Тимерғаҙыҡ


Булған, ти, заманында бер Тимерғаҙыҡ исемле егет. Ата-әсәһе булмаған. Бер үҙе йәшәгән. Бер ваҡыт ул бәхет эҙләргә сығып киткән. Юлда ике егетте осратҡан. Улар ҙа бәхет эҙләп йөрөй икән. Икәүҙән өсәү яҡшы булыр тип, бергә киткәндәр.

Эй киткәндәр былар, эй киткәндәр, килеп сыҡҡандар бер йылғаның буйына. Шул урында осраған бер мосафир. Башына салма, өҫтөнә сапан кейгән, ҡулында аҡ таяҡ булған.

— Уландар, ҡайҙа бараһығыҙ? — тип һораған мосафир.

— Бәхет эҙләргә, — тигәндәр.

— Бәхетте табырға теләһәгеҙ, был йылғаны төндә аша сыҡмағыҙ, — тигән дә ҡарт юҡ булған.

Ике егет йылға аша сығып киткән. Тимерғаҙыҡ, ҡарттың һүҙен тыңлап, йылғаның был яғында тороп ҡалған. Ҡунырға булған, урман ситенә барып ятҡан. Тон уртаһы еткәс, дүрт кеше килә, ти. Дуртеһе лә аҡ кейемле, ти. Ерҙе ҡаҙып, нимәлер күмделәр ҙә ары киттеләр, ти.

Тимерғаҙыҡ таң атыуға килә лә соҡорҙо аса. Асып ебәрһә, табут, ә уның эсендә бер һылыу ҡыҙ ята. Тәнендә ете йәрәхәт була. Егет ҡыҙҙың ауыҙына быяла киҫәге ҡуя, быяла тирләй. Егет ҡыҙҙың тере икәнен белә. Тимерғаҙыҡ, балыҡ тотоп, майы менән ҡыҙҙы дауалай. Ҡыҙ терелә, тора ла егеткә:

— Мин кейенеп бөткәнсе, тал араһына кереп тор, — ти. Кейенеп бөткәс, ҡыҙ:

— Беҙгә йылғаны аша сығырға ваҡыт етте, — ти. Сығалар. Егеткә ҡыҙ бер пакет бирә лә:

— Нимә теләһәң, шул алдыңа килер, — ти. Тимерғаҙыҡ бер ҡаланың хужаһы булып ала. Төрмәләге

кешеләрҙе бөтәһен дә үҙе ҡарап сығара. Шулар араһында теге ике иптәше лә була. Уларҙы үҙеиә ярҙамсы итеп ала.

Бер ваҡыт был илдең батшаһы Тимерғаҙыҡтың шулай байығып, сибәр ҡыҙ менән тороуы тураһында ишетеп ҡала ла уға шарт ҡуя:

— Үтәй алһаң, ҡатының үҙеңдә ҡалыр, үтәй алмаһаң, ҡатыныңды мин алам, — ти. — Никто тигән нәмәне тап, — ти.

Тимерғаҙыҡ уйға ҡала, юлға әҙерләнә башлай. Шул саҡ ҡатыны:

— Ҡайғырма, — ти ҙә иренә бер пакет биреп, юлға оҙата. Егет эй бара, эй бара, диңгеҙҙәр, тауҙар үтә. Бер һаҙлыҡта

Аждаһа осрай. Егет пакетте бәреп ебәрә, аждаһа еңелә.

— Егет, ҡайҙа теләһәң, шунда алып барам, — ти. Тимерғаҙыҡ:

— Никто тигән нәмә янына алып бар, — ти.

Осоп китәләр. Алда бер ҡом тауы тора, ти. Шунда туҡтайҙар. Егет тауға менә алмай. Шул саҡ бер тәлмәрйен килә лә.

— Баштүбән тор, — ти. Тимерғаҙыҡ баштүбән торһа, тауға менеп тә етә. Менһә, бер өй тора, өйгә инә, уртала өҫтәл тора, ти. Тимерғаҙыҡ:

— Никто, ашарға килтер! — ти. Шунда уҡ өҫтәл тулы ашамлыҡ була. Ашап туйғас, егет:

— Рәхмәт, — ти. Шул ерҙә бер ҡыҙ тауышы ишетелә:

— Быға тиклем миңә бер кем дә рәхмәт тигәне юҡ ине, мине үҙең менән алып кит,— ти.

Тимерғаҙыҡ ҡыҙҙы үҙе менән ала ла эй киләләр, эй киләләр. Егет:

— Асыҡтым, Никто, ашарға, — тиһә, шунда уҡ бер өҫтәл ашамлыҡ килеп ултыра, музыка уйнай башлай.

Килә торғас, Тимерғаҙыҡ менән ҡыҙ бай сауҙагәрҙәргә осрайҙар. Байҙар аптырап ҡалалар:

— Никтоны беҙгә һат, — тиҙәр. Күп итеп аҡса, алтын бирәләр. Тимерғаҙыҡ:

— Һатмаһаң, былар барыбер талап алырҙар,— ти ҙә Никтоны бирә.

Сауҙагәрҙәр баралар, бер ерҙә туҡтайҙар ҙа ашарға ултыралар. Ашап туялар ҙа тағы китәләр. Бара бирәләр ҙә тағы ашарға ултыралар. Бер ваҡыт тып-тын, өҫтәл дә, музыка ла юҡ.

Рәхмәт әйтә белмәгәс, сауҙагәрҙәрҙән ҡасып, Никто Тимерғаҙыҡҡа кире килә. Егет ҡайта, батшаға бара. Батша:

— Ҡайҙа Никто? — ти. Тимерғаҙыҡ Никтоны батшаға бирә лә:

— Никто, ашарға килтер, — ти. Өҫтәл тулы ашамлыҡ килеп ултыра, музыка уйнай башлай. Батша:

— Улай булғас, үҙ ҡатының үҙеңә булһын, — ти. Тиҙҙән батша ҡартайып үлеп китә, бөтә байлығы Тимерғаҙыҡҡа ҡала. Әле лә ул муллыҡта донъя көтөп тора, ти.

 

Поделись с друзьями: