Ҡуңыр һыйыр


Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер ир менән ҡатын. Уларҙың бер улы менән бер ҡыҙы булған. Берҙән-бер көндө был балаларҙың әсәләре үлеп киткән. Ике бала етем тороп ҡалған. Аталары икенсе ҡатын алған. Әсәй булған был ҡатын балаларҙы юнле ҡарамаған.

Балаларҙың үлгән әсәһенән ҡалған бик матур ҡуңыр һыйырҙары булған. Былар, мәҙрәсәнән ҡайтҡан һайын, һыйырҙы әсәләре кеүек күреп ярата торған булғандар. Бик асығып кит-кән саҡтарында, улар һыйырҙы имеп тә туҡланыр булғандар. Оҙаҡ ваҡыт улар ошолай тамаҡ туйҙырып йәшәп килгәндәр. Был хәлде үгәй әсәләре күреп ҡалған.

Бер көндө ире эштән ҡайтыуға, был ҡатын сәсрәп ауырып киткән кеше булған. Ире ишектән инер-инмәҫтән ҡатын:

— Ҡаты ауырып кнттем, ҡарт, шул ҡуңыр һыйырҙың йөрәген ашағым килә, шуны ашаһам, терелермен,— тигән. Ир аптырап:

— Уны һуйҙыртырға балалар риза булмаҫ бит,— тигән.

— Мин ҡиммәтме, балаларыңмы? — тип үкергән ҡатын.— Бер ҡатынды үлтерҙең, хәҙер мине лә үлтерергә уйлайһыңмы? — тигән.

Ир ризалығын бирергә мәжбүр булған, һыйырҙы алып сығып һуйырға әҙерләнгәндә генә, мәҙрәсәнән балалары ҡайтып еткән. Балалары ни хәтлем үтенһәләр ҙә, аталары, ҡанһыҙ, уларҙың һүҙен тыңламаған. Балалары, быны күргәс:

— Атай, һыйырҙы һуйыр алдынан бер генә менеп киләйек әле,— тип ялбарғандар.

Аталары риза булған. Балаларҙың һыйырҙы менеүе булған, һыйыр, уларҙы алып, бик алыҫ урманға ҡасып киткән.

Икенсе көн тигәндә былар алтын япраҡлы урманға барып ингәндәр. Ағаһы һеңлеһенә бер япраҡ та алырға ҡушмаған. Ләкин һеңлеһе, ағаһы күрмәгәндә генә бер япраҡ алып, сәс аҫтына йәшергән.

Өс көн тигәндә былар алтын япраҡлы, көмөш япраҡлы, баҡыр япраҡлы урмандарҙы үткәндәр, һеңлеһе бөтә урмандан да берәр япраҡ алып, сәс аҫтына йәшерә барған икән. Урмандан килеп тә сығалар, ҡыҙ таш булып та ҡата. Ағаһы бик ныҡ бошоноп илай. Быны күргән ҡуңыр һыйыр үҙенең ҡойроғонан өс бөртөк йөн алып яндырыуҙы һорай. Егеттең өс бөртөк йөндө алып яндырыуы булған, ҡыҙ терелгән дә ҡуйған. Ә өйҙәге тегә әсәләре таш булып ҡатҡан.

Былар өйҙәренә ҡайтып киткәндәр, рәхәт кенә ғүмер иткәндәр, ти.

 

Поделись с друзьями: