Күгәрсен


Борон-борон заманда бер ҡомһоҙ бай гүмер иткән. Ул байҙың Мәғүбә исемлә бер мәкерле ҡатыны булған. Был ҡатын, көн дә кис зыяратҡа барып, бер ус тупраҡ алып ҡайтып, баш осона һалып йоҡлай икән.

Берҙән-бер көндө бай, ҡалаға барып, бик һылыу бер ҡыҙҙы йәш ҡатынлыҡҡа алып ҡайтҡан. Ул ҡыҙҙы күргәс, мәкерле Мәғүбә, бер ус тупрағын иренең битенә һипкән. Бай шул минутта уҡ йәш ҡатынын күрә алмаҫ булған. Шул көндән алып һылыуҡайҙы көн дә туҡмай-туҡмай ат тиҙәге таҙартырға ҡушҡан.

һылыу ҡатындың ҡыҙ балаһы тыуған. Бала тыуғас, Мәтүбә балаға сей үпкә һыуы эсергән, ти. Шулай итеп, көн артынан көн үткән, бала үҫкән, тик баланың тауышы кәзә тауышына оҡшап ҡалған, ти.

Әсәһе лә, ҡыҙы ла ас-яланғас ғүмер итә биргән. Мәкерле ҡатын үҙе рәхәтлектә гүмер иткән. Меҫкен әсәнең тағы бер балаһы донъяға килгән. Ул бала тыуған таңда әсә һыу буйына барып:

— Эй хоҙайым! Был донъяла йәшәгәнсе иректә осҡан күгәрсен булһамсы,— тип ялбарған, ти. Таң һыҙылып килгәндә, күгәрсендәр ем эҙләргә сыҡҡан икән, әсә күгәрсенгә әйләнеп осҡан да киткән, ти. Ике бала Мәғүбә ҡулында тороп ҡалған. Оло ҡыҙы, көн-төн эшләп, ҡустыһын ашатҡан, ти.

Бер көндө ҡояш сыҡҡан ваҡытта балалар һыу буйына төшөп, әсәләрен көтәләр, ти. Йыраҡтан ҡарғалар осоп килгәнен күреп:

— Эй, ҡаргалар, беҙҙең әсәйебеҙҙе күрмәнегеҙме? — тип һорағандар.

Ҡарғалар:

— Ҡар-ҡар, ҡустың тиҙерәк үлһә, бер ҡалаҡ ҡанын үҙем эсер инем әле,— тип, йыраҡҡа осоп киткәндәр. Көтә-көтә торғас, күгәрсендәр килеп еткән. Оло ҡыҙы кейләп һораған:

Кук күгәрсен, күгәрсен,

Күрмәнеңме әсәйемде?

Һыу буйына төшкәйне,

Күгәрсен булып осҡайны.

Күгәрсендәр:

Гөр-гөр, әсәйеңде күрҙек беҙ,

Бергә осоп килдек беҙ.

Ҡустыңа һөт йыйған ул,

Күгәрсен туны кейгән ул.

Бына икенсе төркөм күгәрсендәр осоп килгән. Балаларҙың әсәһе шул төркөмдә булған. Шунан ул, ергә төшөп, балаларын яратып, улын имеҙеп, илап:

— Иртәгә тағы килегеҙ,— тип осоп киткән, ти.

Балалар көн дә шулай әсәләрен күреп торғандар. Бер көндө аталары: «Иртә таңдан тороп, көн һайын былар ҡайҙа бара икән?»—тип, арттарынан күҙәтеп барған. Күгәрсен әсә ергә төшөп, улын имеҙеп ултырғанда, бай, күренмәй генә килеп, ҡатындың күгәрсен тунын алып ҡайтып киткән. Әсә Артына әйләнеп ҡараһа, тун юҡ. Эй эҙләгәндәр, эй эҙләгәндәр, таба алмағандар.

Өйгә ҡайтып инһәләр, Мәғүбә тунды утҡа яғырға йәлләп тора икән. Шул саҡ күгәрсен әсәнең ҡыҙы, мендәр аҫтынан тупраҡ алып, утҡа һипкән икән, тупраҡ таралып, мәкерле ҡатын менән байҙың битенә сәселгән дә шунда уҡ улар икеһе лә бер юлы ятҡандар ҙа үлгәндәр, ти. Шул мәлдә ҡыҙҙың кәзә тауышы сығарыуы бөтөп киткән, ти.

Әсә менән балалары бик оҙаҡ ғүмер иткәндәр, ти.

 

Поделись с друзьями: