Мәскәйҙең үлеме


Бер еткән ҡыҙ ҡаҙ бәпкәләрен һыу буйына алып барған. Ләкин инә ҡаҙ ҙа, ата ҡаҙ ҙа, уларға ҡарап, бәпкәләр ҙә һис кенә лә йылғаға төшмәйҙәр икән. Ҡыҙ йеҙәп бөткән. Ни булды икән тип, һыу өҫтөнә ҡараһа, бер үпкә йөҙөп йөрөй, ти. Ҡыҙ, асыуланып, шул үпкәгә таш ырғытҡан, үпкә шунда уҡ мәскәй булған. Ҡыҙ янына сыҡҡан да:

— Миңә таш ырғытҡаның өсөн энә менән тиреңде тунармын мин һинең! — тигән.

Ҡыҙ илап өйөнә ҡайтҡан. Ауырып ятҡан әсәһе уға:

— Ҡыҙым, мәскәйҙән ҡасмай ҡотолоп булмаҫ. Берәй аҙна самаһы ситтә йөрөп ҡайт,— тигән.

Ҡыҙ шунда уҡ яҡын-тирәләге ауылдарға сығып киткән. Уның артынан уҡ теге мәскәй килеп, әсәһенән ҡыҙын һораштырған. Ҡайҙа киткәнен белмәйемдән башҡа яуап ала алмағас, мәскәй ҡыҙҙы үҙе эҙләп сығып киткән.

Ауырыу әсә ҡыҙы өсөн янып-көйөп ятҡанда, һуҡырҙың теләге ике күҙ тигәндәй, бер һунарсы егет килеп ингән. Уға ҡунып китергә кәрәк икән. Ҡыҙҙың әсәһе егеткә үҙенең ҡайғыһын һөйләгән. «Берәүҙең берҙән-бер балаһын мәскәй энә менән тиреһен тунағанда, йоҡлап ятып булмаҫ!» — тип, егет, уғын алып, мәскәйҙе баҫтыра киткән.

Егеттең уғы ла тегендәй-бындай ғына уҡ түгел икән шул: уҡтың сыбығы ҡомда үҫкән ҡоба талдан юнып яһалған, осондағы башағына, ете төрлө балыҡ өҫтөнән алынған елем менән нығытып, ер йөҙөн ете әйләнгән сәмреғош суҡышы ҡуйылған, йәйәһе мөгөҙҙән яһалған, кереше бүре тарамышынан эшләнгән уҡ икән.

Бер ағаслыҡҡа инеп, әҙ генә барғас та, әсе итеп ҡысҡырған тауыш ишетелә. Егет ҡараһа, бер ағас төбөндә мәскәй энә менән теге бахыр ҡыҙҙың тиреһен тунап ята икән. Егет кирелеп уғын тартып ебәрә — мәскәй аяғын да һуҙа. Янына барып еткәс, егеткә мәскәй:

— Атҡан уғың ҡомда үҫкән ҡоба талдан булмаһа, башағы ер йөҙөн ете әйләнгән сәмреғош суҡышы, ә йәбештергән елеме ете төрлө балыҡ өҫтөнән алынған булмаһа, кереше бүре тарамышынан ҡуйылмаһа, мине үлтерә алмаҫ инең. Мин һеҙҙең икегеҙҙең дә башығыҙҙы ашар инем! — тигән дә үлгән.

Ҡыҙ үҙен үлемдән ҡотҡарып алып Ҡалған өсөн егеткә мең рәхмәт әйткән, бының өсөн уға нимә бүләк итергә лә белмәгән. Улар мәскәйҙең үләкһәһен бер ҡараңғы соҡорға ырғытҡандар ҙа өйҙә ауырып ятҡан әсәне тиҙерәк ҡыуандырырға ашығып ҡайтып киткәндәр.

 

Поделись с друзьями: