Сөйәлбай менән уның толпары


Борон бер ауылда бер бабай менән бер әбей йәшәгән, ти. Ҡарт көндәрендә быларҙың бер балаһы булған. Уға Сөйәлбай тигән исем ҡушҡандар.

Сөйәлбай айлап түгел, көнләп үҫкән, ти. Ҡарттар улдарын бик яратҡандар, ул ни теләһә, шуны үтәргә әҙер торғандар. Бер көндө атаһы Сөйәлбайға үҙе һунарға менеп йөрөгән толпарын бүләк иткән.

Берҙән-бер көндө, шулай бәхетле генә тороп ятҡанда, Сөйәл-байҙың әсәһе үлеп киткән. Оҙаҡламай атаһы йәш ҡатын алған. Бына шунан һуң Сөйәлбай өсөн ҡара көндәр башланған: үгәй әсәһе уны бер ҙә яратмаған. Күпме генә ярарға тырышмаһын, Сөйәлбай бер ваҡытта ла үгәй әсәһенән йылы һүҙ ишетмәгән, уның яҡты сырайын күрмәгән, башы йәберҙән сыҡмаған.

Бының менән генә ҡәнәғәт булмайынса, үгәй әсә Сөйәл-байҙы хатта үлтереп үк ташларға булған. Шул уй менән ул бер көндө сихырсы ҡарсыҡҡа барған да:

— Сөйәлбайҙы үлтерер өсөн миңә берәй әмәл чөйрәт, — тигән.

-— Бының өсөн тәүҙә иреңде толпарын һуйҙырырға күндер, шунан Сөйәлбайҙы үлтереү ауыр булмаҫ, — тигән сихырсы ҡарсыҡ.

— Шулай ҙа ни эшләргә кәрәк һуң?

— Ирең толпарын һуйғас, итен бешереп Сөйәлбайға ашатырһың. Шунан ул ике көн тигәндә үлер ҙә ҡуйыр, — тигән.

Үгәй әсә, өйөнә ҡайтыу менән, иренән толпарын һуйҙырыу өсөн хәйлә ҡора башлаған. Бына ул бер көндө илай ҙа илай икән. Ире унан:

— Ниңә былай илайһың, ни булды? — тип һораған.

— Бөгөн төндә ҡурҡыныс бер төш күрҙем. Беҙгә ап-аҡ һаҡаллы бер ҡарт килгән, имеш тә: «Ирең толпарын һуймаһа? үҙе үләсәк», — тип әйтә, имеш, тим. Бына шуға илайым мин. һинән башҡа нисек йәшәрмен мин? — тигән.

Быны ишетеп, ире бик ҡурҡҡан. Иртәгә үк толпарҙы йығып һуйырға булған.

Был ваҡытта Сөйәлбай ат аҙбары эргәһендә йөрөй икән, кемдер уға исеме менән өндәшкәндәй булған. Ул әйләнеп ҡараһа, толпары тора икән, күҙенән мөлдөрәп йәштәре аға, ти. Янына барһа, толпар телгә килеп: «Тыңла мине, Сөйәлбай! — тигән. — Бөгөн төндә атайың бүлмәһенә ин дә алтын балдағын ал. Ул балдаҡ мөйөштәге таҡта аҫтында булыр, — тигән. — һине лә, мине лә үлтерергә итәләр. Иртәгә мине аҙбарҙан сығарғас та миңә килеп атланырһың», — тигән.

Иртәгеһен иртәнсәк Сөйәлбайҙың атаһы толпарҙы аҙбарҙан сығарған. Шуны ғына көтөп торған Сөйәлбай уға атланып та алған. Шунан толпар ҡоштай осоп, йорт кәртәһен аша һикереп сығып, күҙҙән дә юғалған. Сөйәлбайҙың атаһы менән үгәй әсәһе толпарҙың ҡойроғон ғына күреп ҡалғандар.

Сөйәлбай үгәй әсәһенең мәкерле хәйләһенән шулай ҡотолоп ҡалған, ти.

 

Поделись с друзьями: