктең еңгәләре быға бик ныҡ көнләшәләр. Бер көндө, ағалары һунарға киткәс, еңгәләре ҡыҙыу итеп мунса яғалар, ҙур бер ҡаҙан һыу ҡайнаталар. Мунса булғас, улар:

— Гөлсәсәк туғаным, бар һин, ағайыңдар ҡайтҡансы, мунса кереп сыҡ. Яңғыҙың ҡурҡһаң, беҙ ҙә һинең менән барырбыҙ,— тип мунсаға баралар. Гөлсәсәк, мунсаға барғас, сисенә лә эләүкәгә менеп китә. Шул ваҡыт упы еңгәләре ҡайнар һыулы ҡаҙанға һалалар.

Гөлсәсәктең ағалары, һунарҙан ҡайтып, ашарға ултырғас:

— Ҡайҙа Гөлсәсәк, ул да ултырһын,— тиҙәр.

— Гөлсәсәк мунсаға киткәйне, әллә ни эфләп бик оҙаҡланы,— тигән була ҡатындары. Шунан үҙҙәре мунсаға китәләр. Бер аҙҙан һуң, ах та ох булып, килеп инәләр.

— Гөлсәсәк ҡаҙандағы ҡайнар һыуға бешеп үлгән,— тигән булалар.

Ағалары Гөлсәсәкте бик яратҡанға күрә, уны ергә күммәйенсә, матур итеп кейендереп, тартмаға һалалар ҙа, тартманы зыяратҡа илтеп ҡуялар, эргәһенә ике ҡапсыҡ бойҙай ҙа ҡуялар. «Ҡоштар бер ваҡытта ла уның эргәһенән китмәһен, бер туҡтауһыҙ һайрап торһон»,— тигән ағалары.

Гөлсәсәк үлгәс, һунарҙа ағаларына бер нәмә лә эләкмәй башлай, һунарҙан буш ҡул менән^ ҡайталар, бик тиҙ ярлыланалар.

Күрше ауылдағы бер ҡарсыҡтың ҡаҙҙары иртән сығып китәләр ҙә кисләтеп кенә бик ныҡ туйып ҡайталар икән. Ҡарсыҡ быға ғәжәпләнә, сөнки ҡаҙҙар баҫыу яғынан түгел, ә бөтөнләй икенсе яҡтан ҡайталар, ти. Шунан әбей улына:

— Һин, улым, ҡаҙҙарҙы күҙәт әле. Улар ҡайҙа шул тиклем туйыналар икән? — ти.

Егет кәмәгә ултыра ла һыу буйлап ҡаҙҙар артынан китә. Ҡаҙҙар күрше ауыл тураһына еткәс, ярға сығалар ҙа туп-тура ҡәберлеккә барып керәләр. Егет улар артынан барып ҡараһа, ҡаҙҙар бер тартма янына ҡуйған ҡапсыҡтарҙан бойҙай ашайҙар, ти. Егет тартманың эсендә нәмә бар икән тип асып ҡараһа, уның эсенән матур бер ҡыҙ һикереп килеп тора.

Гөлсәсәк ҡайнар һыуҙа үлмәгән, һушы ғына китеп ятҡан икән. Ул үҙенең ни эшләп бындай хәлгә ҡалыуын егеткә һөйләп бирә. Егет уға:

— Гөлсәсәк, әйҙә һин беҙгә ҡайт,— ти.

Гөлсәсәк риза була, улар икәүләп егеттең өйөнә ҡайталар. Егеттең әсәһе лә бик шатлана, бик шәп иттереп туй яһай.

Был ваҡытта Гөлсәсәктең ағалары шул тиклем ярлыланалар, хатта уларҙың ашарға бер һыныҡ икмәктәре лә ҡалмай. Улар хәйер һорашып йөрөй башлайҙар. Йөрөй торғас, Гөлсәсәктәр торған ауылға ла килеп сығалар. Ағалары Гөлсәсәкте танымайҙар икән. Гөлсәсәк уларҙы индереп сәй эсерә, үҙен таныта, ирен күрһәтә. Шунан һуң ғына ағаларына еңгәләренең теге ваҡытта нәмә эшләгәндәрен һөйләп бирә. Ағалары бик ныҡ ғәжәпләнгән. Икенсе көндө үк ауылдарына ҡайтып, өй тирәләй утын өйөп, яуыз ҡатындарын яндырып үлтергәндәр.

Гөлсәсәк ағаларын үҙ янына алған. Улар яңынан бергәләшеп йәшәй башлағандар. Әле булһа шул ауылда ғүмер итәләр, ти.

 

Поделись с друзьями:

 

 

  медвежатник Астана, 7 775 823 98