Таш һын


Бер ҡарт улын уҡыта ла уҡыта икән. Допъялағы ниндәй мәктәптәр бар, шуларҙың барыһын да бөтөртә. Улы, уҡыуын бөтөрөп, ғилем эйәһе булып ҡайтҡас, атаһы:

— Йә, улым, ниндәй һәнәр күңелеңә оҡшай, шул эшкә йәбеш тә мине ҡара инде, — тигән. Улы:

— Юҡ, атай, мин тағы әҙерәк уҡыйым әле, — ти. Ҡалаға сығып йөрөгәнендә «Ҡош теленә уҡыу мәктәбе асылды» тигән бер иғлан күргән икән. Шуға ул: — Мин ҡош теленә уҡырға китергә булдым, — ти.

— Ярар, балам, уҡып ҡайт, улайһа, — тип, атаһы ризалығын бирә.

Егет ҡош теленә уҡыу мәктәбен дә бөтөрөп ҡайта. Хәҙер инде ул, ниндәй генә һәнәр бар, барыһын да белә.

Берҙән-бер көндө атаһы улын пароходта йөҙөргә алып сыға.

Улы уйын ҡоралдарында ла бик шәп уйнай белә икән. Үҙе менән мандолин алып сығып уйнап ултырғанда, ике ҡош һайрап, һөйләшеп уҙыуын ишетеп ҡала ла, атаһы:

— Йә, улым, ҡоштар ни тип һайрай? — тип һорай.

— Юҡ, атай, уны һиңә әйтергә ярамай, — ти улы.

— Эй балам, балам, шул тиклем яфалар сигеп уҡытып та атайыңдан һәнәреңде йәшерәһең, — тип ҡарт үпкәләгән дә ҡуйған.

— Ярай, атай, улай булғас, әйтәйем инде, — тип, улы ҡоштар нимә әйткән булһа, шуны әйтә лә бирә. Ҡоштар: «Атаһы улын уҡытты, уҡытты ла, һуңынан улы, тәҡдир ҡушыуы буйынса, атаһының башын киҫәсәк», — тип һөйләшеп уҙҙылар,— тигән.

— Ә-ә-ә, әле шулаймы ни? Минең башымды киҫергә уйлап йөрөйһөңмө ни! Дөмөк әйҙә! — ти ҙә атаһы улын һыуға төртә лә төшөру.

Егетте мандолине-ниһе менән бергә кит балығы йота. Егет кит эсендә, сығыр урын таба алмайынса, бер баш яғына, бер ҡойроҡ яғына барып ҡарай икән. Сығырлыҡ урын тапмағас, бысағы менән киттың йөрәген киҫеп ала, шунан уны, мандоли-нен яғып, бешереп ашай. Кит, хәлдән тайып, бер утрауға һуҙыла төшөп барып ята. Киттың башы һыуҙың бер яғында, ҡойроғо икенсе яғында икән. Егет эстән киттың баш яғын тишеп ҡараһа, һыу керә, тиҙ генә күлдәген һалып тишеккә тыға ла, ҡойроҡ яғын тишеп ҡарай. Унан да һыу керә. Егет, был тишекте лә бөтәштереп, урта өлөшөнән тишеп ҡарай: ҡояш нурҙары күренә, ти. Егет тиҙ генә киттың эсенән сыға. Сыҡһа, ҙур бер утрауҙа тора икән.

Егет ошо утрауҙа көн итә башлай. Төрлө табылдыҡ нәмәләр менән тамаҡ туйҙырып, йәшәй бирә. Өҫ-башы шыр яланғасланып, тәненә йөндәр үҫеп, торғаны ҡырағай кешегә әйләнә.

Шулай йәшәп ятҡанда, бер пароходтың утрауға табан килгәнен күрә. Баҡһаң, бер батшаның улы икенсе бер батшалыҡҡа туйға китеп бара икән. Пароходтағылар утрауҙағы егетте үҙҙәре менән алып китәләр. Егет батша малайының бик оҫта һөйләүенә һоҡлана. Шул ваҡыт пароход өҫтөпән ике ҡош һайрашып уҙғанды ишетеп, егет батша малайының эше хөрт икәнен аңлап ала. Ҡоштар: «Батша малайына ҡыҙҙы алыу еңел булмаясаҡ. Ҡыҙҙың атаһы булған батша уға донъяла булмаған кейеҙ табырға ҡушасаҡ, ә был кейеҙ ҡара урман эсендә ил ҡарты менән ил ҡарсығы ҡулында. Был беҙҙең һөйләшкәнде тыңлап, батша малайына әйтеүсе булһа, аяҡ тәңгәленән таш булып ҡатасаҡ», — тип һөйләшкән ти ҡоштар.

Егет батша малайына бер нәмә лә әйтмәй. Уға:

— Мине лә үҙең кеүек оҫта һөйләргә өйрәт әле, — ти. Батша малайы өйрәтә.

Күп тә үтмәҫтән тағы ике ҡоштоң һөйләшеп уҙғанын егет аңлап ҡала. Ҡоштар: «Беренсе шарт үтәлеү менән батша икенсе шарт ҡуйыр. «Баҡсамда һандуғастар һайрап торһон», — тиер. Был һүҙҙәрҙе тыңлап, ҡыҙ алам тип барыусы батша малайына әйткән кеше тубығынан таш булып ҡатып ҡалыр», — тип һөйләшәләр икән. Егет быны ла батша малайына әйтмәй. Ул бары тик һандуғас булып һайрарға өйрәнгән булып ҡына ҡылана.

Бара торгас, егет тағы ике ҡоштоң һайрап уҙыуын ишетеп ҡала. Был юлы улар: «Табынға ултырғас та батша: «Мин һөйләйем әле», — тип өҫтәлгә һуғыр, ҡыҙ артынан килгән егет тә, уның ярандары ла таш булып ҡатыр. Әгәр беҙҙең һөйләшкәнде тыңлап, егеттең үҙенә әйткән кеше булһа, бил тиңтен таш булып ҡатасаҡ», — тип һайрашҡан ҡоштар.

Былар баралар, баралар, ти.

Егет батша малайынан телмәр һөйләргә өйрәнеп алды, ти.

Шулай бара торғас, ҡыҙҙың иленә, батша һарайына килеп төшәләр. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡандан һуң, батша малайы пароход менән ни әсән килеүен әйтә.

Был илдең батшаһы:

— Улай икән! Донъяла булмаған ике метр * кейеҙ табып килтерһәң, ҡыҙ һинеке! — ти.

Батша малайы, бик борсолоп, бойоғоп, тышҡа сыға. Егет уға:

— Ҡайғырма юҡҡа. Батша ҡуйған шартты үтәйбеҙ уны, — ти. Үҙе шунда уҡ ҡара урман эсендәге ил ҡарты менән нл ҡарсығын эҙләй китә. Юлда осраған күп ҡаршылыҡтарҙы еңеп, ил ҡарты менән ил ҡарсығының өйөн эҙләп таба. Егет донъяла булмаған кейеҙҙең бында икәнен ишетеп килеүен әйткәс, ҡарттар аптырап ҡалалар.

— Бындағы кейеҙҙе тик ҡоштар ғына белә, — тиҙәр. Егеттең ҡош телен аңлауына хайран ҡалып, улар ике метр

кейеҙҙәрен биреп ебәрәләр.

Егет, тиҙ генә кейеҙҙе ала һалып, батша ҡыҙын алам тип килгән пароход эйәһенә бирә. Кейеҙҙе ул батшаға индерә. Батша, кейеҙҙе күргәс, аптырап ҡала.

— Ярар! — ти ҙә ҡыҙын бирмәҫ өсөн икенсе шартын әйтә: — Ошо мәлдә баҡсамда һандуғастар һайраһын, — ти. Шул саҡ бында һөйләшкәнде баҡсала ишетеп ултырған егет һайрап та ебәрә. Уның тауышы ;шундай көслө, шундай асыҡ, ти, тирә-яҡта һандуғастар үҙҙәре һайраған кеүек булып торҙо, ти.

Батша сер бирмәҫкә тырышһа ла эстән ғәжәпләнә, үҙе бик борсола, ти. Инде ҡыҙын һорап килгән күрше батша улын ярандары менән бергә табынға ултыртып, бөтәһен дә ташҡа әйләндерәйем тип:

— Мин һөйләйем әле! — тип, өҫтәлгә һуғайым ғына тигәндә, егет һикереп тора ла:

— Мин һөйләйем! — тип, өҫтәлгә һуғыуы була, батша бөтә һанаттары менән өс көнгә таш булып ҡатты ла ҡуйҙы, ти. Тик ҡыҙы ғына тороп ҡалды, ти.

Күрше батша малайы, ҡыҙҙы алып, егеткә ярҙамы әсән рәхмәттәр уҡый-уҡый тиҙ генә юлға сыға.

һыуҙың үренә табан бер көн барҙылар, ти, былар, ике көн барҙылар, ти. Өсөнсө көндө өҫтәренән ике ҡош һайрашып уҙҙы, ти. Уларҙың һөйләшкәнен егет йәнә ишетеп торҙо, ти. Ҡоштар: «Өс көн үтеп бара. Батша шәп пароход менән бына-бына ҡыуа сығырга тора. Әгәр беҙҙең һүҙҙәрҙе берәйһе, ишетеп ҡалып, берэйһенә еткерһә, муйынан таш булып ҡатасаҡ»,— тиешкәндәр.

Егет бер ҙур утрауҙа балыҡсы ҡарт ҡиәфәтендә балыҡ ҡармаҡлап ҡалды, ти. Ошо ерҙә һыу икегә айырылып китә икән. Күрше батша малайының пароходы уңға китеп юғалыуы булған, баҫтыра килгән батша пароходы ла күренде, ти. Пароход балыҡсы янына туҡтап:

— Бабай, бынан берәй пароход үткәнен күрмәнеңме? — тип һораштылар, ти. Бабай ҡиәфәтле егет:

— Күрҙем, күрҙем, уландар, тик улар һул яҡҡа киттеләр,— тигәс, батша пароходты шул яҡҡа борҙорҙо, ти.

Ә егет теге батша малайын ҡыуып етеп барғанда, тағы ике ҡош һайрашып уҙҙы, ти. «Пристандә батша малайын үгәй әсәһе еп аттары менән көтөп тора икән, әгәр егет менән ҡыҙ шул аттарға ултырһа, тау тишегенә алып китеп үлтерәсәк. Быны | тыңлап, батша малайына әйтеүсе булһа, ул ҡулбашы тиңтен ташҡа әйләнәсәк», — тип һөйләштеләр, ти, ҡоштар.

Егет пароходҡа инеп ултырғас, тагы ике ҡош һайрашып уҙҙы, ти. «Үгәй әсә батша малайын былай үлтерә алмаһа, табында алдына ағыулы эсемлек ҡуйып, ағыулап үлтермәксе икән», — тип һөйләшкән ҡоштар.

Пароход килеп етер алдынан тағы ике ҡош һайрашып-һөйләшеп уҙа: «Үгәй әсә батша малайын ағыулап үлтерә алмаһа, улар йоҡлайһы бүлмәгә туғыҙ башлы дейеүҙе баҙға ябып ҡуйыр, төндә сығып, дейеү егетте үлтерер. Әгәр ҙә быны тыңлап, батша малайына әйтеүсе булһа, бөтөнләйгә таш булып ҡата ла ҡуя», — тиҙәр икән ҡоштар.

Пароход ярға килеп туҡтай, үгәй әсә ул мепәп ҡыҙҙы ен-ат егелгән кырандасҡа ултыртам тип торғанда, егет дилбегәне ала һалып, һелкеп ебәреп, аттарға һуғыуы була, тегеләр ултыра алмай ҡала, аттар, йән-фарман сабып, китеп тә баралар. Туп-тура тау тишегенә инеп, күҙҙән югалалар.

Егет икенсе атҡа менеп ултыра ла батша малайы менән ҡыҙҙы алып ҡайтып китә. Өйҙә ҙур табын әҙерләнгән икән. Өҫтәлдә бер һауыт эсемлек тора, ти. Егет тиҙ генә көрәгәсе урынын ала, ағыулы эсемлек тултырылған һауытты төшөрөп вата. Үгәй әсә, быға ғәжәпләнеп, ҡарап-ҡарап ҡуя икән.

Ҡунаҡ булғандан һуң, батша малайы менән ҡыҙҙы бер бүлмәгә йоҡларға индерәләр. Егетте икенсе бүлмәгә һалалар. Егет төнө буйы борсола. Бөтәһе лә йоҡлап бөткәс, шым ғына тегеләр бүлмәһенә инеп, дейеүҙе ҡарауыллап ултыра башлай. Бер ваҡыт иҙән күтәрелеп, дейеүҙең бер башы күренде, ти. Егет, уны сабып өҙөп, телен түш кеҫәһенә һалып ҡуя. Тән сыҡҡансы, дейеүҙең туғыҙ башын да киҫеп, телдәрен кеҫәһенә һала. Бөтә иҙән, егеттең өҫ-башы ҡанға буялып бөткән була. Эштең ниҙә икәнен һиҙмәһендәр әсән, ул таҙартырға була. Иҙәнде һөртөп алғас, егет менән ҡыҙға ҡараһа, ҡыҙҙың сикәһенә лә ҡан сәсрәгән икән. Егет, нисек итеп ҡыҙҙы уятмайынса таҙартырға, тип уйлан торғандан һуң, теле менән ялап алырға була.

Быны батша малайы күреп ҡала ла: «Минең ҡатынды тәү-ҙә үбергә, шунан быуырға итте», — тип иртәгеһен егетте атырға бойора.

Егетте бейек тау башына атырға алып менәләр. Халыҡ йыйыла, миңә барыбер үлергә тип, егет барыһын да һөйләргә була. Уға һөйләргә рөхсәт итәләр. Батша малайына ҡайһылай яҡшылыҡтар эшләгән булһа, бөтәһен дә баштан алып һөйләй. Егет, батша малайы өйрәткәнсә, телмәрен оҫта итеп һөйләй бара, аяҡ, тубыҡ, бил, муйын ташҡа әйләнә бара, ти. Аҙаҡ килеп бөтөнләйгә ташҡа әүерелгән дә ҡуйған, ти. Батша малайы ла, уның бисәһе лә, бөтә йыйылған халыҡ та, егетте йәлләп, бик илашҡандар, ти.

Көндәр үтеү менән батша малайы егетте бик һағына башлай, уны нисек терелтергә икән тип, баш вата. Шулай йәшәп ятҡанда, быларҙың бик сибәр улдары тыуа.

Берҙән-бер көндө батша малайы төшөндә бер ҡарсыҡты күрә. Ул ҡарсыҡ: «Улыңды һуйып, ҡаны менән шул ташҡа ҡатҡан егетте йыу, кәүҙәһен таш һындың төбөнә күм, егетең терелер»,— ти. Иртән торғас, төшөн батша малайы ҡатынына ла һөйләй. Бик күп уйлағас, ҡатыны быға риза була. Улар, улдарын һуйып, ҡаны менән таш һынды йыуалар, ләкин һын терелмәй ҙә терелмәй икән. Улһыҙ ҙа ҡалғас, бик ныҡ ҡайғырыша былар. Икенсе көндө егет тағы төшөндә теге ҡарсыҡты күрә. Ҡарсыҡ уға: «һеҙ мин ҡушҡанды эшләп бөтмәнегеҙ. Улығыҙҙы таш һындың төбөнә күмергә кәрәк ине», — ти. Былар тиҙ генә улдарын, ҡәберенән соҡоп алып, таш һын төбөнә илтеп күмәләр. Таш һын терелмәй ҙә терелмәй, ти. «Инде булмаҫ, ҡайтайыҡ», тип, өйҙәренә ҡайтып инһәләр, ни күҙҙәре менән күрһендәр, егет, бер ни булмағандай, һуйып күмелгән улдарын күтәргән килеш ҡаршы ала. Бала көлә, шаяра, уйнай, ти. Эй шатланалар, эй ҡыуаналар, ти, ата менән әсә, хатта шатлыҡтан батша малайы егеткә бөтә байлығын биреп, үҙе ошо егеттең ҡул аҫтында, йәшәргә риза була.

Егет атаһын иҫкә төшөрә, ҡайтып, күреп килергә була. Ҡайтһа, йорт-ҡураһы, бөтә мөлкәте ҡыйралып бөткән. Өйгә инһә, бер ҡарт мөйөштә әжәл көтөп ята икән. Егет, сәйҙә эленеп торған скрипкаһын алып, уйнай башлай. Уйнаған һайын өс эсенә йән керә бара, ти, сиңерткәләр, тараҡандар, үрмәкселәр, көйәләр, ҡорттар бейергә керешеп киттеләр, ти. Үлергә йыйынған бабай ҙа, дәртләнә биреп, күҙҙәрен аса, ҡулбаштарын һикертә башланы, ти. Егет шул саҡ уйнауҙан туҡтай ҙа, бабайға:

— Ҡасандыр һин минең атайым инең, мин һинең улың инем. һин мине, дөмөкһөн тип, һыуға төртөп төшөрҙөң. Ә мин үлмәнем. Ә хәҙер үҙең үлә алмай ҡаңғырып ятаһың,— тигән дә башын өҙә сапҡан, ти. Шунан, батша малайы янына барып, үҙе батша булып йәшәй башлаған, ти. Ә батша малайы уның ҡул аҫтында йәшәй икән. Әле лә йәшәйҙәр, ти, улар.

 

Поделись с друзьями: