Таҙ


Борон-борон заманда, кәзә команда, үрҙәк урядник, дөйәғош дисәтник, төлкө түрә, ҡаҙҙар ҡазый булып хеҙмәт иткән саҡта; һайыҫҡан һалдат, ҡарға ҡарауыл, ярғанат яҫауыл, айыу атаман, ябалаҡ янарал булғанда йәшәгән, ти, бер бабай менән бер әбей. Булған, ти, уларҙың өс улы, таҙ ине, ти, кесе улы. Икө ағаһы көп дә, үгеҙгә атланып, һунарға сығып китәләр, таҙҙы алып бармайҙар, ти. Таҙ мейес алдында кәлдән борсаҡ сүпләп ултыра, ти. Еләтте, ти, таҙҙы кәлдән борсаҡ сүпләү. Ханға барып ҡайтайым әле тип, ханға китте, ти, был.

Ханға таҙ бик һармаҡ булып күренә. Сәй эсергә ултырта. Шунда таҙ:

— Минең атым да бар. Уға ла ашарға кәрәк, — ти.

— Атың нимә ашай һуң? — тип һорайҙар.

— Күмер ашай, — ти таҙ. Аты алдына бер силәк күмер ҡуйҙылар, ти.

Ҡайтырға булып, таҙ атына атлана, юрый, сыбыртҡыһың төшөрөп ебәрә. Сыбыртҡыһын хандың ҡатыны алып бирә, таҙ алмай, хан үҙе алып бирә — алмай. Хандың ҡыҙы алып биргәс, таҙ сыбыртҡыны ла, ҡыҙҙың үҙен дә алып, сабып сығып китә лә бара. Аты ауыҙынан күмер борҡоп ебәрҙе, ти, бының. Хан да, ҡатыны ла, күмергә күмелеп, бер нәмә күрмәй торҙолар ҙа ҡалдылар, ти.

Ҡайтып инеү менән таҙ ҡыҙҙы һарайға бикләй, үҙе өйгә инә. Ағалары ултырып атып килтергән ҡоштарын ашайҙар, таҙға бирмәйҙәр. Иртәгеһен ағалары һунарға китә, таҙ, атына атланып, йәнә ханға китә, хан быны сәй эсергә ултырта.

— Атың нимә ашай?— тип һорай.

— Көл ашай, — ти таҙ. Атына бер силәк көл ҡуялар. Ҡайтырға тип, атына менгәс, таҙ тағы сыбыртҡыһын төшөрөп ебәрә. Хандың ҡатыны алып бирә — алмай, хан үҙе алып бирә — алмай. Уртансы ҡыҙы алып биргәйне, таҙ ҡыҙҙы ла, сыбыртҡыны ла ала ла сабып та китә. Артынан ҡыуа төшәләр. Таҙҙың аты көл борҡоп ебәрә. Баҫтырып килеүселәр көл бураны эсендә торалар ҙа ҡалалар. Таҙ, ҡайтҡас, хандың был ҡыҙын да тегенеһе янына һарайға бикләп ҡуя.

Иртән тороп ағалары йәнә һунарға китәләр. Улар сығып китеү менән таҙ ҙа, елдереп, хан йортона китә. Ханда быны һыйлайҙар. Атына, таҙ үҙе һорағас, бер силәк энә бирәләр.

Ҡайтырға булып, таҙ атына атлана. Йәнә сыбыртҡыһын төшөрөп ебәрә. Хандың ҡатыны алып бирә, таҙ алмай, хан алып бирә — алмай, кесе ҡыҙы алып бирәм тигәндә генә, таҙ ҡыҙҙы сыбыртҡыһы менән бергә үҙ янына ала ла саптырып китеп тә бара. Хан был юлы ғәскәр әҙерләп ҡуйған булған икән. Шул ғәскәр таҙҙы баҫтыра китә. Таҙҙың аты бер бышҡырып ебәргәйне, ғәскәр өҫтөнә энә ҡойоно яуҙы, береһе лә тере ҡалманы, ти.

Ҡайтҡас, таҙ хандың был ҡыҙын да тегеләре ҡырына, һарайға ябып ҡуя. Үҙе, ағалары ҡайтыуға, мейес башына менеп ултыра. Ағалары, ҡайтҡас:

— Күстәнәсте хан кейәүе генә бирҙертте әле үҙебеҙгә,— тигәп булып ашанырға тотондолар. Өлкән ағаһы:

— Атайым менән әсәйемә ҡөрьән уҡытайыҡ, мулла саҡырайыҡ, — ти.

Иртәгеһен оло ағаһы ярма, уртансыһы бер сүлмәк май алып ҡайта. Шунан яланға барып, бутҡа бешереп, мулла саҡырып ата-әсәһенә ҡөрьән сығарырға булалар. Ағалары, бөтә әйберҙе таҙға күтәртәләр, үҙҙәре артҡараҡ ҡалалар. Бара торғас, таҙҙың алдына күгәрсендәр осоп килеп төгпә. Таҙ: «Эй-й, атайым менән әсәйемдең күгәрсендәре, асығып йөрөйҙәр, бахырҙарың», — тип, бөтә ярмаһын һибеп китә.

Бара торғас, ярылып ятҡан ерҙе күрә. «Эй-й, атайым менән әсәйемдең ауыҙ-мороно ярылған»,— тип, майҙы шунда һылап, дүңгәккә сүлмәген кейҙереп, китә.

Ағалары таҙҙың пи эшләгәнен күреп киләләр икән. Ҡыуып етәләр ҙә:

— Ярманы ҡайҙа иттең? — тип һорайҙар.

— Атайым менән әсәйемдең күгәрсендәренә һибеп киттем, — ти таҙ.

— Майҙы ҡайҙа иттең?

— Атайым менән әсәйемдең ауыҙ-мороно ярылып ята ине, шуны һылап киттем.

— Хәйерсе көйөңә ни ҡыланған булаһың! — тип әрләйҙәр, туҡмайҙар таҙҙы. Таҙ ағаларына:

— Ә һеҙҙең нимәгеҙ бар? Минең, исмаһам, өс ҡатыным бар, — ти. Ағалары эҫтәрен тотоп, тәгәрәп ятып көләләр.

— Ҡатындарың ҡайҙа һуң? — тип һораған булдылар, ти.

— Үҙебеҙҙең һарайҙа, — ти таҙ. Ағалары йәнә эҫтәрен тырнап көлдөләр, ти.

Бутҡа бешерә алмай, мулла саҡырмай, өс туған кире ҡайтып китә. Ҡайтҡас, таҙ хан ҡыҙҙарының өсөһөн дә үҙенә ҡатын итеп алып, теттереп йәшәй башланы, ти. Ағалары, бик хәйерсегә ҡалып, үтә ыҙалай башлағас, таҙ уларҙы үҙенә хеҙмәтсе итей алды, ти

 

Поделись с друзьями: