Ҡоҙғондар батшаһы


Борон-борон заманда бер әбей менән бабай булған, ти. Уларҙың бер улдары булған. Ул улдары көн һайын һунарға йөрөй икән. Барған һайын үлгән ҡуян йәиһә башҡа шуның кеүек үләкһәләрҙе алып ҡайтҡан, ти.

Берҙән-бер көндө егет бер ағас башында ултырған ҡоҙғондар батшаһына тап булған. Ҡоҙғондар батшаһы егеткә:

— Эй, егет! һин минең аҙығымды алып ҡайтып бөттөң. Хәҙер инде һин минең үҙемде алып ҡайтып аҫыра. Көн һайын бер ат ашатырһың,— тигән, ти. Егет риза булған. Ул ҡоҙғонға көн һайын бер ат биреп, ҡырҡ көн аҫыраған. Шунан уның бер гепә аты ҡалған.

— Мин инде һине ҡырҡ көн аҫыраным. Хәҙер бер ген& атым ҡалды. Уныһын ашатмайым,— тигән егет. Ләкин ҡоҙғондар батшаһы уға:

— Егет, һин ул атыңды ла ашат инде. Шул атыңды ашатһаң, мин күтәрелеп осҡандай булырмын,— тигән. Ёгет ул атын да ашатҡан. Ҡоҙғондар батшаһы, ҡайтырға булғас, егеткә:

— Һин мине аҫыраның. Ә хәҙер үҙең миңә ҡунаҡҡа бар инде,— тигән. Егет, ҡоҙғондар батшаһы ҡайтып киткәс, ҡунаҡҡа барырға йыйына башлаған. Әсәһе уға:

— Әле атыңды ашап бөттө, хәҙер үҙеңде ашарға уйлайҙыр,— тигән. Егет ныҡышып китергә була. Әсәһе уға юлға аҙыҡ бешереп бирә. Егет өс көндән һуң юлга сыға.

Бара торғас, егет бер ауылға килеп еткән. Ауылдың осонда ғына ултырған бер өйгә ингән. Унда бер әбей генә тора икән. Егет әбейгә үҙенең ҡайҙа, ни өсөн китеп барғанын һөйләп биргән. Әбей уға: .

— Ул ҡоҙғон батшаһының егерме бер ҡыҙы бар. Ул һиңә ҡыҙ бирергә саҡыралыр. Алдағы ауылда апайым тора. Ул яҡшыраҡ белә,— тигән.

Егет, әбейҙә йоҡлап, иртәгеһенә юлға сыҡҡан. Теге әбейҙең. апаһына барған.

—аУның егерме бер ҡыҙы бар, ул һиңә ҡыҙ бирәлер. Алда бер агАйым бар. Ул белә,— тигән быныһы ла.

Егет тағы юлға сыға. Кис булыуға, егет бер ауылға барып етә. Остағ,ы бер өйгә инә. Ул баяғы абейҙәрҙең апаһы булған. Егет уға ни өсөн китеп барғанын һөйләп биргән. Әбей уға:

— Уның егерме бер ҡыҙы бар. Ул һиңә ҡыҙ бирәлер, һин уның егерме беренсе ҡыҙын ал. Алда бер күл булыр. Шул күлгә уның егерме бер ҡыҙы осоп килеп төшә лә, ҡаҙ булып, йөҙөп йөрөп, йыуынып ҡайталар. Ә егерме беренсеһе аҙаҡтан килеп йыуына. Һин шунда йәшенеп ят та уның ҡаҙ тунын йый ҙа ҡуй,— тигән.

Иртәгеһен, таң менән тороп, егет юлға сыҡҡан. Төшкә табан егет күл буйына килә. Унда бер соҡор ҡаҙып йәшенеп ята. Күп тә үтмәй, егерме ҡаҙ килеп, һыуҙа йыуынып ҡайталар, һуңынан бер ҡаҙ килеп, ҡаҙ кейемен һалып, һыуға төшә. Егетг йәшенгән еренән сығып, ҡыҙҙың ҡаҙ кейемен йыя ла ҡуя. Ҡыҙг егетте күреп, унан кейемен һорай.

Егет:

— Юҡ! — ти. Ҡыҙ илай башлай:

— Атайым бер егет саҡырып ҡайтҡан. Әллә һин шул егетме? — тип һорай.

— Эйе, мин шул егет булам. Кейемең миндә,—ти егет. Ҡыҙ:

— Атайым егерме апайымды күгәрсен итеп уйнатыр. Мине тышҡа көрәк итеп һөйәп ҡуйыр. Ул һинән: «Ошо ҡыҙҙарҙың, ҡайһыһын алаһың?» — тип һорар, һин: «Был ҡыҙҙарҙың береһен дә алмайым. Миңә тышта торған көрәгеңде бирһәң дэ ярар, ҡайтҡанда, таянып ҡайтырмын»,— тип әйтерһең. Икенсе көндө тағы ла егерме апайымды күгәрсен итеп уйнатыр, мине көсөк итер. Һинән тағы ла һорар, һин: «Миңә көсөгөңдө бир. Ҡайтҡанда, эйәртеп алып ҡайтырмын»,— тип әйтерһең. Өсөнсө көндө апайымдарҙы тағы ла күгәрсен итеп уйнатыр, мине тешһеҙ әбей итеп ултыртып ҡуйыр. Атайым һорағас: «Миңә ошо-әбейҙе бирһәң дә ярар. Ҡайтҡанда, һөйләшеп ҡайтырмын»,— тип әйтерһең,— тигән, ти.

Ҡыҙ ҡаитып китә. Егет ҡоҙғон батшаһына барып етә. Ҡоҙғон батшаһы уны яҡшы итеп ҡаршы ала, һәйбәтләп ҡунаҡ итә. Был көндө егет йоҡларға ята. Икенсе көндө торгас, ҡоҙғон батшаһы егерме ҡыҙҙы күгәрсен итеп уйната башлай. Ул егеткә:

— һин ошо ҡыҙҙарҙың ҡайһыһын алаһың? — ти. Егет:

— Мин был ҡыҙҙарҙың береһен дә алмайым. Миңә тышта торған көрәгеңде бирһәң дә ярай. Ҡайтҡанда, таянып ҡайтырмын,— ти. Ҡоҙғон батшаһы:

— Ярай, бирермен,— ти.

Икенсе көндө ҡоҙғондар батшаһы егерме ҡыҙын тағы ла күгәрсен итеп уйната башлай. Ул егеткә:

— һин ошо ҡыҙҙарҙың ҡайһыһын алаһың? — ти. Егет:

— Миңә бәйҙә торған көсөгөңдө бирһәң дә ярай. Ҡайтҡанда, эйәртеп алып ҡайтырмын,— ти. Ҡоҙғондар батшаһы:

— Ярай, бирермен,— ти.

Өсөнсө көндө ҡоҙғондар батшаһы тағы егерме ҡыҙын күгәрсен итеп уйната башлай.

— һин ошо ҡыҙҙарҙың ҡайһыһын алаһың? — тип һорай йәнә ҡоҙғондар батшаһы. Егет:

— Мин был ҡыҙҙарҙың береһен дә алмайым. Миңә анау тешһеҙ әбейҙе бирһәң дә ярай. Ҡайтҡанда, көңгөр-көңгөр һөйләшеп ҡайтырмын,— ти. Ҡоҙғондар батшаһы уға:

— Ярай, бирермен,— ти.

Иртәгеһен ҡоҙғондар батшаһы, егерме беренсе ҡыҙын был егеткә биреп, туй яһай. Апалары унан көнләшә башлайҙар. Ҡоҙғондар батшаһы егеткә тәүҙә ҡыҙының өйберҙәрен биреп ҡайтарырға була: Ике ҙур һандыҡты арбаға ултыртып ҡайтаралар. Ҡоҙғондар батшаһы егеткә һандыҡтарҙы ҡайтып етмәйенсә асмаҫҡа ҡуша.

Егет, ҙур бер яланға еткәс, бер һандыҡты аса. Асып ебәрһә, унан йылҡылар сыға башлайҙар. Егет уларҙы кире һандыҡҡа ҡыуа, аттар кире инмәйҙәр. Шул ваҡыт ҡоҙғондар батшаһы килеп, аттарҙы һандыҡҡа кире индереп китә. Егет ҡайтып етә. Ҡайтҡас, ул, ҡапҡаны бикләп, һандыҡтарҙы аса. Береһенән — йылҡылар, икенсеһенән һарыҡ-кәзәләр сыға.

Өс көн үткәс, егет тағы ла китергә була. Әсәһе уга:

— Алыр малыңды алдың. Инде барма,— ти. Егет китә. Ул барып ҡыҙҙы алып килә.

Ҡоҙғондар батшаһы ҡалған егерме ҡыҙын да кейәүгә бирә. Ул ҡыҙҙарына бер нәмә лә ҡалмай, сөнки аталары бөтә булған байлыҡтарын бәләкәй ҡыҙына биргән була. Апалары һеңлеһен күралмайҙар, үлтерергә булып, ҡунаҡҡа саҡыралар, ләкин егет менән ҡыҙ быны һиҙәләр ҙә:

— Туныбыҙ юҡ,— тип бармай ҡалалар. Икенсе көндө тағы ла саҡырыу килә. Уныһында:

— Ауырыйбыҙ,—тип бармай ҡалалар. Өсөнсө көндө тағы ла саҡыралар. Уныһында:

— Хәҙер барырбыҙ,— тип тороп ҡалалар, үҙҙәре ҡасалар.

Бара торғас, ҡыҙ артына әйләнеп ҡараһа, егерме еҙнәһе улар артынан килә, ти. Ҡыҙ:

— Еҙнәләр беҙҙе үлтерергә киләләр, һин хәҙер көтөүсе, мин һарыҡтар булайым. Әгәр ҙә улар: «Ошонан ирле-ҡатынлы кешеләр үтмәнеләрме?» — тип һораһалар, һин: «Үҙем йәш, һары-гым берәү саҡта, үткәйнеләр», тип әйтерһең, — тигән.

Еҙнәләре яҡынлашып киләләр, ти. Ҡыҙ егетте көтөүсегә, үҙен һарыҡтарға өйләндерә. Еҙнәләре килеп етәләр ҙә, көтөүсенән:

— Ошонан ирле-ҡатынлы кеше үтмәнеме? — тип һорайҙар. Көтөүсе:

— Үҙем йәш, һарығым берәү саҡта, үткәйнеләр,— ти. Еҙнәләре кире ҡайтып китәләр. Ҡыҙ менән егет тағы ла ҡасалар. Ҡыҙ, бара торғас, тағы ла артына әйләнеп ҡараһа, йәнә еҙнәләре килә, ти. Ҡыҙ:

— Еҙнәләр тағы ла киләләр, һин ҡарт бабай, мин йылҡылар булайым. Әгәр ҙә һинән: «Ошонан бер ирле-ҡатынлы кешө үтмәнеме?» — тип һораһалар, һин: «Үҙем йәш саҡта, йылҡым берәү саҡта, үткәйнеләр»,— тиерһең,— тигән. Егет ҡарт бабайға, ҡыҙ йылҡыларға әйләнә. Еҙнәләре килеп етәләр ҙә:

— Ошонан ирле-ҡатынлы кеше үтмәнеме? — тип һорайҙар. Бабай:

— Үҙем йәш саҡта, йылҡым берәү саҡта, үткәйнеләр,—тип яуаплай.

Еҙнәләре кире ҡайтып китәләр. Былар тағы ла ҡасалар. Бара торғас, ҡыҙ тағы ла артына әйләнеп ҡарай. Ҡараһа, атаһы килә, ти. Ҡыҙ:

— Атайым үҙе килә. Ул ниндәй төргә әйләнһәң дә белә. һин күл бул, мин өйрәк булайым,— тигән. Атаһы етеп килә. Ҡыҙ егетте күл итә лә үҙе, өйрәк булып, йөҙөп йөрөй. Атаһы килеп етә лә өйрәкте тоторға итә. Тик ул ынтылған һайын, өйрәк йә күлгә сума, йә һауаға оса, ти. Атаһы бер нисек тә тота алмағас, ҡайта ла китә.

— Өйрәк — ҡабат ҡыҙға, күл — егеткә әйләнә. Былар парлашып ҡайтып төшкәс, егеттең атаһы менән әсәһе лә бик ҡыуана. Шунап һуң ғына улар һәйбәт итеп донъя көтөп алып киткәндәр, ти.

Кисә генә барып килдем, ҡунаҡ булдым, әле лә дыу килтереп, донъя көтөп яталар, икән.

 

Поделись с друзьями: