Утлы-йәшенле ҡылыс


Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер батша. Ҡатыны бала табыр төндө шул батша төш күргән. Төшөндә тыуасаҡ балаһының ҡыҙ булаһын, уны үҫеп етеү менән кемдеңдер урлаясағын әйткәндәр.

Ҡыҙ бала тыуған. Батша ер аҫтына һарай һалдыра. Ҡыҙы ошо һарайҙа йәшәй башлай. Шунда үҫә, уҡый. Донъя йөҙөнә сығып, ҡояш яҡтыһын күрмәй.

Көндәрҙән бер көндө ҡыҙ атаһына:

— Атай, һин бөтә донъяға баш кеше икәнһең, һинең бик күп ерең, бик күп ҡалаларың, ауылдарың бар икән. Шуларҙың береһен дә миңә күрһәткәнең юҡ. Мин бик күрергә теләйем, — тигән.

Батша, ҡыҙының үтенеп һорауын ишеткәс, уға донъя күрһәтмәксе булған. Ҡыҙын ер аҫты һарайынан алып сыға. Сыҡһа, ер өҫтөндә ҡояш яҡтырып тора, ҡыҙҙың күҙҙәре сағылып китә. Тирә-яҡта йәм-йәшел булып ағастар үҫеп ултыра, ә яҡында ғына ҡыҙ китаптан ғына уҡып белгән төрлө төҫтәге сәскәләр үҫеп ултыралар. Ҡыҙ, яҡты донъяны күреп, хайран ҡала ла атаһынан тағы ла ғәжәберәк әйберҙәр күрһәтеүен һорай.

Тап шул ваҡытта диңгеҙгә пароход килеп туҡтаған була. Улар яр буйына киләләр. Пароход менән ярҙы тоташтырып таҡта һалынған була. Батша ҡыҙын шул таҡта буйлап пароход эсенә индереп күрһәтергә уйлай. Уларҙы һаҡсы пароходҡа ебәрмәй.

— Ни өсөн һин беҙҙе пароходҡа индермәйһең? Мин ҡыҙыма пароходты күрһәтергә теләйем. Беләһеңме, мин кем? Мин батша, — ти. һаҡсы быга ышанмай. Батша улай йөрөмәҫ ул, ти.

— Ҡыҙың инһен, ә һин анау агас эргәһенә барып ултырып тор, — ти.

Батшаның пароход эргәһенән китеүе була, ике араға ҡуйылған таҡтаны алалар ҙа батшаның ҡыҙын алып, китеп тә баралар. Шул көндән һуң батшаның ҡыҙы юғалған тигән хәбәр бөтә илгә тарала.

Бер ҡалала бер һалдат хеҙмәтен тултырған була. Ҡайтырға сыҡҡас, батша ҡыҙының юғалыу хәбәрен ишетә. Шул һалдат бер тош күрә. Төшөндә бер әбей батша ҡыҙының ҡайҙалығын әйтә. һалдат батша ҡыҙын эҙләп барырға була.

Егет батша торған шәһәргә килә, ҡыҙын эҙләргә барыуын белдерә. Батша быға ғәскәр менән пароход бирә. Юлға сығалар. Баралар, баралар былар, бик күп юл үтәләр, бер яр буйына килеп етәләр.

— Һеҙ, — ти егет, — ошонда көтөп тороғоҙ, ә мин батша ҡыҙын алып киләм,— ти.

Егет пароходтан төшо. Бара, бара, бер келәт эргәһенә килеп туҡтай. Келәтте асып ҡараһа, эсе тулы кәмә була. Егет келәт ишеген яба ла алға китә. Бара торғас, тағы шуның һымаҡ бер келәткә барып етә. Асып ҡараһа, йәнеңә нимә кәрәк, барыһы ла бар, ти. Был келәттең дә ишеген яба ла егет артабан китә.

Кис була. Ҡараңғы төшә. Йыраҡта бәләкәй генә ут күренә. Егет шул утҡа табан китә. Киткән һайын ут йырағая һымаҡ тойола. Бара торғас, ул бер бәләкәй генә өй эргәһенә килеп етә. Өйҙөң ишеге бикле була. Егет ишекте ҡаға. Кемдер ишекте аса. Егет өй эсендә һуҡыр шәм яҡтыһында ултырған бер ҡыҙҙы, күрә. Ҡыҙ, егетте күргәс, аптырап китә, сөнки был яҡтарға кеше килеп йөрөмәгән була. һораша торғас, егет был ҡыҙҙың үҙе эҙләгән батша ҡыҙы икәнен белә. Уны кемдәрҙер пароходҡа ултыртып алып киткәндәр ҙә ошонда дейеү пәрейенә килтереп һатҡандар. Дейеү үҙе, ҡыҙҙы яңғыҙ ҡалдырып, кисә кис өс көнлөк сәфәргә сығып киткән икән. Егет үҙенең был ҡыҙҙы эҙләп килгәнлеген, пароходтың яр буйында көтөп тороуын әйтә. Ҡыҙ, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, бик шатлана, шатлығынан егеткә ҡулындағы алтын балдағын һалып бирә. Егет, йыуынып, сәй эскәс, ҡыҙ уға йоҡларға урын күрһәтә.

Иртән торалар. Егет йыуынырға китә, алтын балдағын тәҙрә төбөнә һалып ҡуя. Йыуынып инә, сәй әсәләр ҙә ҡайтырға юлға сығалар. Пароход быларҙың килгәнен көтөп торған. Егет балдаҡтың онотолоп ҡалғанлығын иҫенә төшөрә. Иптәштәренә:

— Тороп тороғоҙ, балдаҡты алып киләйем,— тип кире китә. Пароходта өҫтөнөрәк булған бер һалдат батша ҡыҙын:

«Ҡайтҡас, атайыңа мине бына ошо егет эҙләп тапты тип әйтерһең»,— тип күндерә лә ҡуҙғалып китәләр. Егет яр буйына әйләнеп килһә, пароход торған урында елдәр иҫә. Яр буйында оҙаҡ уйланып торғандан һуң, баяғы келәткә барып, бер кәмә ала, уға ашамлыҡ тейәй ҙә юлға сыға. Кәмәгә ултырып, килгән яғына табан ишеп китә. Көн үтә, тән үтә, арып бөтә. Шунан, кәмәне үҙ яйына ебәреп, ятып йоҡлай. Уянып китһә, кәмә яр ситендәге ҡамышлыҡ араһына килеп туҡтаған була. Шул .ваҡыт яр өҫтөнән бер ҡыҙ бала:

— Олатай, олатай, ҡара әле, бер кәмә килеп туҡтаны,— тип ҡысҡыра.

Егет кәмәһенән ярға сыға. Теге баланың олатаһы менән күрешә. Хәл-әхүәл һорашалар. Бабай кәмәсе егетте өйөнә алып инә. Ашайҙар, әсәләр. Хужа егеткә бик оҡшай, егет тә хужаға оҡшай. Шунан бабай:

— һин өйҙә тороп тор, мин һунарға барып киләм. Бынау ҡыҙымды ҡарап торорһоң. Атаһы ла, әсәһе лә юҡ уның, миндә йәшәй, — ти. — һиңә бөтә ерҙе ҡарап йөрөргә рөхсәт. Тик анау һарайҙың башына менмә лә һарайҙың эсенә кермә, — ти.

Егет, риза булып, ҡала. Шунан ул теге ҡыҙыҡайҙан:

— Һылыу, һарайығыҙ башында нимә бар? — тип һорай. Ҡыҙыҡай уға ҡаршы:

— Мин менгәнем бар, унда бер ни ҙә юҡ. Тик һарай башынан ҡараһаң, бар донъя күренә. Шул ғына. Ә һарай эсендә ат бар. Шул атҡа күҙеңде йомоп, ҡайҙа бармағыңды әйтеп, ҡамсы менән бер һуҡһаң, үҙеңде күҙ асып йомғансы илтеп ҡуя. һарайҙа бер ҡылыс та бар, ул, һелтәһәң, йәшен уты сығара, ут яуҙыра. Бер сәкмән бар, уға бер ниндәй ҙә уҡ үтмәй, һарайҙа бәләкәй генә тоҡсайҙар ҙа бар. Эсендә әллә ниндәй ҡош ҡанаттары бар. Шул ҡанатты алып, теләгән әйбереңде әйтеп, һелтәһәң, шунда теләгеңә ирешәһең. Ысын. Олатайым әйтте, үҙем дә ҡарап торҙом, — ти ҡыҙыҡай.

Егет, хужаға биргән һүҙендә тороп, һарайҙың башына менмәй, эсенә инеп тә ҡарамай. Бабай һунарҙан бер ай үткәс кенә ҡайта. Ҡайтҡас:

— Ярай, егет, һүҙеңдә торғанһың: һарайҙың башыға ла менмәгәнһең, эсенә лә инмәгәнһең,— ти хужа.

— Бәлки, менгәнмендер ҙә, кергәнмендер ҙә, ҡайҙан беләһең уны? — ти егет.

— Менгән йәиһә кергән булһаң, һин донъя йөҙөндә булмаған булыр инең инде. Шунан беләм, — ти хужа.

Егет ҡайтып китерхә була. Бабай егеттең тоғро хеҙмәте өсөн, бөтә тылсымлы байлығын бирергә була.

— Мин ул тылсымлы әйберҙәр арҡаһында үҙ ғүмеремә етерлек аҙыҡ-түлек, кейе-һалым, кәрәк-яраҡ яһаным инде. Һунарға мин күңел асыр өсөн генә йөрөйөм. Әллә ни йәшәйһе лә ҡалмағандыр инде. Миңә тылсымдарҙың хәжәте юҡ хәҙер, ал әйҙә барыһын да, — ти бабай.

Егет изгелекле бабайға кун рәхмәттәр әйтә. Уға сәләмәтлек, ә ейәнсәренең, тиҙерәк буйға етеп, башлы-күҙле булыуын теләй. Шунан бабай бүләк иткән сәкмәнде кейеп, ҡылысын тағып, толпарға атлана. Шунан, күҙен йомоп: «Батша һарайына алып бар!» —тип, ҡамсы менән толпарға берҙе һуғып ала. Күҙен асып ебәрһә, алдында батша һарайы. Шәһәр байрамса биҙәлгән. Бөтә кеше шат йөрөй. Егет атынан төшә, ҡош ҡанатын алып, бабай өйрәткәнсә:

— Бөтә әйберҙәрем юҡ булһын! — тип бер һелтәүе була, егет яңғыҙы ғына ҡала.

Егет батша һарайына инмәй әле. Шәһәр ситендәге насар ғына бер өйгә ҡунырға һорап инә. Өйҙә бер әбей генә тора икән. Иртә менән әбей ҡайҙалыр китергә ашығып-ашығып кейенә башлай.

— Әбей, ҡайҙа йыйынаһың? — ти егет.

— Бөгөн беҙҙең батшаның ҡыҙына туй була. Батшаның ғәйеп булып торған ҡыҙын табып алып ҡайтҡандар. Батша ҡыҙын ана шул табып алып ҡайтыусыға кейәүгә бирә. Батша ҡыҙының табылыуына ярты йыл була инде. Әммә ул, ни өсөндөр, үҙен табып алып ҡайтыусыға кейәүгә сығырға ризалығын бирмәгән. Ә хәҙер инде риза, ти, туй була. Туйға бөтә халыҡ саҡырылды. Әйҙә, улым, теләһәң, һин дә бар, — ти әбей. Егет барырға теләмәүен белдерә.

— Ярай, улайһа, мин киттем, — ти әбей. — Ана, самауырҙа сәй бар, эс тә, дүрт яғың ҡибла булһын, — ти.

Әбей туйға барып ингәндә, кеше йыйылып бөткән була. Батша ҡыҙы эсемлекте үҙе таратып йөрөй, ти, тик йөҙө бик бойоҡ, ти.

— Туйға килмәй ҡалыусы юҡмы? — тип һорай ҡыҙ.

— Бөтә шәһәр халҡы килеп бөттө, — тиҙәр уға. Шул саҡ теге әбей:

— Юҡ, бөтә халыҡ та түгел, минең өйөмдә бер егет ҡалды, — ти.

Шунда уҡ батша хеҙмәтселәре егетте алырға китәләр. Егет үҙе лә барырға әҙерләнгән булһа ла, ҡарышҡан була... Хеҙмәтселәр уны, ай-вайына ҡарамай, алып киләләр. Егет алтын балдаҡлы уң ҡулын бәйләп муйынына аҫа. Туйға барып керәләр. Эсемлек ҡойоп бирәләр. Егет, уң ҡулым яраланды тип, туҫтаҡты һул ҡулы менән ала. Ҡыҙ шунда уҡ табип саҡырта. Егеттең ҡулын сисеп ҡараһалар, ҡул һау - сәләмәт, бармағында батша ҡыҙАбиргән алтын балдаҡ нур сәсеп тора, ти. Ҡыҙ, егетте башта уҡ таныһа ла, белмәмешкә һалышҡан. Табип саҡыртып, серҙе асырға булған. Шунан ҡыҙ туйға йыйылған халыҡҡа:

— Мине табып, үлемдән ҡотҡарған егет ошо була. Шатлығымдан мин уға ошо балдағымды бүләк иткәйнем, — тип, булған хәлде һөйләп биргән. Ысын хәлде белгән батша:

— Мин ҡыҙымды ошо егеткә бирәм. Ә был хыянатсы малайҙы ҡыҙымды урлап торған дейеү пәрейенә илтеп бирегеҙ! — тип бойорған. Шунда уҡ елтерәтеп алып сығып та киткәндәр тегене.

Туй ҡыҙып барған саҡта, батшаға, әллә ниндәй яу баҫып килә, тип хәбәр итәләр. Күрше батша һуғыш асҡан икән. Егет туйҙан туп-тура яуға китә. Бына ул, ҡош ҡанатын һелтәй-һел-тәй, алға атлай, һелтәй: ат, сәкмән, ҡылыс барлыҡҡа кидә. Егет ҡылысы менән һелтәгән һайын ҡылыс тәүҙә тирә-яҡҡа йәшенле ут сәсә, шунан күрше батшаһының яуы өҫтөнә ут яуҙыра. Тегеләр, керер тишек тапмай, себен кеүек ҡырыла. Иҫән ҡалғаны, боролоп, йән-фарман ҡаса. Шулай итеп, егет, батша кейәүе булыуҙың беренсе көнөндә үк, илде басың ингән яуҙы бөтөнләй ҡырып ҡайта.

Батша кейәүен ғәскәр башлығы итеп ҡуя. Шунан бирле был батшалыҡҡа ҡаршы берәү ҙә яу асырға баҙнат итмәҫ булды, ти. Ни өсөн тиһәң, донъяла башҡа бындай ут яуҙырыр йәшенле ҡылыс булмаған, ти.

 

Поделись с друзьями: