Сәфәр


Борон-борвн заманда Эйек йылғаһы буйында йәшәгән, ти, бер ҡарт менән бер әбей. Уларҙың булған, ти, өс улы. Кесе улы Сәфәр исемле булған. Ҡарт менән әбей бик ҡартайған, улдары ир еткән.

Берҙән-бер көндө әбей үлеп киткән. Бына үлем түшәгенә бабай ҙа ятҡан. Ҡарттың булған, ти, ике аты, ике баш һыйыры, ҡыйыҡһыҙ бер өйө, йәнә кәртә-ҡуралары. Үлер алдынан ҡарт улдарын саҡырып ала ла:

— Йә, балалар, мин был донъяны ташлайым инде. Минән ҡалып, минең кеүек ҡартайып, бәхетле тормош итеүегеҙҙе теләйем. Шунан, улдарым, минең байлығым күп түгел, шулай ҙа булғанын һеҙгә бүлеп биреп китмәксе булам, һеҙҙең арағыҙҙа талаш-бүлеш булмаһын. Тәүҙә һеҙҙән шуны һорайым: ҙур улым, һиңә нимә кәрәк? Байлыҡмы, аҡылмы? — тигән.

Ҙур улы:

— Минең үҙ аҡылым үҙемә еткән, байлыҡ кәрәк, — тигән.

Уртансы улы ла шул яуапты ҡайтара. Ҡарт өсөнсө улынан һорай:

— Йә, иң кесе улым, һиңә нимә кәрәк, байлыҡмы әллә аҡылмы? Өсөнсө улы:

— Мин байлыҡ менән ҡайҙа барайым? Миңә аҡыл кәрәк,— тигән. Шул ерҙә ҡарт:

— Оло улдарым, ошо байлыҡты бүлешеп алығыҙ, ә, Сәфәрем, һиңә аҡыл өйрәтәм. Ьин, мин үлеп киткәс, ағайҙарың менән хушлашып, сығып китергә тейешһең. Башың ҡайһы яҡҡа теләй, шул яҡҡа кит. Ололарға кеселекле бул, сәләмеңде бир, кеселәргә өлкән булырға тырыш. Юлыңда берәү яфа сикһә, боролоп үтеп китмә, уға ярҙам ит. Шул аҡылды тотһаң, һәр ваҡыт бәхетле булырһың, донъяла бер кемдән дә кәм-хур булмаҫһың! — тип, ҡарттың әйтеп бөтәүе булған, үлеп тә киткән.

Ҡартты ҡәҙерләп ерләп ҡуйғандан һуң, оло ағайҙары ата малын бүлешеп, үҙалдарына донъя көтә башлайҙар. Сәфәр, тыуып-үҫкән ата йортон ташлап, баш һуҡҡан яҡҡа сығып китә. Йөрөй был сит-ят ерҙәрҙә. Тамағы асыҡҡан ваҡытта ҡармаҡ менән балыҡ тотоп ашай. Шулай һыу буйлап йөрөгәндә, Сәфәргә бер балыҡсы ҡарт осрай.

— Йә, балам, ни эш бөтөрөп йөрөйһөң? Ҡайҙан киләһең? — тип һорай ҡарт.

Сәфәр:

— Мин, бабай, алыҫ яҡтарҙан киләм. Торор урыным да, барыр ерем дә юҡ. Ул иткән кешегә ул булам, ҡол иткән кешегә ҡол булам, — ти.

Шул ваҡыт ҡарт, .кәмәһенән ярға сығып:

— Улым, бик сирләп тә торам, кәмәгә ултырып, минең йылымдарымды ҡарап сыҡ әле, — ти. Сәфәр:

— Була ул, бабай! — тип кәмәгә һикереп төшөп тә ултыра. Әмәлсә ҡаршы, йылымдарға балыҡ бик күп эләккән була.

Сәфәр, ауҙарҙы ҡарап бөткәндән һуң, ярға сыға. Бер аҙ һөйләшеп ултырғандан һуң ҡарт:

— Әйҙә, улым, ултыр кәмәгә, ал ишкәкте, беҙгә барып тамаҡ ялғап алайыҡ, — тигән.

Былар кәмәгә ултырып ауылға ҡайтып китәләр. Ҡайтһалар, әбейҙең самауыры гөрләп ҡайнап ултырған була.

— Әйҙүк, балам! Бабай, ҡунаҡ алып ҡайтҡанһың икән, — тип, асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала.

Ҡарт менән Сәфәр, балыҡтарҙы урынлаштырып, бит-ҡулдарын йыуып, сәй янына ултыралар. Шул ваҡыт ҡарт әбейгә Сәфәрҙең ҡайҙан килеп сығыуын түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. Сәфәрҙең теләген дә әйтә. Әбей, бабайҙың уйлаған уйын белгәндәй, былай тип әйтеп һала:

— Бабай, беҙҙең улдарыбыҙ юҡ бит, ул итәйек, — ти. Ҡарттың күңеле күтәрелеп, ҡыуанып китә. — Берҙән-бер ҡыҙыбыҙ гына бар. Ошо айҙа ун дүрт тулып, ун бишкә китте. Исеме Зөләйхә. Хәҙер ҡайтыр, утын-фәлән алып ҡайтырға киткәйне, — ти.

Шулай тип әйтеүе була, бер матур ҡыҙ килеп тә инә. Күр-мәгән-белмәгән малайҙан оялып, бер аҙ тартынып тора.

— Бына был егет һинең ағайың булыр, исеме Сәфәр, — ти этаһы.

Ҡыҙ, баҙыҡ-баҙыҡ атлап, килеп күрешә. Шунан бөтә ғаиләһе менән тәмләп ултырып сәй эсәләр Тамаҡ туйҙырғандан һуң, Сәфәр:

— Йә, бабай, нимәләр эшләйем? — тип һорай. Ҡарт:

— Юҡ, балам, һин бик йонсоғанһың, йыуынып, ял итеп ал, нртәгәнән эш башлап ебәрербеҙ, — тигән.

Шулай итеп, Сәфәр, бабай кеүек, балыҡсы булып киткән.

Айҙар, йылдар үткән, Сәфәр ун һигеҙе тулып, ун тугыҙга киткән, Зөләйхәгә ун ете йәш тулған. Сәфәр шул тиклем уңған егет булып сыға, ауылдағы ҡыҙҙар Сәфәрҙе телдән төшөрмәй маҡтайҙар. Ауыл араһында күпте күреп, күпте ишетеп йөрөгән әбей бабайға:

— Сәфәрҙең аҡыл-фиғеле, уңғанлығы бөтә ауылға билдәле. Үҙен уллыҡтан кейәү итеү яғын ҡарарға ине, — ти.

— Әсәһе, ҡыҙ менән һин һөйләш, ә егет менән мин үҙем һөйләшермен,— ти бабай.

Балыҡта йөрөгәндә һүҙ ыңғайында һүҙ сығарып, бабай үҙенең теләген әйтә. Сәфәр:

— Мин, бабай, һеҙгә иң тәүҙә күрешкәндә үк үҙемде белдерҙем, һеҙ ни теләһәгеҙ, мин шуға риза, тик ҡыҙығыҙ риза булһын, — ти.

Балыҡ тотоп, эш бөтөрөп ҡайтҡандан һуң, бабай әбейгә:

— Йә, һинең яҡтан эштәр нисек? Мин егет менән һөйләштем, егет риза, Зөләйхә ризамы? — ти. Әбей:

— Ҡыҙ һис бер тартынмайынса риза булды, — ти.

Шул көндө үк, ҡулдарынан килгәнсә туй яһап, ҡыҙ менән егетте өйләнештерәләр. Шунан һуң үҙалдына хужа булып, рәхәт тормошта йәшәй башлайҙар. Шулай йәшәй торғас, ҡарт менән әбей донъялыҡты ташлап, үлеп китәләр. Зөләйхә хужабикә булып, үҙ эшен үҙе бөтөрә. Өй эштәренән башҡа ла Зөләйхәнең төрлө-төрлө һәнәрҙәре күп була. Ул төрлө ҡул эштәренә бик оҫта була. Рәсемдәр төшөрә, келәмдәр һуға, төрлө таҫтамал, ашъяулыҡтар эшләй белә. Йәйҙең иң йәмле айҙарында илдең бер үҙәк ҡалаһында бер тапҡыр йәрминкә асыла торған була. Зөләйхә үҙенең ҡул эштәрен йылдан-йылға йыйып килә. Бер көндө ул Сәфәрҙе үҙенең ҡул эштәре менән йәрминкәгә ебәрә.

— Әгәр был әйберҙәрҙе ҡайҙан алдың, кем эшләне тип һораһалар, сит илдәрҙән йөрөп алып ҡайттым, тип яуап бир, — тип әйтеп ебәрә.

Бер нисә йылдар буйы Сәфәр шулай тип яуап бирә. Берҙән-бер йылды: «Ни эшләп мин үҙ ҡатынымдың эштәрен йәшерәм әле», — тип уйлай ҙа дөрөҫөн әйтә. Шул ерҙә Сәфәрҙе ҡулға алып, батша алдына илтеп баҫтыралар. Батша:

— Был әйберҙәрҙе һинең ҡатының эшләй икән, әйберҙә-реңә күпме һорайһың? — тип һорай.

Сәфәр, ҡурҡып-өркөп тормайынса, әйберҙәренең хаҡтарын әйтә. Батша, ҡарышып тормайынса, һораған хаҡты тулыһынса түләргә бойора. Был егеттең ҡайҙан икәнлеген белергә ҡуша. Сәфәр ҡаланан байып ҡайта. Сәфәрҙең ҡулындағы байлыҡты күреп, Зөләйхә һораша башлай:

— Йә, ни хәлдә йөрөнөң? Минең һүҙҙе тотманыңмы, ҡатыным эшләй белә тип маҡтандыңмы? — ти.

— Эйе, Зөләйхә, хаталыҡ миндә булды, һин әйткәнсә эшләмәнем, дөрөҫөн әйттем дә бирҙем. Алда ниҙәр булыр, уныһын белмәйем, — ти Сәфәр.

— Ярар, Сәфәр, ҡайғырма, ҡулдан килгәнен эшләрбеҙ,— ти Зөләйхә.

Берҙән-бер көндө Сәфәргә батша янына барырға бойороҡ була. Сәфәр батшаға барып инә. Батша:

— Бына, егет, һиңә минән әмер. һин миңә өс ҡыр аты тотоп килергә тейешһең, һиңә бер аҙна ваҡыт, — ти. — Ошо әмерҙе үтәмәһәң, ҡатыныңды тартып алам, үҙеңә үлем язаһы бирәм, — ти.

Сәфәр, ни эшләһен, тиҙерәк ҡайтып китә. Ҡайтып инеүе менән, Зөләйхә:

— Йә, батша ниндәй бурыс бирҙе? — ти. Сәфәр:

— Батша бер аҙна эсендә өс ҡыр аты тотоп алып килергә ҡушты. Алып килмәһәң, ҡатыныңды үҙемә алам, ә үҙеңә үлем язаһы бирәм, тип әйтте, — ти.

— Ярай, ят, йоҡла, ҡайғырма, берәй әмәлен табырбыҙ әле,— тип йыуата Зөләйхә ирен.

Сәфәр иртәнсәк йоҡоһонан торһа, өс ебәк югән әҙер була. Иртәнге сәйҙе эскәндәи һуң Зөләйхә:

— Бына һиңә дарыу. Фәлән ерҙәге фәлән шишмәгә бар, шул шишмәгә һәр ваҡыт ҡыр аттары килеп һыу әсәләр. Аттарҙы тәүҙә ҡарап ят. Ҡайһы ваҡыт төшөп һыу әскәндәрен бел. Улар һыу эсергә төшөр ваҡыттары еткәс тә ошо дарыуҙы шишмәгә һиберһең, үҙең йәшеренерһең. Аттар, һыуҙы эсерҙәр ҙә, яр башына сығып, һуштан яҙып тәгәрәрҙәр. Шул ваҡыт үҙеңэ өс ат һайлап алып, баштарына югән кейҙереп, аттар аңына-тоңона килгәнсе, бына ошо ҡамсы менән торғоҙоп, ике атты ике аяғыңа бәйләп, урталағы атҡа үҙең атланып, аттар ҡайҙа алып китә, шул яҡҡа аттар талсыҡҡансы елдерә бир. Улар талсыҡҡас, һин ҡайҙа бойораһың, улар шул яҡҡа китерҙәр. Шулай итеп, һин ул аттарҙы батшаға алып барып тапшырырһың, — ти.

Сәфәр батша биргән бер аҙнаны бер тәүлеккә алдан үтәй. Батша, Сәфәрҙең был ҡыйын әмерҙе үтәүенә хайран ҡалып, аптырап тора. Шул ерҙә Сәфәр:

— Йә, батша, мин бушаныммы? — ти. Батша:

— Юҡ, егет, һинең алдыңда үтәй торған тағы ҙур бер эш бар. һиңә өс йыл ваҡыт. «Белмәйем — ниҙе, алып кил шуны»,— ти.

Сәфәр, бер ни төшөнмәй, өйөнә ҡайтып китә. Зөләйхәһе:

— Батша ни бойорҙо?— тип һорай. Сәфәр батшаның бойороғон әйтә. Шунан Зөләйхә: — Ярар, ҡайғырма, ашап-эс, тән урталарына тиклем ял ит, — ти.

Төн урталары килеп еткәс, ҡатыны Сәфәрҙе тәмле йоҡоһонан уятып, тоҡҡа Сәфәрҙең көсө етерлек аҙыҡ-түлек тултырып, үҙҙәре йәшәгән Эйек йылғаһының яр башына алып сығып китә. Әмәлгә ҡаршы, тән бик матур, тын, ай яҡты була. Шул ваҡыт Зөләйхә ҡулындағы алтын йөҙөгөн һурып алып, йөҙөк үтә әсе итеп һыҙғырып ебәрә, һыҙғырыуы була, һауалағы ҡоштар, ер йөҙөндәге януарҙар, һыуҙа йөҙгән тереклектәр барыһы ла бер ергә тупланалар, һәр ҡайһыһы үҙҙәренсә Зөләйхәнән:

— Беҙҙән һиңә ни кәрәк? —тип һорайҙар. Зөләйхә:

— «Белмәйем — ниҙе, алып кил шуны» һүҙенең мәғәнәһен әйтегеҙ, кем белә? — ти. һауалағы ҡоштар:

— Беҙ белмәйбеҙ, — тип осоп китәләр. Ер йөҙөндәге януарҙар ҙа:

— Белмәйбеҙ, — тип таралышалар, һыуҙағы балыҡтарҙың береһе:

— Беҙҙең бик күп йәшәгән бер суртан бабайыбыҙ килеп етә алмайынса, артта ҡалды, бәлки, ул белер, — ти.

Суртан килеп етә. Зөләйхә менән Сәфәр суртандан:

— Эй, суртан, «Белмәйем — ниҙе, алып кил шуны» һүҙенең мәғәнәһен әйт әле беҙгә, — тиҙәр. Суртан бабай:

— Юҡ, балалар, белмәйем мин уны. Ошо Эйек буйлап бик оҙаҡ барһаң, бер йәшел өй күрерһегеҙ. Шул өйгә инеп, йәшел өҫтәл аҫтына инеп ултырығыҙ ҙа нимә булғанын күҙәтегеҙ. Шунан ни эшләргә кәрәген үҙегеҙ белерһегеҙ, — ти.

Сәфәр, Зөләйхәһе менән хушлашып, бер үҙе генә кгаға сығып китә. Бик оҙаҡ барғандан һуң, бер йәшел өй күренә. Шул йәшел өйгә инә, бөтә булған нәмәләрҙе ҡарап сыға. Бер яҡ ситтә бер йәшел таяҡ, йәшел сәкмән, йәшел эшләпә, йәшел сабата элеүле торған була. Ә өйҙөң уртаһында йәшел эскәтер ябылған өҫтәл, йәшел ултырғыс. Сәфәр, уйлап-нитеп тормай, суртан әйткән буйынса, өҫтәл аҫтына инеп ултыра. Бик ныҡ арығанлыҡтан, асыҡҡанлыҡтан ул йоҡоға китә. Ишек асылыуға һиҫкәнеп, уянып китә. Ни күҙе менән күрһен, бер аҡ һаҡаллы ҡарт килеп инә. Ул йәшел әйберҙәрҙе кейеп, йәшел таяҡты ҡулына алып, йәшел ултырғысҡа килеп ултыра ла:

— Үзбәк, ашамаҡ-эсмәк кәрәк, — ти. Шул ваҡыт өҫтәл өҫтөндә төрлө-төрлө ашамлыҡтар барлыҡҡа килә.

Сәфәр быға бик ныҡ аптырай. Бабай шул тиклем ҡомһоҙланып ашай, хатта Сәфәрҙең дә ашағыһы килеп китә, ләкин тыйыла. Бабай ашап бөтөп, ҡалғандарын кеҫәһенә тултырып, кейгән кейемдәрен сисеп сығып китә. Сәфәр өҫтәл аҫтынан сығып, әлеге йәшел кейәмдәрҙе кейеп, йәшел өҫтәл артына килеп ултыра ла:

— Үзбәк, ашамаҡ-эсмәк кәрәк, — ти. Шул ваҡыт тәмле ашамлыҡтар барлыҡҡа килә. Сәфәрҙең бер үҙенең генә ашағыһы килмәй. Ул:

— Эй, Үзбәк, кил минең яныма, икәү бергәләп ашаһаҡ, яҡшыраҡ булыр. Был тиклем ашамлыҡты нисек итеп ашап бөт-мәк кәрәк, — ти. Әйтеп бөтәүе була, Үзбәк күренә лә:

— Хөрмәтле егет, һеҙҙең шул тиклем яҡшылығығыҙ әсән ҙур рәхмәт. Мин һеҙҙең кеүек кешеләрҙе ғүмеремдә күргәнем булманы. Бына яңы ашап сыҡҡан ҡарт шул тиклем ҡомһоҙ, ҡайһы ваҡыт ике өҫтәл ашамлыҡ һорап ашап сығып китә,— ти.

Сәфәр менән Үзбәк һүҙ ҡуйышып, бергә сығып китәләр. Эй баралар, эй баралар, бер ҡомлоҡ ергә килеп сығалар. Яңы ғына ҡом бураны булып баҫылған саҡ була. Яҡындараҡ ҡына кеше тауыштары ишетелә. Шул тауыш сыҡҡан яҡҡа китәләр. Барһалар, кешеләр үҙҙәренең дөйәләрен, иптәштәрен ҡом араһынан ҡаҙып алып йөрөйҙәр. Быларҙы ҡом бураны баҫып киткән була. Был кешеләр, сауҙа итеп, байлыҡ тейәп ҡайтып килгән булалар. Улар бик асыҡҡан, һыуһаған булалар. Ашарҙарына ла бөткән була. Сәфәр быларҙың яндарына бара ла:

— һеҙгә һыу кәрәкме? — ти.

Кешеләр ни эшләргә белмәйҙәр, был кеше алдайҙыр, юрый беҙҙән көләлер тип, Сәфәрҙе туҡмамаҡсы булалар. Шул мәлде Сәфәр:

— Бына ошо ерҙән һыу сығырға тейеш, һеҙ уны киңерәк итеп ҡаҙығыҙ, — ти.

Тегеләр эй ҡазалар, эй ҡаҙалар, һыу сыҡмай ҙа сыҡмай, ҡаҙыусылар бик ныҡ арыйҙар. Сәфәр былай ти:

— Тәүҙә үҙегеҙ әсәһегеҙме әллә дөйәләрегеҙҙе туйҙыраһығыҙмы?

— Үҙебеҙ нисек булһа ла түҙер инек әле, тәүҙә дөйәләребеҙҙе эсерер инек, — тиҙәр каруансылар.

— Ярай улай булһа, барығыҙ, дөйәләрегеҙҙе алып килегеҙ, — ти. Үҙе, тегеләр дөйәләрен алып килгәнсе, йәшел эскәтерҙе түшәп: «Үзбәк, дөйәләргә эсергә һыу кәрәк», — ти. Шул ваҡыт ҡаҙыған ерҙән һыу атылып килеп сыға. Кешеләр дөйәләрен эсерә башлайҙар, үҙҙәре лә ятып әсәләр, һыуға туйғас, кешеләр ял итергә яталар. Бөтәһе лә йоҡлап бөткәс, каруан хужаһы Сәфәргә:

— Әйҙә, дуҫ кеше, һинең ошо Үзбәгеңде бер тылсымлы һандыҡҡа алышайыҡ, уға өҫтәп ҡиммәтле тауарҙар, иң көслө дөйәмде бирәм. Был Үзбәк менән дөйәләрем бер ваҡыт та ла сар-сымаҫтар,— ти.

— Үзбәк риза булырмы икән? — ти Сәфәр. Үзбәк үҙенең ризалығын белдерә. Сәфәрҙең үҙенә ишетерлек кенә итеп:

— Мин риза, һин дә риза бул. Мин барыбер һиңә әйләнеп ҡайтырмын, — ти.

Сәфәр, серле һандыҡты алып, дөйәгә атланып, байлыҡты тейәп ҡайтып китә. Ҡайтып барышлай, каруан хужаһының алған тауарҙарын ярлыларға өләшә. Ҡатыны уны асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала. Теге һандыҡ эсендә ҡоралланған һалдаттар була.

Сәфәрҙең сығып китеүенә өс йыл тулып, дүртенсе йылға китә. Батша Сәфәрҙе алып килергә әмер бирә. Сәфәр:

— Батшаға мин кәрәк икән, батша үҙе килһен, — ти. һалдат батшаға ҡайтып әйтә. Батша асыуынан ни эшләргә

белмәй, тағы ла өс ҡораллы һалдат ебәрә. Сәфәр теге серле һандыҡтан өс һалдат сығара ла:

— Бер һалдатын ҡасырығыҙ, ә ике һалдатын ҡулға алығыҙ, — ти.

Ҡасып ҡотолған һалдат, батшаға ҡайтып, нимәләр булғанын һөйләп бирә:

— Уларҙың һалдаттары бар, атһаң да, сәнсһәң дә үлмәйҙәр, — ти.

Батша ни эшләргә белмәй, бик күп ғәскәр ебәрә. Сәфәрҙең иҫе китмәй, үҙе рәхәтләнеп ишек алдында эшләп йөрөй, ә һандыҡтан сыҡҡан ғәскәр батшаның һалдаттарын ҡыйрата. Сөнки Сәфәр, донъя гиҙеп, «Белмәйем — ниҙе, алып килгән шуны».

Батша яңынан ғәскәр ебәрә. Сәфәрҙең һалдаттары тағы ла батша ғәскәрен ҡыйраталар. Батшаның үҙен ҡулға алып, үлем язаһына хөкөм итәләр.

Шулай итеп, батшаны үлтереп, илде дан ҡылып, үҙе батша урынына ҡала.

 

Поделись с друзьями: