Бай ҡыҙы менән таҙ


banner 13

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер бай. Уның зифа буйлы берҙән-бер ҡыҙы булған. Бай ҡыҙы кис һайын ете пар резинка аяҡ кейеме туҙҙырыр булған. Уны нисек кенә күҙәтһәләр ҙә, һис кем серенә төшөнә алмаҫ булған, ти. Был хәлгә бай бик аптыраған.

Берҙән-бер көндө бай: «Кем дә кем ҡыҙымдың серен сисә, шуны кейәү итәм», — тигән хәбәр һалған, ти. Быны ишетеп, бер таҙ, ҡыҙҙың серен төшөнмәк булып, байға ялланды, ти. Таҙҙың әсәһенән ҡалған серле балдағынан башҡа бер нәмәһе лә булмаған. Был балдаҡты кейгән кеше бер кемгә лә күренмәй икән. Шул көндө үк таҙ ҡыҙҙы күҙәтә башлаған.

Кис еткән. Таҙ менән ҡыҙ икәүҙән-икәү эсемлек эсергә ултыралар. Ҡыҙ эсемлекте ҡойоп биреп тора, таҙ күрһәтмәй гепә түгеп тора, ти. Аҙаҡтан, иҫергән кеше һымаҡ, артына йығылып йоҡлап киткән булды, ти. Шул ваҡыт ҡыҙ ете пар резинка аяҡ кейемен ала ла баҡсаға сыға. Шунда ҡулъяулығын болғай, егет тә, балдағын кейеп, ҡыҙҙың янында уҡ тора, ти. Күп тә үтмәй, күктән егеүле пар ат килеп төшөп, ҡыҙ менән күҙгә күренмәҫ таҙҙы ултыртып, күҙ асып йомғансы китеп тә барҙы, ти.

Пар ат тәүҙә таш баҡсаға барып керә. Унда бөтә нәмә — ағастар ҙа, рәшәткәләр ҙә гел таштан икән. Таҙ тиҙ генә бер таш алып кеҫәһенә һалған. Таш баҡсанан һуң уларға тимер баҡса, баҡыр, көмөш баҡса тап булған. Таҙ уларҙың һәр береһенән берәр нәмә ала барған. Ахырҙа пар ат бөтә ере алтындан яһалған бик матур баҡсаға барып кергән. Баҡсала ете башлы дейеү пәрейе бар икән. Ҡыҙ шуға әурәп, һәр төндө дейеү менән бергә үткәрә торған булған икән. Был юлы дейеү бай ҡыҙына:

— Мин һине бүтән күрергә теләмәйем! — тип, һуңғы бүләк итеп, алтын сулпы биргән. Ҡыҙ бүләкте алмай, атып бәрә. Таҙ тиҙ генә сулпыны кеҫәһенә алып һала. Дейеү атына ҡыҙҙы кире илтергә ҡуша. Егет тә ултырып ала. Ҡайтҡас, таҙ ҡыҙҙан алда өйгә инеп, үҙенең урынына ята һалды, ти.

Икенсе, өсөнсө көндө лә ҡыҙ таҙҙы эсереп һалып ҡуйып, үҙе баҡсаға сығып яулыҡ болғай. Ләкин ат бер ҙә килмәгән. Өс көн үткәс, бай таҙҙы саҡыртып:

— һинән эш сыҡмаған, күрәһең. һин түгел, һинән былайы-раҡтар ҙа булдыра алманылар, — тигән. Атаһына ҡушылып ҡыҙ ҙа:

— Ашап-эсеп, йоҡлап ятыуҙан бушаманы, — ти икән.

Шунда таҙ кеҫәһендәге теге нәмәләрҙе, алтын сулпыны сығарып һалды ла булған хәлде бәйнә-бәйнә байға һөйләп бирҙе, ти. Ҡыҙ:

— Дөрөҫ,— тип әйтте, ти. Таҙ:

— Ете пар аяҡ кейеме шунда барып ҡайтҡанда туҙып бөттө, — тигән. Бай шул көндө үк, вәғәҙә буйынса, таҙға ҡыҙын бирҙе, ти. Бик күп байлыҡ та өҫтәне, ти.

Ҡыҙ таҙ егетте яратмаған. Бер көндө хеҙмәтселәрен яллап, ирен эсертеп, диңгеҙ артына илтеп ташларға ҡуша. Хеҙмәтселәр ҡыҙ әйткәнсә эшләйҙәр.

Таҙ уянып китһә, диңгеҙ уртаһындағы бер утрауҙа ултыра икән. Аптырап, яҡ-яғына ҡаранһа, бер алмағас төбөндә ултыр-ған ҡартты күреп ҡала.

— Ьин ҡайҙан сығып йөрөйһөң? — тип һорай ҡарттан. Бабай:

— һиңә өс төрлө алма бирәм. Береһе — йәшәртә, береһе — ҡартайта, береһе — зәғифләндерә, һин өс төрлө йәшник эшлә, — тип, егеткә таҡта менән кәрәкле нәмәләр бирә. Таҙ өс йәшник эшләй. Әҙер йәшниктәргә алмаларҙы тултырғас, бабай:

— Егет;, бер аҙ йоҡлап ал да, мин һине ҡоро ергә сығарырмын, — тиВн.

Егет йоҡоһонан уянһа, диңгеҙ буйындагы оло юл өҫтөндә ултырғанын күргән. Йоҡлаған арала теге ҡарт уны сығарып ҡуйған икән. Шул арала юлдан бер ҡарт ат менән ҡалаға китеп бара икән.

— Олатай, мине лә ултыртып ал, — тигән таҙ. Ҡарт риза булмағас: — Мин һине хәҙер йәшәртәм, — тип, таҙ уға йәшәртеүсе алманы ашата. Ҡарт шунда уҡ йәп-йәш егет булған да

ҡуйған,ти.

Былар, икәүләшеп, ҡала баҙарына барып төшөп, алма һата башланылар, ти. Таҙ гел ҡарттарға йәшәртә торған алма һата. Быны ишетеп, бай ҡыҙы бер хеҙмәтсеһен алма алырға ебәрә.

Кем ебәргәнен белгәс, егет уға зәғифләй торған алманы биреп ебәрә.

Бер заман ҡыҙҙың атаһы зәғифтәрҙе төҙәтә алырлыҡ мулла эҙләй, ти. Таҙ, бер алма ашап, ҡартҡа әйләнә лә, байға барып:

— Мин мулла, һинең ҡыҙыңа бик көслө им кәрәк. Уға ен ҡағылған, уны аулаҡ өйҙә өшкөрөргә кәрәк, — ти.

Шул ваҡыт ҡыҙ килеп инә. Ул бик йәмһеҙ, әллә нәмәгә оҡшап ҡалған, ти. Мулла, ҡыҙҙы сәсенән урап тотоп, сыбыртҡыһы менән яра башлай. Тышта йөрөгән атаһы:

— Ҡуй, мулла, ҡыҙымды туҡмама, — ти икән.

— Мин ҡыҙыңа теймәйем, уның ендәрен ҡыуам,— тип, мулла һаман туҡмай бирә икән.

— Етер инде, мулла, инде мине үҙ хәлемә ҡайтарһаң, үҙеңә кейәүгә сығам, — ти ҡыҙ. Мулла үҙе лә алма алып ашағайны, ҡыҙга ла биргәйне, икеһе лә элекке хәлдәренә ҡайтып, йәшәреп киттеләр, ти. Ҡыҙ үҙ кейәүен танып, яҡшы булырға һүҙ биреп, шул көндән алып бик татыу донъя көтә башланылар, ти.

 

Поделись с друзьями: