Еҙтырнаҡ


Борон-борон заманда бер ҡарт менән бер ҡарсыҡ йәшәгән. Быларҙың биш балалары булган. Икеһе ул, өсөһө ҡыҙ. Юнле генә донъя көтөп ятҡан ваҡытта, ҡарсыҡ ауырып та тормай үлеп киткән. Ҡарт та, шул ҡайғынан йомшарып китеп, үҙен насар һиҙә башлағас, улдарын саҡырып алып, васыятын әйтмәксе булды,ти.

— Балаларым, мин инде бик ҡартайҙым, донъя үҙегеҙгә генә ҡала инде. Тик шуны ғына һорайым: һеңлеләрегеҙҙе ҡаҡмағыҙ, ниндәй йән эйәһе килһә лә үҙҙәрен биреп ебәрегеҙ, яҡшы тормош күрһендәр, — тип әйткәндән һуң, икенсе кондө ҡарт үлеп тә киткән, ти.

Балалары, аталарын бик ҡәҙерләп күмеп, үҙҙәре генә донъя көтәләр икән. Ҡарттың васыяты бөтә донъяға билдәле булған. Бер көндө бер айыу ерҙе бер әйләнеп ҡайтып барғанда:

— Туҡта әле, мин ни эшләп яңғыҙ йөрөйөм, әйләнергә кә-рәк, — тип, бер умарта бал күтәреп, тегеләр яғына юнәлгән. Ауыл егеттәрен төрлөһөн төрлө яҡҡа тибеп осороп, был тегеләрҙең ҡапҡаһына килеп һөрән дә һалды, ти.

— Айыу кейәүегеҙ бүләктәр менән килде, ҡапҡағыҙҙы асығыҙ! — тип ҡысҡырҙы, ти, был.

Оло ағалары сыға ла:

— Беҙҙең кейәү йыртҡыс хайуан булырға тейеш түгел, — тип мылтығын ата ла кире кереп китә.

Кесе ағалары сығып, айыу менән һөйләшә, ҡапҡаны асып, айыуҙы кертә.

Бүләктәрен айыу ҡыҙға, ҡайнағаларына тапшырып, ҙур» байрам, туй яһап, оло ҡыҙҙы алып ҡайтып китә.

Бер ваҡыт ер әйләнәһен ике тапҡыр әйләнеп ҡайтып барған бөркөт, мәрхүм ҡарттың васыятын иҫенә төшөрөп:

— Туҡта әле, ни эшләп мин бөркөт башым менән яңғыҙ, йәшәйем, — ти ҙә, бер ҡуйҙы бүләккә алып, тегеләр йортона юнәлә. Ауыл эттәренең һауаға ҡарап өргәненә иҫе лә китмәй, тегеләрҙең ҡапҡа төптәренә килеп төшөп, үҙенең килгәнен белдерә:

— Бөркөт кейәүегеҙ бүләктәр менән килде, ҡапҡаны асығыҙ, — тип ҡысҡыра. Оло ағалары, быны ишетеп сығып, бөркөт икәнен күргәс:

— Йыртҡыс ҡош беҙгә кейәү була алмай — тигән. Кесеһе был юлы ла, бөркөт менән һөйләшеп, өйгә индерҙе,

ти.

Ҙур байрам, туй яһап, уртансы һеңлеләрен бөркөткә кәләш итеп биреп ебәрҙеләр, ти.

Былар яҡшы ғына донъя көтә икән. Ағалары һунарға йөрөп, кесе туғандары өйҙә ашарға әҙерләп тора икән.

Бер ваҡыт ер әйләнәһен өс тапҡыр урап ҡайтып барған ҡарағош:

— Мин ни эшләп ҡарағош һынлы ҡарағош башым менән яңғыҙ йөрөйөм, — ти ҙә, бер ҡыр кәзәһен тибеп, тегеләрҙең торған еренә юнәлде, ти. Ауыл эттәренең алырҙай булып ауалауына ҡарамай, бүләге менән ҡапҡа төбөнә килеп тә төштө, ти. һөрән һалып:

— Ҡарағош кейәүегеҙ килде, бүләк менән килде, ҡапҡа-асығыҙ, — тип ҡысҡырҙы, ти, был. Оло ағалары сығып:

— Һеңлебеҙҙе йыртҡыс ҡошҡа бирер хәлебеҙ юҡ, — тип яуап бирә икән. Ҡарағош китмәгәс, мылтығын алырға тип өйгә югереп инһә, кесе туғаны, уның мылтығын һыпыра тартып алып ситкә быраҡтырып, үҙе сығып, ҡарағош менән һөйләште, уны өйгә алып инде, ти.

Ҙур байрам, туй яһап, кесе һеңлеләрен дә биреп ебәрҙеләр, ти, былар.

Берҙән-бер көпдө оло аға, әйләнергә дәрт итеп, бер байҙың ҡыҙын алып ҡайтты, тп. Кәләш алған көндән башлап кесе туғанын бөтөнләй онотто, гел үҙенең донъяһын ғына ҡайғыртып йәшәй башланы, ти.

Берҙән-бер көндө кесе егет бик ҡайғырып, үҙенең тормошон нисек ҡороп ебәрергә белмәй, ағаһына кәңәш итә.

— Ағай, һинең тормош яҡшы инде, миңә ни кәңәш бирәһең?— ти. Оло ағаһы:

— Ҡәрендәштәреңде биреп ебәргәндә, минән кәңәш һораманың бит, хәҙер үҙең теләһәң ни эшлә,— тип ҡустыһын өйҙән үк ҡыуып сығарҙы, ти.

Егет бик ҡайғырып, мылтығын күтәреп, күл буйына һунарға китте, ти. Яр башына ултырып, һағышлы-ғына көй һыҙғырып, күлдең матурлығына һоҡланып ултырғанда, күл уртаһында бер өйрәктең тыныс ҡына йөҙөп йөрөгәнен күреп ҡалды, ти, был. Мылтығын төҙәп, атайым тиһә, мылтығы ут бирмәй ҙә ҡуя икән бының. Шунан өйрәк:

— Егет кеше, мине атма. Мин һине аңлайым. Минең уң ҡанатымдан бер ҡауырһын, һул ҡанатымдан бер ҡауырһын йолҡоп ал да, ауырлыҡ килгәндә, йә берәй теләгеңдең ҡабул булыуын теләһәң, уң ҡанат ҡауырһынын уң ҡулыңда, һул ҡанат ҡауырһынын һул ҡулыңда тотоп уйла, — ти икән.

Егет өйрәкте иреккә ебәргән, өйөнә ҡайтып киткән. Өйөнә ҡайтып, уң ҡанатын уң ҡулына, һул ҡанатын һул ҡулына тотоп, ошо уйының ысынға әүерелеүен теләне, ти, был.

«Ағайымдың йорто эргәһендә генә алтын ҡыйыҡлж йорт һалынып, шул ҡыйыҡҡа ҙур сәғәт урынлаштырылып, бөтә халыҡ, шунан файҙаланып, ваҡытты белһә ине. Эргәһендә баҡса- булып, ағастарының олондары алтындан булып, емештең алтын ҡабыҡтарын ҡоштар халыҡҡа төшөрөп торһа ине. Булһа ине ете бүлмә: береһендә сисенә торған, икенсеһендә йыуына торған, йыуынғас, кеше бөтөнләй үҙгәреп, йәшәреп китһә ине. Өсөнсө бүлмә кейенеү әсән булып, күҙҙең яуын алып торһон, матур ҡыҙҙарҙың күҙен ҡыҙыҡтырырлыҡ булып тегелгән яҡшы кейемдәр менән тулһа ине. Дүртенсе бүлмә аш бүлмәһе булып, ебәктән генә кейенгән ҡыҙҙар аш әҙерләп, алтын һауыт-һабаларға һалып, аш килтереп торһа ине. Бишенсе бүлмә йоҡо бүлмәһе булып, унда йоҡлап торғас, кеше үҙендә бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс тойһа ине. Алтынсы бүлмә ашхана булып, ил халҡын, ас кешеләрҙе ҡунаҡ итерлек аш менән тулһа ине. Етенсеһе булһа ине шундай иркен бүлмә, уның эсенән һөт шикелле аҡ һыуҙар ағып торһа ине. Шул уҡ бүлмәлә уйындар уйналып, бик яҡшы, аҡыллы йән дуҫым ҡыҙ булһа ине. В1унда уҡ алтын бағаналы сарҙаҡ булып, шунан бөтә халыҡтың тормошон күреп булһа ине. Тағы ла булһа ине ике һарай, шул һарайҙар араһында ике күпер һалыпып, шул күпер тирәләй аҫыл емеш ағастары үҫеп, аҫыл емештәрен ҡойоп торһа ине. Шунда уҡ күл булып, өйрәктәр йөҙөп йөрөһөндәр ине. Булһа ине ете асҡыс, ошо асҡыстарҙың һәр береһенә — бер һарай. Беренсеһе — ниндәй көслө һуғыш ҡоралдары бар, шулар менән тулһын; икенсеһендә — ер ЙӨҘӨНДӘ күпме халыҡ бар, шуларҙың барыһына ла етерлек аҙыҡ; ӨСӨНСӨҺӨНДӘ — үҫемлектәр ултырта торған ҡоралдар; дүртенсеһендә — бөтә халыҡҡа етерлек кейемдәр; бишенсеһендә — төрлө үҫемлек орлоҡтары; алтынсыһында булһа ине ике арғымаҡ: береһе ерән, береһе күк, өҫтәрендәге эйәрҙәре алтындан...»

Етенсеһен уйлай башлағанда, егет йоҡлап киткән, ти.

Ағаһы йоҡоһонан уянып, ҡустыһын күреп:

— Был йолҡош ни эшләп ҡайтып килгән! — тип, елкәһенән тотоп алған ыңғайы, егет уянып китә. Ҡараһа, көн тыуған, бөтә донъя яҡтырып киткән. Шул арала ике ҡыҙ килеп инеп, быны күтәреп тә алған. Егеттең уйлағаны бөтәһе лә тулы ғына көйөнсө алдына килгән, ти.

Беренсе бүлмәлә сисенеп, икенсе бүлмәлә йыуынып, өсөнсө бүлмәгә кереп кейенһә, быны элек белгән кешеләре танымай ҙа торалар, ти. Дүртенсе аш бүлмәһенә керһә, стеналары көҙгөнән булып, был үҙен-үҙе танымай ҙа тора, ти. Бишенсе бүлмәгә кереп ял итмәксе булһа, ял итеү ҙә кәрәкмәй икән; бының күкрәгенә шунда уҡ көс тулған. Алтынсы бүлмәгә, ашханаға инһәләр, бының уйлаған халҡы шатланып, үҙен күтәреп ҡаршы алды, ти. Шул ваҡыт бер ҡыҙ килеп:

— Мин һинең ғүмерлек иптәшең булам, — тип белдергән, ти, быға. Былар матур итеп донъя көтөп яталар икән, оҙаҡламай етеҙ генә, теремек кенә улдары тыуған. Быға Сәлим тип исем ҡушып, иркәлән үҫтерә башлағандар, ти.

Көндәрҙән бер көндө былар икәү генә сарҙаҡта ултырғанда, еңгәләренең урман сейәһе йыйып ҡайтып килеүен күрәләр. Ҡатыны:

— Мин дә иртәгә еңгәйгә барып, ҡыр сейәһе йыйып алып ҡайтайым, мин юҡта теге беҙ асып ҡарамаған һарайҙы асып ҡарай күрмә, — тигән.

Икенсе көндө ҡатыны сейәгә киткәс, егет етенсе һарайҙы ҡарамаҡсы була. Асып ебәрһә, ни күҙе менән күрһен, еҙ тырнаҡлы ҡош сылбырҙа бәйле тора икән. Шул ваҡыт Еҙтырнаҡ:

— Мине ҡотҡарһаң, бер үлемдән ҡотҡарырмын, — ти. Теге ҡотҡармай. Еҙтырнаҡ тағы ла:

— Ҡотҡар мине, ике үлемдән ҡотҡарырмын, — ти. Был һаман да ҡотҡармай.

Еҙтырнаҡ тағы ла ҡабатлап:

— Әгәр ҡотҡарһаң, өс үлемдән ҡотҡарырмын, — ти.

Егет Еҙтырнаҡты йәлләп ысҡындырып ебәреүе була, тегә ҡош ауылға яҡынлашып килгән ҡатынын тибеп алды ла китте, ти. Шунан, көн-төн ҡайғырып, егет ағаһына барып кәңәш һорай.

Ағаһы:

— Миңә кәңәш менән килмә, һинең кейәүҙәрең бар бит,— ти.

Был һүҙҙе ишеткәс, егет, күк арғымағына атланып, уҡтай атылып сығып китте, ти. Кейәүҙәрен осратыуҙы өмөт итеп китеп бара икән был. Бара торғас, аты бер ҙур имән төбөнә килеп туҡтаған да артабан һис китмәй икән. Атынан төшөп ҡараһа, имән төбөндә ҙур бер тишек күргән. Эсенә инеп ҡараһа, был оло һеңлеһе менән кейәүенең өйө икән. Егет, һеңлеһен танып, һаулыҡ һорашып, ҡосаҡлашып, илашып күрешкән, һеңлеһе:

— Айыу кейәүеңдең ерҙе бер әйләнеп ҡайтыр ваҡыты яҡын; оло ағай тип уйлап, үҙеңде ботарлап ташламаһын, ҡасып тор. Тынысланғас ҡына әйтермен, — тип, ағаһын ҡасырып ҡуйҙы, ти.

Айыу, ах-вах килеп, юлдан ҡайтып төштө лә:

— Фу, әҙәм еҫе килә, — тип еҫкәнә башланы, ти. Ҡатыны:

— Ниңә, мин әҙәм бит, минең еҫте шулай тонһыңдыр, — тип яуап биргән икән, айыу:

— Юҡ, Һинең- еҫең башҡа, бында сит кеше ҡасып ята булырға тейеш, — тине лә эҙләргә тотондо, ти. Ҡатыны:

— Әгәр ағайым килһә, ни эшләр инең? — тип һорағас, айыу:

— Олоһо булһа, ботарлап ташлар, кесеһе булһа, һый-хөрмәт итер инем, — тип әйтте, ти.

.Шунан һеңлеһе кесе ағаһьш ҡасырған еренән сығарып, ҡунаҡ иткәндәр; егет айыу кейәүенә бар булғанды энәһенән ебенәсә һөйләп биргән. Айыу:

— Минең ер әйләнәһен бер тапҡыр ғына әйләнеп сығырлыҡ ҡеүәтем бар. Әйҙә, бергәләп бөркөт бажаға барайыҡ, — тип, икәүләшеп юлға сығып киткәндәр былар.

Барып керһәләр, бөркөт ер йөҙөн ике урап сығыу юлына киткән икән, күп тә үтмәй дауыл ҡуптарып, ер һелкетеп ҡайтып керҙе, ти, был. Бөркөт, аяғүрә баҫып, быларҙың хәл-әхүәлдәрен һорашҡас, былай тип яуап бирҙе, ти:

— Мин ер йөҙөн ике тапҡыр ғына әйләнәм, дейеү пәрейенең өйө ҡырынан ғына үтәм, быны яҡшылап белһә белер ҡарағош бажа.

Шунан былар өсәүләшеп юлға сығып киткәндәр. Барып етеп, ҡарағоштоң ер әйләнәһен өс урап ҡайтҡанын көтә башлағандар. Бер ваҡыт ағастарҙы тамырынан ҡуптарып, ятҡан таштарҙы һелкетеп, ҡарағош осоп ҡайтып та төштө, ти. Хәл-әхүәлде һорашып, югереп йөрөп ҡунаҡ иткәс, һөйләшергә ултырҙылар, ти, былар. Бөтә хәлде төшөнгәс, ҡарағош:

— Мин уның өңөн беләм, тик бик һаҡ булырға кәрәк; һине ҡатының янына индереп ебәрербеҙ, — тигән.

Айыу менән бөркөт аҙыҡ-түлек йөкмәп, ҡарағош бажаһының арҡаһына ултырып, сығып та киттеләр, ти. Барып еткәс, ҡарағош ҡайнағаһына ҡатынының баҡыр һарайҙа булыуын әйтте, ти.

— Шунда уҡ торған баҡыр сәғәт эсенән баҡыр асҡысты алып, һарайҙы асып кереп, ҡатыныңды сығар,— тине, ти. Кейәүҙәр, ҡайнағаларына уңышлыҡ теләй, үҙҙәренең башҡа кә-рәктәре булмағас, ҡайтып та киттеләр, ти.

Егет, ҡарағош өйрәткәнсә, барып керһә, баҡыр һарайҙы шаңғырҙатып баҡыр сәғәт һуғып тора, ти; Егет шунан асҡысты ала һалып, һарайҙы асып ебәрһә, ни күҙе менән күрһен, иҫәбе-хисабы булмаған халыҡ эркелешеп килеп сыҡты, ти. Былар бөтәһе лә арыған, танырлыҡ та түгел, ти. Көс-хәл менән үҙенең ҡатынын табып алғас, ҡатыны,быға:

— Дейеү оҙаҡ юлға сыҡҡайны, бына-бына ҡайтып етергә тейеш, ни эшләйбеҙ һуң? — тип әйтте, ти. Егет:

— Әйҙә, ҡасайыҡ, — тип, ҡасып та киттеләр, ти, былар. Оҙаҡ та тормай, тауҙарҙың дерелдәүенә, урмандарҙың һығы-лыуына әйләнеп ҡараһалар, Еҙтырнаҡ ғәйрәтләнеп килеп, быларҙы тотоп та алған, ти. Еҙтырнаҡ:

— Егет, мин һине бер үлемдән ҡотҡарырға һүҙ биргәйнем, шул һүҙемде тотам, — тип әйтте лә ҡатынын тибеп алып та китте, ти.

Был бәләне кейәүҙәре ишетеп, һә тигәнсе килеп етеп, өйҙәренә алып ҡайтып, ял иттереп, тынысландырып, икенсе көндө тағы ла бергәләшеп юлға сыҡтылар, ти. Барып етеп, егет тағы ла баҡыр һарайҙың асҡысын алып асып ебәрһә, теге халыҡтар €ер-береһен төртә-йыға килеп сыҡтылар, ти. Еҙтырнаҡтың ярҙамсылары быларҙы кире ябып ҡуйған булған икән. Егет ҡатынын тағы ла алып ҡаса. Юлда килешләй ҡатынына:

— Әгәр ҙә дейеү беҙҙе тағы ла ҡыуып етә ҡалһа, һин уны, алдаштырып, йәненең ҡайҙа булыуын һора, — тип әйтеп тә өлгөрмәй, Еҙтырнаҡ ҡыуып килеп тә етә.

— Егет, мин һине ике үлемдән ҡотҡарырға һүҙ биргәйнем, шуның әсән генә ҡалдырам, — тип егеттең ҡатынын тағы ла тибеп алып китте, ти, был.

Егеттең ҡатыны юлда Еҙтырнаҡтан йәненең ҡайҙалығын бик юхаланып һорай икән. Тегене аҙыраҡ маҡтап та ебәргәс, йомшарып, сиселеп китеп, үҙенең йәне менән көсөнөң серей һөйләп ташланы, ти, был.

— Диңгеҙ буйындағы бер утрауҙа баҡыр һарай бар. Шул һарай эсендә еҙ һандыҡ, еҙ һандыҡ эсендә алтын һандыҡ, алтын һандыҡ эсендә көмөш һандыҡ, көмөш һандыҡ эсендә бер күкәй булыр. Бына шул күкәй минең ҡеүәтем инде, — тип маҡтанып та ҡуйған, ти, был.

Еҙтырнаҡ ҡатынды ҡайтарып ҡуйып, тағы ла юлға сығып киткән. Ҡайнағаларының ауыр хәлдә ҡалыуын ишетеп, кейәүҙәре тағы килеп еткән. Күмәкләшеп йәнә тегендә киткәндәр былар. Барып, егет яңынан ҡатынын алып ҡасты, ти. Ҡатыны хәбәрҙе һөйләп бөтөр-бөтмәҫтән, Еҙтырнаҡ килеп етеп:

— Егет, өс үлемдән ҡотҡарҙым, һуңынан үҙеңә үпкәлә, — тип, ҡатынды тибеп алып та китте, ти.

Егет менән кейәүҙәре диңгеҙҙәге утрауға юнәлделәр, ти, хәҙер. Айыу ерҙән көс биреп, бөркөт дәрт биреп, ҡарағош ҡайнағаһын күтәреп, барып та еттеләр, ти.

Үткер ҡарағош һарайҙың ҡайҙа икәнен белеп алып, барып бер типкәйне, һарайҙың көлө күккә осто, ти. Бөркөт еҙ һандыҡты, айыу алтын һандыҡты, егет көмөш һандыҡты йән асыуы менән тибеп ебәргәйнеләр, теге күкәй килеп тә сыҡты, ти. Егет күкәйҙе тағы ла нығыраҡ ҡыҫҡайны, Еҙтырнаҡ йығылып килеп тә төштө, ти. Айыу күп уйлап та тормай барып, тибеп ебәргәйне, теге бишкә тәкмәсләп китте, ти. Бөркөт барып тибеүгә, аяҡ-ҡулы ҡыбырҙап ҡына ята, ти, бының. Ҡарағошҡа эш ҡалмай, егет үҙе тибеп ебәргәйне, Еҙтырнаҡ бөтөнләй дөмөктө, ти.

Егет, халыҡтарҙы ҡотҡарып, оло ағаһы кеүек ҡара эсле кешеләргә ек күреп, матур ил төҙөп, әле булһа йәшәп ята, ти.

 

Поделись с друзьями: