Нөрхөтдин


Борон-борон заманда бер бабай менән әбей йәшәгән. Уларҙың Нөрхөтдин исемле бер улы булған. Улдары ҙурайғас, әбей менән бабай уны уҡыуға бирергә уйлай башлағандар. Берҙән-бер көндө бабай әбейгә:

— Юлға бер айлыҡ аҙыҡ әҙерлә, мин Нөрхөтдинде бик алыҫҡа уҡытырға алып барам, — тигән. Әбей бер айлыҡ аҙыҡ әҙерләгән, бабай менән Нөрхөтдин юлға сығып киткән. Әбей, күҙ йәштәрен һөртөп, уларҙы оҙатып ҡалған.

Бабай менән Нөрхөтдин эй баралар, эй баралар, ти. Күп тауҙар, урмандар, һыуҙар үткәндәр. Бара торғас, бабай арыған да бер түңгәккә уф тип барып ултырған. Шул саҡ ер аҫтынан бер дейеү килеп сыҡҡан да:

— Бабай, ниңә миңә ҡысҡырҙың, ни хәжәтең бар? — тип һораған. Бабай:

— Мин һиңә ҡысҡырманым. Оҙаҡ килеп арығайным, шуға уф тип түңгәккә ултырҙым, — тигән. Дейеү пәрейе:

— Юҡ, уф тип, һин мине саҡырҙың. Минең исемем Уф,— тигән. Дейеү пәрейе малайға ҡарап:

— Был малайҙы ҡайҙа алып китеп бараһың? — тигән.

— Уҡытырға алып барам, — тигән бабай. Шунан дейеү:

— Малайыңды миңә ҡалдыр, мин уҡытырмын, — тигән. Бабай риза булған. Дейеү пәрейе бабай менән Нөрхөтдинде ер аҫтына төшөрөп алып киткән. Шунан өс көн буйы быларҙы дейеү пәрейе ҡунаҡ иткән. Бабайҙың ҡайтыр ваҡыты еткәс:

— Малайыңды өс йылға уҡытырға алып ҡалам. Тәүлек тулһа, малайыңды күрергә килерһең. Килгән ваҡытта таныһаң, малай һинеке булыр, танымаһаң, минеке булыр, — тигән.

Бабай, малайы менән хушлашып, ҡайтып киткән. Дейеү пәрейе уға йыуасалар һалып оҙатып ҡалған. Әбей бабайҙы түҙемһеҙлек менән көтөп торған. Бабай:

— Нөрхөтдинде өс йылға уҡытырға бирҙем, тәүлек тулғас та малайҙы күрергә барам, барған саҡта малайҙы таныһам, малай беҙҙеке, танымаһам, дейеү пәрейенеке була, — тигән.

Көн үткән, ай үткән, йыл үткән. Бабай Нөрхөтдин ҡашына китергә булған. Әбей йыуасалар бешереп, бабайҙы улы ҡашына ебәргән.

— Нөрхөтдинде танырга тырыш, — тип илап ҡалған. Бабай китеп ултыра, китеп ултыра, ти. Шунан бер мәлде

бабай алдына бер ҡош осоп килеп төшкән дә, ҡағынып-ҡағы-нып, бабайҙың улына өйләнгән. Ул атаһы менән күрешкән дә:

— Атай, һин мине танырға тырыш, дейеү пәрейе беҙҙе ҡаҙ итеп, бер яланға сығарып йөрөтөр. Мин бер ҡанатым менән ерҙе һыҙып-һыҙып китермен, — тигән. — һин ҡарап тор ҙа: «Бына минең улым!» — тип, бар ҙа миңә йәбеш, — тигән. Шунан Нөрхөтдин, кире ҡошҡа әйләнеп, осоп киткән. Бабай түңгәккә барып етеп, уф тип ултырған икән, ер аҫтынан дейеү пәрейе килеп тә сыҡҡан.

— Килдеңме, бабай? — тип, бабай менән күрешкән дә уны ер аҫтына алып төшөп тә киткән. Дейеү пәрейе бабайҙы өс көн ҡунаҡ иткәндән һуң, малайын күрһәтергә булған. Ул:

— Малайыңды башҡа шәкерттәр менән бергә ҡаҙға өйләндереп яланда йөрөтәм, — тигән. — Таныһаң, малай һинеке, танымаһаң, минеке, — тигән.

Былар яланға барғандар. Барһалар, унда бер төҫтәге ун ике ҡаҙ йөрөй.

Бабай ҡарап-ҡарап торған да бер ҡанаты менән ерҙе һыҙа-һыҙа йөрөгән ҡаҙҙы:

— Бына минең улым, — тип барып тотҡан. Дейеү пәрейе:

— Ебәр, ул һинең улың түгел, — тип, ергә төкөргән икән, уның еленә бабай ҡалҡып-ҡалҡып ҡуйған. Шулай ҙа ҡаҙҙы ебәрмәгән. Шунан һуң дейеү пәрейенең ҡушыуы буйынса, ҡаҙҙар, ҡағынып, шәкерттәргә әйләнгәндәр. Улар, бабай менән күрешеп, өс көн буйына бабай менән ҡунаҡ булғандар. Шунан бабай: «Был юлы малайымды таныным», — тип шатланып ҡайтып киткән. Дейеү пәрейе уға йыуасалар һалып оҙатып ҡалған.

Бабай, шатланып, өйөнә ҡайтып ингән. Әбейенә:

— Был юлы Нөрхөтдинде таныным, тағы ике йыл ҡалды, ул ике йылда ла малайҙы таныһам, малай беҙҙеке була, — тигән. Әбей шатлығынан илап ебәргән.

Тағы ла көн үтә, ай үтә, йыл үтә. Бабайҙың малайы ҡашына китер ваҡыты етә. Әбейенән йыуасалар бешертеп, юлға сығып китә.

Бик оҙаҡ барғас, бабайҙың алдына йәнә бер ҡош осоп килеп төшкән. Ҡағынып-һуғынып, Нөрхөтдингә әйләнгән. Ул, атаһы менән күрешеп:

— Был юлы беҙҙе күгәрсен итеп йөрөтөр. Мин муйынымды уң яҡҡа ҡыйшайтыңҡырап йөрөрмөн, — тигән дә, кире ҡошҡа әйләнеп, осоп та киткән.

Бабай әлеге урынға барып еткәс, дейеү пәрейе уны ер аҫтына алып төшөп киткән. Өс көн ҡунаҡ иткәндән һуң, бабайҙы малайын күрһәтергә алып сыҡҡан. Был юлы шәкерттәр, күгәрсен булып, яланда ем ашап йөрөйҙәр икән. Бабай ҡарап-ҡарап торған да муйынын уң яҡҡа ҡыйшайтыңҡырап йөрөгөн күгәрсенде:

— Бына минең улым, — тип барып тотҡан. Дейеү пәрейе:

— Ебәр, ул һинең улың түгел,— тип ергә төкөрөп ебәрә, бабай уның еленә ҡалҡып-ҡалҡып ҡуя, ти. Шулай ҙа күгәрсенде ысҡындырмаган. Шунан һуң, дейеү пәрейенең ҡушыуы буйынса, күгәрсендәр, ҡағынып-һуғынып, шәкерттәргә өйләнгәндәр ҙә, бабай менән күрешеп, өс көн буйына бергә ҡунаҡ булғандар.

Бабай, шәкерттәр менән хушлашып, ҡайтып киткән. Дейеү пәрейе йыуасалар һалып, оҙатып ҡалған. Бик оҙаҡ барғандан һуң бабай өйөнә ҡайтып еткән. Әбей уны түҙемһеҙлек менән ҡаршы алған. Бабай:

— Улыбыҙҙы был юлы ла таныным, тағы бер таныһам, малай — беҙҙеке, танымаһам, дейеү пәрейенеке була, — тигән. Әбей шатлығынан илап ебәргән.

Тағы ла көн үтә, ай үтә, йыл үтә. Бабайҙың малайы ҡашына китер ваҡыты килеп тә етә. Йыуасалар бешертеп алып, бабай юлға сығып та китә. Әбей:

— Нөрхөтдинде нисек тә булһа танырға тырыш инде, — тип илап ҡала.

Бер ваҡыт бабайҙың алдына бер ҡош осоп килеп төшкән дә, ҡағынып-һуғынып, Нөрхөтдингә өйләнгән. Ул атаһы менән күрешеп:

— Атай, дейеү пәрейе беҙҙе был юлы дөйә итеп йөрөтөр. Мин ҡойроғомдо бер яҡҡа ҡыйшайтыбыраҡ һалып йөрөрмөн, һин ҡарап-ҡарап тор ҙа> «Бына минең улым»,—тип, бар ҙа йәбеш, — тигән. Шунан ҡошҡа әйләнеп осоп та киткән.

Бабай барып еткәс, уның тауышын ишетеп, ер аҫтынан дейеү пәрейе килеп сыҡҡан. Бабай менән күрешеп, бабайҙы ер аҫтына алып төшөп тә киткән. Өс көн ҡунаҡ иткәндән һуң бабайға:

— Мин шәкерттәрҙе дөйә итеп йөрөтәм, үҙ малайыңды таныһаң, малай — һинеке, танымаһаң, минеке була, — тигән.

Былар яланға баралар, унда ун ике дөйә үлән ашап йөрөй, ти. Бабай ҡарап торған-торған да ҡойроғон бер яҡҡараҡ һалып йөрөгән дөйәгә:

— Бына минең улым, — тип барып йәбешкән. Дейеү:

— Ебәр, ул һинең улың түгел, — тип ергә төкөрөп ебәрә, уның еленә бабай ҡалҡып-ҡалҡып төшә. Шулай ҙа дөйәне ебәрмәй. Дөйәләр шәкерттәргә әйләнгән. Шәкерттәр.бабай менән күрешеп, өс көн буйы ҡунаҡ булған. Шунан бабай күп һәнәргә эйә булған улын алып ҡайтып киткән. Дейеү пәрейе малайҙы, хайуан һүрәтенә кереп күп йөрөмәҫкә ҡушып, оҙатып ҡалған.

Бара торғас, Нөрхөтдин атаһына:

— Мин хәҙер ат булам, һин атланып ҡайт, — тигән дә шул ике арала ат булып та ҡуйған. Бабай атҡа атланып алған. Бара торғас, ағас, ағас башында бер һайыҫҡан шыҡырҙай, ти. Ат телгә килеп:

— Был һайыҫҡан нимә тип шыҡырҙай, беләһеңме? — тип һораған. Бабай:

— Белмәйем, — тигән.

— Кешене күп алдаһаң, улыңдың ҡул йыуған һыуын эсерһең, ти ул, — тигән. Былар ҡайтып еткән. Ат, ҡағынып-һуғы-нып, Нөрхөтдингә өйләнгән. Әсәһе менән күрешеп, өс көн буйына ҡунаҡ булған.

Бабай менән әбей ярлы йәшәгән. Быны күреп, Нөрхөтдин уйға ҡалған.

Берҙән-бер көндө ул атаһына:

— Шундай-шундай шәһәрҙә йәрминкә була. һин бик яҡшы сана эшлә. Мин бик яҡшы атҡа әйләнәм, һин мине шул санаға ек тә ултырып баҙарға бар, — тигән. Әгәр ҙә купистәр: «Атыңды һат», — тип ныҡышһалар, мине һат, югәнде һатма,— тигән.

Бабай, бик яҡшы сана эшләп, ул санаға шундай әйбәт ҡара ат егеп, йәрминкә көнө еткәс, шәһәргә сығып киткән. Ат бабайҙы елдереп шәһәргә алып барып та индергән.

Бабай туп-тура йәрминкәгә барған. Купистәр, яҡшы атты күреп, һырып алдылар, ти.

— Атыңды һат та һат, — тип йөҙәтә башланылар, ти, былар. Шунан бабай атын ат башындай алтынға һатып та ебәргән, ә югәнен, купис күпме генә ныҡышһа ла, һатмаған. Купис атты алып, елдереп ҡайтып киткән. Ә бабай ат башындай алтынды алып, ҡайғыра-ҡайғыра өйөнә юнәлгән.

Ҡайтып бара торғас, бабай артына әйләнеп ҡараһа, артынан Нөрхөтдин эйәреп килә, ти. Шатлығынан бабайҙың түбәһе күккә тейгән. Нөрхөтдин, атаһына килеп етеп күрешкәс, ҡабатг атҡа әйләнеп, атаһын ултыртып алып ҡайтып киткән.

Былар ат башындай алтынға бик байығып киткәндәр. Күпмелер ваҡыт үткәс, икенсе бер шәһәрҙә йәрминкә була тигән хәбәр таралған. Бабай тағы ла бик яҡшы сана эшләгән. Былар тағы ла йәрминкәгә киткәндәр. Бабай атын йәнә ат башындай алтынға һатып ҡайтып киткән. Бара торғас, артына әйләнеп ҡараһа, Нөрхөтдин килә. Бабайҙың шатлығы күкрәгенә һыймай, тн. Нөрхөтдин, тағы ла атҡа әйләнеп, атаһын ултыртып ҡайтып киткән. Былар тағы ла нығыраҡ байып киткәндәр.

Күпмелер ваҡыт үткәс, былар тағы ла бер шәһәрҙә йәрминкә була тип ишеткәндәр. Бабай тағы ла сана эшләгән. Санаға яҡшы ат егеп, йәрминкәгә барып та ингән. Бабайҙы купистәр һырып алған. Бөтәһе лә:

— Бабай, атыңды һат та һат, — тип ныҡыша, ти. Бабай атын һатырға булған, ә югәнен һатмай икән. Оҙаҡ ныҡыша торғас, бер купис атын да, югәнен дә һатып алған. Был купис теге ваҡытта Нөрхөтдинде уҡытҡан дейеү пәрейе булғап. Ул атҡа менеп алған да:

— Мин һиңә хайуан һүрәтенә кереп күп йөрөмә типем бит, — тип ҡамсыһы менән атты ярып, шәһәр буйлап сабып йөрөй икән. Шунан атты арытып, бер өйҙөң ҡапҡа бағанаһына теҙгәненән тарттырып бәйләп ҡуйған. Ә үҙе өйгә инеп киткән. Шул ваҡытта урамдан кешеләр үтеп баралар икән. Улар аҫыла биреп торған атты күреп ҡалғандар ҙа: «Аһ-аһ, бынау атты интектереп, ҡайһылай аҫып ҡуйғандар!» — тип, теҙгенен барып ҡырҡып ебәргәндәр икән, ат шунда уҡ төлкөгә әйләнеп, «сабып сығып та киткән, ти. Ә өйҙә ултырған дейеү пәрейе югереп килеп сыҡҡан да, бүрегә әйләнеп, төлкөнө баҫтыра башлаған. Эй баҫтыра, эй баҫтыра, төлкөнөң артынан ҡыуып етә яҙып бара, ти, ҡәһәрең. Төлкө бер йылға буйына барып еткән дә, һыуға сумып, алабуға балығына әйләнгән. Ә быны күреп ҡал-аған бүре, суртан булып, йәнә тегенең артынан төшкән. Эй ҡыуа, эй ҡыуа, етә яҙып, етә яҙып бара, ти, был йыртҡыс. Шул ваҡытта бер хан ҡыҙы таш өҫтөндә ҡулдары менән һыуҙы сәсрәтеп уйнап ултыра икән. Алабуға ҡыҙҙың эргәһенә килеп еткән дә, йөҙөк булып, ҡыҙыҡайҙың бармағына кейелгән. Ә суртан килеп етеп егеткә әйләнгән дә:

— Минең йөҙөгөмдө бир, — тип ныҡыша башлаған. Ә ҡыҙыҡай бирмәй икән.

Ҡыҙ йөҙөктө алып ҡайтып киткән. Ә егет уның артынан эйәргән. Хандың һарайына еткәс, теге егет ханға:

— һинең ҡыҙың минең йөҙөгөмдө бирмәй, — тигән. Хан ҡыҙына бирергә ҡушҡан.

— Мә, йөҙөгөң! — тип, ҡыҙ йөҙөктө иҙәнгә ташлаған. Йөҙөк иҙәнгә төшкәс тә, тарыға әйләнеп таралып киткән. Теге егет, шунда уҡ әтәскә әйләнеп, тарыларҙы сүпләй башлаған. Хан ҡыҙы бер тарыға баҫҡан да уны әтәскә бирмәй икән. Әтәс:

— Бир минең тарымды, — тип ныҡыша, ти. Бик ныҡыша торғас, хан ҡыҙы, стенала элеүле торған атаһының ҡылысын алып, әтәстең бөрләтәүен яра сапҡан да ҡуйған, ти. Шунда уҡ әтәстең бөрләтәүенән:

— Әтәстең бөрләтәүе сабылды, минең хаҡым табылды,— тип Нөрхөтдин һикереп килгән дә сыҡҡан. Нөрхөтдин, хандың үҙе менән дә, ҡыҙы менән дә күрешеп, быларҙа өс көн буйына ҡунаҡ булған, һуңынан хан уға үҙенең ҡыҙын, ярты ханлығын биргән. Ә Нөрхөтдиндең атаһы, атын югәне менән һатып, артына ҡарай-ҡарай ҡайтып киткән. Күпме генә ҡараһа ла, улы Нөрхөтдин уны ҡыуып етмәгән. Шулай итеп, ул яңғыҙы гына ҡайтҡан. Әбейенә булып үткән хәлде һөйләп биргән. Былар бик ныҡ ҡайғырышҡандар. Шулай ҙа Нөрхөтдиндең ҡайтыуынан өмөт өҙмәгәндәр.

Бик оҙаҡ йәшәгәс, былар ярлыланып киткән. Бабай, ил буйлап, хәйер-саҙаҡа һорарға сығып киткән. Күп йөрөй торғас, ул хан һарайына барып сыҡҡан. Уға хан ҡатыны ашарға биргән дә йоҡо өсөн иҙәндең бер мөйөшөнә генә урын йәйгән. Был ваҡытта Нөрхөтдин өйҙә булмаған икән. һуңынан ул, ҡайтып йоҡларға ятһа, тән уртаһында берәүҙең тастан һыу әсеүен ишеткән.

— Кем тастан һыу әсә? — тип һораған ул.

— Бер хәйерсе төшкәйне, шул әсәлер, — тип әйткән ҡатыны.

Нөрхөтдин уйланып ятҡас, теге һайыҫҡандың шыҡырҙаға-ны иҫенә килеп төшкән. Шәм тоҡандырып ҡараһа, теге хәйерсе-атаһы булып сыҡҡан. Шунан ул атаһына яңы кейемдәр кейҙереп, өс көн, өс тән ҡунаҡ иткән, һуңынан атаһы менән әсәһен үҙенә йәшәргә алған.

Улар әле лә иҫән-һау йәшәп яталар, ти.

 

Поделись с друзьями: