Бәғрибаҡса


Борон заманда бер бабай менән әбейҙең ете улы булған, ти. Етеһе лә ете диңгеҙ аръяғына сығып киткән. Улар киткәс, бабай менән әбейҙең Бәғрибаҡса исемле бер ҡыҙҙары тыуған. Ҡыҙ үҫеп еткән. Бер көн ҡыҙ уйнап йөрөгәндә, күрше еңгәһе уның ағайҙары барлығын әйтә.

— Ҡайт та әсәйеңдән һора, әгәр әйтмәһә, борсаҡ ҡыҙҙыртып, түшенә баҫ, — тигән.

Ҡыҙ ҡайтҡан да әсәһенән:

— Минең ағайҙарым бар икән, улар ҡайҙа киттеләр? — тип һораған. Әсәһе ҡыҙына ағалары тураһында бер нәмә лә әйтмәгән. Ҡыҙ әсәһенә борсаҡ ҡыҙҙырырға ҡушҡан. Әсәһе борсаҡ ҡыҙҙырған. Борсаҡты ҡулы менән алып бирәйем тигәндә, ҡыҙ борсаҡты әсәһенең түшенә баҫҡан. Әсәһе түҙә алмаған. Ағалары барлығын, уларҙың ҡайҙалығын әйткән. Ҡыҙ атаһына арба яһарға ҡушҡан. Арба эшләнеп бөткәс, ҡыҙ ағаларына китмәксе була. Ул, Көнһылыу исемле иптәш ҡыҙын ултыртып, ете диңгеҙ аръяғына осоп киткән, ти.

Осоп барғанда, Бәғрибаҡса йырлап ебәргән:

 

Ел, ел, арбам, ел, арбам,

Ете диңгеҙ кис, арбам,

Ете диңгеҙ кис, арбам,

Ете ағайға ос, арбам.

 

Шулай итеп, етенсе диңгеҙ янына килеп төшәләр. Бергәләп һыу инәләр, һыуҙан сыҡҡас, Көнһылыу Бәғрибаҡсапың затлы кейемен кейеп ала.

Бәғрибаҡсаның ағаларына барып етәләр. Ағалары, Көнһы-лыуҙы һеңлебеҙ тип уйлап, күтәреп алып инеп китәләр, ә Бәғрибаҡса хеҙмәтсе ҡыҙ булып тороп ҡала. Иртән тороп Бәғрибаҡса ағаларының аттарына һыу эсерә, ә Көнһылыу, аҫыл әйберҙәргә уранып, өйҙә ултыра, ти. Бәғрибаҡса аттарға һыу эсергәндә:

 

Оло ағайым аттары

Ағындан ағын һыу эс ә.

Урта ағайым аттары

Шаршынан шаршы һыу эсә,

Кесе ағайым аттары

Тоноҡтан тоноҡ һыу эсә,—

 

тип йырлаған. Бер ағаһы был йырҙы тыңлап торған да:

— Ни эшләп улай зарланып ат эсерәһең?— тип һораған. Ҡыҙ:

— Һеҙҙе мин һағынып килдем, ә һеҙ мине хеҙмәтсе итеп тотаһығыҙ, — тип илаған, ти, Бәғрибаҡса. Ағалары үҙҙәренең туғандарын танып ҡалып, теге ҡыҙҙы ҡыуып сығарып, Бәғрибаҡсаны ҡәҙер иткәндәр, ти.

Йәй булғас, Бәғрибаҡсаның ағалары кәсепкә сығып киткәндәр. Улар бисәләренә Бәғрибаҡсаны бер ҡайҙа ла ебәрмәҫкә, ҡарап ҡына торорға ҡушҡандар.

Ирҙәре киткәс, еңгәләре ҡыҙҙы еләккә алып барырға көсләйҙәр икән. Ҡыҙ бармай ҡала. Икенсе көн еңгәләре Бәғрибаҡсаны тағы ла еләккә көсләй башлаған. Тик бәләкәй еңгәһе генә:

— Еләккә барма, — тигән. Бәғрибаҡса бәләкәй еңгәһен тыңламаған, еләккә киткән. Еләкә барғанда, уларға ат көтөүсеһе осрай. Еңгәләре көтөүсенән бер ат алып, атты һуйып, ҡыҙҙы йылҡы тиреһенә урай, сей юкә менән бәйләп, күпер аҫтына ҡалдырып китәләр. Өйгә ҡайтҡас, бәләкәй еңгәләре:

— Бәғрибаҡса ҡайҙа?—тип һораған, ти. Еңгәләре:

— Ул әллә ҡайҙа аҙашып ҡалды. Табылһа, йылҡы көтөүсеһе алып килер әле, — тигәндәр. Быны ишетеп, бәләкәй еңгәләре илай башлаған.

Күп тә үтмәй, Бәғрибаҡсаның ағалары кәсептән ҡайтып килгәндәр. Күпер тапҡырынан үткәндә ағалары:

 

Алтын тараҡтар алдым, Бәғрибаҡса,

Көмөш тараҡтар алдым, Бәғрибаҡса,

Ебәк яулыҡтар алдым, Бәғрибаҡса,

Ебәк күлдәктәр алдым, Бәғрибаҡса,—

 

тип йырлағандар.

Был йырҙы Бәғрибаҡса ишеткән дә ағаларына ҡаршы былай тигән:

 

Алтын тарағың да булһын еңгәгә,

Көмөш тарағың да булһын еңгәгә,

Ебәк яулығың да булһын еңгәгә,

Ебәк күлдәгең дә булһын еңгәгә.

Ат тиреһенә уранып,

Сей юкәгә сырмалып,

Ятам күпер аҫтында

Еңгәмдәр арҡаһында.

 

Ҡыҙҙың йырын бер ағаһы ишетеп ҡалған. Бөтәһе лә күпер янына килеп, тағы ла йырлағандар. Тағы ла ҡыҙ үҙ йырын ҡабатлаған, ти. Ағалары күперҙе ҡутарып,. Бәғрибаҡсаны табып алып, ебәккә урап, һандыҡҡа һалып алып ҡайтып киткәндәр. Алып ҡайтып һандыҡты соланға ултырталар ҙа үҙҙәре өйгә инәләр. Бисәләренә һандыҡты индерергә ҡушалар. Ләкин һандыҡты индерергә тип сыҡҡан бер бисәнең йә башы, йә бите, йә ҡулы ауыртып инә, ти. Еңгәләрҙең иң кесеһе сыҡҡайны, уныһы битенә кершән һөртөп, ҡулына алтын йөҙөк кейеп инде, ти. Ул һандыҡты ла өйгә алып ингән.

Хәҙерге көндә лә Бәғрибаҡса бик матур донъя көтә, ти.

 

Поделись с друзьями: