Ете ҡыҙ


Борон-бороц заманда бер әбей менән бабай йәшәгән. Уларҙың ете ҡыҙы булған. Быларҙың ата-бабанан һаҡланып килгән уттары бар икән. Улар утты бер ҡасан да һүндермәгән, һүнеп барһа, яңы сыра өҫтәр булғандар.

Көндәрҙән-бер көндө әбей менән бабайҙың икеһепә бер юлы тәҡдир ауырыуы тейгән. Шул саҡ бабай ҡыҙҙарын саҡырып алған да:

— Ҡыҙҙарым, беҙ оҙаҡ ятмабыҙ инде, ҡартайғанбыҙ. Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалып булмаҫ, һеҙ бик татыу торорға тырышығыҙ, утығыҙҙы һүндерә күрмәгеҙ. Ул ут һүнһә, башҡа ут табыуы бик ҡыйын булыр,— тигән.

Күп тә үтмәгән, бабай менән әбей үлеп тә киткән. Ҡыҙҙар бик ҡайғырышҡан. Улар бик оҙаҡ аталарының васыятын тотоп килгәндәр.

Шулай ҙа бер көн, ете ҡыҙ үҙ-ара шаярып йөрөгәндә, утты һүндергәндәр ҙә ҡуйғандар, утһыҙ тороп ҡалғандар. Кис булған, ҡараңғы төшкән. Ҡыҙҙарҙың береһе, ут һорарға тип, урман эсендәге бер емерелеп кено ултырған өйгә киткән. Унда бер әбей йәшәй икән.

— Инәй, ут һорарға килдем, кискә аш бешерәбеҙ, аш ашарға һин дә барырһың,— тигән ҡыҙ.

— Ярай, балаҡай, барырмын, тик мин һеҙҙең өйөгөҙҙө белмәйем бит әле. Бына һиңә бер күнәк көл, шуны өйөңә тиклем һибә-һибә ҡайт, мин кәлгә ҡарап барырмын,— тип, әбей ҡыҙға ут менән бер күнәк көл биргән.

Ҡыҙ, әбей әйткәнсә, үҙ юлына көл һибә-һибә ҡайтҡан. Аш бешеп сығыу менән ҡыҙҙар янына әбей килеп ингән. Ҡыҙҙар уны ашатҡандар, һыйлағандар. Йоҡларға ваҡыт еткәс, ҡыҙҙар әбей эргәһенә ятыу өсөн үҙ-ара талаша башлағандар. Аҙаҡ килеп, әбей янына иң оло ҡыҙ урын алған. Бөтәһе лә йоҡоға киткән. Төп уртаһы етеүгә ҡыҙҙар әсе ҡысҡырған тауышҡа уянып китәләр. Ҡараһалар, ни күҙҙәре менән күрһендәр: әбей ике күҙенәп ут сәсеп, ҡараңғы өйҙө яҡтыртып ултыра, ә янында ап-ате булып апалары үлеп ята, ти. Теге әбей мәскәй булып сыҡҡан инде. Быны күреп башҡаламы ҡайһыһы тәҙрәнән, ҡайһыһы ишектән сығып ҡастылар, ти. Бөтәһенең дә ҡанын эсеп бөтөрәм, тип шатланып ултырған мәскәй әбей, был хәлде күреп, ҡыҙҙар артынан ҡыуырға төшкән. Ә ҡыҙҙар был ваҡытта, бөтәһе лә бергә йыйылып, байтаҡ ер китеп өлгөргән булғандар. Бик күп барғандан һуң, уларҙың ҡаршыһына бер ҡарт килеп сыҡҡан. Ҡыҙҙар үҙҙәренең кемдән ҡасып барыуҙарын һөйләп биргәс, ҡарт уң яҡ кеҫәһенән тараҡ, ҡайраҡ менән көҙгө алып биргән дә: «Мәскәй етер алдынан ғына уның алдына ошолар-ҙың береһен ташларһығыҙ», — тип, ҡайҙалыр китеп тә барған.

Был ваҡытта инде мәскәй әбей ҡыҙҙарға етеп килә икән. Шул саҡ ҡыҙҙар уның алдына тараҡ ташлаған. Мәскәй алдында үтә алмаҫлыҡ урман хасил булды, ти. Шулай ҙа ул был урманды, бөтә көсөн һалып, үтеп сыҡҡан да ҡыҙҙарҙы тағы ҡыуа башлаған.

Инде ҡыуып еттем тигәндә, ҡыҙҙар уның алдына ҡайраҡ ташлаған. Ҡайраҡтың барып төшөүе булған, шул урында күккә олғашҡан бейек ҡая тауҙар үҫеп сыҡҡан. Мәскәй тауҙы ла аша сыҡҡан, тағы ҡыҙҙарҙы ҡыуа башлаған. Килеп етер саҡта ғына ҡыҙҙар әбей юлына көҙгөләрен ташлағандар. Шунда үҙҙәренең дә хәлдәре бөтөп, ергә ултырғандар. Шул ваҡыт мәскәй мепән ҡыҙҙар араһында үҙе киң, үҙе тәрән диңгеҙ барлыҡҡа килгән.

Мәскәй, иң һуңғы көсөн йыйып, диңгеҙҙе аша сығырға булған. Тик ҡуйы урман, ҡаялы тауҙарҙы аша үтеп хәле бөткән әбей был диңгеҙҙе йөҙөп сыға алмаған. Ҡороға сығыр саҡта ғына батып үлгән.

Мәскәй әбейҙән ҡотолған ҡыҙҙар әле лә рәхәтләнеп йәшәйҙәр, ти.

 

Поделись с друзьями: