Бибиғәйшә килен


Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер бабай менән бер әбей. Уларҙың Бибиғәйшә исемле тол килендәре булған. Килендәре көн дә, ағаларына ҡунаҡҡа барам тип, йыуаса бешерә икән, ә үҙе ат еккеләгәнсә, ҡәйнәһе йыуасаһын ашап бөтөрөп тора икән. Ни өсөн тиһәң, ҡәйнәһе убырлы булған бының.

Бер көндө, аптырағас-йөҙәгәс, Бибиғәйшә тәүҙә ат егеп ҡуйған, шунан ғына йыуаса бешереп, арбаһына сығып ултырған да ағаларына ҡунаҡҡа китеп тә барған. Убырлы ҡарсыҡ уны артынан баҫтыра киткән. Ул, ҡыуып етер-етмәҫтән:

— Киленкәйем, ултыртһана, аяҡтарым бик талды! — тип ҡысҡыра икән.

Убырлы ҡарсыҡ яҡынайғандан-яҡыная, ҡулдарын һуҙып килә. Килене уға йыуаса ырғыта. Убырлы ҡәйнә шуны ашап тороп ҡала ла, бер аҙҙан тағы ҡыуып етеп:

— Киленкәйем, ултыртһана, аяҡтарым бик талды! — тип ҡысҡыра.

Килен йәнә бер йыуасаһын ташлай. Убырлы ҡарсыҡ шулай арттан килеп етеп тора, килене берәмләп йыуасаһын ырғытып бара. Бара торғас, йыуаса бөтә, килене сыбыртҡыһын ырғытҡан — убырлы ҡәйнәһе уны ла һоғаланып йота.

Убырлы ҡарсыҡ һаман тороп ҡалмай, эйәреп килә, үҙе бер туҡтамай:

— Киленкәйем, ултыртһана, аяҡтарым бик талды! — тип ҡысҡыра.

Килене арбаның бер тәгәрмәсен алып тәгәрәтеп ебәрә лә өс тәгәрмәс менән китә. Убырлы ҡарсыҡ тәгәрмәсте лә ҡабып йота. Бара торғас, йәнә бер тәгәрмәсте алып ташлай, ә бер аҙ ер киткәс, арбаның үҙен дә ташлап ҡалдырып, атына атланып саба башлай был. Ҡәйнәһе арбаны тиҙ генә йота алмай, шул арала килен байтаҡ ер китеп өлгөрә.

Артына боролоп ҡараһа, убырлы ҡарсыҡ йәнә арттан етеп килә, уҙе бер үк һүҙҙе тылҡый, ти. Бибиғәйшә ат муйынынан ҡамыт Һалдырып ырғыта. Убырлы әбей быны ла йота, үҙе һаман ҡыуып килә. Килен юл буйына дилбегәне һуҙып һала. Убырлы ҡарсыҡ быны оҙаҡ йота. Шул арала килен алыҫ китеп өлгөрә.

Артына әйләнеп ҡараһа, убырлы ҡарсыҡ йәнә артынан етеп килә, үҙе һаман шул уҡ һүҙҙәрҙе тылҡый. Бибиғәйшә башындағы яулығын алып ырғыта, өҫтөндәге кейемен ташлап бөтөрә, бер күлдәк менән генә тороп ҡала. Хәҙер ташлар нәмә лә юҡ инде. Убырлы ҡарсыҡ аттың ҡойроғон өҙөп алып ҡала. Шунан аттың бер аяғын өҙөп ала. Ат өс аяҡ менән генә һылтанлап юрта башлай. Әҙерәк барғас, аттың арт һанын бөтөнләй умырып ала. Килен аттан төшөп, йәйәү югерә. Убырлы ҡарсыҡ атты ашап тороп ҡала, килен ул арала үҙенең тыуған ауылына барып инә.

Тәүҙә ул өлкән ағаһының ишеген барып шаҡылдата.

— Ағаҡайым, ишегең ас, был мин, Бибиғәйшә һеңлең! Тиҙерәк ас: артымдан убырлы ҡәйнәм килә! — тип ҡңсҡыра.

Өлкән ағаһы:

— Минең һеңлем төндә йөрөмәҫ! — тип, ишеген асмай, ә убыр ауылға инеп килә.

Шунан ул уртансы ағаһының ишеген барып шаҡылдата.

— Ағаҡайым, ишегең ас, был мин, Бибиғәйшә һеңлең! Тиҙерәк ас: артымдан убырлы ҡәйнәм килә! — тип ҡысҡыра.

Уртансы ағаһы:

— Минең һеңлем төндә йөрөмәҫ! — ти. Ишеген асмай, ә убыр яҡынайып килә. Шунан Бибиғәйшә кинйә ағаһының ишеген барып шаҡылдата.

— Ағаҡайым, ишегең ас, был мин, Бибиғәйшә һеңлең! Тиҙерәк ас: артымдан убырлы ҡәйнәм килә! — тип ҡысҡыра.

Кинйә ағаһы ла:

— Минең һеңлем төндә йөрөмәҫ! — тип ишеген асмай.

Бер ағаһы ла ишек асып индермәгәс, Бибиғәйшә кинйә ағаһының аҙбарына инеп йәшеренә. Убырлы ҡарсыҡ уны еҫкәнеп эҙләп таба ла тотоп ашай. Бибиғәйшәнең ике толом сәсе генә тороп ҡала. Убырлы ҡәйнәһе уның сәсен бағаналағы сәйгә элеп ҡуя ла өйөнә ҡайтып китә.

Иртәнсәк ағалары йоҡонан торалар. Уртансы ағаһы кинйә ҡустыһының аҙбарына килә. Ҡараһа, бағанала сәс толомдары эленеп тора, ти.

— Думбыра яһарға миңә тап ошондай ҡылдар кәрәк ине, бик һәйбәт булды бит әле! — тип, сәсте өйөнә алып ҡайта ла думбыра яһай. Бына бер ваҡыт ағаһы думбыраһын сирттерә башлай. Ҡылдары Бибиғәйшә тауышы менән берсә илай, берсә йырларға тотона:

 

Сиртеп, сиртеп уйнама:

Сәс төпкәйем ауырта;

Баҫып-баҫып уйнама:

Башҡынайым ауырта;

Бөгөлөп-һығыльп уйнама:

Билгенәйем ауырта...

 

Думбыра сирткән һайып шул йырҙы йырлай. Уртансы ағаһы бөтөнләй хайран ҡала, думбыраһын тотоп ҡустыһына бара, өлкән ағаларын да саҡыралар. Тағы бер уйнап ҡарайҙар — шул уҡ тауыш, шул уҡ йыр.

— Был беҙҙең Бибиғәйшә һеңлебеҙ икән! Бахырың, ҡайһылай әрнен-әрнеп илай, төндә уға ишек асмай хаталанғанбыҙ, уны ысынлап та убырлы ҡәйнәһе килеп ашаған икән,— тип ҡайғырышалар, үҙҙәрен-үҙҙәре әрләйҙәр.

Шунан былар бабай менән убырлы ҡарсыҡты ҡунаҡҡа саҡыралар. Убырлы ҡарсыҡты мал аҙбарына алып инеп туҡмап үлтерәләр, ҡартты ҡунаҡ итәләр.

 

Поделись с друзьями: