Незнайка


Борон заманда бер ҡарт менән ҡарсыҡ булған, ти. Уларҙың бер генә ир балалары донъяға килгән. Былар исем ҡушырға тип мулла саҡырғандар.

Мулла әйтә:

— Йә, кем, бабай, ниндәй исем ҡушайыҡ?

— Белмәйем инде, исем эҙләй-эҙләй тамам аптыраныҡ, — ти ҡарт.

Шунан мулла, юрамал мыҫҡыл итеп, «Белмәйем» тип ҡуша ла, саҙаҡаһын алып, китә лә бара.

Малай үҫә бара, ә исем — бик хөрт. Ни эшләргә? Яңынан ҡуштыра башлаһаң, тағы шул мулланы саҡырырға кәрәк. Тота ла был хәҙер исем ҡушырға попты саҡыра.

Поп әйтә:

— Йә, знакум, малайкаға ниндәй исем ҡушырға?

— Незнай инде, — ти был ҡарт, — тамам аптыраныҡ, — ти. Шунан поп быға Незнайка тигән исем ҡушып китә. Шулай

итеп малай Белмәйемдән Незнайкаға күсә хәҙер.

Незнайка бик шәп үҫеп килгәндә генә, әсәһе үлеп китә, ҡарт икенсегә әйләнеп ебәрә.

Бер мәлде Незнайка атаһына:

— Атай, миңә ат алып бир, — ти. Атаһының быуынына төшә. Атаһы ризалыҡ белдерә. Баҙарға китәләр. Быларға бик яҡшы ат осрай, атаһы шул атты алмаҡсы була. Незнайка:

— Алмайым, — ти. Шунан бер насар ғына тай янына бара ла, шуны алайыҡ, ти. Атаһы:

— Ярар, күңелеңде йыҡмайым, — тип, тайҙы ала. Ҡайтҡан саҡта тай арый, уны санаға һалып алып ҡайталар. Атаһы юл буйынса улын әрләй.

Ҡайтҡас, Незнайка тайҙы һарайға бикләп ҡуя. Тай көндән-көн яҡшылана, тамам матурланып, ат булып китә.

Бер ваҡыт был малайҙың үгәй инәһе ауырып китә лә:

— Бик ҡаты ауырыйым, шул атты һуйып ашатһағыҙ, терелер инем, — ти.

Малай атты барып ҡараһа, ат, телгә килеп:

— Йә, үгәй инәйең мине һуйып ашарға итә бит әле, ни эшләйек икән? — ти. Незнайка, аптырап, иларҙай була. Ат быға әйтә:

— һине сығармаҫҡа тырышырҙар. Һин мулланан һорамайынса сыҡ та минең үңәсемә килеп ят, — ти.

Шунан ауырыу бисәне өшкөрөргә мулла килә.

— Йәне теләгән нәмәне ашатығыҙ, терелер, — ти мулла. Ауырыу ҡатын:

— Мин анау аттың итен ашар инем, — ти.

Хәл юҡ, атты һуйырға булалар. Ит булаһын һиҙгәс, мулла ла ҡайтып китмәй, теге ҡатынды өшкөргән булып, шунда ҡала.

Ҡарт атты һуйырға сығып китә. Незнайканы мулла сығар- май.

Шунан, мулла күҙен йомоп уҡынырға керешкәс, Незнайка югереп сығып китә лә йығылған аттың үңәсенә барып ята. Ул арала атаһы, аттың муйынына бысаҡты һалып, салырға әҙерләнеп кенә тора икән. Незнайка килеп ятҡас, атаһы бысаҡты ышҡып ебәрә алмаған, бысаҡтың осо ғына тейеп ҡалған. Әҙ генә ҡан сыҡҡан. Незнайка атты йәлләп илап ебәргән, сыҡҡан ҡанын ялап алған — шунда уҡ уға ат көсө ингән. Шунан һуң күҙ асып йомғансы икенсе төҫкә кереп, матурланып, батырланып киткән. Ҡараһа, өҫтөндә уҡа кейем, башында ҡама бүрек, аяғында шпорлы итек, билендә ҡылыс, ҡулында алтын һаплы ҡамсы. Үҙенә-үҙе аптырап, ҡамсы менән еңел генә атҡа һуғып алған икән, ат бәйҙәрен өҙөп һикереп торған да бер һикеренеп-ҡағынып ҡуйған. Әйләнеп ҡараһалар, ул да үҙгәреп, яҡшырып киткән: башында алтынлы югән, һыртында көмөш эйәр, ти, үҙе уйнаҡлап тора, ти. Шунан ни, егеткә ни ҡала, һикереп менеп атлана ла:

— Атай, хуш бул! — тип китә лә бара был.

Ай китә, йыл китә, әллә күпме ер китә, бер юл сатлығына барып етә. Юл. сатлығында бер көтөүсе ултыра, ти. Незнайка төшөп хәл-әхүәл һорашып, көтөүсе менән бергә ашап-эсеп ала. Атының ялынан өс ҡыл, ҡойроғонан өс ҡыл өҙөп ала ла яланға ашарға ебәрә. Шунан үҙе, көтөүсенең кейемдәрен һорап, кейенеп ала. Хушлашып, юл буйлап китеп тә бара.

Незнайка, бер ҡалаға барып, батша һарайының кәртә артында ята. Шунан батша килеп сыға ла быны күреп ҡала:

— Бында ни эшләп ятаһың, өйгә кер, — ти. Егет аңламаған булып башын һелкә лә:

— Незнайка, — ти. Башҡа бер һүҙ ҙә һөйләшмәй. Шунан батшаның оло ҡыҙы килеп бының менән һөйләшергә теләй. Егет үҙенекен итә:

— Незнайка! — ти.

Батшаның икенсе ҡыҙы килә. Ул да «Незнайканан» башҡа яуап ала алмай, һуңынан батшаның иң кесе ҡыҙы килә. Егет иҫке сәкмәнен асып, аҫыл кейемдәрен күрһәтә. Ҡыҙҙың күңеле күтәрелеп китә, егеткә күҙе төшә. Егет тә быны оҡшатып ҡуя.

Батшаның теге ике ҡыҙы кейәүгә барған икән. Береһенең кейәүе — Ҡарағош, икенсеҺенеке Ҡарағол тигән бәһлеүәндәр икән.

Батша кинйә ҡыҙын биреү әсән ҡул аҫтындағы бөтә халыҡты йыя ла:

— Шар ырғытам, шул кемдең башына төшә, ҡыҙым шуға була, — ти.

Ырғытып ебәрә, шар ергә төшә лә тәгәрәп йөрөй. Икенсе ырғыта, тағы шулай була.

— Был нисек былай, әллә тороп ҡалған кеше бармы? — ти батша.

— Анауҙа бер әҙәм бар ҙа, һөйләшә лә белмәй. «Незнайка» тип тик тора, — тиҙәр.

Шулай ҙа Незнайканы килтерергә булалар. Шарҙы ырғытып ебәрәләр, шар Незнайканың башына килеп төшә. Батша был хәлгә бик ғәрләнә. Икенсе, өсөнсө мәртәбә ырғыта, шар йәнә Незнайкаға килеп төшә. Шунан ни, батша ни эшләһен, Незнайка алама ғына кейенгән көйө батша ҡыҙы менән һарайға инеп китә. Уларға бер насар ғына, бәләкәй генә бүлмәнән урын бирәләр. Шунда тороп донъя көтә башлайҙар.

Бер заман был батшаның еренә өс башлы дейеү пәрейе киләсәген хәбәр итәләр. Батшаның ике кейәүе — Ҡарағош менән Ҡарағол бик яҡшы әҙерләнеп, яҡшы аттар менән дейеү пәрейенә ҡаршы һуғышҡа йыйыналар, Незнайка ла батшанан ат һорай:

— һуғышҡа мин дә барыр инем, — ти. Кейәүҙәре лә, батша ла унан көләләр.

— һиңә ат нимәгә, ана башмаҡ менән кит! — тип, бер баш- маҡҡа күрһәтәләр. Незнайка башмаҡ менән сығып китә. Ҡаланы сыҡҡас, Незнайка башмаҡты үлтергәнсе күтәреп һуға ла ҡарғаларға ташлай. Үҙе ҡулындағы өс бөртөк ҡылдың береһен яндыра, һә тигәнсе аты килеп етә. Незнайка иҫке кейемен шунда ҡалдыра ла атты менеп оса.

Незнайка барып еткәндә, тегеләр дейеүҙең еленә түҙә алмай сайҡалышып торалар икән. Незнайка барып етеү менән дейеүҙе тураҡлап ташлай. Кире әйләнеп күҙҙән юғала. Тегеләр ҙә «үлтерҙек» тип кире ҡайталар. Улар ҡайтып барған юл буйында Незнайка, иҫке сәкмәнен кейеп, башмаҡ емтегенә йыйылған ҡарғаларҙы ҡыуып торған була.

— Ниңә башмаҡты үлтерҙең? — тип әрләп ҡайтып китәләр, һарайға ҡайтҡас, батша Ҡарағош менән Ҡарағолдо хөрмәтләп һыйлай, Незнайканы әрләп хурлай.

Күп тә үтмәй, батшаның еренә алты башлы дейеү пәрейе килеүе хаҡында хәбәр итәләр. Ҡарағош менән Ҡарағол бик тәкәббер гепә итеп һуғышҡа әҙерләнәләр, көнө килеп еткәс, яҡшы аттар менән китәләр. Незнайка тағы ла барырға рөхсәт һорай. Батша рөхсәт итмәй.

— Әле лә бер башмаҡтың башына еттең, һиңә таты ни кәрәк? — ти.

Шулай ҙа ул инәлеп-ялынып һорағас, батша:

— Ана кәзә тәкәһен атланып бар, — ти.

Незнайка кәзә тәкәһенә атланып китә. Тағы ла ҡаланы сығыу менән кәзә тәкәһен күтәреп һуғып үлтерә лә ҡарғаларға ырғыта. Ҡыл бөртөктәренең береһен яндырып, үҙенең атын саҡыра, Аты килеү менән, әлегесә сәкмәнен ҡалдырып, көмөш кейемдәр менән һуғышҡа китә.

Теге ике бәһлеүән, алты башлы дейеү пәрейенең еленән ҡурҡып, аптырашып торғанда, Незнайка тағы дейеүҙе тураҡлай ҙа кире әйләнә. Тегеләр дейеүҙе үлтерҙек тип ҡайтып килгәндә, Незнайка кәзә емтеге янына йыйылған ҡарғаларҙы ҡыуып тора. Өҫтөндә әүәлгесә алама ғына сәкмән була. Тегеләр тағы ла бынан көлөп китәләр. Ьарайға ҡайтыу менән батша, ике кейәүен ҡәҙерләп, ололап һыйлай. Незнайканы әрләй.

Инде өсөнсө тапҡыр был батшалыҡҡа ун ике башлы дейеү пәрейе килергә тейеш була. Ике батыр тағы йыйыналар. Үҙҙәре:

— Ай, шул батыр тағы ла тура килһә ярар ине,— тип үҙ-ара һөйләшәләр.

Незнайка был юлы, ялынып-ялбарып, бер хөрт кенә ишәк ала. Батша:

— Ишәкте үлтермә, был юлы үҙем дә барам, — ти. Әлегесә тегеләр, яҡшы ат менән, Незнайка бер йолҡош ишәк менән сығып китәләр. Ҡаланан сығыу менән Незнайка, ишәген күтәреп һуғып, ҡарғаларға ташлай. Тағы ла ҡылын яндырып, үҙ атын саҡырып, сәкмәнен ташлап, көмөш кейемдәрен кейеп, тегеләр артынан китә.

Незнайка килгәнсе, һуғыш башланған була. Кейәүҙәр һуғыша. Был юлы һуғыш бик ҡаты бара. Әлеге батыр килгәс, Ҡарағош менән Ҡарағолға ла йән кереп китә, улар ҙа тырышып-тырмашып һуғышалар. Дейеү пәрейенең муйынына сапҡан саҡта, Незнайканың ҡылысы һөйәккә тейеп, ҡаҡлығып китә лә үҙенең беләгенә тейә. Беләгенән ҡан аға башлай. Быны батша күреп ҡала ла үҙенең шарфы менән бәйләй. Ул тағы һуғыша башлай. Шунан дейеү пәрейен тураҡлап ташлай. Незнайка эшен бөтөрә лә күҙҙән юғала. Тегеләр ҡайтып китә. Былар үтеп барғанда, Незнайка әлегесә ишәк емтеге янында ҡарғалар ҡыуып тора. Батша уны эттән алып, эткә һалып әрләп китә.

һарайға ҡайтҡас, был юлы бигерәк тә ҙур һый-хөрмәт әҙерләнә. Незнайкаға ла ситтән генә урын бирәләр. Шул ваҡыт, ҡанһырап, Незнайканың төҫө ҡаса башлай. Батша килә лә:

— Ни булды һиңә? — тип һораша. Шунан Незнайканың итәген асып ҡараһа, көмөш кейемдәреп күрә. Сәкмәнде сисеп ташлағас, батша үҙенең шарфын таный. Шул ерҙә ул әсәһендә лә дейеү пәрейен Незнайка үлтергәнен белә. Незнайканы хөрмәтләп күтәрәләр. Батша:

— Был кейәүҙәрем намыҫһыҙ булып сыҡты, һин уларҙы үҙең теләһәң ни эшләт! — ти.

Ҡарағош менән Ҡарағолдо танауҙарынан тотоп алып сөйөп ташлай ҙа Незнайка үҙе батша булып ҡала. Батша ҡыҙы менән ғүмер итеп, ғәҙел генә хөкөм итеп, әле булһа йәшәй, ти, ул.

 

Поделись с друзьями: