Ҡарамулла


banner 13

Элек Ҡарамулла тигән бер хәлфә булған. Бер ҡарт менән ҡарсыҡ берҙән-бер балаларын шул хәлфәгә уҡырға ебәрәләр. Уҡыу башлана. Алты ай уҡығас, малай атаһы менән әсәһе янына ҡайта. Ҡайтҡас та атаһына:

— Мин бер йыл уҡығас, Ҡарамулла һеҙҙе үҙенең яныңа саҡыртып алыр. һеҙ барғанда, ул беҙҙең бөтәбеҙҙе лә бүре итеп ултыртып ҡуйыр. Мин уң яҡтан өсөнсө урында ултырырмын да ҡойроғомдо ҡыбырҙатып алырмын. Шул ваҡыт Ҡарамуллаға: «Минең улым шул», — тип әйтерһең. Ҡарамулла икенсе тапҡыр икенсе бүлмәгә беҙҙе ҡуян итеп ултыртып ҡуйыр. Шул саҡ мин һул яҡтан өсөнсө булып ултырырмын да алғы аяғым менән битемде һыйпап алырмын. Шул ваҡыт: «Минең улым шул», — тин әйтерһең, ти.

Уҡыу йылы бөткәс, Ҡарамулла малайҙың аталарын саҡырта. Малай бүре булып өсөнсө урында ултыра. Шарт буйынса, әгәр ҙә атаһы үҙ балаһын таный алмаһа, ул Ҡарамуллаға ике мең һум аҡса түләргә тейеш була. Малай ҡойроғон болғап ултыра. Атаһы улын шунда уҡ таный. Быларҙы икенсе бүлмәгә алын сыға ла ҡуян итеп ултыртып ҡуя. Атаһы улын тағы ла таный. Ҡарамулланың асыуы килә, ләкин бер нәмә лә эшләй алмай. Ҡарт улын түләүһеҙ алып ҡайтып китә.

Ҡарттың улы, уҡып ҡайтҡас, йорт тирәһендә бер ниндәй ҙә файҙа килтерә алмай. Берҙән-бер көн улы атаһына былай тип кәңәш бирә:

— Мин бик матур бер ат булайым, һин мине баҙарға алып. барып һат, тик югәнде һатма, югән мин үҙем булырмын, — ти. Шулай эшләйҙәр. Иң тәүҙә атты һатып алырға Ҡарамулла килә. Уга ат бик оҡшай. Бер меңгә атты һатып ала ла ҡайтып китә. Ҡайтҡас, атты һарайға ҡуя. Ә югәнде ҡарт үҙендә ҡалдырған була.

Ҡарамулла өйгә инеп китә лә ҡарсығына:

— Ҡунаҡҡа барырға бик яҡшы ат килтерҙем, — ти. Ҡарсығы сығып ҡараһа, ат урынында юҡ. Ҡарамулла аттың үҙе уҡытып сығарған малай икәнен аңлай. Малайҙың ата-әсәһе мең. һум аҡса бөткәнсе бик яҡшы йәшәйҙәр. Аҡса бөткәс, тағы аптырауға ҡалалар. Ҡарт менән улы көнө-төнө эшләп тә ҡарай-ҙар, аҡса еткерә алмайҙар. Улы атаһына тағы кәңәш бирә:

— Атай, мине тағы баҙарға ат итеп алып барып һат. Тәүҙә Ҡарамулла килер, ул бер меңдән алып ун меңгә тиклем бирер, тик югәнде һатма, — ти.

Малай бик яҡшы атҡа әүерелә. Атаһы баҙарға алып бара, Ҡарамулла килә. Ул ун меңгә тиклем хаҡ бирә. Аҡсаның күплегенә ҡыҙығып, ҡарт атты югәне менән һата ла ебәрә. Ҡарамулла аттың малай икәнен белә. Ул элекке үсен алырға уйлай. Аттың алғы аяҡтарын, ергә тейҙермәйенсә, тарттырып бәйлән ҡуя ла, үҙе өйгә инеп йоҡларға ята. Шул саҡ ҡарсығы арлы-бирле эш эшләргә йортҡа сыға. Ул, атты күреп ҡалып, теҙгенде-сисә лә, өйгә кереп, аттың интегеп тороуын әйтә. Ҡарамулла:

— Әллә югәнен систеңме? — тигәс:

— Систем шул, — ти. Ҡарамулла югереп сыҡһа, ат урынында юҡ. Күккә ҡараһа, малай һайыҫҡан булып, осоп ҡайтып бара икән. Ҡарамулла бөркөткә әйләнә лә малайҙы ҡыуып китә. Бер ваҡыт малай арый башлай. Арый башлағас, турғайға әйләнә. Ҡарамулла ҡыйғырға әйләнә. Малай тағы арый. һыуға еткәс, малай балыҡ булып һыуға сума. Ҡарамулла ҙур балыҡҡа әйләнә лә һыуҙағы балыҡтарҙы тотоп ашай башлай. Малайҙы инде тотам тигәндә генә, ул тағы турғай булып осоп китә. Шишмәгә еткәс, алтын балдаҡ булып, һыуға сума. Ҡарамулла ҡыйғыр булып оса, ләкин эҙләһә лә малайҙы таба алмай.

— Мин үҙемде үткермен тип уйлағайным, мин уҡытҡан малай минән дә үткерерәк булып сыҡты,— ти ҙә Ҡарамулла ҡайтып китә. Ә малайға:

— Йәшә әйҙә шунда,— ти.

Бер ҡыҙ шишмәгә һыуга килә. һыуға эйелһә, ялтырап алтын балдаҡ ята. Ҡыҙ балдаҡты ала ла ҡулына кейә. Кискә ашты ашағас, ҡыҙ йоҡларға ята. Йоҡлаған саҡта балдаҡ ҡулында ҡыбырҙай. Ҡыҙ ҡараһа, балдаҡ һуҙылып сыға ла бик матур егеткә әйләнә. Улар бер-береһен яраталар. Ҡыҙ атаһына был турала белдермәҫкә уйлай. Көндөҙ егет балдаҡҡа әйләнә,. ҡыҙ уны кейеп йөрөй. Бик күп шулай йөрөгәс кенә атаһы быны һиҙә.

— Ни эшләргә икән? — тип, ҡыҙҙың атаһы Ҡарамуллаға бара. Ҡарамулла:

— Ҡыҙыңдың ҡулында балдағы бармы һуң? — тип һорай. Атаһы барлығын әйтә. Ҡарамулла:

— Кискә барып сығырмын, — тип тороп ҡала. Кис булғас, егет ҡыҙға:

— Ҡарамулла килер, һинән балдаҡты алырға итерҙәр, тик һин бирмә, көсләп алырға итһәләр, һин балдаҡты ауыҙыңа ҡап. Әгәр ауыҙыңдан да көсләп алырға уйлаһалар, өр ҙә ебәр. Балдаҡ тары булып ергә сәселер. Шунан һин бер тарыны аяғың менән баҫып ҡалырға тырыш,— ти.

Ҡарамулла килә. Ҡыҙҙың атаһы менән икәүләп ҡыҙҙың бүлмәһенә керәләр. Балдаҡты алырға тырышалар. Ҡыҙ ауыҙына ҡаба. Ауыҙынан алырға тырышҡас, ҡыҙ өрөп ебәрә. Балдаҡ тары булып иҙәнгә сәселә. Ҡыҙ аяғы менән бер тарыны баҫып ҡала. Ҡарамулла тауыҡ булып, тарыны сүпләй башлай. Сүпләп бөткәс, сиҡылдап ҡуя.

Ҡыҙҙың аяҡ аҫтындағы тары әтәс булып килеп сыға ла тауыҡҡа ташлана. Әтәс менән тауыҡ һуғыша башлайҙар. Әтәс тауыҡты үлтерә лә егеткә әйләнә. Ҡыҙҙың атаһы:

— һин ысын егет икәнһең, икегеҙ мәңге бергә йәшәгеҙ,— тип, икеһен ҡалдырып сығып китә.

 

Поделись с друзьями: